Эстәлеккә күсергә

Киләй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Киләй
Киләй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Координаталар

55°17′00″ с. ш. 53°50′05″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 828 001

ОКТМО коды

80 607 428 101

ГКГН номеры

0523484

Киләй (Рәсәй)
Киләй
Киләй
Киләй (Башҡортостан Республикаһы)
Киләй

Киләй (рус. Килеево) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Киләй ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 498 кеше[1]. Почта индексы — 452672, ОКАТО коды — 80207828001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 87 км

Киләй ауылы Сөн ҡушылдығы Урза йылғаһы буйында, район үҙәгенән төньяҡҡараҡ 12 километрҙа, Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 87 километрҙа урынлашҡан[2].

Ауылдан көнсығышҡа табан 1,5 километр алыҫлыҡта Сөн йылғаһының уң яҡ яр буйында тәбиғәт ҡомартҡыһы — Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар урынлашҡан.

Киләй ауылына 1735 йылда Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Һуңғараҡ Киләй ауылында типтәрҙәр, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары йәшәй башлаған.

1795 йылда 9 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 йылда 144 хужалыҡта 1040 кеше йәшәгән.

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1861 йылдан сиркәү, 2 һыу тирмәне булған.

Киләй ауылы сиркәүе янында сиркәү-мәхәллә училищеһы эшләгән.

1788 йыл тирәһендә Яңы Киләйгә Демидов заводтарында эшләтеү маҡсатында дәүләт крәҫтиәндәре — Акаев, Ларионов, Коземаслов, Лобанов, Зайцев, Вяткин, Чурбанов, Верховцов, Новиков, Шумбутов, Шулындин, Зарубин, Смирнов, Смородиндарҙың ғаиләләренән 144 ир-ат, 153—ҡатын-ҡыҙ күсерелгән.

1906 йылда сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, тимерлек, шарап һәм бакалея кибеттәре, запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Күп кеше ылау оҙатыу хеҙмәтен үтәп кәсеп иткән.

Баҡалы районынан һөрөлгән кулактар исемлегендә Коземаслова Мария телгә алына[3][4][5].

Киләй ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 1729
1920 йыл 26 август 2037
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1532
1959 йыл 15 ғинуар 850
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 495
2002 йыл 9 октябрь 550
2010 йыл 14 октябрь 498 241 257 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урыҫ милләтле халыҡ йәшәй. Киләй ауылында «Колос» ЯСЙ-тең үҙәк усадьбаһы урынлашҡан. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар[6].

Лошкарёв Геннадий Константинович (01.07.1938, Баҡалы районы, Киләй ауылы-) — Советтар Союзы Геройы. Урыҫ. 1955 йылда 3-сө Баҡалы урта мәктәбен, артабан Төмән хәрби-инженер команда училищеһын (1961), В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһын тамамлаған (1974г.). 1957 йылдан Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән.

«Они вернулись с Победой» белешмә китабында (2 том) һуғышта ҡатнашҡан Коземасловтар билдәләнгән:

  • Коземаслов Алексей Михайлович, урож. с. Килеево, рядовой, демобилизован в 1945 г.
  • Коземаслов Алексей Федорович, 1914 йылғы.
  • Коземаслов Василий Архипович, 1922 йылғы, рядовой, 1945 йылда демобилизацияланған
  • Коземаслов Виктор Григорьевич, 1922 йылғы, сержант, 1944 йылда ҡайтҡан.
  • Коземаслов Владимир Иванович, 1926 йылғы, рядовой, 1945 йылда демобилизацияланған
  • Коземаслов Иван Павлович, 1913 йылғы, рядовой, 1945 йылда демобилизацияланған
  • Коземаслов Иван Прокопьевич, 1924 йылғы, өлкән сержант, 1945 йылда демобилизацияланған
  • Коземаслов Илья Михайлович, 1900 йылғы, рядовой, 1945 йылда демобилизацияланған
  • Коземаслов Прокопий Николаевич, 1898 йылғы, рядовой, 1945 йылда демобилизацияланған
  • Коземаслов Степан Алексеевич, 1909 йылғы, рядовой, 1945 йылда демобилизацияланған
  • Ҙур урам (рус.  Большая (улица)
  • Буғаҙы урамы (рус.  Бугады (улица)
  • Ивановка урамы — (рус.  Ивановка (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Обухово урамы (рус.  Обухово (улица)
  • Еңеү урамы — (рус.  Победы (улица)
  • Шишмә урамы — (рус.  Родниковая (улица)
  • Үҙәк урамы — (рус.  Центральная (улица)
  • Сиркәү урамы (рус.  Церковная (улица)
  • Чехловка урамы (рус.  Чехловка (улица)[7]

.

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Киләй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Село Килеево
  4. Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  6. Киләй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Карта д. Килеево. Улицы