Шойгу Сергей Кужугетович
Серге́й Кужуге́тович Шойгу́[10] (тыв. Сергей Күжүгет оглу Шойгу; 21 май 1955 йыл, Тыва автономиялы өлкәһе, Чадан (РСФСР — СССР һәм Рәсәйҙең хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. 2012 йылдың 6 ноябренән Рәсәй Федерацияһы оборона министры. Армия генералы (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы (2000).
РСФСР һәм Рәсәй Федерацияһының граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе (1991—1994), Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы (1994—2012) башлығы, Мәскәү өлкәһе губернаторы була (2012)[11][12].
«Берҙәмлек» төбәк-ара хәрәкәте башлығы (1999—2001), «Берҙәм Рәсәй» (2001—2002, Юрий Лужков һәм Минтимер Шәймиев менән бергә) партияһы рәйестәше, «Берҙәм Рәсәй» юғары советы ағзаһы; «Берҙәм Рәсәй» партияһына нигеҙ һалған[13][14].
Рус география йәмғиәте президенты (2009 йылдан). Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының 1990-сы йылдарҙан бирле, Хөкүмәт ағзаһы булып ҡалған (ҙур булмаған тәнәфес менән) берҙән-бер министры, (дөйөм алғанда — 30 йылға яҡын)[15].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Шойгу 1955 йылдың 21 майында Тува автономиялы өлкәһенең ҙур булмаған Чадан ҡаласығында тыуған. Атаһы — район гәзите мөхәррире Кужугет Серэевич Шойгу һәм әсәһе — Александра Яковлевна Шойгу Кужугет, зоотехник (ҡыҙ фамилияһы — Кудрявцева)[16]. (Сергей Шойгуның әсәһе яғынан туғандары сығыштары менән Украинанан, Шойгу 1960 йылда Луганск өлкәһе Стаханов ҡалаһының православие сиркәүендә суҡындырыла[17])..
Армияла хеҙмәт итмәгән[18].
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1962 йылдан алып 1972 йылға саҡлы урындағы мәктәптә уҡый. 1972 йылдан 1977 йылға тиклем Сергей Шойгу Красноярск политехник институтында уҡып, инженер-төҙөүсе[19] һөнәре буйынса тамамлай.
1996 йылда РАНХиГС-та иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Социаль-иҡтисади зыянды кәметеү маҡсатында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе күҙаллау буйынса дәүләт идаралығын ойоштороу» темаһына диссертация яҡлай[19][20].
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөштәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977—1978 йй. — «Промхимстрой» тресы мастеры (Красноярск); 1978—1979 йй. — мастер, «Тувинстрой» тресы участка начальнигы (Ҡыҙыл); 1979—1984 йй. — өлкән прораб, баш инженер, «Ачинскалюминстрой» тресының СУ-36 төҙөлөш идаралығы начальнигы; с 1984—1985 йй. — «Саяналюминстрой» тресы управляющийы урынбаҫары (Саяногорск); 1985—1986 йй. — «Саянтяжстрой» тресы управляющийы (Абакан); 1986—1988 йй. — «Абаканвагонстрой» тресы управляющийы.
1988—1989 йй. — КПСС-тың Абакан ҡала комитетының икенсе секретары; 1989—1990 йй. — КПСС-тың Красноярск крайкомы инструкторы.
1990 йылда Мәскәүгә яңы эш урынына күсә. 1990—1991 йй. — РСФСР-ҙың Архитектура һәм төҙөлөш буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.
Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1991 йылдан ҡотҡарыусыларҙың Рәсәй корпусы рәйесе; РСФСР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр Дәүләт комитеты рәйесе. 1991—1994 йй. — яңы барлыҡҡа килеүсе Рәсәй Федерацияһы граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса беренсе Дәүләт комитеты рәйесе.
