Каганович Лазарь Моисеевич
Каганович Лазарь Моисеевич (22 ноябрь 1893 йыл — 25 июль 1991 йыл) — СССР-ҙың дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, И. В. Сталиндың яҡын арҡалашы.
РКП(б) Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1923—1924), Үҙәк Комитеты ағзаһы (1924—1957), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы ағзаһы (1924—1925, 1928—1946), ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1924—1925, 1928—1939), РКП(б) Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1926—1930), Үҙәк Комитеты Политбюроһы (Президиум) ағзаһы (1930—1957).
Революцияға тиклем биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киев губернаһының Радомысль өйәҙе Ҡабандар ауылында (һуңынан — Киев өлкәһе Полесье районы Дибров ауылы, 1999 йылда Чернобылдең ябыҡ зонаһына ингән аыул булараҡ бөтөрөлә) йәһүд крәҫтиәне Моисей Гершкович ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә барыһы 13 бала була, алтауһы вафат була. Каганович үҙе һөйләүенсә, уның атаһы ауылдан алыҫ булмаған ыҫмала заводында эшләгән: «Бик ярлы йәшәнек — элек һарай булған насар ғына өйҙә. Бөтәбеҙ ҙә бер бүлмәлә етәүләп ширлектә йоҡланыҡ»[5]. Әммә Рой Медведев, шаһиттарҙың хәтирәләренә һылтанып, Кагановичтың атаһы мал сауҙагәре булған, тип раҫлай[6]. Таганрог коммерсанты Гирша Фельдмандың ҡыҙы Изабелла Аллен-Фельдман, уның атаһы XIX быуат аҙағында оло Каганович менән эш итә, ул ваҡытта Моисей Каганович 1-се гильдия сауҙагәре була һәм баш ҡалаларҙа йәшәү хоҡуғына эйә була, мәҫәлән. Киевта, тип яҙа. Беренсе донъя һуғышы башында оло Каганович бер нисә уңышһыҙ хәрби операцияларҙан һуң бөлгөнлөккә төшә[7].
Лазарь Каганович үҙенең тыуған ауылында ике класлы халыҡ мәктәбен тамамлай, артабан яҡында ғына урынлашҡан Мартыновичи ауылында уҡыуын дауам итә. 14 йәшенән Киевта төрлө заводтарҙа, аяҡ кейеме фабрикаларында һәм итек оҫтаханаларында итексе булып эшләй. Бер тирә «Лазарь Бродский» тирмәнендә йөк ташыусы булып хеҙмәт итә[8], унлап йәш йөк ташыусыларҙан торған төркөм менән бергә предприятие администрацияһы алдында протест акцияларын ойошторған өсөн эштән ҡыуыла. Йәһүд йәштәре, күп кенә хоҡуҡтарҙан мәхрүм булыу айҡанлы, бик тиҙ революцион агитацияға бирелә. 1905 йылда большевиктар сафына баҫҡан өлкән ағаһы Михаилдың йоғонтоһо аҫтында Лазарь 1911 йылда РСДРП(б)-ға инә. 1914—1915 йылдарҙа — Киев РСДРП комитеты ағзаһы. 1915 йылда ҡулға алына һәм тыуған яғына һөрөлә, әммә тиҙҙән йәшерен рәүештә Киевҡа кире әйләнә. 1916 йылда Стомахин фамилияһы аҫтында Екатеринославта аяҡ кейеме фабрикаһында эшләй, Итекселәр союзын ойоштора һәм уның рәйесе була. Район партия комитеты етәксеһе һәм Екатеринослав большевиктар партияһы комитеты ағзаһы. Рәсми версияға ярашлы, провокаторҙың хыянаты арҡаһында Мелитополгә күсергә мәжбүр була, унда Гольденберг фамилияһы аҫтында эшләй һәм бында ла Итекселәр союзын һәм большевистик төркөмөн ойоштора. Һуңынан Юзовкаға (хәҙерге Донецк күсә), унда Борис Кошерович исеме аҫтында Новороссийск йәмғиәтенең аяҡ кейеме фабрикаһында эшләй, большевистик ойошмаһы етәксеһе була һәм Итекселәр союзын ойоштора.
Революция һәм Граждандар һуғышы (1917—1922)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылғы февраль революцияһынан һуң Юзовкала большевиктар ойошмаһын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша, Комитет һәм Совет ағзаһы итеп һайлана, рәйес урынбаҫары була. Мартта Бахмутта Донбасс Советтары район конференцияһына делегат итеп һайлана. Март аҙағында Киевҡа партия эшенә китә.
Октябрь революцияһында әүҙем ҡатнаша, Гомелдә ихтилал менән етәкселек итә. Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарында большевиктар исемлеге буйынса үтә. 1917 йылдың декабрендә Советтарҙың Бөтә Рәсәй III бөтә съезы делегаты була. Советтар съезында Каганович Бөтә Рәсәй Башҡарма комитетына (ВЦИК) һайлана. 1918 йылдың ғинуарынан алып Петроградта эшләй. ВЦИК-тың башҡа ағзалары менән бергә 1918 йылдың яҙында Мәскәүгә күсенә, унда ул Ҡыҙыл Армияны ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй коллегияһының ойоштороу-агитация бүлеге комиссары булып китә. 1918 йылдың июне РКП(б) Үҙәк Комитеты уны Түбәнге Новгородҡа ебәрә, унда ул губком агитаторы, агитация бүлеге мөдире, губком һәм губерния башҡарма комитеты рәйесе була. ЧОН коммунары[9]. 1919 йылдың сентябрендә Көньяҡ фронттың Воронеж участкаһына ебәрелә. Воронежды яулағандан һуң — Воронеж губревкомы, ә һуңынан губерна башҡарма комитеты рәйесе. 1920 йылдың сентябрендә партия уны Урта Азияға ВЦИК-тың һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының Төркөстан комиссияһы ағзаһы итеп ебәрә, шул уҡ ваҡытта ул РКП(б) Үҙәк Комитетының Төркөстан бюроһы ағзаһы һәм Төркөстан фронты Реввоенсоветы етәкселәренең береһе, шулай уҡ Ташкент ҡала советы рәйесе була.
