Эстәлеккә күсергә

Анд тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андтар
Андтар
Андтар
Характеристикалар
Майҙаны3 300 000 км²
Оҙонлоғо9000 км
Киңлеге500 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеАконкагуа 
Урынлашыуы
32°39′10″ ю. ш. 70°00′40″ з. д.HGЯO
Көньяҡ Америка
Красная точка
Андтар
 Анд тауҙары Викимилектә

А́нд, Анд Кордилье́раһы (исп. Andes; Cordillera de los Andes) — Ерҙәге иң оҙон (9000 км)[1] һәм иң бейек тауҙарҙың береһе (Аконкагуа тауы 6962 м)[2] ул Көньяҡ Американы төньяҡтан һәм көнбайыштан ҡаймалап тора. Кордильер тауҙарының көньяҡ өлөшө. Урыны менән уның киңлеге 500 км ашыуыраҡҡа барып етә (иң киң урындары Үҙәк Андта 750 км-ғаса м 18° һәм 20° көньяҡ киңлек арауығында)[3]. Уртаса бейеклеге — 4000 м тирәһе.

Анд океан-ара эре һыу айырғыс булып тора. Андтан көнсығышҡа Атлантик океан бассейны һыу ятҡылыҡтары, йылғалары аға (Андта Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары Ориноко, Парагвай, Парана , Магдалена һәм Патагония), көнбайыш һыу бассейны йылғалары (Тымыҡ океанға ҡойоусы) оҙон булмаған йылғалар баш ала. Анд Көньяҡ Америка өсөн көнбайыштан Атлантик океандан көнсығыштан Тымыҡ океандан климатик кәртә булып торалар. Тауҙар 5 климатик бүлкәттә ята (экваториаль, субэкваториаль, тропик, субтропик һәм уртаса). Шуға ла көнбайыш һәм көнсығыш итәктәрендә дымлылыҡ контрастлығы ныҡ айырыла. Андтың бик оҙон булыуы арҡаһында, айырым төбәктәрҙә ландшафтар ныҡ айырыла. Рельеф характеры һәм башҡа тәбиғи айырмалыҡтар буйынса өс төбәккә бүленә — Төньяҡ, Үҙәк һәм Көньяҡ Анд.

Анд тауҙары ете дәүләт, Венесуэла, Колумбия, Эквадор, Перу, Боливия, Чили һәм Аргентина биләмәләре буйынса һуҙылған.

Рельеф формаһы, Сальта (Аргентина).

Италия тарихсыһы Джованни Анелло Оливаның (1631 й.) мәғлүмәттәре буйынса Европа баҫҡынсылары тәүҙә «Анд йәки Кордильера» («Andes, o cordilleras») тип ул ваҡытта көнсығышын ғына аталған, ә көнбайышы "сьерра" («sierra») тип йөрөтөлгән[4]. Ғилми консенсус буйынса атамаһы кечуа телендәге анти (бейек тау, һырт) һүҙенән алынған. Шулай уҡ башҡа фекерҙәр ҙә бар.