1992 йылда назначен заместителем главо время осетин-ингуш конфликты[21] осоронда Төньяҡ Осетия һәм Ингушетия территорияһында ваҡытлы хакимиәт башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1993—2003 йй. — БМО һәләкәтле бәлә-ҡазалар хәүефен кәметеү хеҙмәтенең халыҡ-ара ун йыллығын уҙғарыу буйынса Рәсәй Федерацияһы Милли комиссияһы рәйесе.
1994—2012 йй. — Рәсәй Федерацияһының граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министры(бер үк ваҡытта, 2000 йылдың 10 ғинуарынан 7 майға тиклем — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары). Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министры вазифаһын башҡарғанда, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күп ҡотҡарыу һәм гуманитар операцияларына етәкселек итте. Рәсәй граждандары уны рәсәй халҡының күпселеге эшмәкәрлеген хуплаған иң популяр министр тип атаны[22][23].
1996 йыл — Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Рәсәй Федерацияһы президенты Борис Ельцинды һайлау кампанияһының кураторы[24].
1996 йылдан — Рәсәй Федерацияһының именлек советы ағзаһы (2012 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Именлек Советының даими ағзаһы).
2000 йылда «Берҙәмлек» партияһын етәкләй, һуңынан «Ватан» (Юрий Лужков) һәм «Бөтә Рәсәй» (Минтимер Шәймиев) партиялары менән бергә «Берҙәм Рәсәй» партияһы тип үҙгәртелә[25].
2003 йылдың 15 октябренән башлап — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте янында Диңгеҙ коллегияһыағзаһы. 2009 йылдың ноябренән алып — Рус география йәмғиәте президенты. 2010 йылдың октябренән — Рәсәйҙең Террорға ҡаршы милли комитеты ағзаһы. 2011 йылдың июленән — Рәсәй Федерацияһында экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы. 2011 йылдың 30 июненә тиклем «НИС ГЛОНАСС» навигация эшмәкәрлеге өлкәһендә федераль селтәр операторы директорҙар советы рәйесе булды.
Губернатор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылдың 4 апрелендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәсәй президентына Шойгуны Мәскәү өлкәһе губернаторы[26] вазифаһына кандидат тип тәҡдим итә. 2012 йылдың 5 апрелендә Шойгу кандидатураһын Мәскәү өлкә думаһы[27] бер тауыштан хупланы. 2012 йылдың 11 майында, элекке губернатор Борис Громовтың вәкәләтле срогы тамамланғандан һуң, вазифа үтәй башланы[28].
Рәсәй оборона министры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылдың 6 ноябрендә отставкаға ебәрелгән Анатолий Сердюков урынына Рәсәй Федерацияһы оборона министры итеп тәғәйенләнә. Хөкүмәт рәйесе матбуғат секретары Наталья Тимакова әйтеүенсә, Шойгуны оборона министры итеп тәғәйенләргә Дмитрий Медведев[29] тәҡдим итә. Бер үк ваҡытта Рәсәй президенты ҡарамағындағы дәүләт оборона заказын үтәү һәм ҡоралландырыу буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу ведомство-ара эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Министр вазифаһына тотонғас, Шойгу үҙенән алда булған министр башлаған Рәсәй Ҡораллы Көстәре кардиналь реформаны[30] дауам итә, әммә реформаны тормошҡа ашырыу буйынса мөһим үҙгәрештәр ҙә индерә.