1921 йылда ВЦСПС-та, Мәскәү һәм һуңынан Үҙәк күнселәр союзы комитеты инструкторы һәм секретары була. 1922 йылдың башында партияның Үҙәк Комитеты уны Төркөстанға РКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп тәғәйенләй. 1922 йылда Лазарь Каганович ойоштороу-инструктор мөдире итеп тәғәйенләнә. XII съезда РКП(б) Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. XIII съездан һуң, 1924 йылдың 2 июненән 1925 йылдың 30 апреленә тиклем — РКП(б) Үҙәк Комитеты секретары. Украина Компартияһының Үҙәк Комитеты генераль секретары итеп һайланғандан һуң был вазифаларынан бушатыла[10].
УССР-ҙың һәм СССР-ҙың юғары етәкселегендә (1922—1941)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Украина етәкселегендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылда, Лениндың вафатынан һуң, партия эсендә киҫкен көрәш башлана, Сталинға РСФСР-ҙағы иң ҙур республика һаналған Украинала үҙенә ярҙам тәьмин итергә кәрәк була. Сталиндың тәҡдиме буйынса нәҡ Каганович 1925 йылда Украина КП (б) Үҙәк Комитеты секретары итеп һайлана.
Ул осорҙа Украинала милли сәйәсәттә ике курс үткәрелә: «украинлаштырыу», йәғни украин мәҙәниәтен, телен, мәктәбен дәртләндереү, украиндарҙы идара итеү органдарына йәлеп итеү һәм икенсеһе — «буржуаз һәм ваҡ буржуаз милләтселек» менән көрәш алып барыу. Әлеге ике курсты бер-береһенән айырыу еңелдән булмай, бигерәк тә эре сәнәғәт үҙәктәрендә, һәм Каганович, күренеүенсә, икенсе йүнәлешкә нығыраҡ тартыла, сөнки ул украин милләтселегенә ҡырҡа ҡаршы була. Йыш ҡына уның һәм Украина Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе Влас Чубарь араһында ызғыштар булып ала. Шулай уҡ уға ҡаршы УКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы һәм Украина мәғариф наркомы Александр Шумский тора. Шумский 1926 йылда Сталинға тиклем барып етеп, Кагановичты Украинанан эштән алыуҙы талап итә. Сталин, Шумскийҙың ҡайһы бер дәлилдәре менән ризалашһа ла, шул уҡ ваҡытта Кагановичҡа теләктәшлек күрһәтеп, Үҙәк Комитеты Политбюроһына махсус хат юллай. Эш, киреһенсә, Шумскийҙы наркомпрос вазифаһынан бушатыу һәм УССР-ҙан саҡыртып алыу менән тамамлана.
Каганович Украина сәнәғәтен тергеҙеү һәм үҫештереү буйынса байтаҡ эштәр башҡара. Совет Украинаның Коммунистар партияһы етәксеһе булараҡ Каганович ҙур булмаған Көнбайыш Украина партияһының да етәксеһе була. Поляк дәүлете составына ингән Көнбайыш Украина халҡы араһында милли хәл-торош һәм кәйефтәр УССР-ҙағы хәлдәрҙән бик ныҡ айырыла. Каганович Мәскәүгә киткәндән һуң Чубарь уның сәйәсәтен тәнҡитләп сығыш яһай. Лазарь Моисеевичкә ҡаршы оппозиция көс туплай. Чубарь һәм УССР-ҙан СССР Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Г. И. Петровский Сталинға Кагановичты Украинанан саҡыртып алыу үтенесе менән киләләр. Баштараҡ Сталин ҡаршы килә, әммә 1928 йылда уға Кагановичты Мәскәүгә ҡайтарырға тура килә.
Каганович һәм Шахта эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Украина Коммунистар партияһы (б) Үҙәк Комитетының генераль секретары Л. М. Каганович 1928 йылдың 26 апрелендә Сталинға былай тип яҙа: «Атап әйткәндә, ГПУ ролен ошолайыраҡ көсәйтер кәрәк тип уйлайым, һәр эре треста ГПУ вәкилдәре, транспорттағы ГПУ органдары һымаҡ, эре чиновниктар булырға тейеш. Әлеге үҙгәртеп ҡороуҙы Үҙәк Комитеттының һәм Үҙәк контроль комиссияһы күҙәтеүе һәм туранан-тура етәкселеге аҫтында үткәрер кәрәк, юғиһә, ысынында эш структураһы һәм алымдары элеккесә ҡалыуынан ҡурҡамм»[11].
Кагановичтың күтәрелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдың башында Каганович Мәскәү өлкә комитетының, ә һуңынан — ҡала комитетының да беренсе секретары, шулай уҡ ВКП(б) Үҙәк Комитетының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китә. Үҙәк Комитеты секретары һәм ауыл хужалығы бүлеге мөдире булараҡ 1929—1934 йылдарҙа колхоз-совхоздарҙың хужалығын нығытыу эшенә һәм кулактар ойошторған саботажға ҡаршы көрәшкә туранан-тура етәкселек итә[12].