Геологик төҙөлөшө һәм рельефы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анд тауҙары — Анд (Колдильера) геосинклиналь йыйырсыҡлы өлкә тип аталған ерҙә яңыса күтәрелгән тау һырттары менән «яңынан яһалған тауҙар» ; Анд тауҙары — планетала иң ҙур альп йыйырсыҡлы системаларҙың береһе (палеозой һәм өлөшләтә Байкал йыйырсыҡлығы фундаментында). Андтарҙың формалашыуы юра заманына ҡарай. Анд тау системаһына триас осоронда барлыҡҡа килгән трогтар хас, артабан улар байтаҡ ҡеүәтле ултырма һәм вулканоген тоҡомдар ҡатламдары менән тулалар. Төп Кордильераның һәм Чили ярҙарының, Перуҙағы Яр буйы Кордильераһының ҙур массивтары — аҡбур дәүеренең гранитоид интрузиялары. Палеоген һәм неоген заманында тау араһындағы һәм сиктәге бөгөлдәр (Альтиплано, Маракайбо һ. б.) барлыҡҡа килә. Сейсмик һәм вулкан әүҙемлеге менән оҙатылған тектоник хәрәкәттәр беҙҙең заманда ла дауам итә. Был Көньяҡ Американың Тымыҡ океан яры буйында субдукция зонаһы булыуы менән бәйле: Наска һәм Антарктида плиталары Көньяҡ Америка плитаһы аҫтына төшәләр, был тауҙар барлыҡҡа килеү процестарын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Көньяҡ Американың көньяҡ сик өлөшө, Утлы Ер ҙур булмаған Скоша плитаһынан трансформ һынылышы менән айырыла. Дрейк боғаҙынан ситтә Анд тауҙары Антарктида ярымутрауы тауҙары дауам итә.

Анд тауҙары башлыса төҫлө металдар рудаларына (ванадий, вольфрам, висмут, аҡ ҡурғаш, ҡара ҡурғаш, молибден, цинк, мышаяҡ, һөрмә һ.б.) бай; ятҡылыҡтар башлыса көнсығыш Андтың палеозой ҡоролмаларында һәм боронғо вулкан ауыҙҙары менән сикләнгән; Чили территорияһында — эре баҡыр ятҡылыҡтары. Алғы һәм тау янындағы бөгөлдәрендә нефть һәм газ (Венесуэла, Перу, Боливия, Аргентина сиктәрендә Анд тауҙары итәгендә), ашалған ҡабыҡтарҙа бокситтар урынлашҡан. Анд тауҙарында шулай уҡ тимер ятҡылыҡтары (Боливияла), натрий селитраһы (Чилиҙа), алтын, платина һәм изумруд (Колумбияла) бар.

Анд тауҙары башлыса меридиональ параллель һырттарҙан тора: Андтың Көнсығыш Кордильерҙары, Андтың Үҙәк Кордильералары, Андтың Көнбайыш Кордильералары, Яр буйы Колдильералары, улар араһында эске яҫы таулыҡ һәм яйлаһы (Пуна, Альтиплано — Боливияла һәм Перула) йәки уйпаттар. Тау системаһының киңлеге башлыса 200-300 км.

Венесуэлалағы Боливар сусағы

Андтың үҙәк системаһы меридианаль йүнәлештә йәнәш һырттар, һөҙәк итәктәр һәм уйпаттар, сөңгөлдәр менән һуҙылған. Кариб Анды ғына Венесуэла биләмәһендә.

Төньяҡ-көнбайыш Анд орсоҡ һымаҡ, төньяҡта 12° төньяҡ киңлектә төп өс Кордильер — Көнсығыш, Үҙәк һәм Көнбайыш. Улар барыһы ла бейек, текә һәм баҫҡыс һымаҡ ҡаялы төҙөлөш формаһы алған. Сөңгөлдәрҙә Магдалена һәм Каука — Патия йылғалары туғайлыҡтары.

Көнсығыш Кордильераның төньяҡ-көнсығыш өлөшө иң бейеге һанала (Ритакува тауы, 5493 м); Көнсығыш Кордильера үҙәгендә — боронғо күл яйлаһы (өҫтөнлөклө бейеклектәр — 2,5 — 2,7 мең метр); Көнсығыш Кордильераһына ҙур тигеҙләнеү ер өҫтө хас. Бейек тауҙарҙа боҙлоҡтар бар. Төньяҡта Көнсығыш Кордильераны Кордильера-де-Мерида һырты (иң бейек нөктәһе — Боливар тауы, 5007 м) һәм Сьерра-де-Периджа (бейеклеге 3540 м тиклемгә етә) дауам итә; был һырттар араһындағы киң уйпатта Маракайбо күле ята. Алыҫ төньяҡта Сьерра-Невада-де-Санта-Марта тау массивы бар, бейеклеге 5800 метрға тиклем етә (Кристобаль-Колон тауы).

Магдалена йылғаһы үҙәне Көнсығыш Кордильераны сағыштырмаса тар һәм бейек Үҙәктән айыра; Үҙәк Кордильерала (бигерәк тә уның көньяҡ өлөшөндә) вулкандар күп (Уила, 5750 м; Руис, 5400 м; башҡалар), уларҙың ҡайһы берҙәре әүҙем (Кумбаль, 4890 м). Төньяҡта Үҙәк Кордильера бер ни тиклем түбәнәйә һәм йылға үҙәндәре менән ныҡ тарҡалған Антьокия массивын барлыҡҡа килтерә. Каука йылғаһының үҙәне менән Үҙәк Кордильеранан айырылған Көнбайыш Кордильераның бейеклеге түбәнерәк (4200 м тиклем); Көнбайыш Кордильераның көньяғында — вулканизм. Артабан көнбайышта бейек булмаған (1810 м тиклем) Серранио-де-Баудо һырты урынлашҡан, ул төньяҡта Панама тауҙарына әйләнә. Төньяҡ-көнбайыш Анд тауҙарының төньяғында һәм көнбайышында Кариб диңгеҙе буйы һәм Тымыҡ океан аллювиаль уйһыулыҡтары урынлашҡан.

Экваториаль (Эквадор) Анд тауҙары составында — 2500—2700 м бейеклектәге түбәнәйеүҙәр менән айырылған ике Кордильера (Көнбайыш һәм Көнсығыш). Һынылыштар буйлап, донъялағы иң юғары вулкан сылбырының береһе урынлашҡан (вулкан Чимборасо, 6267 м, Котопахи, 5897 м). Был вулкандар, шулай уҡ Колумбия вулкандары, Анд тауҙарының беренсе вулкан өлкәһен барлыҡҡа килтерә.

Перулағы Эль-Мисти янартауы (вулкан)

Үҙәк Андтар икегә бүлеп йөрөтөлә (до 28° к.к.): Перуан Андтары һәм әлбиттә, Үҙәе Андтар. Көньяғында Үҙәк Андттар тау алды (киңлеге 750 км-ға тиклем). БындаПуна яҫы таулыҡтары өҫтөнлөк итә, бейеклектәре 3,7 — 4,1 мең м. Аҡмай торған соҡорҙар, (Титикака, Поопо һәм башҡа күлдәре менән.) Шулай уҡ тоҙло тупраҡлы уйһыулыҡтар (Атакама, Койпаса, Уюни һәм башҡалар.) байтаҡ.

Боҙ күле Палькакоча

Пунала һәм Үҙәк Анд тауҙарының көнбайыш өлөшөндә бик юғары ҡар һыҙаты (урыны менән 6500 метрҙан юғары), шуға күрә ҡар тик иң бейек вулкан конустарында ғына билдәләнә, ә боҙлоҡтар бары тик Охос-дель-Саладо массивында ғына (бейеклеге 6880 м тиклем).

Аргентина һәм Чили сигендәге Анд тауҙары

Көньяҡ Андтар ике өлөштән тора — төньяҡ өлөшө (Чили-Аргентина, йәки Субтропик Андтар) һәм көньяҡ (Патагон Андтары). Чили-Аргентина Анд тауҙарында өс ағзанан торған төҙөлөш күренә — Яр буйы Кордильераһы, Буйлы үҙән һәм Төп Кордильера; һуңғыһы эсендә, Кордильера-Фронтальда, Анд тауҙарының иң бейек түбәһе, Аконкагуа тауы (6960 м), шулай уҡ Тупунгато(6800 м), Мерседарио (6770 м) түбәләре урынлашҡан. Бында ҡар һыҙаты бик бейектә ята (32°40's — 6000 м). Кордильера-Фронтальтар көнсығыштараҡ — боронғо Прекордильера урынлашҡан. 33°к.ш. алып һәм 52° к.ш. тиклем— Анд тауҙарының өсөнсө вулкан районы, унда бик күп әүҙем (башлыса Төп Кордильерала һәм унан көнбайышта) һәм үле вулкандар (Тупунгато, Майпа, Льймо һ. б.) бар.