Хәрби әҙерлектең интенсивлығы байтаҡҡа арттырыла, күп тапҡыр (Ҡораллы Көстәрҙә эштәрҙең ысынбарлыҡ торошон асыҡлау маҡсаты менән) хәрби әҙерлекте ҡапыл тикшереү ойоштороу, Махсус операциялар көстәре булдырылды, бик күп элек ҡыуылған офицерҙар хәрби хеҙмәткә кире ҡайтарылды, хәрби медицинаныдемилитаризациялау юҡҡа сығарылды. Федерация Советының оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса Комитеты рәйесе Виктор Озеров Сергей Шойгу һәм уның командаһы Оборона министрлығына килгәндән һуң бер йыл үтеүгә, унан алда Ҡораллы Көстәрҙәге әхлаҡи климат яҡшы түгел ине, әммә «Шойгу, армия генералы, күп ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән үткән кеше, армиялағы хәлде ыңғайға үҙгәртә алды» тип билдәләне; бер йыл эсендә хәрби хәрби училищеларға һәм академияларға йыйыу 7,5 тапҡырға артты, ә башҡа хәрби кафедралары юғары уҡыу йорттарында яңы министр инициативаһы буйынса ғилми роталар (уҡып йөрөгән студенттар, уҡыуҙан айырылмайса, юғары уҡыу йортонда армия хеҙмәтен үтә ала) ойошторолдо, Рәсәйҙә кадет һәм суворов училищелары[30] һаны арта.
Шойгу башланғысы буйынса, Рәсәй арктика төбәгенең именлеген тәьмин итеү маҡсатында Арктика ғәскәретөҙөлә; йыл һайын Халыҡ-ара Армия Уйындары үткәрелә һәм армия спорты үҫешә; иң ҙур һәм берҙән-бер хәрби-патриотик «Патриот» паркы төҙөлә.
Рәсәй ҡораллы Көстәре реформаһы һөҙөмтәһе Ҡырым ваҡытында 2014 йылғы февраль-март ваҡиғаларындакүренде. РФ Оборона министрлығы (Ҡырымдағы рәсәй хәрби объекттарын һаҡлауҙы көсәйтеү маҡсатында) ярымутрауға Баш разведка идаралығының махсус подразделениеларын һәм рәсәй диңгеҙ пехотаһы көстәрен күсерә; был подразделениелар Ҡырымдағы украин частарын ҡоралһыҙландырҙы. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Ҡораллы Көстәрҙең ул ваҡыттағы хәрәкәтенә юғары баһа бирҙе. Сергей Шойгу РФ Оборона министрлығының Ҡырымдағы хәрәкәтен «тыныс халыҡҡа хәүеф һәм экстремистарҙың рәсәй хәрби инфраструктураһын ҡулға алыу ҡурҡынысы» янауы менән дәлилләне, һәм «рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәренең юғары әхлаҡ сифаттары, яҡшы әҙерлеге һәм ихтыяры арҡаһында ҡан ҡойошҡа юл ҡуйылманы», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өҫтәп шуны әйтер кәрәк: был эш-хәрәкәт барышында «Рәсәй Федерацияһы украина яғы менән ике яҡлы килешеүҙе, шулай уҡ халыҡ-ара йөкләмәләрҙе боҙманы»
2019 йылдың октябренән —Хәрби-төҙөлөш компанияһының[31] күҙәтеү советы башлығы.
2020 йылдың 21 ғинуарында хөкүмәт составына инде.
На юбилее Советтар Союзы Маршалы Язов, Дмитрий Тимофеевичтың юбилейында, 2014 йыл, 8 ноябрь |
С.К. Шойгу үҙенең урынбаҫарҙары менән «Патриот» паркында, 2015 йыл, 16 июнь |
Көнсығыш хәрби округы ғәскәрҙәрен тикшергәндә Владимир Владимирович Путин менән, 2013 йыл | Рәсәй Федерацияһы Оборона министры С. К. Шойгу. Хмеймим авиабазаһы, Сүриә. 2016 йыл, 18 июнь |
Рәсәй Федерацияһы Оборона министры С. К. Шойгу. Ҡыҙыл ҡалаһы, Тыва Республикаһы. 2015 йыл, 21 май |
2015 йылдың 30 сентябренән Рәсәй Сүриәлә хәрби операция үткәрә. Операцияны Рәсәй Хәрби Диңгеҙ Флоты менән берлектә 2015 йылдың 1 авгусында булдырылған Һауа-космос көстәре тормошҡа ашыра. 2015 йылдың 7 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочи ҡалаһында үткән Шойгу менән осрашыуы ваҡытында, операцияның тәүге аҙнаһына йомғаҡ яһап, РФ Оборона Министрлығы эшен: дөйөм алғанда министрлыҡтың эшен дә, бирелгән сәпкә һауанан һөжүм итеүсе Сүриәлә урынлашҡан рәсәй авиатөркөмө лётчиктарының хәрби операцияларын һәм Каспий диңгеҙе акваторияһынан «Калибр» ҡанатлы ракеталарҙан мәргән атыусы Каспий флотилияһы моряктарының хеҙмәтен дә[32][33][34] тағы ыңғай баһаланы.