30-сы йылдарҙың беренсе яртыһы — Кагановичтың властағы иң һөҙөмтәле осоро. 1933 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитетында ауыл хужалығы бүлеген етәкләй һәм колхоз-совхоздарҙа МТС-тарҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Беренселәрҙән булып Ленин ордены менән бүләкләнә (Мәскәү өлкәһендә ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн). 1933—1934 йылдарҙа партияны таҙартыу буйынса Үҙәк партия комиссияһы рәйесе булараҡ «партия сафтарын таҙартыу» менән етәкселек итә. 1934 йылдың 21 сентябендә Мәскәү өлкәһенең суд-прокуратура хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә программалы телмәре менән сығыш яһай[13]. XVII Съезынан һуң, 1934—1935 йылдарҙа, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комиссияһы рәйесе була.
Ошо уҡ осорҙа (1934 йыл) Каганович — бер үк ваҡытта — ВКП(б) Үҙәк Комитетының Транспорт комиссияһы рәйесе була. Сталин Ҡара диңгеҙгә ял итергә киткән саҡта нәҡ Каганович ваҡытлыса партия етәксеһе булып ҡала. 1935 йылдың 28 февралендә Сталин Кагановичты юлдар наркомы итеп тәғәйенләй, бер үк ваҡытта ул Үҙәк Комитеты секретары вазифаһын да үҙ артынан һаҡлап ҡала. Күренекле партия етәкселәрен хужалыҡ наркоматтарына тәғәйенләү Граждандар һуғышы осоронан ҡалған йола. Ҙур ил өсөн тимер юлы транспорты мөһим генә түгел — ул иҡтисади үҫеште тотҡарлаусы халыҡ хужалығының «бушаҡ урыны» була. Тимер юлы ташыуҙары планын арттырып үтәү һәм тимер юлы транспорты эшен ойоштороу һәм хеҙмәт тәртибен индереү өсөн 1936 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. 1935—1955 йылдарҙа Мәскәү метрополитены Каганович исемен йөрөтә башлай (Каганович метро төҙөлөшенә етәкселек итә), 1957 йылға тиклем «Охотный ряд» станцияһы уның исемен йөрөтә; беренсе совет троллейбусына уның хөрмәтенә «ЛК» маркаһы бирелә — Каганович тарафынан Мәскәүҙә троллейбус линиялары ебәрелә. Шулай уҡ Каганович балалар тимер юлын булдырыу идеяһы авторы (Мәскәү тирәһендәге Кратово ҡасабаһы).
1937 йылдан бер үк ваҡытта — ауыр сәнәғәт наркомы, 1939 йылдан — яғыулыҡ тәьмин итеү сәнәғәте наркомы, 1939 (12 октябрҙән) —1940 йылдарҙа — СССР нефть сәнәғәте наркомы[14]. 1938 йылдың авгусынан бер үк ваҡытта — СССР Совнаркомы рәйесе урынбаҫары.
Каганович Политбюро буйынса хеҙмәттәштәренә яҙған хаттарында Сталинға ҡарата айырыуса арыу-талыу белмәгән ярамһаҡланыу менән айырылып тора:
Беҙҙә бында эштәр хөрт түгел. Ҡыҫҡа ғына тасуирлағанда, мин, Сочиға Калинин килгән саҡта беҙ Микоян менән әйткәнебеҙҙе, ҡабатлап әйтә алам. Ҡайтыр алдынан ул беҙҙән, нимә тип Хужаға әйтергә, тип һораны. Беҙ уға, «ил һәм партия шул тиклем илһамланған, хатта уҡсы — ял итә, ә эштәр бара — армия ата» тип әйт, тинек. Мәҫәлән, быйылғы йылда иген әҙерләү менән бында нисек эштәр — был иҫ китерлек, быға тиклем булмаған беҙҙең еңеү — Сталинизмдың еңеүе
Ғөмүмән, Хужаһыҙ бик ауыр… Әммә, үкенескә ҡаршы, Хужаға ҙур һандағы эштәр өйөргә һәм уның ялын юҡҡа сығарырға тура килә, шул уҡ ваҡытта Уның һаулығы һәм дәртлелеге беҙҙең өсөн, шул тиклем Уны яратыусылар өсөн, һәм бөтә ил өсөн ни тиклем ҡиммәтле икәнен һүҙ менән генә аңлатып булмай.
Бына, брат, сәйәсәттәге бөйөк диалектика, бына ниндәй камиллыҡҡа эйә беҙҙең Бөйөк иптәшебеҙ һәм Атабыҙ.[15]
Мәскәү реконструкцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылда Каганович Мәскәү реконструкцияһының генераль планын төҙөү буйынса һәм «пролетар баш ҡалаһының» архитектура биҙәлеше менән туранан-тура етәкселек итә. Мәскәү метрополитены төҙөлөшөнең беренсе сиратын етәкләй.
Мәскәүҙе реконструкциялауҙа Кагановичтың роле ифрат ҙур. Ул шәхсән үҙе архитекторҙарға күрһәтмәләр бирә, улар менән йыйылыштар үткәрә, әммә реконструкциялау барышында күп кенә боронғо тарих биналар һүтелә.
1932—1933 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылдың 22 октябрендә Сталин инициативаһы буйынса Политбюро Украинала һәм Төньяҡ Кавказда иген әҙерләү өсөн ғәҙәттән тыш комиссиялар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә[16]. Украина буйынса комиссияны Молотов етәкләй, Төньяҡ Кавказда — Каганович, әммә ғәмәлдә ул Молотов комиссияһында ла, ауыл хужалығы бүлеге мөдире булараҡ, әүҙем ҡатнаша. Тиҙҙән Каганович Төньяҡ Кавказға китә.
