Эстәлеккә күсергә

Никитин Николай Моисеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никитин Николай Моисеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәнеү, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 октябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2] (81 йәш) или 14 октябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәнеү, Ауырғазы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Никитин Николай Моисеевич (19 декабрь 1926 йыл — 13 октябрь 2008 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Николай Моисеевич Никитин 1926 йылдың 19 декабрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны[3] Мәнеү ауылында тыуған. Сыуаш. Урта белем алған.

Мәсәле урта мәктәбен 1941 йылда тамамлағандан һуң Ауырғазы районының «Красный Восток» колхозында почта таратыусы булып эшләй башлай. 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1948 йылға тиклем Приморье крайы Ворошилов (хәҙерге Никольск-Уссурийск) ҡалаһында) 313-сө уҡсылар дивизияһы составында хеҙмәт итә.

1948—1952 йылдарҙа — Ауырғазы районының Мичурин исемендәге колхозда баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, баҫыу ҡараусыһы. 1952—1953 йылдарҙа Ауырғазы районында баҫыусыларҙың ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый, аҙаҡ элекке эш урыныңа кире ҡайта. 1963 йылда колхоз рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә 1965 йылдан — Мичурин исемендәге колхоздың комплекслы бригадаһы бригадиры.

1976—1980 йылдарҙа Н. М. Никитин етәкселегендәге бригада иген етештереү планын 130 процентҡа, картуфты — 121 процентҡа, орлоҡ һуғанын −2 тапҡырға күберәк үтәй. Унынсы биш йыллыҡта туғыҙынсы биш йыллыҡ менән сағыштырғанда иген уңышы бер гектарҙан 10,8 центнерҙан артыҡ алына һәм 58 процентҡа арта, картуф — 24, йәшелсә — 47 процентҡа артығыраҡ етештерелә.

1980 йылда 635 гектар майҙандан бөртөклөләрҙең уртаса уңышы гектарынан 34,8 центнер тәшкил итә, колхоз буйынса сағыштырып ҡарағанда был уңыш 6,8 центнерға күберәк була. 69 гектар майҙанда үҫтерелгән картуфтың уңышы гектарынан 184 центнер тәшкил итә һәм колхоз буйынса уңыштан гектарынан 11 центнерға күберәк, орлоҡ һуғаны — 30 гектар — гектарынан 65 центнер, йәғни колхоз буйынса уңыштан 25 центнерҙан күберәк була. Унынсы биш йыллыҡта бригада буйынса иген һатыу планы 162 процентҡа, картуфтыҡы — 146, орлоҡ һуғаныныҡы — 198 процентҡа үтәлә. 1980 йылда дәүләткә иген һатыу планы 228 процентҡа, картуфтыҡы — 146, орлоҡ һуғанын һатыу буйынса — 180 процентҡа үтәлә. Биш йыллыҡ план буйынса колхоз дәүләткә игенде 135 процентҡа, картуфты — 133, орлоҡ һуғанын — 145 процентҡа, ә 1980 йылда — 161 ярашлы рәүештә 161, 138 һәм 120 процентҡа үтәп сыға.

Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге ҙур уңыштары һәм иген һәм башҡа ер эшкәртеү продукттарын 1980 йылда һәм унынсы биш йыллыҡта арттырып етештереү буйынса социалистик йөкләмәләрҙе үтәгән өсөн СССР Юғары Советы Президиумы 1981 йылдың 23 февраль Указы менән Н. М. Никитинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1986 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Н. М. Никитин Мичурин колхозының мөгөҙлө эре малдарҙы һимертеү фермаһында мөдир булып эшләй.

Никитин Николай Моисеевич 2008 йылдың 13 октябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
  • Ленин ордены (1971, 1976, 1981),
  • Октябрь революцияһы (1973),
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1961)
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.