Эстәлеккә күсергә

Розанова Ольга Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Розанова Ольга Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
Тыуған көнө 21 июнь (3 июль) 1886[4][5] или 22 июнь (4 июль) 1886
Тыуған урыны Меленки[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы[4]
Дата крещения 26 июнь (8 июль) 1886[6]
Вафат булған көнө 7 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[5] (32 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Дифтерия
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][7]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, иллюстратор, рәссәм, рәссам, коллажист, яҙыусы, деятель изобразительного искусства, мәҙәниәт хеҙмәткәре, художник по текстилю
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт, Живопись, Һынлы сәнғәт[d][8], супрематизм[d][8], кубизм[d][8], футуризм[d][8] һәм наивное искусство[d][8]
Эш урыны С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы[7]
Уҡыу йорто художественная школа К. Ф. Юона[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү[9], Санкт-Петербург[9] һәм Рим[9]
Сәнғәт йүнәлеше супрематизм[d], неопримитивизм[d] һәм Кубофутуризм[d]
Ойошма ағзаһы Супремус[d] һәм Союз молодёжи[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d], Музей Тиссена-Борнемисы[d], Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[10], Городской музей[d][11][12], Ростов кремле (музей-ҡурсаулыҡ), Ульяновский областной художественный музей[d], Государственный музей искусств Казахстана имени А. Кастеева[d], Нижнетагильский музей изобразительных искусств[d], Слободской музейно-выставочный центр[d], Государственный Русский музей[d], Дәүләт Третьяков галереяһы[d], Музей Людвига[d], Государственный музей современного искусства[d], Саратовский художественный музей имени А. Н. Радищева[d], Самарский областной художественный музей[d], Екатеринбургский музей изобразительных искусств[d], Нижегородский государственный художественный музей[d], Ярославский художественный музей[d], Әзербайжан Милли сәнғәт музейы, Краснодарский краевой художественный музей имени Ф. А. Коваленко[d], Астраханская картинная галерея имени П. М. Догадина[d], Национальный художественный музей Украины[d], Ивановский областной художественный музей[d], Демойнский центр искусства[d], Елецкий городской краеведческий музей[d] һәм Institut Valencià d'Art Modern[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Olga Rozanova
 Розанова Ольга Владимировна Викимилектә
О.Розанова, К. Богуславская һәм К Малевич. 1915 йылғы фото
Йәшел һыҙат. 1917. Х., м. ГМЗ «Ростов кремле»

Розанова Ольга Владимировна (21 июнь (3 июль1886, Меленки — 7 ноябрь 1918 йыл, Мәскәү) — рәссам, график, китап һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы, сәнғәт буйынса мәҡәләләр авторы, шағирә. Рус авангардының эре вәкиле. Авангардтың бер нисә йүнәлешен үтеп, супрематизм аша төҫтәр ҡулланыуға күсә, абстракт сәнғәт үҫешен бер нисә тиҫтә йыл алдан белә. 1917 йылда XX быуаттың предметһыҙ рәсем сәнғәте шедеврҙарының береһе — «Йәшел һыҙат " картинаһын яҙа»[13].

Ольга Розанова 1886 йылдың 21 июнендә ( 3 июль) йылда Владимир губернаһының Меленки ҡалаһында тыуған. Розанованың атаһы — Владимир Яковлевич Розанов, өйәҙ исправнигы, коллеж асессоры, әсәһе — Розанова Елизавета Васильевна (тыумышта Орлова), дин әһеле ҡыҙы. Ғаиләлә, кесе Ольганан тыш, тағы өс бала була: Алевтина, Анатолий һәм Анна. Меленки ҡалаһында Розановтарҙың Ҡазан урамындаПокров соборынан алыҫ түгел ағастан үҙ йорттары була. Был соборҙа 1886 йылдың 26 июнендә (8 июль) Розанова Ольга суҡындырыла[14].

1896 йылда Розановтар ғаиләһе Владимирға Борисоглебская урамына, (хәҙер — Музей урамы) ҡаланың элекке үҙәгенә күсеп килә[15]. Бында 1896 йылдан 1904 йылға тиклем Ольга Розанова ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡый, уны тамамлағандан һуң, Мәскәүгә килә, һынлы сәнғәткә өйрәнә. Мәскәүҙә Тверская-Ямская урамында ул бүлмә ала[16]. 1904йылдан 1907 йылға тиклем Розанова Анатолий Петрович Большаковтың шәхси художество һәм скульптура уилищеһында уҡый (Мясниницкий, 4). Был осорҙағы өйрәнсек этюдтары Ольга Розанованың иң билдәле иртә эштәренә ҡарай. 1919 йылда үҙе үлгәндән һуң ойошторлоған күргәҙмәһендә был этюдтары етерлек булһа ла, улар ярайһы уҡ аҙ һаҡланып ҡалған[17].

1907 йылдың авгусында Розанова Император Строганов Үҙәк художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инергшә маташа, әммә инә алмай[18] һәм шәхси студияла шөғөлләнеүен дауам итә. 1919 йылдың 5 ғинуарындағы «Искусство» гәзитендә урынлаштырылған некрологта рәссамдың Строганов училищеһына йөрөүе тураһында телгә алына, әммә ул оҙаҡҡа һуҙылмай, сөнки унда уҡытыу системаһы уны ҡәнәғәтләндермәй. Ольга Розанова сәнғәте һәм ижады буйынса белгес Н. ПА.Гурьянова фекеренсә, ул училищеға ирекле тыңлаусы булараҡ йөрөгән[13].

1907 йылдың аҙағында Ольга Розанова К.Ф.Юондың художество мәктәбенә уҡырға инә. Н.А.Гурьяноыва фекеренсә, дәрестәр был мәктәптә Розанованың ижади үҫешенә ҙур йоғонто яһай[19]. 1900 йылдар аҙағында Юон оҫтаханаһында һүрәт һәм һынлы сәнғәткә буласаҡ авангардсылар Любовь Попова (уның менән Розанова 1907 йылда уҡ дуҫлашҡан була), Надежда Удальцова, Алексей Крученых һәм Сергей Шаршун, 1914—1915 йылдарҙа булған — Варвара Степанова уҡый.

1910 йыл башында Петербургта Кульбин Николай һәм уның аша Михаил Матюшин һәм Елена Гуро менән таныша, уларҙың фатирында рәссамдарҙың «Йәштәр союзы» ойошмаһын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1911 йылда Розанова Мәсекәүҙән Петербургҡа күсеп килә һәм Е.Н.Званцеваның сәнғәт мәктәбенә уҡырға инә, был ваҡытта Мстислав Добужинский һәм Кузьма Петров-Водкин уҡытҡан була[20], ләкин тиҙҙән мәктәпте ҡалдыра. Шул уҡ ваҡытта Павел Филонов, Казимир Малевич, Владимир Татлин һәм Владимир Маяковский менән дуҫлаша[21]. Петербургҡа килгәндән һуң рәссам «Йәштәр союзы» ойошмаһының бөтә күргәҙмәләрендә ҡатнаша һәм уның иң әүҙем ағзаларының береһе була[21][22].

1912 йылда Розанова шағир-футуристар Велимир Хлебников һәм Алексей Крученых менән таныша. Һуңғыһы менән яҡын мөнәсәбәттәр бәйләй: улар бер нисә тапҡыр айырылыша һәм оҙаҡ бергә йәшәмәй

Крученых менән Розанованың ижади хеҙмәттәшлегендә рус футуристик китаптың уникаль стиле булдырыла. 1913—1914 йылдарҙа улар төҫлө гектографировкалау техникаһын ҡулланып, «Тэ ли лэ» китабын баҫтырып сығара. 1915—1916 йылдарҙа коллаж ысулын футуристик китапта ҡулланалар. 1915 йылда рәссам Крученыхтың һәм Алягровтың «Заумная книга» китабында һәм Крученых шиғырҙары менән 1916 йылғы «Һуғыш» альбомында иллюстрациялауҙа коллаж ҡуллана[23].

1916 йылда Розанова Каземир Малевичтың «Супремус» йәмғиәтенә ҡушыла. Был ваҡытҡа уның стиле кубизмдан шһәм итальян футуризмынан таҙа абстракцияға күсә, унда композиция визуаль һәм төҫтәрҙең бәйләнеше менән булдырыла. Шул уҡ йылда Розанова башҡа рәссамдар-суперматистар менән (Казимир Малевич, Александра Экстер, Нина Генке, Любовь Попова, Ксения Богуславская, Надежда Удальцова, Иван Клюн, Иван Пуни һәм башҡалар) Вербовка һәм Скопцы ауылдарының артелендә эшләй. А Крученың йоғонтоһо аҫтында артыҡ хикмәтле шиғырҙар яҙа.