Каганович комиссияһы иген әҙерләү планын үтәмәгән станицаларҙы «ҡара таҡталарға» индерә башлай, уның һөҙөмтәһендә:
а) кисекмәҫтән тауарҙар ташыуҙы һәм урында тулыһынса кооператив һәм дәүләт сауҙаһын туҡтатыу һәм кооператив нөктәләренән бөтә булған тауарҙы алып сығыу;
б) колхоздар, колхозсылар, шулай уҡ яңғыҙаҡтар өсөн тулыһынса колхоз сауҙаһы тыйыу;
в) төрлө кредитлауҙы туҡтатыу һәм ваҡытынан алда кредиттарҙы һәм башҡа финанс йөкләмәләрен түләттереү;
г) РКИ органдары тарафынан колхоз, кооператив һәм дәүләт аппараттарын төрлө сит һәм дошмандарса элементтарҙан таҙартыу һәм тикшереү үткәреү;
д) ОГПУ органдары тарафынан контрреволюцион элементтарҙы, иген әҙерләүҙә һәм сәсеүҙә саботаж ойоштороусыларҙы сығарып ташлау ҡарала.
Каганович комиссияһы эшләгән осорҙа «ҡара таҡталарға» барыһы 15 станица индерелә, уның һөҙөмтәһендә аслыҡтан йөҙҙәрсә кеше үлә. Шулай уҡ «саботаж» менән көрәш барышында ай ярым эсендә генә (1 ноябрҙән 10 декабргә тиклем) Төньяҡ-Кавказ крайы территорияһында 16 864 кеше ҡулға алына («кулак һәм советтарға ҡаршы элементтар»)[17].
Бының менән генә сикләнеп ҡалмай, Каганович ҡайһы бер станицаларҙан дәүләт поставкаларын түләй алмаған кешеләрҙе «төньяҡ өлкәләргә» һөрөүҙе ойоштора. Өс станицанан ғына — Полтава, Медведов һәм Урупск — 45 600 кеше һөрөлә (47500 кешенән)[16].
1937—1938 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылғы ВКП(б) Үҙәк Комитетының февраль-март пленумындағы докладында Каганович юлдар наркоматында ғына түгел, ә, ғөмүмән, йәмғиәттә, репрессияларҙың кәрәклеге тураһында әйтә. Уның һүҙҙәре буйынса, «ҡоторонған, илебеҙҙә социализмдың ҡеүәтле үҫешенә асыуы килгән һәм Совет власы менән көрәштә ҡанһыҙ ысулдар ҡулланған разведчик-шпиондар бандаһы менән эш итәбеҙ»[18]. Тимер юлы хужалығының бөтә тармаҡтарында тиерлек (тимер юлдарҙы проектлау, реконструциялау, эксплуатация) «ҡоротҡос» эшмәкәрлек фаш ителеүгә ҡарамаҫтан, Каганович «беҙ әлегә шпион-япон-немец-троцкист-ҡортоҡос үҙәгенә барып етмәнек, уларҙың бер нисә ячейкаларына барып етмәнек» һәм «бында ғәйепһеҙҙәр эләгеүе мөмкин тип илаулауҙар урынһыҙ», тип белдерә.
Оло террор Каганович Үҙәк Комитеттың юғары ҡатламы санкцияһы буйынса репрессияланған «исемлектәрҙе» ҡарауҙа ҡатнаша. Исемлектәргә ҡуйылған имзалар ғәйепләү хөкөмөн сығарыуға тиң була. Кагановичтың ҡултамғаһы 189 исемлектә тора, улар буйынса яҡынса 19 000 кеше хөкөм ителә һәм атып үлтерелә.
ВКП(б) Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы булараҡ Каганович бик күп «лимиттарҙы» (0044-се һанлы НКВД бойороғо буйынса репрессияланғандарҙың квотаһы) раҫлай. Мәҫәлән,1938 йылдың 26 апрелендә Сталин, Молотов, Ворошилов һәм Ежов менән берлектә ВКП(б) Иркутск өлкә комитеты секретарының (в. в. б.) беренсе категория буйынса (4 000 кешене атып үлтереү) өҫтәмә лимиты буйынса мөрәжәғәтенә ыңғай резолюция ҡуя.
1937 йылда Каганович СССР-ҙың ҡайһы бер төбәктәре буйлап партия һәм совет етәкселәре араһында таҙартыу үткәреү маҡсатында сәфәр ҡыла (Киев, Ярославль, Иваново, Көнбайыш өлкәләре). Киевта, Каганович килеп киткәндән һуң, Тарих институты аспиранты Николаенконың ялыуы буйынса бер нисә өлкә комитеты хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Киев тарихи музейы директоры ҡулға алыналар. Һуңынан Николаенко психик яҡтан ауырыу тип таныла.
5 марта 1940 йылдың 5 мартында Каганович Сталин, Молотов һәм Ворошилов менән берлектә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының әсирлеккә төшкән поляк офицерҙарын, полицейскийҙарҙы, пограничниктарҙы, жандармдарҙы һәм башҡаларҙы атып үлтереү тураһындағы ҡарар аҫтында үҙенең ҡултамғаһын ҡуя (Катынь атып үлтереүе).
Совнарком рәйесенең яңы урынбаҫарҙары (Микоян, Булганин, Каганович, Вознесенский) Сталиндың тоғро көрәштәре булалар. Совнарком ҡарарҙарының күпселек өлөшө Сталиндың яҡын даирәһе тарафынан алдан тикшерелә. Һәм мин Каганович аппаратындағы кешеләр Молотовтың һәм уның ярҙамсыларының һәр аҙымын күҙәтеүе тураһында бик яҡшы беләм. Тегеләр ҙә, дөрөҫөн әйткәндә, тиҙҙән уларға шул уҡ менән яуап бирә башлайҙар.
1980-се йылдарҙа Каганович репрессиялар буйынса былай тип әйтә:
Арттырып ебәреүебеҙҙә, беҙ ғәйепле, ысынбарлыҡта дошмандар, булғанына ҡарағанда күберәк, тип уйлағайныҡ. Мин был мәсьәлә буйынса партияның ҡарарҙарына ҡаршы сыҡмайым. Хаталар булды — Сталиндың ғына түгел, ә беҙҙең бөтәбеҙҙең дә, Сталин етәкселегендә, дөйөм алғанда, хаталар булды. Хәҙер, ҡаты ҡулдың, көрәштең һәм ҡаңһыҙлыҡтың хәжәте булмағас, еңел һүҙ йөрөтөргә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы һәм һуғыштан һуңғы осор (1941—1957)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш башында Каганович юлдар наркомы вазифаһында була. Формаль рәүештә Юлдар наркоматына (НКПС) етәкселек итмәгән саҡта ла ул наркоматҡа кураторлыҡ итеүен дауам итә. 1942 йылдың 25 мартында ГКО «НКПС тураһында» исемле ҡарар ҡабул ителә, әлеге ҡарарҙа «Каганович һуғыш шарттарында эште үтәй алмай», тип яҙыла һәм ул вазифаһынан бушатыла, әммә ысынында (ҡыҫҡа өҙлөктәрҙе иҫәпкә алмағанда) Каганович НКПС етәкселегендә 1944 йылға тиклем ҡала. Сәнәғәт предприятиеларын һәм халыҡты илдең көнсығыш райондарына ебәреү өсөн өҙлөкһөҙ тимер юлы ташыуҙарын тәьмин итеүҙә Кагановичтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. 1942 йылда — Төньяҡ-Кавказ, һуңынан Кавказ аръяғы фронттарының Хәрби советы ағзаһы. Ставка ҡушыуы буйынса Кавказ оборонаһын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1942 йылдың 4 октябрендә Туапсе тирәһендә Ҡара диңгеҙ төркөмөнөң командалыҡ пункты бомбаға тотола, бер нисә генерал шул урында һәләк була, ә нарком ярсыҡ менән яралана[19]. 1942—1945 йылдарҙа Дәүләт оборона комитеты ағзаһы. Һуғыш аҙағына хужалыҡ вазифаларына күсә: 1944 йылда — Совнарком рәйесе урынбаҫары, 1947 йылда — Украина коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары һәм Политбюроһы ағзаһы.
Һуғыштан һуң Каганович юлбашсының ышанысын юғалта башлай. Сталин Каганович менән һирәгерәк осраша, киске аш табынына саҡырмай. КПСС Үҙәк Комитетының Төньяҡ-Кавказ, Кавказ аръяғы фронттарынан һуң Үҙәк Комитеты Президиумының һәм хатта Үҙәк Комитеты Бюроһы киңәйтелгән составына инә, әммә Сталин үҙе шәхсән һайлап алған иң ышанысылы партия етәкселәренән торған «пятеркаһына» Кагановичты индермәй.
Кремль табиптарын ҡулға алғандан һуң СССР-ҙа ҡабаттан антисемит кампанияһы башлана. Ҡайһы бер көнбайыш китаптарында (мәҫәлән, А. Авторхановтың «Сталин үлеменең серҙәре») Каганович СССР-ҙа йәһүдтәрҙе эҙәрлекләүгә ҡырҡа ҡаршы булған тигән фараздар күҙәтелә, йәнәһе, ул Сталинға «табиптар эшен» ҡабаттан тикшереү талабын ҡуйған.
1953 йылдың мартынан — СССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1952 йылдан — КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы. Ул бер нисә мөһим министрлыҡты контролдә тота. Каганович Берияны ҡулға алыу һәм ситләштереү буйынса Хрущевтың һәм Маленковтың тәҡдимен хуплай. Артабан Лазарь Моисеевич яңы пенсия ҡануниәтен әҙерләү менән шөғөлләнә, уның һөҙөмтәһендә бөтә халыҡ ҡатламдары пенсия ала башлай.
1955 йылдың 25 ноябрендә Мәскәү метрополитенына В. И. Ленин исеме бирелә (Л. М. Каганович тәҡдиме буйынса). Шул уҡ ҡарар менән Кагановичтың ҡаҙаныштары билдәләнә һәм Охотный ряд станцияһына Каганович исеме бирелә[20].
1955—1956 йылдарҙа хеҙмәт һәм эш хаҡы мәсьәләләре буйынса СССР Министрҙар Советының дәүләт комитеты рәйесе була, 1956 йылдан 1957 йылға тиклем — Төҙөлөш материалдары сәнәғәте министры.
Вазифаларҙан бушатылыуы. Ғүмеренең һуңғы йылдары (1957—1991)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1957 йылда «Маленков — Каганович — Молотовтың партияға ҡаршы төркөмө» ағзаһы тип иғлан ителә һәм бөтә вазифаларынан бушатыла. 1957 йылдың 13 июлендә «КПСС ағзаһы исеменә тап төшөрөүе, ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрен мыҫҡыл итеү өсөн» ҡаты шелтә бирелә[21]. Каганович Асбеста Урал тау-байыҡтырыу заводы директоры булып эшләй[22] (1961 йыл аҙағына тиклем). 1957—1958 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары Советы сессиларынабара, әммә сираттағы һайлауҙарҙа уның кандидатураһы күрһәтелмәй. 1961 йылдың декабрендә КПСС-тан сығарыла. Күп кенә үтенестәр булыуға ҡарамаҫтан, партияла тергеҙелмәй (Вячеслав Молотовтан айырмалы рәүештә). Шулай ҙа Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер статусына һәм привилегияларға эйә була.
