Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы)
Ауыл | |
Тузлукуш башҡ. Туҙлыкыуыш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельсовет | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452036 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Туҙлыҡыуыш (рус. Тузлукуш) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. Туҙлыҡыуыш ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 355 кеше[2]. Почта индексы — 452036, ОКАТО коды — 80209837001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҙлыҡыуыш ауылы Өҫән йылғаһы буйында, район үҙәге Бәләбәй ҡалаһынан төньяҡҡа табан 19 километр һәм Аксаков тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1744 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ Ҡазан даруғаһы Туҙлыҡыуыш ауылынан (хәҙерге Саҡмағош районы) яһаҡлы татарҙар индерелгән. Улар яйлап типтәрҙәр ҡатлмына күскән. 1759 йылда шундай уҡ килешеүгә нигеҙләнеп бында мишәрҙәр индерелгән. 1795 йылда 28 йортта 172 кеше йәшәгән.
Туҙлыҡыуыш ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865 йылда Туҙлыҡыуыштағы 100 йортта 1143 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда 2 мәсет булған.
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Туҙлыҡыуыш ауылында мәсет, урыҫ-башҡорт мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй булған.
Әлеге ваҡытта Туҙлыҡыуыш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҙлыҡыуыш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1190 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 937 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 612 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 295 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 346 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 355 | 168 | 187 | 47,3 | 52,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы (1898, Бәләбәй районы, Туҙлыҡыуыш ауылы — 10.07.1938) — Ишембай нефтен үҙләштереүҙе башлаусы, БАССР-ҙың игенселек халыҡ комиссары (1937), сәйәси золом ҡорбаны[5][6][7].
- Ҡадиров Сабир Рәхим улы (1906—1984) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек башлығы урынбаҫары, гвардия подполковнигы.
- Усманов Хәмзә Фәтих улы (24.04.1923-13.01.2009), ғалим-тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[8][9].
- Фазлетдинов Камил Нәжми улы (Камил Фазлый; 15.02.1949), мәғариф хеҙмәткәре, сатирик яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005). Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы[10].
- Фазлетдинов Илдус Камил улы (01.04. 1975, Өфө), фольклорсы, шағир, журналист. Филология фәндәре кандидаты (2005). Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2020). Ф. Карим исемендәге премия лауреаты (2019). Журналистар Союзы ағзаһы (2001), Яҙыусылар Союзы ағзаһы (2008). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1996) унда эшләй, бер үк ваҡытта, 1995 йылдан — «Толпар» журналы редакцияһында (2015 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары). 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. «Башҡортостан татарҙары фольклоры: риүәйәттәр, легендалар, булған хәлдәр (былички), телдән һөйләнгән хикәйәләр» китабының төҙөүсеһе[11].
- Әхмәтйәнова Мәҙхиә Әхмәтйән ҡыҙы (10.12.1918, Бәләбәй районы, Туҙлыҡыуыш ауылы — 13.05.2005, Магадан) — башҡорт йырсыһы, меццо-сопрано. 1941 йылда Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының башҡорт студияһының вокал класын тамамлай. 1941-1968 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәле:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [Курганов Денис, Федин П. А. Возвращение расстрелянного наркома, 2007. isbn: 5-88719-074-4]
- ↑ Ягудин Гимад Зиянгирович
- ↑ Памятник народному комиссару Гимаду Зигангировичу Ягудину
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Усманов Хәмзә Фәтих улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2018)
- ↑ Хамза Усманов — неутомимый труженик науки (К 90-летию со дня рождения видного ученого-историка). Башинформ МА. Владимир Романов (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2018)
- ↑ Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. тузлукуш. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |