Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан сыуаштары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан сыуаштары
Рәсем
Туған тел Сыуаш теле һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Халыҡ һаны 117 317 кеше
 Башҡортостан сыуаштары Викимилектә

Башҡортостан сыуаштары 117317 кеше иҫәпләнә (2002). 1989—2002 йылдарҙан бирле сыуаштар һаны үҙгәрмәй тиерлек. Башҡортостанға сыуаштарҙың көслө ағымы XVI—XIX быуаттарҙа күҙәтелгән.

Улар Башҡотостандың көнбайыш, көньяҡ-көнбайыш һәм үҙәк райондарында сағыштырмаса компакт рәүештә таралып ултырғандар. Республикала 21 ҡала. Сыуаштар Өфөлә (12312 кеше), Стәрлетамаҡта (12200 кеше), Бәләбәйҙә (5992 кеше), Салауатта (3711 кеше), Мәләүездә (2778 кеше), Октябрьскийҙа (2384 кеше) һәм Күмертауҙа (2346 кеше) йәшәйҙәр. Республиканың 54 районының 22-һендә сыуаш халҡы: Ауырғазы (12527 кеше), Бишбүләк (10428 кеше), Стәрлетамаҡ (4942 кеше), Ҡырмыҫҡалы (4779 кеше), Бәләбәй (3942 кеше), Миәкә (3285 кеше), Ғафури (3192 кеше), Йәрмәкәй (2912 кеше), Шаран (2687 кеше) һәм Федоровка (2384 кеше) райондары территорияларында ойошоп урынлашҡан. Башҡортостанда тик сыуаштарҙан ғына торған 192 тораҡ пункттары, ҡатнаш составлы — 72: 38 — сыуаш-урыҫ, 14 — сыуаш-татар, 9 — сыуаш-башҡорт, 7 — сыуаш-мордва, 3 — сыуаш-украин һәм 1 — сыуаш-урыҫ-башҡорт ауылы бар. Теле һәм мәҙәниәте буйынса улар, берәмек кенә үрге сыуаш ауылдары булыуға ҡарамаҫтан, түбәнге сыуаштар төркөмөнә ҡарай.

Республиканың сыуаш халҡы йәшәгән иң боронғо һәм эре тораҡ пункттарына Ауырғазы районындағы Бишҡайын (1209 кеше), Яңы Федоровка (752 кеше), Сыуаш-Ҡарамалы (846 кеше), Мәҫәле (692 кеше), Шланлы (752 кеше), Наумкин (690 кеше), Баҡалы районындағы Иҫке Маты (1149 кеше), Бәләбәй районындағы Ыҫлаҡбаш (512 кеше) һәм Ермолкин (530 кеше), Бишбүләк районындағы Бишбүләк (5191 кеше), Баҙлык (1063 кеше), Ҡош-Йылға (900 кеше), Киҫтәнле-Богдановка (652 кеше), Ерекле (568 кеше), Ғафури районындағы Антоновка (620 кеше) һәм Мораҡ (691 кеше), Йәрмәкәй районындағы Суҡҡул (877 кеше), Ишембай районындағы Васильевка (756 кеше),Ҡырмыҫҡалы районындағы Сихонкино (867 кеше) һәм Ефремкино (734 кеше), Көйөргәҙе районындағы Керәүле-Илюшкино (582 кеше), Миәкә районындағы Кожай-Семеновка (711 кеше) һәм Яңы Ҡарамалы (692 кеше), Стәрлетамаҡ районындағы Косяковка (646 кеше) һәм Ишбарс,Федоровка районындағы Новоселка (700 кеше), Саҡмағош районындағыЙомаш (769 кеше), Шаран районындағы Наратаҫты (759 кеше) һәм Дүртөйлө (507 кеше).

Сыуаш мәҙәни үҙәктәре Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Ишембайҙа эшләй.