Дмитрий Волкогонов билдәләүенсә, Калининға һөрөлгән Каганович яртылаш легаль рәүештә баш ҡалаға килеп йөрөй һәм хәтирәләр китабын яҙыуҙа элекке хеҙмәттәштеренән ярҙам алыу өсөн бәйләнештәр булдыра[23]. Документаль мәғлүмәттәр буйынса, Мәскәүҙә йәшәй (Тверҙә түгел).
1991 йылдың 25 июлендә, 97 йәшендә, вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкән ағалары — Каганович Израиль (1884—1973), Михаил Каганович (1888—1941) һәм Юлий Каганович (1892—1962).
Мария Марковна Приворотскаяға өйләнгән була (1894—1961)[24]. Ҡыҙҙары, Мая Лазаревна Каганович (1923—2001), архитектор, атаһының хәтирәләрен — «Иҫтәлекле яҙмалар» — 1997 йылда баҫтырып сығара. Бынан тыш, Каганович үгәй улы Юрийҙы тәрбиәләп үҫтергән (1931—1976).
Политбюро ВКП(б) Политбюроһы секртетары Б Г. Бажанов 1920-се йылдарҙа үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа[25]:
«Лазарь Моисеевич Каганович Сталин осоронда власта ҡала алған ике-өс йәһүдтең береһе булыуы менән айырылып тора. Антисемитизм сиктәрендә был хәл Кагановичтың бөтә туғандарынан, дуҫ-иштәренән тулыһынса баш тартыуы арҡаһында ғына мөмкин була. Мәҫәлән, чекистар Сталин алдында Кагановичтың ағаһы, авиация сәнәғәте министры Михаил Моисеевич тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас һәм Сталин Лазарь Кагановичтың фекерен һорағас, бер ниндәй дәлилһеҙ үлтереү әҙерләнгәнен белә тороп, Лазарь Каганович, был тикшереү органдарының эше һәм уның уға ҡағылышы юҡ, тип яуап бирә. Ҡотолғоһоҙ ҡулға алыу алдынан Михаил Каганович үҙ-үҙен атып үлтерә.»[26].
Әммә Лазарь Каганович, Бажановтың хәтирәләре ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип һөйләй.
Л. М. Каганович: Был эш Лубянкала түгел, Совнаркомда булды. Бының хаҡта бик күп алдайҙар, алдайҙар. Хәҙер минең ҡараш тураһында һәм Сталин менән һөйләшеү тураһында, йәнәһе мин әйткәнмен, был тәфтишсенең эше тип. Был алдаҡ. Хәл былай булды. Мин ултырышҡа килдем. Сталин ҡағыҙ тотҡан һәм миңә, бына Һеҙҙең ағайығыҙға, Михаилға, халыҡ дошмандары менән берлектә, күрһәтмәләр бар, ти. Мин, был тотошлайы алдаҡ, ялған, тинем. Шул тиклем ҡапыл әйттем, ултырып та өлгөрмәнем. «Был ялған. Минең ағайым 1905 йылдан большевик, эшсе, ул ышаныслы партиясы, партияға, Үҙәк Комитетҡа һәм Һеҙгә, иптәш Сталин, тоғро»--тинем. Ә Сталин әйтә: «Ә бына… күрһәтмәләр нисек һуң?» «Күрһәтмәләрҙең дөрөҫ булмағандары ла була. Мин Һеҙҙән, иптәш Сталин, күҙгә-күҙ осрашыу һорайым. Мин быларҙың береһенә лә ышанмайым. Күҙгә-күҙ осрашыуҙы үтенәм», — тип яуапланым.
Ул күҙҙәрен өҫкә күтәрҙе. Уйланды ла: «Йә, ярай, Һеҙ күҙгә-күҙ осрашыуҙы һорағас, ойошторорбоҙ», — тине.
Мине ике көндән саҡырттылар (быларҙы мин Һеҙгә документаль рәүештә һөйләйем, мин әлегә бер ҡайҙа ла быны һөйләгәнем юҡ). Ләкин был факт, шулай булды. Маленков, Берия һәм Микоян мине бер кабинетҡа саҡырттылар, улар унда ултыралар ине. Мин килдем. Улар миңә: «Беҙ Һеҙгә йәмһеҙ нәмә тураһында әйтергә саҡырғайныҡ бит» — тинеләр. Мин әйтәм: «Ә ни өсөн мине саҡырманығыҙ. Мин унда булырмын тип иҫәп тотҡайным». Улар: «Ҡарале, унда шундай эштәр асылды, беҙ һине борсомҫҡа булдыҡ» — тинеләр. Баяғы күҙгә-күҙ осрашыуҙа уға күрһәткән Ванниковты саҡырғандар. Ә Ванников үҙ ваҡытында Михаилдың урынбаҫары булды. Әйткәндәй, элегерәк Ванниковты ҡулға алырға йөрөгәндә, Михаил бик ныҡ уны яҡлашты. Ванников хатта Михаилдың дачаһында йәшенеп ятты, йоҡлап йөрөнө шунда. Улар бик яҡын кешеләр ине. Ә Ванниковты ҡулға алғас, ул Михаилға күрһәткән.
Бына шулай Ванниковты һәм башҡаларҙы саҡырғандар, күҙгә-күҙ осрашыу ойошторғандар. Былар бер нәмәне күрһәтә, ә Михаил ҡыҙыу кеше булды, йоҙроҡлап тиерлек уларға ташлана. Ҡысҡыра: «Ҡәбәхәттәр, һеҙ алдайһығыҙ» һәм башҡалар. Ну, былар алдында бер нәмә тураһында һөйләшеп булмай, ҡулға алынғандарҙы сығаралар, ә Михаилға: «Һин бар әле, ҡабул итеү бүлмәһендә ултырып тор, беҙ һине тағы бер тапҡыр саҡырырбыҙ. Ә беҙ әле фекер алышып алабыҙ», тигәндәр.
Һөйләшә генә башлағандар, ҡабул итеү бүлмәһенән килеп инәләр һәм Михаил үҙ-үҙен атып үлтерҙе, тиҙәр. Ул ысынлап та ҡабул итеү бүлмәһенә сыҡҡан, кемдер, бәҙрәфкә, ти, кемдер, коридорға, ти. Уның янында револьверы була, һәм ул үҙ-үҙен атып үлтерә. Ул бик ҡыҙыу, темпераментлы кеше ине. Өҫтәүенә, ул бик тәүәккәл кеше ине һәм шундай ҡарарға килә: тикшереү төрмәһенә бармайым. Тикшереү төрмәһенә барыуҙан үлем артығыраҡ[27].
Маҡтаулы исемдәре, наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (5 ноябрь 1943);
- 4 Ленин ордены (5 ноябрь 1943, 1953?);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ о рдены;
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы;
- миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кагановичтың исеме территориаль берәмектәренә һәм тораҡ пункттарына бирелә, атап әйткәндә, Мәскәү өлкәһендә Каганович ҡалаһы була (1938—1957)
1938 йылда уның исеме менән Павлодар өлкәһендәге район йөрөтөлә башлай. 1957 йылда район Ермаковский итеп үҙгәртелә.
Новосибирскиҙа хәҙерге ваҡытта Железнодорожный районы Каганович исемен йөрөткән.
1938—1943 йылдарҙа Луганск өлкәһендәге Попасная ҡалаһы Каганович исемендәге тип йөрөтөлгән.
Украинала, Киев өлкәһендә, Беренсе Кагановичи (1934) һәм Икенсе Кагановичи (Кагановичтың тыуған урыны) тораҡ пункттары була.
Каганович исемен Мәскәү метрополитены, Хәрби-транспорт академияһы, Тимер юлы инженерҙары институты (Мәскәүҙә һәм Днепропетровскиҙа), Мелитополь балалар тимер юлы йөрөткән.
1957 йылда Кагановичтың исеме уның хөрмәтенә ҡушылған объекттарҙан төшөрөлә. Хәҙерге ваҡытта уның исемен Белгород өлкәһендәге ҡасаба һәм ҡасаба территорияһындағы майҙан йөрөтә. Шулай уҡ, ҡайһы бер фаразадарға ярашлы, Ҡырымда Лазаревка ауылы Кагановичтың исемен йөрөтә[28][29].
2018 йылда Екатеринбургта Рәсәй тимер юлдары тарихына арналған һәйкәл ҡуйыла, унда Каганович Феликс Дзержинский менән бергә һүрәтләнгән[30][31].
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Памятная книжка советского строителя». 1920
- «Местное советское самоуправление». 1923
- «Как построена РКП(б)». 1923
- «Два года от IX до X съезда КП(б)У». 1927
- «Партия и советы». 1928
- «Сталин и партия». 1929
- «12 лет строительства Советского государства и борьба с оппортунизмом». 1929
- «Проблема кадров». 1929
- «Очередные задачи партработы и организации партаппарата». 1930
- «Советы на новом этапе». 1930
- «Орготчет ЦК XVI съезду ВКП(б)». 1930
- «За социалистическую реконструкцию Москвы и городов СССР». 1931
- «За большевистское изучение истории партии». 1931
- «Очередные задачи партийно- массовой работы ячеек». 1932
- Каганович Л. М. «Очередные задачи партийно — массовой работы ячеек» в книге «Три звена партийной работы» М. Трансжелдориздат. 1934 г. 2016 йыл 17 август архивланған.
- «О задачах профсоюзов на данном этапе развития». 1932
- «Цели и задачи политических отделов МТС и колхозов». 1933
- «О чистке партии». 1933
- «О строительстве метрополитена и плане города Москвы». 1934
- «О задаче партийного контроля и контрольной работе профсоюзов, комсомола и печати». 1934
- Чуев Ф. И. «Так говорил Каганович» — Отечество, 1992. — 208 с. — ISBN 5-85808-131-2
- Л. М. Каганович, Каганович М. Л. «Памятные записки» — Вагриус, 1997. — 576 с. — ISBN 5-7027-0284-0
- Чуев Ф. И. Каганович. Шепилов — Олма-Пресс, 2001 — 5-224-02285-1
- Каганович Л. М. «Памятные записки» — М: Вагриус, 2003. — 672 с. — ISBN 5-9560-0032-5
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1946 — «Ант». Каганович ролендә — Николай Рыжов
- 1949 — «Берлиндың ҡолауы». Ролдә — Николай Рыжов
- 1989 — «Васька». Ролдә — Александр Калягин.
- 2006 — «Сталин. Live». Ролдә — Борис Эстрин.
- 2010 — «Берия. Отолоу». Ролдә — Алексей Сосновка.
- 2009 — «Һәм уларға ылыҡҡан Шепилов»; «Тухачевский. Маршал Заговор». Ролдә — Александр Никулин.
- 2012 — «Жуков». Ролдә — Вайнер Вольф.
- 2013 — «Сталиндың ҡорос йәһүде» (документаль)
- 2017 — «Әсе ураҡ». Ролдә — Иҙән Хикка.