Октябрь революцияһынан һуң Розанова сәнғәтте үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнә һәм Халыҡ комиссариаты Һынлы сәнғәтенең художество-сәнәғәт бүлексәһе менән етәкселек итә.

1918 йылдың 7 ноябрендә Ольга Розанова Солдатенковская дауаханаһында (хәҙер Боткин дауаханаһы) дифтериянан вафат була[24]. Новодевичий монастырында ерләнгән; ҡәбере юғалған. Розанова исеме Иваново-Вознесенская мәктәбенә бирелә.

Ольга Розанова сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алексей Крученыхтың «Возропщем» шиғри китабы (1913) «Петроградтың тәүге рәссамы О. Розановаға» арнау менән сыға [20].
  • Владимир Маяковский 1915 йылда Ольга Розановаға «Светлой О. В. Р. — эти стихи» өс шиғырҙан торған шиғырҙар циклы бағышлай.

Шәхси күргәҙмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1918 (декабрь) — 1919 (март) — Мәскәү, Беренсе Дәүләт күргәҙмәһе. О.В.Розанованың үлгәндән һуң картиналар, этюдтар, һүрәттәр һәм эскиздр күргәҙмәһе
  • 1992Мәскәү, Ленинград, Хельсинки. Ольга Розанова. 1886-1918
  • 2003Мәскәү, Мәскәү сәнғәт үҙәге. «Червовая Дама русского авангарда»
  • 2007Мәскәү, Толмачта күргәҙмә залында (Дәүләт Третьяков галереяһы). «увидеть мир преображенным...»

Төркөм күргәҙмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тере сағында күргәҙмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1911 (апрель) — Санкт-Петербург, «Йәштәр союзы»
  • 1912 (ғинуар) — Санкт-Петербург, «Йәштәр союзы»
  • 1912 (март) — Мәскәү, Һынлы сәнғәт, архитектура һәм һәйкәл ҡойоу училищеһы,«Ишәктең ҡойроғо» һәм «Йәштәр берлеге»рәссамдары менән берлектәге күргәҙмә
  • 1913 (октябрь) — Санкт-Петербург, Н. Е Добычинаның Сәнғәт Бюроһы. Хәҙерге һынлы сәнғәттең даими күргәҙмәһе
  • 1913 (октябрь) — 1914 (ғинуар) — Санкт-Петербург, «Йәштәр союзы»
  • 1914 (апрель—май) — Рим, Спровьери галереяһы, Халыҡ-ара ирекле футуристик күргәҙмә. Рус секцияһы
  • 1915 йыл (март) — Петроград, Сәнғәттәрҙе Дәртләндереү Император Йәмғиәтенең бәләкәй залы, картиналар Беренсе футуристик «Трамвай В» картиналар күргәҙмәһе
  • 1915 (апрель) — Петроград, Н.Е.Добычинаның Сәнғәт Бюроһы, Һул Ағымдар картиналары күргәҙмәһе
  • 1915 (декабрь) — Петроград, Һуңғы футуристик күргәҙмә
  • 1916 (апрель) — Петроград, Н.Е.Добычинаның Сәнғәт Бюроһы, Хәҙерге Заман Рус Һынлы Сәнғәте
  • 1916 (ноябре) — Мәскәү, Бубновый валет
  • 1917 (ноябрь—декабрь) — Мәскәү, Бубновый валет
  • 1917 (декабрь) — Мәскәү, «Вербовка» Хәҙерге декоратив-һынлы сәнғәт күргәҙмәһе
  • 1918 (апрель) — Тифлис, Мәскәү футуристарының картина һәм һүрәттәр күргәҙмәһе
  • 1918 (май—июль) — Мәскәү, Мәскәүҙә профессиональ рәссамдарҙың картиналары күргәҙмәһе

Рус авангардының иң тәүге ҙур күргәҙмәләре (1919-1927)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1919 (апрель—июнь) — Петроград, сәнғәт әҫәрҙәренең Беренсе Дәүләт Ирекле күргәҙмәһе
  • 1919Мәскәү, X Дәүләт күргәҙмәһе. Предметһыҙ ижад һәм супрематизм
  • 1919Витебск, Мәскәү һәм урындағы рәссамдарҙың беренсе дәүләт күргәҙмәһе
  • 1920Ҡазан, Ҡазанда Беренсе Дәүләт сәнғәт һәм фән күргәҙмәһе
  • 1922Берлин, Беренсе рус һынлы сәнғәт күргәҙмәһе
  • 1927Ленинград, Сәнғәттә яңы ағымдар күргәҙмәһе

XXI быуатта күргәҙмә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2018 (ноябрь) —2020 (март) — Бөйөк Ростов, «Комета ҡойроғо» (вафат булған Розанова эштәре тураһында иҫтәлектәр). Рәссамдың вафат булыуына 100-йылға тап килтерелгән[25]

Тере сағында баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үлгәндән һуңғы баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2016 йылдың февралендә бөтә Владимир ҡалаһы хакимиәте һәм өлкә админитсрацияһының мәҙәниәт департаменты ярҙамында «Эйдос» мәҙәни үҙәге тырышлығы менән «Ольга Розанова: региональное, национальное, глобальное» фәнни конференцияһы ойошторола һәм уҙғарыла[26][27]. Конференция эшендә билдәле ғалимдар Андрей Сарабьянов, Вера Терехина һәм башҡа белгестәр ҡатнаша.
  • 2016 йылдың ноябрендә бөтә Владимирҙа «Розанова Ольга Үҙәге» асыла[28][29]. Розанова үҙәге планына тикшеренеү, эксперт, ағартыу, нәшриәт һәм художестволы эшмәкәрлек инә.
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. https://www.moma.org/artists/5066 (ингл.)
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #121772993 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Ольга Розанова. 1886—1918 (урыҫ)Хельсинки: Художественный музей Хельсинки, 1992. — С. 115. — ISBN 978-951-8965-12-4
  5. 5,0 5,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  6. Гурьянова Н. А. Ольга Розанова и ранний русский авангард (урыҫ)М.: Гилея, 2002. — С. 11. — 319 с. — ISBN 978-5-87987-021-3
  7. 7,0 7,1 Ольга Розанова. 1886—1918 (урыҫ)Хельсинки: Художественный музей Хельсинки, 1992. — С. 118. — ISBN 978-951-8965-12-4
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Rozanova, Ol‘ga Vladimirovna // Чешская национальная авторитетная база данных
  9. 9,0 9,1 9,2 RKDartists (нидерл.)
  10. http://www.moma.org/collection/works/9120
  11. Stadsgezicht. Daken
  12. Abstracte compositie
  13. 13,0 13,1 Гурьянова Н. А., 2002
  14. Гурьянова Н. А., 2002, с. 11
  15. Ольга Розанова. 1886—1918, 1992, с. 115
  16. Гурьянова Н. А., 2002, с. 12
  17. Гурьянова Н. А., 2002, с. 13
  18. Прошение о принятии с резолюцией красным карандашом «Не принята» находится в РГАЛИ — Ф. 667. Оп. 1. Ед. хр. 7490
  19. Гурьянова Н. А., 2002, с. 14
  20. 20,0 20,1 Терёхина Вера. Преображённый мир Ольги Розановой // Наше наследие. — 2003. — № 67—68.
  21. 21,0 21,1 Никольская Т. Л., Терёхина В. Н., 2007, с. 336
  22. Гурьянова Н. А., 2002, с. 35
  23. Амазонки авангарда. Под редакцией Джона Боулта и Мэтью Дратта. М. : Галарт, С. 216—217.
  24. Ольга Розанова. 1886—1918, 1992, с. 118
  25. «Хвост кометы»: произведения «левых» художников начала XX века в собрании «Ростовского кремля»
  26. Собств. корр. Русская художница авангардистка Ольга Розанова спустя столетие возвращается на малую Родину 2016 йыл 20 октябрь архивланған. // avo.ru. — 2016. — 25 февр.
  27. Хромова А. Выставка Ольги Розановой // zebra-tv.ru. — 2016. — 27 февр.
  28. Хромова А. Курс лечения исторической амнезии // zebra-tv.ru. — 2016. — 23 ноября.
  29. Палагина Е. Судьба Старой аптеки: музей Никаса Сафронова или итальянский парфюм? 2016 йыл 26 ноябрь архивланған. // 33 Губерния. — 2016. — 22 ноября.

Альбомдар, каталогтар, монографиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]