Цирк
Цирк | |
Вики-проект | WikiProject Performing arts[d] |
---|
Цирк (латинсанан circus — түңәрәк) — күңел асыу тамашаһы закондары буйынса ойошторолған сәнғәт төрө. Цирк тип бындай тамашалар үткәрелгән махсус бина ла атала. Хайуандар менән сығыш яһауҙан һәм акробатика, клоунада, эквилибристика кеүек жанрҙарҙан торған сәнғәт төрө, шул сәнғәт төрөн тамашасыға күрһәтеү менән шөғөлләнгән ойошма һәм уның бинаһы[1].
Цирк труппаһы ҡалала даими урыны була һәм билдәле бер бинала урынлаша ала.
Халыҡ-ара Цирк көнө апрелдең өсөнсө шәмбеһендә билдәләнә[2][3].
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цирк бинаһы (күсмә) бейек көмбәҙле түңәрәк сатырҙан тора, уның эсендә манеж (цирк аренаһы) һәм тамашасылар өсөн амфитеатрҙа ултырғыстар бар. Цирктың стационар (капиталь) бинаһы ла ғәҙәттә түңәрәк формала була.
Цирктарҙа (500 тамашасы йәки 5000 тамашасы өсөн төҙөлһә лә) арена (манеж) өсөн ҡалдырылған арауыҡ бер үк ҙурлыҡта була — 42 фут (13 метр) һәм бөтә донъяла бер төрлө (был талап XIX быуатҡа барып тоташа).
Был һөнәри ихтыяж менән аңлатыла — ат вольтижировкаһы һәм акробатика өсөн сапҡан аттың арҡаһы һәр ваҡыт манеж үҙәгенә табан бер мөйөш менән тороуы талап ителә. Быға билдәле бер диаметрлы манежда аттарҙың аныҡ билдәләнгән тиҙлеген һаҡлап ҡына өлгәшергә мөмкин. Был шарт ат номерҙары күрһәтелгән барлыҡ ареналарҙы бер төргә килтереүҙе талап итә.
Цирк аренаһы амфитеатрҙан ҙур булмаған, ярайһы уҡ киң кәртә менән айырыла. Уның бейеклеге урта ҙурлыҡтағы ат, алғы аяғын кәртәгә ҡуйып, артҡы аяҡтары менән арена буйлап хәрәкәт итеүен дауам итә алырлыҡ булырға тейеш. Аренаның ике ҡапма-ҡаршы яғында, ҡағиҙә булараҡ, 6 — 8 см ҡалынлыҡтағы ҡом йәки бысҡы вағы ҡатламы менән ҡапланған был кәртә һүтеп алына һәм аттар инеп-сығып йөрөгәндә үткәүел барлыҡҡа килә; ат аренала булғанда, кәртә ябыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим циркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо римлеләрҙә «цирк» (circus, «түңәрәк», «түңәрәк бина») тигән һүҙ аҫтында заманса ипподромға тап килгән, һуҙылған овал рәүешендәге асыҡ ҡоролма аталған. Бындай биналарҙың иң ҙуры баш ҡалала Ҙур цирк (Circus Maximus) була.
Рим циркының хәҙерге цирк тамашаһы менән уртаҡлығы бик аҙ була: ул бер төркөм халыҡ «тамашаһы»һы урыны, иң элек сабыштар һәм арба ярыштары үткәреү урыны булған. Һуңғараҡ ҡайһы берҙәре, ғәҙәттә, цирктарҙа түгел, ә амфитеатрҙарҙа: гладиаторҙарҙың һуғышы (шул иҫәптән венаторҙар — тренерҙар, улар, формаль рәүештә һуғышмаһалар ҙа, гладиатор тип һаналған) һ. б. ойошторолған. Циркта көс һынашыуҙар билдәле байрам көндәрендә үтә һәм ludi circenses тип атала. Ул Римда ҙур ижтимағи роль башҡара, ул шулай уҡ Византияның тәүге быуаттарында һаҡланып ҡала. Римда йәмғеһе 5 цирк майҙансығы була[4].
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим империяһы тарҡалғандан һуң, цирк, халыҡтың күңел асыуы урыны булараҡ әһәмиәтен әкренләп юғалта бара. Франктар короле, Кловис I-ҙең ейәне Чилперич I, Парижда һәм Суассонда цирктар төҙөй, унда халыҡҡа төрлө тамашалар тәҡдим ителә, әммә һуңғылары уңыш ҡаҙана алмай, шуға күрә цирктар тиҙҙән ташландыҡҡа хәлгә төшә һәм емертелә. Урта быуаттарҙа байтаҡ үҫеш алған мистериялар һәм театраль тамашалар цирктың йәмәғәт күңел асыу сараһы булараҡ әһәмиәтен бөтөнләй ҡаҡшата.
Яңы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге типтағы цирк тәүге тапҡыр XVIII быуат аҙағында ғына Францияла барлыҡҡа килә. Уның авторҙары — ике инглиз ат өйрәтеүсеһе, аталы һәм уллы Астлиҙар. 1774 йылда улар Парижда, Тампль эргәһендә, цирк тип аталған түңәрәк зал төҙөй һәм бында атта төрлө күнекмәләрҙән һәм акробатик этюдтарҙан торған тамашалар тәҡдим итә башлай. Астлейҙарҙың юлын дауам иттереүсе итальян Франкониҙар тиҙҙән 2700 кешегә иҫәпләнгән яңы цирк төҙөй. Улар тамаша программаһына пантомималарҙы ла, шулай уҡ ҡырағай йәнлектәрҙең үҙ-ара һәм эттәр менән һуғышын индерә. Париждан цирк тамашалары тиҙҙән бөтә Европаға тарала.
Циркта XIX быуат аҙағынан уҡ өйрәтелгән хайуандар менән тамашалар үткәрелә башлай. Быуат аҙағына Көнбайыш Европаның һәм Рәсәйҙең барлыҡ тиерлек баш ҡалаларында һәм эре ҡалаларында даими цирктар була. 1764 йылда Мәскәүҙә, Ҡазан вокзалынан алыҫ түгел ерҙә, инглиз һыбайлыһы Я. Бейтс манеж төҙөй һәм унда ат тамашалары күрһәтә. Киләһе йылда ул Петербургта гастролдәрҙә була. Шулай итеп, рус тамашасыһы профессиональ цирк менән таныша. Тамашалар шәхси йорттарҙың манеждарында йәки ваҡытлы, тиҙ арала ҡоролған биналарҙа ҡуйыла. Кьярини (1803), Транже һәм Роббе (1812), Финарди (1818) һәм башҡаларҙың цирктары айырым уңышҡа өлгәшә. Рәсәйҙә тәүге стационар циркты Жак Турниер 1827 йылда Санкт-Петербургта аса. Һуңынан Ярославлдә (1850), Мәскәүҙә (1853), Тулала (1854) стационар цирктар төҙөлә. Уларҙағы тамашаларҙы сит ил труппалары тәҡдим итә. Рус стационар циркы тәүге тапҡыр ағалы-ҡустылы Никитиндар тарафынан 1873 йылдың авгусында Һарытауҙа төҙөлә. Ул әле булһа Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Париж цирктары (фр. Cirque d’hiver, Cirque d'été һәм башҡалар) яҡшы тип һаналған . Бынан тыш, Көнбайыш Европа һәм Рәсәй буйлап байтаҡ күсмә цирктар даими йөрөп торған. Италияла XIX быуатта даими цирктар булмай, әммә иң әһәмиәтле театрҙарҙың күпселеге партерҙы цирк аренаһына әйләндерерлек итеп ойошторолған. Цирктар Испанияла киң таралған булған, унда коррида боронғо ваҡыттарҙан алып һаҡлана.
Өр-яңы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштар араһындағы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылдың 26 авгусында РСФСР-ҙа В. И. Лениндың ҡултамғаһы менән Халыҡ Комиссарҙары Советының «Театр эшен берләштереү тураһында»ғы декреты сыға, был ҡарар буйынса илдәге цирктарҙың дәүләт милкенә әйләнеүе тураһында иғлан ителә[5]. Дәүләт циркындағы тәүге тамаша 1919 йылдың 22 сентябрендә була[6].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет циркы сәнғәтенә ҙур зыян килтерелә. Күп кенә цирк биналары реквизит һәм ҡорамалдар менән бергә дошмандың бомбаға тотоуы, янғындар арҡаһында юҡҡа сыға. Өйрәтелгән хайуандар үлә. Артистар фронтҡа китә, номерҙар һәм аттракциондар тарҡала. Цирктарҙың баш идаралығы Бөтә Союз Сәнғәт эштәре буйынса комитеты менән бергә Томск ҡалаһына эвакуациялана[7][8]. Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында Сталин совет циркына ярҙам ҡулы һуҙа һәм ундағы хайуандар аслыҡтан интекмәй[9].
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып цирк артистары мобилизация пункттарында, эшелондарҙы фронтҡа оҙатыр алдынан вокзалдарҙа, госпиталдәрҙә сығыш яһай.
1941 йылда, Октябрь революцияһы йылында, Мәскәү циркы артистарҙың ҙур төркөмөн Можайск һәм Волоколамск райондарына фронтҡа ебәрә.
Карандаш тамашасылар алдында йөҙөнә яртылаш кеше-ярым эт битлеге һала, башына суйын сүлмәк кейҙерә, балта, бысаҡ, суҡмар менән ҡораллана. Алыҫтан нимәлер күрә, «Нах Москау!», тип ҡысҡырып, танкыға ултыра. Ҙур мискә танкыға оҡшатып эшләнгән була.
Утын йәшниге танк башняһын кәүҙәләндерә. Мискә төбөнөң ал яғына баш һөйәге һәм һөйәктәр төшөрөлгән була. Шартлау! Йыртыҡ кейемле гитлерсы манежда һыңар аяғында аптырап баҫып тора. Шунан, башын яулыҡ менән бәйләп, осраҡлы ятҡан ҡултыҡ таяғын эләктерә лә, һыңар аяғы менән генә сәхнә араһына йәшеренә…
Клоун Борис Петрович Вяткин, һуғышсылар алдында башҡа артистар менән бергә сығыш яһарға фронтҡа ебәреүҙе һорап, Мәскәүгә бер-бер артлы телеграмма ебәрә. 1942 йылдың авгусында уларҙы, фронт цирк бригадаһына ебәреү өсөн, Мәскәүгә саҡыралар. Шул уҡ айҙа Борис һәм уның яратҡан эте Крошка башҡа артистар менән тәүге фронт сәйәхәтенә сыға. 1942 йылдың июнендә Карандаш бригадаһы әүҙем частарға, ә августа Вяткин бригадаһы китә, алғы һыҙыҡта өс йыл була. Фронтта эшләү осоронда уларҙың бригадаһы мең ярымдан ашыу концерт бирә. Летчиктар, танкистар, разведчиктар алдында, алғы һыҙыҡта, госпиталдәрҙә, «сәхнә» итеп йыһазландырылған йөк машиналарында, аҡландарҙа һәм урмандарҙа сығыш яһай. Бер нисә тапҡыр ут аҫтында ҡалалар һәм бомбаға тотолалар, теләһә ниндәй һауа шарттарында ла өс-дүрт концерт бирәләр. 1945 йылда, һуғыш тамамланғас та, хәрби частарҙа сығыш яһауҙарын дауам итәләр, Мәскәүгә ҡырҡ бишенсенең авгусында ғына әйләнеп ҡайталар[10]. Шул уҡ йылда Мәскәү, Һарытау һәм башҡа цирктарҙа фронт цирктары булдырыла.
Махсус цирк коллективы Е.Гершуни етәкселегендә Ленинград ҡыҙыл Армия йорто эргәһендә ойошторола (1943 йылдың 23 февралендә премьера). Ул Ленинград фронтында, шулай уҡ ҡаланың үҙендә тамашалар бирә. Тамаша цирк амфитеатрын кәүҙәләндергән үҙенсәлекле конструкция фонында бара.
1943 йылдың 29 ноябрендә Ижевск циркы, һуғыш барыуға ҡарамаҫтан, үҙ ишектәрен аса, яңы 1800 урынлыҡ цирктың тәүге тамашасылары яралы яугирҙәр була[11].
