Эстәлеккә күсергә

Айҙарәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айдарали битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Айҙарәле
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°22′54″ с. ш. 55°01′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 805 001

ОКТМО коды

80 648 405 101

ГКГН номеры

0523902

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Айҙарәле (Рәсәй)
Айҙарәле
Айҙарәле
Айҙарәле (Башҡортостан Республикаһы)
Айҙарәле

Айҙарәле (рус. Айдарали) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 711 кеше булған[1]. Почта индексы — 453190, ОКАТО коды — 80248805001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 711 345 366 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, Сәйет биҫтәһенең сауҙагәр татарҙары 1751 йылда нигеҙ һалғанлығы билдәле. 1865 йылда 72 йортта 400 кеше иҫәптә торған. Халыҡ игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауылда мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мөгәзәй теркәлгән. 20 быуаттың 30‑сы йылдарында Айҙарәле Яңы Айҙарәле һәм Тәтербаш-Ибрай ауылдары (икеһе лә — Айҙарәленең бүлендек ауылдары) менән хәҙерге исемен йөрөткән бер ауылға ҡушылған. Ауыл Тәтер йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920—764; 1939—1150; 1959—1114; 1989—777; 2002—833; 2010—711 кеше иҫәпләнгән. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[2].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]