Эстәлеккә күсергә

Әшит ҡала округы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Эске бүленеш {{{ Эске бүленеш }}}
Әшит ҡала округы
БайраҡГерб
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәк Ачит[d][2]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Халыҡ һаны 13 837 кеше (2023)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 283 метр
Майҙан 2071,6 км²
Рәсми сайт achit-adm.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
 Әшит ҡала округы Викимилектә

Әшит ҡала округыРәсәйҙең Свердловск өлкәһенең муниципаль берәмеге. Көнбайыш идара итеү округына ҡарай

Административ үҙәге — Әшит ҡала тибындағы ҡасаба (эшселәр ҡасабаһы).

Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо күҙлегенән ҡарағанда ҡала округы Әшит районы административ-территориаль берәмеге сиктәрендә урынлашҡан[4]

Географик мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала округы өлкәнең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Өфө яйлаһының ҡалҡыу тигеҙлеге һәм Урал алды сиктәрендә урынлашҡан. Округ территорияһы 2076 квадрат метр тәшкил итә. Пермь өлкәһе, Красноуфимск округы, Әртә ҡала округы, Түбәнге Серге районы һәм Староуткинск ҡала округы менән сиктәш.

Район Өфө яйлаһының ҡалҡыу тигеҙлеге һәм Урал алды сиктәрендә урынлашҡан. Абсолют бейеклеге: 300-400 метр. Тектоникаһына Рус платформаһы, Герцин йыйырсыҡтары хас. Файҙалы ҡаҙылмалары: тәбиғи газ, нефть (бик аҙ). Торф, балсыҡ, ҡом-ҡырсын материалдары ятҡылыҡтары.

Климат бүлкәте — уртаса, климат өлкәһе — уртаса континенталь; ғинуарҙың уртаса температураһы: −16º С; июлдә уртаса температура : +17ºС; яуым-төшөм: йылына 500-600 мм; kувл > 1.

Әшит районы буйынса Өфө йылғаһы аға.

Тупрағы

Һоро урман; кәҫле-көлһыу; аллювиаль; тау-урманлы һоро; ҡара тупрағы көлһыу һәм һелтеле.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

Тәбиғәт зоналары — төньяҡ урман.

Фаунаһы
Флораһы

Урмандар: урта һәм көньяҡ-тайга ҡарағайҙары менән шыршылар һәм йәшеллекә бай ҡарағас-ҡарағай менән үлән. Тигеҙлегендә һаҙлыҡлы ҡарағай урмандары.

Ауыл хужалығы ерҙәре болондар һәм дала болондарын биләй.

Әшит районы 1924 йылдың 27 февралендә Урал өлкәһенең Көнгөр округы составында ойошторола. Тәүҙә район 13 ауыл Советын үҙ эсенә ала: Афанасьев, Әшит, Березов, Быков, Үрге Ирген, Үрге Тисин, Кошаев, Конев, Судницин, Тюшин, Утин, Һатлыҡ, Ялым. 1932 йылдың 1 ғинуарында Әшит районы бөтөрөлә һәм Красноуфимск районы составына индерелә.

1935 йылдың 25 ғинуарында Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән Әшит районы Свердловск өлкәһесоставында яңынан тергеҙелә һәм Артемейков, Афанасьев, Әшит, Березов, Быков, Верхнепотам, Верхнесаинск, Ғәйнә, Зуев (Сажин), Кленов, Корзунов, Урыҫ-Потамский, Судницин, Тюшин, Утин һәм Ялым ауыл советтарын үҙ эсенә ала. 1936 йылда Березов ауыл Советы Шалы районына тапшырыла. Шул уҡ йылда Малоуткин һәм Өфө ауыл советтары ойошторола, ә Ғәйнә ауыл Советы бөтөрөлә. 1939 йылда Артемейков һәм Верхнепотам ауыл советтары бөтөрөлә.

1945 йылдың Кленов һәм Зуевский ауыл советтары Әшит районынан алып яңы ойошторолған Бисерт районы составына индерелә.

1954 йылда Судницин ауыл Советы Өфө ауыл Советы тип атала башлай. 1957 йылда Манчаж районынан Үрге Арый ауыл Советы Әшит районына тапшырыла. 1958 йылда Ялым ауыл Советы Зарин ауыл Советы тип атала башлай.

1960 йылда Үрге Арый ауыл Советы Арый ауыл Советы тип кенә атала. 1961 йылда Арый ауыл Советы Манчаж районына тапшырыла. 1963 йылдың 1 февраленән 1966 йылдың 30 декабренә тиклем Әшит районы бөтөрөлә, уның территорияһы Красноуфимск районы составына инә. Ҡайтанан тергеҙелгән район составына Арый, Афанасьев, Әшит, Бакряж, Зарин, Каргин, Ключевская, Корзунов, Урыҫ-Потамский, Судницин, Тюшин һәм Утин/Әшит ауыл советтары инә. 1968 йылда Әшит эшселәр ҡасабаһы статусын ала.

1975 йылда Утин ауыл Советына Оло Утин исеме бирелә. 1977 йылда Судницын ауыл Советы бөтөрөлә һәм Үрге Тисин ауыл Советы ойошторола[5].

1996 йылда Әшит районы «Әшит районы» муниципаль берәмеге тип үҙгәртелә. Әшит районы хакимиәте «Әшит районы» муниципаль берәмеге хакимиәте тип атала.

2004 йылдың 12 октябрендә Әшит районына ҡала округы статусы бирелә[6].

2005 йылда яңы Устав ҡабул ителә һәм 2006 йылдың 1 ғинуарынан муниципаль берәмек Әшит ҡала округы тип атала[7].

Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо сиктәрендә Әшит районы административ-территориаль берәмеге йәшәүен дауам итә.[4]

2016 йылдың 15 февралендә Әшит район суды бөтөрөлә[8].

Халыҡ иҫәбе
2002[9]2009[10]2010[11]2011[12]2012[13]2013[14]2014[15]
19 13217 49416 80716 76016 58916 46516 345
2015[16]2016[17]
16 25616 143

Урыҫтар, мариҙар, татарҙар, украиндар, башҡорттар.

Ҡала округы һәм район составына 53 тораҡ пункты инә. Ҡала округында улар урындағы хакимиәттең 11 (2012 йылға тиклем 13) территориаль органдары — территориаль идаралыҡтарына административ буйһоноулы. 2017 йылдың 1 октябренә тиклем районға 11 административ-территориаль берәмек (1 эшселәр ҡасабаһы һәм 10 ауыл Советы) инә[4][18]. 2010 йылдың 15 июленән район биләмәһендә Ольховка ауыл тораҡ пункты ойошторола.Невозможно определить количество столбцов

Бөтөрөлгән тораҡ пункттары
  • Өлкә башҡарма комитетының 1972 йылдың 11 октябрҙәге 778-се ҡарарына ярашлы түбәндә атап үтелгән тораҡ пункттары бөтөрөлә: Арый ауыл Советының Марков ауылы; Афанасьев ауыл Советының Үрге Сарга ҡасабаһы һәм Вязовка, Зеленин, Селищевауылдары; Каргинский ауыл Советы Журавлевка ауылы; Урыҫ-Потамский ауыл Советының Сосновка һәм Усть-Сарга ауылдары-; Утин ауыл Советының Үрге Ута һәм Юр ауылдары.
  • 2001 йылдың 27 ноябрендә бөтөрөлгән ауыл Үрге Бисерьт-Ут һәм Горбунов ауылдары бөтөрөлә[24].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Археологик ҡомартҡы — Каргин ауылы янында боронғо Кирчигал ауылы эҙҙәре.

Ауыл хужалығы ерҙәре дөйөм майҙандың 35 проценттан ашыу өлөгүшөн тәшкил итә.

  • Ашит
  • Русский Потам
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ)Росстат, 2023.
  4. 4,0 4,1 4,2 Список административно-территориальных единиц и населённых пунктов Свердловской области (приказ от 11 января 2016 года N 8-П, Министерство строительства и развития инфраструктуры Свердловской области)
  5. Государственный Архив Свердловской Области
  6. Об установлении границ муниципального образования Ачитский район и наделении его статусом городского округа
  7. Устав Ачитского городского округа
  8. О создании и упразднении некоторых районных, городских судов Свердловской области и образовании постоянных судебных присутствий в составе некоторых районных судов Свердловской области, Федеральный закон от 15 февраля 2016 года №9-ФЗ. docs.cntd.ru. Дата обращения: 9 март 2019.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  10. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 11,10 11,11 11,12 11,13 11,14 11,15 11,16 11,17 11,18 11,19 11,20 11,21 11,22 11,23 11,24 11,25 11,26 11,27 11,28 11,29 11,30 11,31 11,32 11,33 11,34 11,35 11,36 11,37 11,38 11,39 11,40 11,41 11,42 11,43 11,44 11,45 11,46 11,47 11,48 11,49 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  12. Свердловская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2014 годов
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  17. Предварительная оценка численности населения Свердловской области по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 28 ғинуар 2016. Архивировано 28 ғинуар 2016 года.
  18. Паспорт Ачитского городского округа. 2013 год
  19. Әшит > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  20. Давыдкова (Әшит ҡала округы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  21. Заря (Әшит ҡала округы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  22. Зобнина (Әшит ҡала округы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  23. 23,0 23,1 О мерах по реализации закона Свердловской области «Об административно-территориальном устройстве Свердловской области», Закон Свердловской области от 13 апреля 2017 года №35-ОЗ (13 апрель 2017). Дата обращения: 22 октябрь 2020. Архивировано 27 март 2019 года.
  24. Об упразднении отдельных населенных пунктов в Свердловской области, Закон Свердловской области от 28 ноября 2001 года №64-ОЗ. docs.cntd.ru. Дата обращения: 19 март 2018.

Ҡалып:Әшит ҡала окургының тораҡ пункттары