1944 йылдың ноябрендә Ленинград циркының 64-се миҙгеле асыла. Бөйөк Ватан һуғышы цирктың ижади эшмәкәрлеген 4 йылға туҡтата[12].
Вальтер Запашный һәм Мстислав Запашный тәүге аҙымдарын Һарытау циркы аренаһында яһайҙар. Вальтер менән Мстислав ҡамауҙа ҡалған Ленинградта ҡала. Уларҙың йорто бомбаға тотоуҙан янып бөтә һәм өләсәһе менән цирктың кейенеп-сисенеү бүлмәһендә йәшәйҙәр. Запашныйҙарҙы «Йәшәү юлы» буйлап алып сығалар. Улар Һарытауға әсәһе Лидия Карловна янына килә.
Бында һуғыш йылдарында уҡ акробатика һәм трюк номерҙарын ҡабатлай башлайҙар, һуңынан сығыш яһайҙар. Шулай итеп, цирк иғландарында «Ағалы-ҡустылы Запашныйҙар» төркөмө барлыҡҡа килә. Был төркөмдә Михаилдың: улдары Вальтер, Мстислав, Игорь була. Бер туғандар үҙҙәрен төрлө жанрҙарҙа: клоунада, һауа гимнастикаһы, егетлектә, мотоуҙышта, аттарҙы һәм экзотик хайуандарҙы өйрәтеүҙә һынап ҡарай[13].
Иваново циркында А. Александров-Серж етәкселегендә атлы акробатика студияһы эшләй[14].
Еңеү көнөндә — 1945 йылдың 9 майында совет циркы артистары еңелгән Рейхстаг баҫҡыстарында һалдат-азат итеүселәр алдында сығыш яһай.
Һуғыш йылдарында фронт бригадалары һәм коллективтары араһында: А. Вадимов, Б Вяткин, З. Гуревич, В. Гурский, В. Довейко, В. Дуров, П. Есиковский, А. Ирманов, А. Казини (Козюков), Карандаш, В. Лисин һәм Е. Синковская, Павел Алексеевич, А. һәм Г. Попов, Т. Птицина һәм Л. Маслюков, А. Рапитто, Г. Россини, Сим (С. Маслюков), И. Символоков, Н. Тамарин, М. Туганов, Ф. Хвощевский һәм А. Будницкий, һауа гимнастары Полина Чернега һәм Степан Разумов, оҫта һыбайлы Валентина Лерри, хайуандарҙы өйрәтеүсе Александр Корнилов, һауа эквилибристтары апалы-һеңлеле Кох[15] һәм башҡалар була.
Күп йәш талантлы артистар Тыуған ил өсөн һуғыштарҙа һәләк була. Улар араһында: һауа гимнасы И. А. Щепетков (1910—1941), уға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, акробат М. М. Барляев (1912—1943), клоун Л. И. Бондаренко (1898—1942), һыбайлы һәм жонглер Н. Н. Н. Никитин (1912—1943), акробат-һикереүсе А. С. Павлов (1902—1942), жокей А. И. Пушкин (1913—1942), жонглер В. Б. Рославлев (ҡушаматы — Бортар, 1920—1941), велофигурист Г. М. Сергеев (1903—1942), акробат и музыкаль эксцентрик А. В. Трипутин (1918—1942), клоун В. Б. Шестуа (1912—1943), һауа гимнасттары А. С. Асланян, Н. П. Астахов, А. Е. Афанасьев, И. Ф. Кулешов, клоун А. А. Беляев (ҡушаматы — Белянд), велофигурист П. Л. Ворошилов, сатирик М. В. Вургафтик (ҡушаматы — Дамиров), жонглер В. А. Гурьев, артист-көрәшсе В. С. Денисов (ҡушаматы — Зорин), һыбайлы К. С. Дмитриев, акробат С. А. Донеман, эквилибристар П. Ильин, Г. А. Матарадзе, бейеүсе акробаттар бер туған П. һәм Н. Орловтар, пластик акробат В. Н. Скляренко, акробаттар Л. Грушкин, В. К. Давыдов, Н. С. Иголкин, Н. Озеров, В. Постников, И. Пустовой, Ф. Титаренко, Б. В. Ушаков, Л. Н. Цветков[16].
Һуғыштан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге заман циркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя илдәр цирктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһыдағы стационар цирктарҙың күпселеге структура составына инә һәм «Росгостирк» ФКП Рәсәй дәүләт цирк компанияһы бүлексәләре булып тора.
-
Иваново дәүләт циркы
-
Ҡазан дәүләт циркы
-
Удмурт дәүләт циркы
-
Ростов дәүләт циркы
-
Тула циркы
-
Ярославль циркы
-
Воронеж циркы
-
Екатеринбург циркы
БДБ илдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сит ил цирктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цирк артистары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артист-хайуандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цитаталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Владимир Леонидович Дуров
-
Михаил Николаевич Румянцев
-
Валентин Иванович Филатов
-
Т. Э. Кэф
-
Виталий Ефимович Лазаренко
Факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ростовцев М. И., Сомов А. И. Цирк // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Сарафанова Н. «Цирковое искусство» русского авангарда 2022 йыл 11 октябрь архивланған. // Литература и театр: Матер. Международ. науч.-практич. конф. — Самара, 2006, — С. 109—118.
- Рудольф Славский. Цирковая энциклопедия (второе издание) 1979
- Рудольф Славский. Цирк нашего двора 1961
- Рудольф Славский. Советский цирк 1959
- Рудольф Славский. Советский цирк в годы войны 1975
- Рудольф Славский. С манежа на экран 1969 // Брошюра о киноартистах, пришедших в кино из цирка.
- Рудольф Славский. Цирк глазами кино 2002 // О цирке в кино и цирковых комиках в кино.
- Александр Росин. «Волшебный круг манежа» // Очерки о цирке // Мн.: Полымя, 1985—143 с., ил.
- Сергей Макаров. Шаманы, масоны, цирк: Сакральные истоки циркового искусства. — Изд. 2-е. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2009. — 280 с. — ISBN 978-5-397-00163-2. (обл.)
- Буренина-Петрова Ольга. Цирк в пространстве культуры / Иллюстратор Е. Габриелев. — М.: Новое литературное обозрение, 2014. — 432 с. — (Очерки визуальности). — 1000 экз. — ISBN 978-5-4448-0181-9.
- Дмитриев, Юрий. Цирк в России от истоков до 1917 года. Искусство, 1977.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Российской государственной цирковой компании
- Библиотека по истории цирка
- В мире цирка и эстрады
- Всё о цирках
- Международная Федерация цирков
- Цирковая энциклопедия
- Цирковой словарь
- Мастера советского цирка (Нижегородская фундаментальная библиотека)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Федерация цирков . Дата обращения: 16 апрель 2010. Архивировано из оригинала 17 апрель 2010 года. 2010 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Росгосцирк . Дата обращения: 16 апрель 2010. Архивировано из оригинала 11 май 2010 года. 2010 йыл 11 май архивланған.
- ↑ В мире цирка и эстрады. Цирк в Древнем Риме .
- ↑ 49. 26 августа. Декрет СНК об объединении театрального дела // Декреты Советской власти. — М.: Политиздат, 1973. — Т. 6. 1 августа – 9 декабря 1919 г. — С. 69—73. — 11 500 экз.
- ↑ Сергей Макаров «Октябрь пришел в цирк»
- ↑ Газета «Волга» 2018 йыл 18 ғинуар архивланған.
- ↑ В мире цирка и эстрады
- ↑ газета «Тверская 13» . Дата обращения: 11 апрель 2010. Архивировано из оригинала 27 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
- ↑ Росгосцирк 2009 йыл 27 август архивланған.
- ↑ Официальный сайт Ижевского государственного цирка 2013 йыл 22 май архивланған.
- ↑ Официальный сайт большого Санкт-Петербургского государственного цирка 2012 йыл 10 сентябрь архивланған.
- ↑ Культура Саратова
- ↑ Центральное Бюро Путешествий «Южа» . Дата обращения: 12 апрель 2010. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 17 ғинуар архивланған.
- ↑ Официальный сайт большого Санкт-Петербургского государственного цирка . Дата обращения: 11 апрель 2010. Архивировано из оригинала 9 июль 2010 года.
- ↑ В мире цирка и эстрады