Андтың төньяҡ өлөшө Төньяҡ ярымшарҙың субэкваториаль бүлкәтенә ҡарай; бында, Көньяҡ ярымшарҙың субэкваториаль бүлкәтендә кеүек, дымлы һәм ҡоро миҙгелдәрҙең сиратлашыуы күҙәтелә; яуым-төшөм май айынан алып ноябргә тиклем яуа, әммә күпселек төньяҡ райондарҙа дымлы миҙгел бер аҙ ҡыҫҡараҡ. Көнсығыш битләүҙәре көнбайыш битләүҙәренә ҡарағанда күпкә дымлыраҡ; яуым-төшөм (йылына 1000 мм тиклем) башлыса йәйгә тура килә. Кариб диңгеҙе Андтарында тропик һәм субэкваториаль бүлкәттәре сигендә йыл әйләнәһенә тропик һауа өҫтөнлөк итә; яуым-төшөм аҙ (йыш ҡына йылына 500 мм-ҙан кәмерәк); йылғалар ҡыҫҡаҡ үҙенә генә хас йәйге ташҡын менән.

Экватор бүлкәтендә миҙгел тирбәлеүҙәре юҡ тиерлек: мәҫәлән, Эквадорҙың баш ҡалаһы Китола йылына уртаса айлыҡ температураның үҙгәреүе ни бары 0,4°C. Яуым-төшөм күп (йылына 10 000 мм-ға тиклем, ғәҙәттә йылына 2500-7000 мм яуа) һәм битләүҙәрҙә субэкваториаль бүлкәтендәгенә ҡарағанда тигеҙерәк бүленә. Бейеклек зонаһы аныҡ сағыла. Тауҙарҙың түбәнге өлөшөндә — эҫе һәм дымлы климат, яуым-төшөм көн һайын тиерлек яуа; түбәнлектәрҙә — бик күп һаҙлыҡтар. Бейеклек менән яуым-төшөм кәмей, шул уҡ ваҡытта ҡар япмаһының ҡеүәте лә арта. 2500—3000 м бейеклегенә тиклем температура һирәк 15 °C-тан түбән төшә, миҙгелле температура тирбәлеүҙәре аҙ. Бында температура тәүлек буйына ныҡ тирбәлә (20 °C тиклем), тәүлек эсендә һауа торошо ҡырҡа үҙгәреүе мөмкин. 3500—3800 м бейеклектә көндәлек температура яҡынса 10°C эсендә тирбәлә. Юғарыла — йыш ҡына ҡар бурандары һәм ҡарлы ҡырыҫ климат; көндөҙ температура ыңғай, әммә төндә ҡаты һыуыҡтар була. Климат ҡоро, сөнки көслө парланыу процессында яуым-төшөм бик аҙ. 4500 м бейеклектә — мәңгелек ҡарҙар.

Атакама сүллегендә

5° һәм 28° к.ш. араһындағы битләүҙәрҙә яуым-төшөмдөң бүленеүендә һиҙелерлек асимметрия күренә: көнбайыш битләүҙәре көнсығыш битләүҙәренә ҡарағанда күпкә көсһөҙөрәк дымландырылған. Төп Кордильеранан көнбайыштараҡ сүл тропик климаты урынлашҡан (уның барлыҡҡа килеүенә һалҡын Перу ағымы ҙур булышлыҡ итә), йылғалар бик аҙ. Әгәр Үҙәк Андтың төньяҡ өлөшөндә йылына 200-250 мм яуым-төшөм яуһа, ә инде көньяҡҡа табан уларҙың һаны кәмей һәм урыны менән йылына 50 мм-ҙан да артмай. Андтарҙың был өлөшөндә Атакама сүллеге ята. Сүллектәр диңгеҙ кимәленән 3000 метр бейеклеккә тиклем күтәреләләр. Бер нисә оазистар башлыса тау боҙлоҡтары һыуҙары менән туҡланған ваҡ йылғалар үҙәндәрендә урынлашҡан. Яр буйы райондарында январҙың уртаса температураһы төньяҡта 24 °C-тан алып көньяҡта 19 °C тиклем, ә уртаса июлдең — төньяҡта 19 °C-тан алып көньяҡта 13 °C тиклем. 3000 метрҙан юғарыраҡ ҡоро пунала шулай уҡ яуым-төшөм аҙ (бик һирәк йылына 250 мм-ҙан артыҡ була), һалҡын елдәр килә күҙәтелә, температура -20 °C-ҡа тиклем түбәнәйеүе мөмкин. Июлдең уртаса температураһы 15°C-тан артмай.

Түбән бейеклектәрҙә, ямғыр бик аҙ яуғанға, һауала дымлылыҡ байтаҡ (80 %- ҡа тиклем), шуға күрә томандар һәм ысыҡ төшөүҙәре йыш була. Альтиплано һәм Пуна яҫы таулығында — бик ҡырыҫ климат, уртаса йыллыҡ температура 10°C-тан артмай. Титикака күле тирә-яҡ райондарҙың климатына йомшартыусы булараҡ йоғонто яһай — күл буйындағы райондарҙа температура тирбәлеүе яҫы таулыҡтың башҡа өлөштәрендәге кеүек үк ҙур түгел. Төп Кордильеранан көнсығышҡа ҡарай ҙур күләмдә яуым-төшөм (йылына 3000 — 6000 мм) яуа, йылғалар күп. Үҙәндәр аша Атлантик океандан килгән һауа массалары Көнсығыш Кордильераны аша сығып, уның көнбайыш битләүен дымландыра. Төньяҡта — 6000 м һәм көньяҡта — 5000 метрҙан ашыу бейеклектә- кире уртаса йыллыҡ температуралар; ҡоро климат арҡаһында боҙлоҡтар аҙ.

Чили-Аргентина Анд тауҙарында климат субтропик, һәм көнбайыш битләүҙәренең еүешләнеүе ҡышҡы циклондар арҡаһында субэкваториаль бүлкәтендәгенә ҡарағанда күберәк; көньяҡҡа табан хәрәкәт иткәндә көнбайыш битләүҙәрҙә йыллыҡ яуым-төшөм арта бара. Йәй ҡоро, ҡыш дымлы. Океандан алыҫлашҡан һайын климаттың континентальлеге арта, миҙгелле температура тирбәлеүе көсәйә. Буйлы үҙәндә урынлашҡан Сантьяго ҡалаһында иң йылы айҙың уртаса температураһы — 20 °C, иң һалҡыны — 7-8 °C; Сантьягола яуым-төшөм йылына 350 мм тирәһе (көньяҡта, Вальдивияла яуым-төшөм йылына 750 мм). Төп Кордильераның көнбайыш битләүҙәрендә яуым-төшөм Буйлы үҙәндекенә ҡарағанда күберәк (әммә Тымыҡ океан ярҙарындағына ҡарағанда кәмерәк).

Утлы Ерҙең яры буйында

Көньяҡҡа табан хәрәкәт иткәндә көнбайыш битләүҙәренең субтропик климаты уртаса киңлектәрҙең океан климатына тигеҙ күсә: яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме арта, миҙгелдәр буйынса дым айырмаһы кәмей. Көслө көнбайыш елдәр яр буйына бик күп яуым-төшөмдәр килтерә (ғәҙәттә йылына 2000-3000 мм, 6000 мм-ға тиклем дә етергә мөмкин). Йылына 200 көндән ашыу көслө ямғыр яуа, яр буйына йыш ҡына ҡуйы томандар төшә, диңгеҙҙә йыш ҡына дауылдар була; климат йәшәү өсөн уңайһыҙ тип һанала. Көнсығыш битләүҙәре көнбайыш битләүҙәренә ҡарағанда ҡорораҡ, һәм тик уртаса зонала ғына, көнбайыш елдәр тәьҫирендә еүешләнеү арта, тик һаман да дымлылығы көнбайыштыҡына ҡарағанда кәмерәк була. Көнбайыш битләүҙәрҙә иң йылы айҙың уртаса температураһы ни бары 10-15 °C (иң һалҡыны — 3-7 °C).

Анд тауҙарының иң көньяҡ өлөшөндә, Утлы Ерҙә ныҡ дымлы климат, уны көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш елдәре барлыҡҡа килтерә; яуым-төшөм (3000 мм-ға тиклем) башлыса быҫҡаҡ ямғыр рәүешендә (йылдың күпселек көндәрендә була) яуалар. Архипелагтың тик иң көнсығыш өлөшөндә генә яуым-төшөм күпкә кәмерәк. Йыл дауамында түбән температура күҙәтелә (шул уҡ ваҡытта миҙгелле температура тирбәлеүе ныҡ түгел).

Тупраҡтар һәм үҫемлектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кока

Анд тауҙарының тупраҡ һәм үҫемлектәр япмаһы бик күп төрлө. Был тауҙарҙың бейеклеге, көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәренең дымлылығының һиҙелерлек айырмаһы менән бәйле. Анд тауҙарында бейеклек бүлкәтлеге аныҡ сағыла. Бында өс бейеклек зонаһы бар — тьерра-калиенте, тьерра-фриа һәм тьерра-эляда.

Венесуэланың Анд тауҙарында ҡыҙыл тупраҡта ҡышҡы ҡоролоҡта япрағын ҡойған урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Төньяҡ-көнбайыш Анд тауҙарынан алып Үҙәк Анд тауҙарына тиклем елгә табан битләүҙәрҙең түбәнге өлөштәре таулы дымлы экваториаль һәм тропик урмандар менән ҡапланған, шулай уҡ латерит тупраҡтарында үҫкән мәңге йәшел һәм япрағын ҡойған ҡатнаш урмандар менән дә. Экваториаль урмандарҙың тышҡы ҡиәфәте ошо уҡ урмандарҙың тигеҙлектә үҫкәндәренән бик аҙ айырыла. Бында төрлө пальма, фикус, банан, какао ағасы һәм башҡалар үҫә. Юғарыла (2500-3000 м бейеклеккә тиклем) үҫемлектәрҙең тәбиғәте үҙгәрә; был ерҙәргә бамбук, ағас һымаҡ абағалар, кока ҡыуағы (кокаин сығанағы), хина ағасы үҫеүе хас. 3000 метрҙан алып 3800 метрға тиклем — тәпәш ағастар һәм ҡыуаҡтар менән бейек гилея; эпифиттар һәм лианалар киң таралған, бамбуктар, ағас һымаҡ абағалар, мәңге йәшел имәндәр, мырт һәм арса һымаҡтар хас. Юғарыраҡ— башлыса ксерофитик үҫемлектәр, тигеҙ урындарҙа мүкле һаҙлыҡтар һәм текә битләүҙәрҙә йәнһеҙ ҡаялар. 4500 метрҙан бейектә — мәңгелек ҡар һәм боҙлоҡтар.

Көньяҡтараҡ, субтропик Чили Анд тауҙарында көрән тупраҡта мәңге йәшел ҡыуаҡтар үҫә. Буйлы үҙәнендә — составы буйынса ҡара тупраҡты хәтерләткән тупраҡтар таралған. Бейек яҫы таулыҡтарҙың үҫемлектәре: төньяҡта — таулы экваториаль парамос туғайҙар, Перу Андтарында һәм Пунаның көнсығышында — ҡоро бейек-тропик далалар, Пунаның көнбайышында һәм бөтә Тымыҡ океан буйы көнбайышында— үҫемлектәрҙең сүллек төрҙәре (Атакама сүллегендә — суккулент үҫемлектәр һәм кактустар) осрай. Бында күп ер өҫтө татырланған, был үҫемлектәрҙең үҫешенә ҡамасаулай; бындай райондарҙа башлыса әрем һәм эфедра ғына үҫә. 3000 м ашыу бейеклектә (яҡынса 4500 метрға тиклем) — ҡоро пуна тип аталған ярым сүллек үҫемлектәре таралған; кәрлә ҡыуаҡлыҡтар(толой), ҡыяҡлылар (ҡылған,ҡолонғойроҡ), лишайниктар, кактустар үҫә. Яуым-төшөм күберәк булған Төп Кордильеранан көнсығышҡа табан дала үҫемлектәре (пуна) бар, унда күп һанлы ҡыяҡлылар (ҡылған һ. б.) һәм ҡыуаҡтар үҫә. Көнсығыш Кордильераның дымлы битләүҙәрендә тропик урмандар (пальмалар, хина ағасы) 1500 метрлыҡ бейеклеккә тиклем күтәреләләр, 3000 метрға тиклем бамбук, абағалар, лианалар өҫтөнлөк иткән түбән үҫеүсе мәңге йәшел урмандар барып етә; юғары бейеклектә — тау далалары. Анд тауҙарында типик үҫемлек — полилепис, Колумбия, Боливия, Перу, Эквадор һәм Чилиҙа осраған ағас.

Чилиҙың үҙәк өлөшөндә урмандар күпләп ҡырҡылған; ҡасандыр урмандар Төп Кордильера буйлап 2500—3000 метр бейеклеккә күтәрелгән, әммә хәҙер тау битләүҙәре яланғас тиерлек. Хәҙерге ваҡытта урмандар айырым сауҡалыҡ (ҡарағай, араукария, эвкалипт, буҡ, платан һ. б.) рәүешендә генә осрайҙар.

Араукария

Патагон Анд тауҙарында буктар, магнолиялар, ағас һымаҡ абағалар, юғары олонло ылыҫлылар, бамбуктар үҫә. Патагон Андтарының көнсығыш битләүҙәрендә башлыса бук урмандары. Патагон Андтарының иң көньяғында — тундра үҫемлектәре үҫә.

Анд тауҙарының иң көньяҡ өлөшөндә, Утлы Ерҙә урмандар көнбайышта тар ғына яр буйы һыҙатын биләй; урман сиге өҫтөндә шунда уҡ тиерлек ҡар бүлкәте башлана. Көнсығышта һәм көнбайышта ҡайһы бер урындарҙа субантарктик тау туғайҙары һәм торфлы урындар киң таралған.

Анд тауҙары хина ағасы, кока, тәмәке, картуф, помидор һәм башҡа ҡиммәтле үҫемлектәрҙең тыуған төйәге.

Пуду боланы — Анд тауҙарының эндемигы

Дөйөм алғанда, Анд фаунаһына эндемик төркөмдәрҙең һәм төрҙәрҙең күплеге хас. Бында ламалар һәм альпакалар төйәк итәләр (был ике төр вәкилдәрен урындағы халыҡ йөн һәм ит өсөн ҡуллана), шулай уҡ маймылдар, реликт күҙлекле айыу, пуду боландары һәм гаэмал (Анд тауҙары эндемигы), викунья, гуанако, азаров төлкөһө, ялҡау маймылдар, шиншиллалар, муҡсалы опоссумдар, ҡырмыҫҡа ашаусылар, дегу кимереүселәре осрай. Көньяҡта — зәңгәр төлкө, магеллан эте, эндемик кимереүсе туко-туко һ. б. Бында ҡоштар бик күп: колибри, эндемик кондор һәм башҡалар.


Андтарҙың үҙенсәлеге булып амфибияларҙың күп төрлөлөгө тора (900-ҙән ашыу төр). Шулай уҡ Анд тауҙарында яҡынса 600 төр һөтимәрҙәр (13 % — эндемик), 1700-ҙән ашыу ҡош төрө (шуларҙың 33,6 проценты эндемик) һәм сөсө һыу балыҡтарының 400-гә яҡын төрө (34,5 % эндемик) бар[5].

Андтарҙа иң мөһим хужалыҡ булып тау-байыҡтырыу сәнәғәте тора. Баҡыр (Чилиҙа), тимер (Боливияла), алтын (Колумбияла һәм башҡалар), изумрудтар (Колумбияла), вольфрам, аҡ ҡурғаш, көмөш, нефть (бөгөлдәрҙә һәм тау араларында Аргентинла, Боливияла, Венесуэлала, Перуҙа һ.б.) эшкәртелә

Кофе (Колумбияла (донъя уңышының 13 процентына тиклем), Венесуэлала, Эквадорҙа, Перуҙа), банан (Колумбияла, Эквадорҙа), картуф, арпа үҫтереүгә махсуслашҡан ауыл хужалығы үҫешкән. Кариб Андтарында— мамыҡ, тәмәке, сизаль үҫтерелә. Экваториаль бүлкәттә уртаса бейеклектәрҙә тәмәке, кофе, кукуруз үҫтерәләр; юғары бейеклектәрҙә (3800 м тиклем) кукуруз, бойҙай, картуф, шулай был урындағы индеецтарҙың туҡланыу рационының мөһим өлөшө булып торған киноа үҫтерелә. Көнсығыш Кордильераның яҡшы дымлы битләүҙәрендә (Үҙәк Анд сиктәрендә) шәкәр ҡамышы, какао, кофе һәм тропик емештәр үҫтерәләр. Чилиҙа үҫтерелгән культураларҙың күбеһе Европанан килтерелгән — был зәйтүн, виноград, цитрус ағастары; баҫыуҙарҙа — бойҙай һәм кукуруз.

Малсылыҡтың төп йүнәлеше — һарыҡсылыҡ (Перу, Патагония, Утлы Ер һәм башҡа таулыҡтарҙа). Тау пуналарында Кечуа индеецтары лама тоҡомдары үрсетә. Ҙур күлдәрҙә (бигерәк тә Титикака күлендә) балыҡ тотоу үҫешкән.

  1. Строго говоря, наиболее протяжённой горной системой Земли является Срединно-океанический хребет, представляющий собой сеть хребтов общей протяжённостью около 80 000 км. Однако в книге рекордов Гиннеса Срединно-Океанический хребет отмечен как самая крупная горная система Земли, в то время как Анды — самая протяжённая горная цепь. См. соответствующие записи 2009 йыл 14 февраль архивланған., а также wwww.rgo.ru/geography/fiz_geography/uamerika/andqqq1 2008 йыл 15 октябрь архивланған.
  2. Анды являются высочайшей горной системой Земли из расположенных за пределами Азии; высочайшая горная система нашей планеты — Гималаи. См. www.igras.ru/index.php?r=41&id=153
  3. См. wwww.rgo.ru/geography/fiz_geography/uamerika/andqqq1 2008 йыл 15 октябрь архивланған.
  4. Juan Anello Oliva, HISTORIA DEL REINO Y PROVINCIAS DEL PERÚ. Архивировано 9 июль 2012 года.
  5. Tropical Andes Природа тропических Анд (англ.). Архивировано 21 август 2010 года.
  • Е. Н. Лукашова. Южная Америка. — М, 1958;
  • Латинская Америка, Энциклопедический справочник. — т. 1. — М, 1980.