Левитан Исаак Ильич
Левитан Исаак Ильич (15 октябрь 1860 йыл йәки 30 август 1860 йыл — 4 август 1900 йыл) — урыҫ рәссамы, пейзажсы. Император художество академияһы академигы (1898).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исаак Ильич Левитан 1860 йылдың 15 октябрендә (йәки 30 авгусында) Август губернаһы Мариампольск өйәҙе Кибарты[5] посадында ярлы йәһүд ғаиләһендә тыуған. Тыуған көнө рәсми 18 (30 август) 1860 йыл тип иҫәпләнә. Атаһы Илья (Эльяшив-Лейб) Абрамович Левитан (1827—1877) Литвалағы хәҙерге Кедайняй ҡалаһында йәһүд һәм шотланд общиналарының бергә йәшәгән раввиндар ғаиләһенән. Үҙ аллы француз һәм немец телдәрен үҙләштерә. Ковнола[6] был телдәрҙе уҡыта, һуңынан француз компанияһы етәкләгән тимер юл күперен төҙөгәндә тәржемәсе булып эшләй.
2010 йылдың ноябрендә Исаак Левитан ғаиләһенең архив яҙмалары табыла. Документтарҙа рәссамдың олатаһы Абрам, олатаһы Левитан Лейб Абрамович (1791—1841 йй.) тип яҙыла.
Исаактан тыш ғаиләлә тағы өс бала үҫә: ағаһы Авель Лейб (һуңыраҡ Адольф исемен ала), апалары Тереза (1856 йылда тыуған) һәм Михле (1859 тыуған)[7].
Үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илья Левитан, матди хәлен яҡшыртырға һәм балаларына белем бирергә тырышып, 1870 йылдар башында ғаиләһе менән Мәскәүгә күсеп килә. 1871 йылда Исаактың өлкән ағаһы Абель Лейб Мәскәү һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура училищеһына уҡырға инә. 1873 йылдың көҙөндә училищеға ун өс йәшлек Исаак уҡырға инә. Уҡытыусылары Перов, Саврасов һәм Поленов була.
1875 йылда Левитандың әсәһе вафат була, атаһы ҡаты ауырып китә. Ауырыуы арҡаһында тимер юлда эштән китергә мәжбүр, Левитандың атаһы дүрт балаһына репетиторлыҡ эше менән ярҙам итә алмай. Ғаиләнең матди хәле ауыр була: училище ваҡыты-ваҡыты менән балаларға матди ярҙам күрһәтә, 1876 йылда уларҙы уҡыу өсөн түләүҙән азат итә.
1877 йылдың 3 февралендә атаһы тифтан вафат була. Ғаилә матди мохтажлыҡ кисерә. Левитан ул ваҡытта рәссам Василий Перовтың дүртенсе «натура» класында уҡый. Перовтың дуҫы Алексей Саврасов Левитанға иғтибар итә һәм уны үҙенең пейзаж класына ала. 1877 йылдың мартында Левитандың күргәҙмәгә ҡуйылған ике эше матбуғатта билдәләнә, ун алты йәшлек рәссам «уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге өсөн» ҙур булмаған көмөш миҙал һәм 220 һум аҡса ала[7].
«Левитанға еңел бирелде, шуға ҡарамаҫтан, ул ныҡышмалы, түҙемле эшләне» — ти рәссам Михаил Нестеров.
1879 йылда, Александр Соловьевтың батша Александр II үлтерергә маташыуҙан һуң, йәһүдтәргә «Рәсәй баш ҡалаһында» йәшәүҙе тыйыу тураһында ҡарар сығарыла. 18 йәшлек Левитан Мәскәүҙән ҡыуыла, артабанғы ике йыл дауамында ағаһы, һеңлеһе һәм кейәүе менән бергә Мәскәү янындағы Салтыковкала (Балашиха янында) ҙур булмаған дачала төпләнә. «Вечер после дождя» (1879, шәхси коллекция)[8]картинаһын һатыуҙан йыйылған аҡсаға Левитан бер йылдан Ҙур Лубянкала йыһазландырылған бүлмәне ҡуртымға ала.[9].