- 2017 — «Сталиндың вафаты». Ролдә — Краули Дермот.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Лазарь Каганович» паравозы
- «Лазарь Каганович» троллейбусы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118990306 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Lazar Moiseyevich Kaganovich // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Lasar Moissejewitsch Kaganowitsch // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Чуев Ф. Каганович. Шепилов. — Олма-Пресс, 2001. — С. 142.
- ↑ Медведев Р. Окружение Сталина. — М.: Мол. гвардия, 2006. — С. 66.
- ↑ Аллен-Фельдман И. Моя сестра Фаина Раневская. — М.: Яуза-пресс, 2014. — С. 180.
- ↑ Кальницкий М. Б. Мельница Бродского // Медиацентр компании «Первое экскурсионное бюро». — январь 2010.
- ↑ Захаров А. ЧОН : Очерки по истории Октябрьской революции в Нижегородской губернии. — Н. Новгород, 1927. — С. 47-54.
- ↑ Руководство Коммунистической партии: Секретариат ЦК: 1924—1926 — Правители России и Советского Союза 2014 йыл 12 август архивланған.
- ↑ «Замешанных немцев арестовать… Англичан не трогать» : Документы Архива Президента Российской Федерации о роли Политбюро ЦК ВКП(б) в организации «Шахтинского дела». 1928 г. // Отечественные архивы. — 2008. — № 6.
- ↑ Каганович // Малая советская энциклопедия. — 2-е изд. — Стб. 125—128.
- ↑ Соломон П. Советская юстиция при Сталине. — М., 1998. — С. 184.
- ↑ Назначен Указом Президиума Верховного Совета СССР от 12 октября 1939
- ↑ Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. — М.: РОССПЭН, 2012. — С. 257.
- ↑ 16,0 16,1 Введение // Трагедия советской деревни : Коллективизация и раскулачивание : 1927—1939 : Документы и материалы : в 5-ти т. — М.: РОССПЭН, 2001. — Т. 3 : Конец 1930—1933.
- ↑ № 240. Спецсводка № 9 Секретно-политического отдела ОГПУ о репрессиях в связи с хлебозаготовками в Северо-Кавказском крае // Трагедия советской деревни : Коллективизация и раскулачивание : 1927—1939 : Документы и материалы : в 5-ти т. — М.: РОССПЭН, 2001. — Т. 3 : Конец 1930—1933.
- ↑ Материалы февральско-мартовского пленума ЦК ВКП(б) 1937 года 28 февраля 1937 г. Вечернее заседание (стенограмма) : Каганович // Вопросы истории. — 1993. — № 9.
- ↑ Куманёв Г. А. Говорят сталинские наркомы. — Смоленск: Русич, 2005. — С. 600.
- ↑ Зиновьев А. Н. «Сталинское метро. Исторический путеводитель». 2011. — 240 с. ISBN 978-5-9903159-1-4
- ↑ «Сталин обещал лично сбрить бороду Кагановичу».(недоступная ссылка) // Комсомольская правда.
- ↑ Робертс, Дж. Вячеслав Молотов. Сталинский рыцарь «холодной войны». М.: АСТ, 2013
- ↑ Гл. 4 Мавзолей ленинизма. / Ленин: политический портрет. Кн. 2.
- ↑ Приворотская Мария Марковна . Ассоциация коллекционеров (15 сентябрь 2009). Дата обращения: 15 октябрь 2013. 2016 йыл 13 март архивланған.
- ↑ Бажанов Б. Записки секретаря Сталина.
- ↑ . Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, Л. Каганович Сталин менән һөйләшеүҙән һуң ағаһын телефон аша ҡулға алыу әүҙерләнеүе тураһында иҫкәртә
- ↑ Куманёв Г. А. Говорят сталинские наркомы. — Смоленск: Русич, 2005. — С. 105.
- ↑ Откуда в Крыму взялись Вождёвки и Полководовки
- ↑ Про перейменування окремих населених пунктів та районів Автономної Республіки Крим та міста Севастополя
- ↑ В Екатеринбурге появился барельеф с фигурами, похожими на Сталина и Дзержинского 2018 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ Автор барельефа в Екатеринбурге пояснил, что на нём изображён не Сталин, а Каганович 2019 йыл 3 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Каганович, Лазарь Моисеевич / Аксютин Ю. В. // Исландия — Канцеляризмы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 370. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 12). — ISBN 978-5-85270-343-9.
- Памятные записки. 2008 йыл 31 июль архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (4176
- Кумок В. Н., Воловник С. В. Евреи Мелитополя. — Мелитополь: Изд. дом МГТ, 2012. — Т. 1. — С.164-165.
- Лиховод А. Молодость Лазаря Кагановича.
- Медведев Р. А. Окружение Сталина — М.: Молодая гвардия, 2010. — (Жизнь замечательных людей).
- Медведев Р. А. Ближний круг Сталина.
- Чуев Ф. И. Так говорил Каганович: Исповедь сталинского апостола. — М., 1992.
- Энциклопедический словарь. — М.: Большая Советская энциклопедия, 1954. — Т. 2. — С. 7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краткая биография
- Каганович и реконструкция Москвы
- Каганович Лазарь Моисеевич . «Герои страны» сайты.
- Каганович, Лазарь Моисеевич (неопр.). «Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991».
- 22 ноябрҙә тыуғандар
- 1893 йылда тыуғандар
- Киев губернаһында тыуғандар
- 25 июлдә вафат булғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС-тың XX съезы делегаттары
- ВКП(б)-ның XVIII съезы делегаттары
- 3-сө саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- 1-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары
- Рәсәй революционерҙары
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр