Эстәлеккә күсергә

Өмөтбай (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Өмөтбай (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Өмөтбай — фарсы һәм башҡорт һүҙҙәре ҡушып яһалған исем, өмөт итеп көтөп алған бала тигәнде аңлата. Исемдән Өмөтбаев фамилияһы барлыҡҡа килгән[1]

Өмөтбай Мырҙашев — башҡорт нәҫеле Өмөтбаевтарҙың нәҫеленә нигеҙ һалыусыһы — 1683 йылда ул батшанан Йомран Табын улусы ерҙәренә «владельный грамота» ала. Үҙенең улусының аманаты була.

Өмөтбай Көҫәпҡолов (1764 йыл — 1831 йыл) — Юрматы ырыуы Аҙнай түбәһе Көҫәпҡол ауылының (хәҙер Ишембай ҡалаһы составына ингән) йорт старшинаһы. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында баш күтәреүселәр отряды командиры Көҫәпҡол Азатбаевтың өлкән улы.

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы (21 август 1841 йыл — 28 июнь 1907 йыл) — башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.

Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (7 апрель 1924 йыл — 24 август 1997 йыл) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы.

Өмөтбаев Вил Ғайса улы (18 февраль 1938 йыл — 12 декабрь 2020 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003).

Өмөтбай (рус. Уметбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 643 кеше

Өмөтбай (рус. Уметбаево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 32 кеше

Өмөтбай (рус. Уметбаево; башҡа атамалары Ҡалмаҡ; Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 113 кеше булған

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы — мемориаль музей, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы.
https://www.youtube.com/watch?v=09enFnMVduU


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