1880—1884 йылдарҙың йәйге айҙарында Останкинола натуранан картиналар яҙа. Был ваҡытта „Имән сауҡалыҡ“, „Көҙ“ (1880, Түбәнге Новгород художество музейы), „Имән“ (1880, Третьяков галереяһы), „Ҡарағайҙар“ (1880, шәхси коллекция), „Полустанок“ (1880 й., Плёстағы И. Левитандың Йорт-музейы). Звенигород эргәһендәге Саввин слободаһында рәссам „Һуңғы ҡар. Саввин слободаһы“ (1884, Третьяков галереяһы), „Күпер. Саввин слободаһы“ (1884, Третьяков галереяһы) пейзаждарын ижад итә.
»«Талантлы йәһүд малайы башҡа уҡытыусыларҙың асыуын килтергән. Уларҙың фекеренсә, йәһүдтәр урыҫ пейзажына ҡағылырға тейеш булмаған. Был төп рус рәссамдарының эше ине», — тип яҙа Константин Паустовский.
Рәссам булараҡ нығыныуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Левитан Мәскәү һынлы сәнғәт һәм скульптура училищеһынан дипломһыҙ сыға.
1885 йылдың апрелендә ул Бабкиндан алыҫ түгел Максимовка ауылында төпләнә.[10] Бабкинда күрше Киселёвтар имениеһында Чеховтар ҡунаҡта була. Дипломат П. Д. Киселёвтың ҡустыһы А. С. Киселёв шул урындарҙа земство начальнигы булып хеҙмәт итә; уның ҡатыны — В. П. Бегичевтың ҡыҙы Мария Владимировна. Левитан А. П. Чехов менән таныша, дуҫлығы ғүмер буйы дауам итә[7].
1880 йылдар уртаһында рәссамдың финанс хәле яҡшыра. Ләкин ас бала саҡ, тынғыһыҙ тормош, көсөргәнешле хеҙмәт уның һаулығына йоғонто яһай — йөрәк сире ҡырҡа насарая. 1886 йылда Ҡырымға бара, һаулығын бер аҙ нығыта. Ҡырымдан ҡайтҡас, Левитан илле пейзаж күргәҙмәһе ойоштора. 1880 йылдар аҙағы — 1890 йылдар башында Левитан рәссам-архитектор А. О. Гунсттың һынлы сәнғәт мәктәбендә пейзаж класын етәкләй.
Рәссам 1887 йылда үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыра: ул Волгаға китә. Волга менән тәүге осрашыу рәссамды тәьҫирләндермәй. Йонсоу һауа торошонда йылға уға «һағышлы һәм үле» кеүек тойола.
Киләһе йылда тағы Волгаға барырға ҡарар итә. 1888 йылдың яҙында Левитан рәссамдар Алексей Степанов һәм Софья Кувшинникова менән Ока буйлап Түбәнге Новгородҡа һәм артабан Волга буйлап пароходта йөрөй. Сәйәхәт ваҡытында улар көтмәгәндә үҙҙәре өсөн бәләкәй тыныс Плёс ҡалаһының иҫ китмәле матурлығын аса. Күпмелер ваҡыт шунда ҡалырға һәм йәшәргә ҡарар итәләр. Һөҙөмтәлә Левитан Плёста (1888—1890) өс үтә һөҙөмтәле йәйге миҙгел үткәрә.
Плёстан Левитан Костромаға, Кинешмаға, Юрьевецҡа сәйәхәт ҡыла. Плёста өс йыл эшләү дәүерендә уға киң танылыу килтергән 200-гә яҡын картина яҙа. Плёс пейзажсылар араһында популяр булып китә. «Над вечным покоем» картинаһы рус темаһына яҙылған бөтә картиналарҙың «иң руссаһы» тигән фекер бар. 1889 йыл аҙағында һәм 1890 йыл башында Левитан Көнбайыш Европаға беренсе сәйәхәт ҡыла: Франция һәм Италияға бара. Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә киң тәҡдим ителгән заманса һынлы сәнғәт менән таныша.
1891 йылдың мартында Передвижниктар сәнғәте күргәҙмәләре ойошмаһына инә. Һынлы сәнғәт менән мауыҡҡан һәм Левитан менән дуҫ булған Мәскәү меценаты Сергей Морозов рәссамға Трехсвятител тыҡрығында бик уңайлы оҫтахана бирә.
1892 йылдың яҙына Левитан «Көҙ» картинаһын тамамлай һәм уны XX Передвижниктар күргәҙмәһенә «У омута», «Йәй» һәм «Октябрь» картиналары менән бергә сығара.
1892 йылда Левитан, «йәһүд дине кешеһе» булараҡ, Мәскәүҙән китергә мәжбүр була һәм күпмелер ваҡыт Тверь һәм Владимир провинцияларында йәшәй. Һуңынан, дуҫтары тырышлығы менән, рәссамға кире ҡайтырға рөхсәт ителә. Был осорға уның «Владимирка» (1892) картинаһы инә, унда хөкөм ителеүселәрҙе Себергә ҡыуған юл һүрәтләнә. 1892—1893 йылдарҙа Трехсвятител тыҡрығындағы оҫтаханала Серов Левитандың билдәле портретын яҙа.
Валентин Серов И.Левитандың портретын яҙа.
1895 йылда рәссам Австрия һәм Франция буйлап сәйәхәт ҡыла. 1895 йылдың март уртаһында Горкаға килә. Тап шул ваҡытта ул бер нисә сеанста Турханов йортонан данлыҡлы «Март» картинаһын яҙа.
1895 йылдың авгусында — «Ненюфары», ә көҙөн усадьбанан ярты саҡрымдағы Съеже йылғаһы буйында «Алтын көҙ» картинаһын яҙа. 1895 йылда «Свежий ветер Волги» картинаһын күсереп яҙа.
«Март», «Алтын көҙ», «Ненюфары» һәм башҡа картиналарын П. М. Третьяков һатып ала.
1896 йылда Одессала Исаак Левитан, Виктор Симов һәм Александр Поповтың берлектәге күргәҙмәһе үтә.
Левитан бер нисә аҙна Финляндияға китә, унда «Крепость. Финляндия» картиналарын яҙа. Финляндия" (Савонлинналағы Олавинлинна ҡәлғәһе), «Скалы, Финляндия», «Море. Финляндия», «Пунка-Харью. Финляндия» (шәхси коллекцияла). 1897 йылда рәссам «Остатки былого. Сумерки. Финляндия» картиналарын тамамлай.
1898 йылда Левитанға пейзаж һынлы сәнғәт академигы исеме бирелә. Үҙе уҡыған училищела уҡыта башлай. Рәссам «Пейзаждар йорто»н — бөтә Рәсәй пейзаж рәссамдары эшләй алған ҙур оҫтахана төҙөргә хыяллана.
Шәкерттәрҙең береһе былай тип хәтерләй: «Левитандың беҙгә, шәкерттәргә, тәьҫире бик көслө ине. Был уның рәссам булараҡ абруйына ғына түгел, ә Левитандың төрлө яҡлап белемле кеше булыуына ла бәйле… Левитан һәр беребеҙгә рәссам булараҡ ижади ҡарай белә ине; уның төҙәтмәһе аҫтында этюд, картиналар үҙ картиналарында тыуған тәбиғәтенең мөйөштәре һәр саҡ яңыса йәнләндерелә, уға тиклем бер кем дә күрмәй, аса алмай».
1899 йылдың ҡышында табиптар Левитанды Ялтаға ебәрә. Ялта ярҙам итмәй. Левитан Мәскәүгә ҡайта. Йәй буйы Париждағы Бөтә донъя күргәҙмәһенең Рәсәй бүлегендә рәссамдың картиналары ҡуйыла.
22 июль (4 август), 1900 йылдың 8 сәғәт 35 минутта, Исаак Левитан вафат була. Уның оҫтаханаһында яҙылып бөтмәгән 40-ҡа яҡын картинаһы һәм 300-гә яҡын эскизы ҡала. Уның һуңғы «Күл» картинаһы ла тамамланмай ҡала.
Исаак Левитан 1900 йылдың 25 июлендә иҫке йәһүд зыяратында ерләнгән, Дорогомиловский зыяраты менән йәнәш. Ерләүҙә рәссамдар Валентин Серов (сит илдән ерләүгә ҡайта), Аполлинарий Васнецов, Константин Коровин, Илья Острохов, Николай Касаткин, Леонид Пастернак, В. В. Переплетчиков, Константин Юон, Витольд Бялыницкий-Бируля, сәнғәт белгесе П. Д. Эттингер; шулай уҡ уҡыусылары, таныштары һәм рәссам талантын һөйөүселәр ҡатнаша.
1901 йылда Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә Левитан әҫәрҙәренең (үлгәндән һуң) күргәҙмәһе үтә. Быға тиклем күргәҙмәгә ҡуйылған әҫәрҙәренән тыш, унда тәүге тапҡыр ҡайһы бер әҫәрҙәре ҡуйыла, улар араһында — яҙылып бөтмәгән «Күл» картинаһы (1899—1900) була.
1902 йылда Авель Левитан туғаны ҡәберенә һәйкәл ҡуя.
1941 йылдың 22 апрелендә Исаак Левитандың көлө Новодевичье зыяратына күсерелә. Исаак Левитандың ҡәбере дуҫтары Чехов менән Нестеров ҡәберҙәренә йәнәш тора.
Иң билдәле әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Осенний день. Сокольники (1879)
- Берёзовая роща (1885—1889, Государственная Третьяковская галерея)
- Вечер на Волге (1888, Государственная Третьяковская галерея)
- Вечер. Золотой Плёс (1889, Государственная Третьяковская галерея)
- Золотая осень. Слободка (1889, Государственный Русский музей)
- После дождя. Плёс (1889, Государственная Третьяковская галерея)
- Тихая обитель (1890, Государственная Третьяковская галерея)
- У омута (1892, Государственная Третьяковская галерея)
- Владимирка (1892, Государственная Третьяковская галерея)
- Вечерний звон (1892, Государственная Третьяковская галерея)
- Осенний пейзаж с церковью (1893—1895, Государственная Третьяковская галерея). Церковь в селе Островно. Тверская губерния
- Осенний пейзаж с церковью (1893—1895, Государственный Русский музей). Церковь в селе Островно от усадьбы Островно (Ушаковых). Тверская губерния
- Над вечным покоем (1894, Государственная Третьяковская галерея). Собирательный образ. Использован вид на озеро Островно и вид с Красильниковой горки на озеро Удомля, Тверская губерния
- Осень. Усадьба (1894, Омский музей). Вид усадьбы «Горка» Турчаниновых близ села Островно. Тверская губерния
- Озеро Островно (1894—1895, ус. Мелихово). Пейзаж от усадьбы Горка. Тверская губерния
- Свежий ветер. Волга (1895, Государственная Третьяковская галерея)
- Март (1895, Государственная Третьяковская галерея). Вид усадьбы «Горка» Турчанинова И. Н. близ села Островно. Тверская губерния
- Золотая осень (1895, Государственная Третьяковская галерея). Река Съежа вблизи усадьбы «Горка». Тверская губерния
- Ненюфары (1895, Государственная Третьяковская галерея). Пейзаж на озере Островно у усадьбы «Горка». Тверская губерния
- Весна — большая вода (1896—1897, Государственная Третьяковская галерея). Вид реки Съежа в Тверской губерния
- Тишина (1898)
- Последние лучи солнца (Последние дни осени) (1899). Въезд в деревню Петрова Гора. Тверская губерния
- Сумерки. Стога (1899, Государственная Третьяковская галерея)
- Сумерки (1900, Государственная Третьяковская галерея)
- Озеро (1899—1900), Государственный Русский музей)
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡояшлы көн. Яҙ, 1876-1877
-
Көҙгө көн. Сокольник, 1879
-
Көҙгө пейзаж, 1880
-
Ҡайын сауҡалығы (Бёрезовая роща), 1885-1889
-
Ямғырҙан һуң. Плёс , 1889, ГТГ
-
Италияла яҙ, 1890
-
Тыныс урын, 1890
-
Вечерний звон, 1892
-
Лилия. Ненюфар, 1895
-
Яҙ. Оло һыу, 1897
-
Тишина, 1898
-
Эңер, 1900
Күргәҙмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1894 — Лондон. Ике эше менән Бөтә донъя күргәҙмәһе ҡатнаша.
1896 — Одесса. И. И. Левитан, В. А. Симов һәм А. А. Поповтың картиналары һәм акварелдәре күргәҙмәһе.
1901 — Мәскәү. Үлгәндән һуң академик И. И. Левитан әҫәрҙәре күргәҙмәһе.
1901 — С.-Петербургта. Академик И.Левитандың үлгәндән һуң күргәҙмәһе.
1903 — Одесса. И. Левитандың этюд һәм картиналар күргәҙмәһе.
1938 — Мәскәүҙә, ГТГ. И. Левитан күргәҙмәһе.
1939 — Ленинградта. ГРМ. И. Левитан күргәҙмәһе.
1960—1961 — Мәскәү, Ленинград, Киев. Тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә.
2010—2011 — Мәскәү. ГТГ. Исаак Левитан. Тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы. 20-гә яҡын музейҙың 300-гә яҡын эше, шулай уҡ шәхси коллекциялары бар. «Третьяков галереяһы» журналының айырым һаны әҙерләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Левитан исеме бирелгән урамдар Мәскәүҙә, Ломоносовта (Санкт-Петербург), Тверь, Калининградта, Тель-Авивта, Киевта, Одессала, Алматыла бар.
Израилдә Левитан әҫәрҙәре күп һаҡланған, уларҙың барлығы СССР-ҙа, ә һуңынан Рәсәйҙә оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була.
2017 йылда «Аэрофлот» авиакомпанияһы Исаак Ильич Левитан хөрмәтенә Airbus A320-214 самолетын (теркәү номеры ВП-БФЕ) тип атай.
Филателия в һәм нумизматика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
СССР маркаһы «И. И. Левитан тыуыуына 100 йыл», 1960 йыл, 40 тин
-
Рәсәй почта блогы «И. И. Левитан тыуыуына —150 йыл», 2010 йыл, 25 һум
-
Иҫтәлекле тәңкә. РФ үҙәк банкы һумы , 2010 йыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 3,0 3,1 Левитан Исаак Ильич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ хәҙер Литвалағы Кибартай ҡалаһы
- ↑ хәҙер Литвалағы Каунас ҡалаһы
- ↑ 7,0 7,1 7,2 [saak-levitan.ru/bio.php Художник Исаак Левитан. Биография ]
- ↑ Загадка полустанка. 2011-12-29 . 2012 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Иван Евдокимов. Левитан 2016 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Ныне деревни в Истринском районе Московской области
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исаак Левитан. Сайт художника. 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- Художник Исаак Левитан. (Картины, биография, творчество)
- Биография и картины Исаака Ильича Левитана
- Выставка Левитана, К. И. Чуковский, часть 1
- Переписка Левитана с Е. А. Карзинкиной — собственноручное письмо
- Работы Исаака Левитана
- Картины Исаака Левитана на сайте Большой Галереи Искусств
- Репродукции картин Исаака Левитана
- Исаак Левитан в Русском Музее. «Искусство ТВ», 2010 2022 йыл 27 июнь архивланған.
- История Товарищества передвижных художественных выставок
- Воспоминания современников о Левитане (Александр Бенуа, Сергей Дурылин, Мария Чехова, Антон Чехов, Фёдор Шаляпин, Константин Коровин)
- Левитан и «Мир искусства» 2022 йыл 30 май архивланған.
- 30 августа тыуғандар
- 1860 йылда тыуғандар
- 15 октябрҙә тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 4 августа вафат булғандар
- 1900 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Передвижниктар
- Рәсәйҙең XIX быуат рәссамдары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәү һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура училищеһын тамамлаусылар