2015 йылға Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре хәрби ҡеүәте буйынса донъяла икенсе урынға сыға[35][36][37].
Йәмәғәт фекере мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Оборона министры армия генерал Сергей Шойгу — рәсәй Хөкүмәте министрҙарының хеҙмәтен баһалау буйынса ла 2013 йылдан бирле лидер булып ҡала
2020 йылдың 21 ғинуарынан, Медведев хөкүмәте отставкаға сыҡҡандан һуң, Михаил Мишустин кабинетында оборона министры вазифаһына яңынан тәғәйенләнгән.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылда оборона министрының 2017 йылдың 24 апрелендә ҡабул ителгән йәшерен «Об утверждении перечня воинских должностей подлежащих замещению солдатами …» бойороғо менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы контракт буйынса түбәндәге хәрби вазифаларға: уҡсы, снайпер, сапёр, водитель, механик, танкист тәғәйенләүҙе тыйҙы. «Ҡатын-ҡыҙ вакансияһы» юҡлығын күрһәтеп, 2018 йылда Тольятти ҡалаһынан биш ҡыҙ, Израиль һәм Норвегияның (унда ҡатын-ҡыҙҙар сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырыла) халыҡ-ара тәжрибәһенә һылтанып, Рәсәй Конституцияһының, енес айырымлыҡтарына ҡарамай, тигеҙ хоҡуҡ һәм шәхси азатлыҡ иғлан иткән 19-сы статьяһын боҙоуҙа ғәйепләп, оборона министрының һәм Рәсәй гвардияһы директорының бойороҡтарына судта дәғүә белдерҙе. Яуап биреүсе булып Рәсәй Оборона министрлығы һәм Росгвардия сығыш яһаны. Ҡыҙҙарҙың суд «марш-бросок» яһауы федераль телеканалдарҙа: НТВ, 5-се канал, 360, Мир, яҡтыртылды. Әммә беренсе инстанция суды, истецтарҙың юғары белеме булмауына һылтанып, бойороҡтарға дәғүә белдереүҙе кире ҡаҡты. Ҡыҙҙар үҙҙәре судтың яуабын агрессив феминизм[38] тип атаны.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары
- «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме — экстремаль ситуацияла хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн (20 сентября 1999)
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены, ҡылыстары менән хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырдығы өсөн (2014)[39]
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (21 май, 2020)[40]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (28 декабрь, 2010) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн[41]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (21 май, 2005) — граждандар оборонаһын нығытыуға индергән ҙур өлөшө һәм һәләкәттәрҙе булдырмау һәм эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡаҙаныштары өсөн
- Александр Невский ордены (2014)
- Почёт ордены (2009) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары һәм Рәсәй Федерацияһының граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазаларҙан халыҡты һәм территорияларҙы һаҡлау системаһын камиллаштырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн[42]
- «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены (февраль, 1994)
- «Ирекле Рәсәй һаҡсыһына» миҙалы (март, 1993)
- «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» миҙалы (2005)
- «Мәскәүгә 850 йыл иҫтәлегенә» миҙалы
- «Санкт-Петербургҡа 300 йыл иҫтәлегенә» миҙалы (2003)
- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» почётлы исеме (18 мая 2000) — афәттәр, һәләкәттәр һәм стихиялы хәлдәрҙе булдырмау һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн[43]
- «Ҡаҙанға 1000 йыл иҫтәлегенә» миҙалы (август, 2005)
Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте рәхмәттәре
- Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәттәре (1993, 1996, 1999 (2), 2000. 2005)
Наградалары һәм исемле ҡоралы
- Исемле 9-мм Ярыгин 6П35 пистолеты -РФ Хөкүмәтенән «Дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2008)[44]
Рәсәй федерацияһы субъекттары наградалары
- Мәскәү өлкәһенең Почётлы гражданины (2020)
- Тыва Республикаһының Почётлы гражданины (2015)
- Хакасия Республикаһының Почётлы гражданины (2015)
- Тыва Республикаһы ордены
- 1 дәрәжә «Буян-Бадыргы» ордены (Тыва Республикаһы ордены, 2012) — Тываның социаль-иҡтисади үҫешенә айырым өлөшө өсөн
- «Хакасия алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (10 сентября 2007)
- Почётлы ҡырымлы (2014)
- 1 дәрәжә «Алтай крайы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (Алтай крайы, 2011)
- «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (Ингушетия, 2007)
- «Мәскәү өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (24 декабрь, 2007)
- «Осетия Даны өсөн» (Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһы миҙалы, 2005)
- Кемерово өлкәһенең Почётлы гражданины (2005)
- «Ставрополье крайы алдындағы ҡаҙныштары өсөн» миҙалы (ғинуар, 2003)
- Саха (Якутия) Республикаһының Почётлы гражданины (2001)
- «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн» ордены (Ҡырым) (20 май, 2015 йыл)
Ведомство наградалары
- «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» миҙалы (1995)
- «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» миҙалы (2009)
- «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» миҙалы (ФАПСИ)
- «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» миҙалы (ФПС)
- «Кавказдағы хеҙмәте өсөн» билдәһе (ФПС)
- «Оборона минстрлығына 200 йыл» миҙалы[45]
- «Ҡырымды ҡайтарғаны өсөн» миҙалы[46]
- «Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөргән өсөн» миҙалы
- «Ғәҙәттән тыш гуманитар операцияларҙа ҡатнашыусыға» миҙалы
- «Милли именлекте тәьмин иткән өсөн» миҙалы
Сит ил наградалары
- «Данакер» ордены (Ҡырғыҙстан, 21 май, 2002 йыл)
- «Данк» миҙалы (Ҡырғыҙстан, 22 ғинуар, 1997 йыл)
- Ҡаҙаныштар орденының Ҙур Тәреһе (Мальта ордены, 5 июль, 2012 йыл)
- I дәрәжә Серб флагы ордены (июль, 2012 йыл)
- «Милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» ордены (Венесуэла, 11 февраль, 2015 йыл)
- «Никарагуа Армияһының Ҙур Тәреһе» миҙалы (Никарагуа, 12 февраля 2015 года) — за заслуги перед народом республики
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия, 18 октябрь, 2018 йыл)
- «Достук» ордены (Ҡырғыҙстан, 22 февраль, 2020 йыл)
Йәмәғәт наградалары
- 1997 йылғы Андрей Первозванный Премияһы лауреаты
- 1998 йылғы «Своя колея» Владимир Высоцкий Премияһы лауреаты
- 1999 йылғы Бөйөк Петр исемендәге Милли йәмәғәт премияһы лауреаты [47]
Академик дәрәжәләре
- Рәсәй Федерацияһының Сифат проблемалары Академияһы, Экологик хәүефһеҙлек Халыҡ-ара академияһы, Рәсәй һәм Халыҡ-ара инженер академиялары академигы.
- Рәсәй МЧС-ының Янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәте Академияһының Почётлы докторы.
- Сербия Оборона министрлығы Оборона университетының Почётлы докторы (2020).
Топонимикала
- Тыва Республикаһының Чадан ҡалаһы урамы Шойгу исемен йөрөтә.
- Шагонар ҡалаһында Генерал Шойгу поспекты (Тыва Республикаһы).
Хәрби исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1977 — запастағы лейтенант (Красноярск политехник институтының хәрби кафедраһында уҡыған).
- 1993 — генерал-майор (26 апрель)[48].
- 1995 — генерал-лейтенант (5 май)[49].
- 1998 — генерал-полковник (8 декабрь)[50].
- 2003 — армия генералы (7 май).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Кужугет Серэевич Шойгу (24.09.1921—01.12.2010) (тыумыштан Кужугет Шойгу Серээ оғлу) район гәзите редакторы, артабан партия-совет органдарында эшләй, КПСС-тың Тыва өлкә комитеты секретары, Тыва АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Тыва дәүләт архивын етәкләгән һәм алты йыл тыва телендә нәшер ителгән «Шын» («Правда») гәзитен етәкләгән, «Время и люди», «Перо чёрного грифа» (2001), «Танну-Тыва: страна озёр и голубых рек» (2004) повестары авторы.
- Әсәһе — Александра Яковлевна Шойгу, ҡыҙ фамилияһы — Кудрявцева (08.11.1924—12.11.2011). Орёл ҡалаһы янындағы Яковлево ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғаиләһе менән Украинаға — Кадиевкағ, хәҙерге Луганск өлкәһе Стаханов ҡалаһына күскән. Зоотехник, Тыва Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1979 й. тиклем — Тыва Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының план бүлеге начальнигы, бер нисә тапҡыр Тыва АССР-ы Юғары СОветы депутаты итеп һайланған.
- Ҡатыны — Ирина Александровна Шойгу (Антипина), «Экспо-ЭМ» компанияһы президенты[51].
- Өлкән ҡыҙы — Юлия Сергеевна Шойгу (1977) — Рәсәй МЧС-ы тиҙ психологик ярҙам Үҙәге директоры[52].
- Кесе ҡыҙы — Ксения Сергеевна Шойгу (1991).
- Өлкән апаһы — Лариса Кужугетовна Шойгу, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 5,6, 7 саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты.
- Һеңлеһе — Ирина Кужугетовна Захарова (Шойгу, 1960) — врач-психиатр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитрий Глуховскийҙың «Эңер» китабында «Сергей Кочубеевич Шайбу» исеме менән бирелгән, «МЧС етәксеһе».
- Тыва дәүләт университеты хеҙмәткәре Айбек Соскал «О Буга тур Шойгу» эпосын ижад иткән, һәм элек МЧС башлығы вазифаһын биләгән Мәскәү өлкәһе губернаторы Сергей Шойгу төп геройҙың прообразы булып тора. Эпостың тексы «Тәңре» Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр фонды сайтында баҫтырылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #131337076 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://eur-lex.europa.eu/legal-content/FR/TXT/PDF/?uri=OJ:L:2022:042I:FULL&from=FR — Б. 7.
- ↑ Sergej Schojgu // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ https://meduza.io/news/2023/06/08/soratniki-navalnogo-rasskazali-o-predpolagaemom-vnebrachnom-syne-shoygu-on-stroit-muzykalnuyu-karieru-i-sdaet-ofisy-v-tsentre-moskvy
- ↑ Sergei Shoigu // Senior Russian Government Officials (ингл.)
- ↑ https://www.ft.com/content/641cf6f1-69dd-4b0c-af45-0fb2d0f4e80c
- ↑ https://pestisracok.hu/lavrov-es-sojgu-fogja-vezetni-az-egyseges-oroszorszag-jeloltlistajat-az-orosz-parlamenti-valasztason/
- ↑ The Man Behind Putin’s Military | Foreign Affairs
- ↑ Знаменитые болельщики «Спартака» (урыҫ) // РИА Новости — Россия сегодня, 2010.
- ↑ «Кстати, в самой фамилии, кто не знает, ударение следует ставить на второй слог» — см. Шойгу разменял полтинник — Российская газета, 20.05.2005.
- ↑ В.Путин подписал указ о составе нового правительства . Дата обращения: 21 май 2012. Архивировано 23 май 2012 года. 2012 йыл 23 май архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11.05.2012 № 616 «О Шойгу С. К.»(недоступная ссылка)
- ↑ Слоган и дело . Коммерсантъ. — «Представители номенклатуры, которым в предыдущих трёх созывах так и не удалось получить большинство в Думе, в этот раз объединились в партию "Единая Россия" и всерьёз боролись за победу. "Вместе с президентом", "Сильная Россия — Единая Россия", "Возьмём власть — ответим делом!" — обещали с агитматериалов глава высшего совета новой партии Борис Грызлов и её основатели Сергей Шойгу, Юрий Лужков и Минтимер Шаймиев.» Дата обращения: 15 сентябрь 2016.
- ↑ Шойгу Сергей Кужугетович . ФедералПресс. Дата обращения: 15 сентябрь 2016.
- ↑ Генерал нашей армии . Новая газета. Дата обращения: 24 октябрь 2017.
- ↑ В Москве прощаются с Александрой Шойгу(недоступная ссылка)
- ↑ Шойгу рассказал о своих украинских корнях
- ↑ Валерий Ширяев. Генерал нашей армии . Новая газета (10 август 2015). Дата обращения: 24 октябрь 2017.
- ↑ 19,0 19,1 Министр обороны . Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 23 декабрь 2014.
- ↑ Организация государственного управления при прогнозировании чрезвычайных ситуаций в целях уменьшения социально-экономического ущерба (на примере землетрясений) . Электронный журнал «Новые исследования Тувы». Дата обращения: 23 декабрь 2014.
- ↑ Справка об обстоятельствах возникновения осетино-ингушского вооружённого конфликта, его развития и роли в нём федеральных органов власти и управления . Дата обращения: 16 февраль 2010. Архивировано 25 февраль 2010 года. 2010 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Назван самый популярный министр России — Социология
- ↑ Шойгу, Лавров и Иванов — самые популярные в народе российские министры | РИА Новости
- ↑ Шойгу Сергей Кужугетович на сайте panorama.ru
- ↑ Lenta.ru: В России: партию «Единство» возглавил Сергей Шойгу 2015 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ Медведев предложил Шойгу в губернаторы Подмосковья
- ↑ Мособлдума утвердила кандидатуру С. Шойгу на пост губернатора Московской области(недоступная ссылка)
- ↑ Шойгу вступил в должность губернатора Подмосковья
- ↑ Шойгу стал главой Минобороны по рекомендации Медведева
- ↑ 30,0 30,1 Осипов, Сергей. 365 дней службы. 10 шагов, за которые Вооружённые силы благодарны Сергею Шойгу // Аргументы и факты. — 2013. — № 45 (1722) за 6 ноября. — С. 11.
- ↑ Шойгу возглавил набсовет Военно-строительной компании
- ↑ Встреча с главой Минобороны Сергеем Шойгу . // Официальный сайт Президента России (7 октябрь 2015). Дата обращения: 8 октябрь 2015.
- ↑ Крылатый «Калибр» против терроризма — ракетные удары кораблей Каспийской флотилии по объектам ИГИЛ . // Официальный сайт «Первого канала» (7 октябрь 2015). Дата обращения: 7 октябрь 2015.
- ↑ Зеленодольские корабли нанесли удары по ИГИЛ из Каспийского моря . // БИЗНЕС Online. Деловая электронная газета Республики Татарстан (7 октябрь 2015). Дата обращения: 7 октябрь 2015. 2019 йыл 3 май архивланған.
