Эстәлеккә күсергә

Бишнәк (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бишнәк
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ягоднинский сельсовет[d][1]
Халыҡ һаны 507 кеше (1866),
523 кеше (1868),
780 кеше (1891),
640 кеше (1900),
1130 кеше (1916),
962 кеше (1926)[2],
391 кеше (1989),
353 кеше (2002),
203 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 164 метр
Почта индексы 641137
Карта

Бишнәк — (рус. Вишняково) Рәсәйҙең Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы ауыл. Ягодное ауыл Советы составына инә.

Ауыл Ҡурған өлкәһенең көньяҡ- көнбайыш өлөшөндә, Бишнәккүл күленең көньяҡ-көнбайыш ярында, Әлмән ауылынан, райондың административ үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 22 километр алыҫлыҡта (туранан) урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 164 метр[4].

МСК+2 (Өфө ваҡыты)
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Бишнәк ауылы, бөтә Ҡурған өлкәһе кеүек МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5].

Әлмән районы территорияһына иң элек Иҫкен татарҙары күсеп килә. Улар Урал аръяғына Ҡаҙан ханлығы ҡолатылғандан һуң күсә. Иҫәт йылғаһының бер ҡушылдығына килеп, улар үҙ ауылына нигеҙ һала. Был тораҡ пунктты һәм йылғаның ҡушылдығын – «эсә» ҡылымы менән «Эчкән» (ичкин) тип атағандар. 1963 йылда Иҫкен ауылы Ҡурған өлкәһенең Шадрин районы Юлдус ауыл Советының Юлдус ауылы тип үҙгәртелә.

1586 йылда Иҫкен ауылынан ун ике ырыу хәҙерге Әлмән районы биләмәһенә күсеп килә, ул һуңғараҡ Иҫкен улусы була. Күскенселәр араһында Тынкачевтар, Байбулатовтар, Әнүәровтар, Әсәновтар, Уразмәтовтар, Искаевтар, Кампачевтар, Юмаевтар, Мансуровтар, Алферовтар, Барашевтар, Барамыковтар була. Өҫтәүенә күскенселәрҙең өс һуңғыһы урыҫтар була. Һуңғараҡ улар ислам ҡабул итә[6]. Улар өс ауылда йәшәгән: Билкәү, Өскүл һәм Сейәле ауылдарында йәшәгән һәм казак тип иҫәпләнгәндәр.

Бишнәк Иҫәт провинцияһының Иҫкен улусына, һуңынан Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙенә ҡараған.

1871 йылда баҫылып сыҡҡан «Рәсәй империяһы торама урындары исемлегендә» Силәбе өйәҙ ҡалаһынан 165 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Бишнәк күле янындағы Силәбе өйәҙенең (3 стан) Бишнәк ауылы башҡорт тораҡ пункты булараҡ телгә алына. Ауылда 85 ихата иҫәпләнә һәм 507 кеше йәшәй (266 ир-егет һәм 241 ҡатын-ҡыҙ)[7]. Мәсет эшләгән.

1918 йылдың йәйе башында аҡ гвардеецтар власы урынлаштырыла (26 майҙа аҡ чехтар Силәбене, 4 июндә Шумиха станцияһын баҫып ала).

1919 йылдың 15 июлендә Колчакҡа ҡаршы Көнсығыш фронтта 1-се Сембер эшселәр полкы Парамоново ауылы эргәһендә аҡ казактар менән ҡаты алыш алып бара. Алыш 20 сәғәткә һуҙыла һәм аҡтарҙы тар-мар итеү менән тамамлана. Һуғышта полк командиры Космовский һәм уның ярҙамсыһы Фокин һәләк була.

1919 йылда аҡтарҙан азат ителгәндән һуң Тәңрекүл ауылында үҙәге менән Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының Ялан кантоны ойошторола (1922 йылдың 7 мартынан — Парамоново ауылы).

1919 йылда Бишнәк ауыл советы ойошторола, 1959 йылдың 14 майында бөтөрөлә.

1923 йылдың 3 ноябрендә СССР Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән Урал өлкәһе ойошторола. Ҡатай районының үҙәге булып Әлмән ауылы тора. 1930 йылдың 20 апрелендә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы Ялан һәм Ҡатай райондарын бөтөрөргә һәм уларҙың территорияһында берләшкән бер район — Сафакүл ауылында үҙәге менән Ялан-Ҡатай районы ойошторорға ҡарар итә.

1940 йылдың 17 декабрендә РСФСР Юғары Советы Президиумының 616/188 Указына ярашлы Силәбе өлкәһе Ялан-Ҡатай районы Әлмән һәм Сафакүл райондарына бүленә.

Ҡурған өлкә башҡарма комитетының 1959 йылдың 14 майындағы 190-сы ҡарары менән Бишнәк ауылы Парамоново ауыл Советы составына инә.

1963 йылдың 1 февралендә Әлмән район бөтөрөлә, Әлмән ауыл Советы Сиҙәм районы составына инә, ә 1964 йылдың 3 мартында Шумиха районына тапшырыла. 1965 йылдың 12 ғинуарында ҡабаттан Әлмән районы ойошторола.

Ҡурған өлкә башҡарма комитетының 1965 йылдың 12 майындағы 197-се ҡарары менән Бишнәк ауылы яңы барлыҡҡа килгән Ягодинский ауыл Советы составына индерелә.

Совет власы йылдарында Бишнәк халҡы Ҡатай ит-һөт совхозында, һуңынан Әлмән ит-һөт совхозында эшләй.

Халыҡ иҫәбе
19262010[8]
962203


гендер составы

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлүмәттәре буйынса халыҡтың гендер структураһында ир-аттар 47,8 %, ҡатын-ҡыҙҙар 52,2 % тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы халыҡтың милли структураһында татарҙар 94 % тәшкил итә[9].

1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса 962 кеше йәшәй, шуларҙың 943 кеше татарҙар, ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар) 18 кеше тәшкил итә

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәни-мәғариф үҙәге, китапхана[10] һәм мәсет (2014 йылдың 29 июлендә асылған[11]) эшләй.

Тораҡ пункттың урам селтәре 4 урамдан тора[12].

Ауылдан көнбайышҡа табан Р328 Шумиха—Уй Тамағы автомобиль юлдары үтә

  1. 1,0 1,1 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. Вишняково (Сорочье)
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области (урыҫ)
  4. Vishnyakovo (ингл.). GeoNames.
  5. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  6. Зауральская генеалогия. К истории заселения Альменевского района.
  7. Оренбургская губерния. Список населенных мест по сведениям 1866 года.
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  9. Коряков Ю. Б.База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  10. Отчет Главы Ягоднинского сельсовета за 2016 год. Официальный сайт Администрации Ягоднинского сельсовета.(недоступная ссылка)
  11. Открытие мечети в Вишняково
  12. Регионы России → Курганская обл. → Альменевский р-н → Вишняково д.