- ↑ Россия вошла в тройку сильнейших военных держав мира, Украина — 21-я . НТВ. Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ The 35 Most Powerful Militaries In The World . Business Insider. Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ Global Firepower Index . Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ «Хочу стрелять!»: в Самарской области женщины судятся за право служить в армии . 63.ru (22 август 2018). Дата обращения: 7 апрель 2020.
- ↑ Кремль заказал высшую награду за военные заслуги ценой 1 млн руб. РБК (20 март 2015). Дата обращения: 20 май 2015.
- ↑ Поздравление Сергею Шойгу с Днём рождения . Президент России. Дата обращения: 21 май 2020.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 декабря 2010 года № 1629 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Шойгу С. К.» Дата обращения: 10 февраль 2011. 2014 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ Шойгу награждён орденом Почёта . Дата обращения: 11 февраль 2009. 2014 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18 мая 2000 года № 888 «О присвоении почётного звания „Заслуженный спасатель Российской Федерации“ генерал-полковнику Шойгу С. К.» // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 28 май 2016.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 29 декабря 2008 года № 2013-р «О награждении именным боевым короткоствольным ручным стрелковым оружием Шойгу С. К.» Дата обращения: 21 июнь 2009. Архивировано 6 август 2014 года. 2014 йыл 6 август архивланған.
- ↑ Фото с подготовки к параду 7 мая (7 май 2014). — «2-й ряд третья с конца». 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Фото с подготовки к параду 7 мая (7 май 2014). — «2-й ряд предпоследняя». 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Состав Совета Безопасности Российской Федерации: Шойгу Сергей Кужугетович . Дата обращения: 19 декабрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года. 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26.04.1993 г. № 565 (рус.), Президент России. 12 август 2018 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 05.05.1995 г. № 469 (рус.), Президент России. 12 август 2018 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 08.12.1998 г. № 1546 (рус.), Президент России. 12 август 2018 тикшерелгән.
- ↑ Щёголев К. А. Кто есть кто в России. Исполнительная власть. Кто правит Россией. — М., Астрель: АСТ, 2007. — С. 536. — ISBN 978-5-17-047056-3.
- ↑ «Власть», «Родня во власти», 24 сентября 2007 . Дата обращения: 26 сентябрь 2007.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шойгу Сергей Кужугетович // Кто есть кто в России и в ближнем зарубежье: Справочник. — М.: Издат. дом «Новое время», «Всё для Вас», 1993. — ISBN 5-86564-033-X. — С. 740—742.
- Шойгу Сергей Кужугетович // Щёголев К. А. Кто есть кто в России. Исполнительная власть. Кто правит Россией. — М.: Астрель; АСТ, 2007. — ISBN 978-5-17-047056-3. — С. 525—526.
- Шойгу Сергей Кужугетович . «Герои страны» сайты.
- Шойгу, Сергей — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Биография на официальном сайте Министерства обороны России.
- Биография на официальном сайте Правительства России.
- Биография 2012 йыл 11 апрель архивланған. на официальном сайте ИТАР-ТАСС.
- Сергей Шойгу, председатель Госкомитета по чрезвычайным ситуациям: «Мысли об отставке мне спать не мешают», интервью 1992 года.
- Сергей Шойгу на Форуме Министерства обороны Российской Федерации.
- Сергей Шойгу: «Откосить никому не позволю». Интервью газете «Городские новости», 2014.
Элек эшләүсе: Комарицын Анатолий Александрович |
12-й Президент Русского географического общества с 2009 года |
Алмашҡа килеүсе: — |
- 21 майҙа тыуғандар
- 1955 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Почёт ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Геройҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- «За укрепление боевого содружества» (Рәсәй оборона министрлығы) миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары (Монголия)
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- КПСС ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- I дәрәжә изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) кавалерҙары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары