Күп мәғәнәлелекте тәртипләү

Баһауетдин (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент юҡ

Баһауетдин — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баһауетдин исеме башҡорттарға ғәрәп теленән килеп ингән. Баһау (матур, шәп) һәм дин (ир-ат исеме ялғауы) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Шәп кеше тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы (2 май 1893 йыл — 11 август 1918 йыл) — Башҡортостандағы инҡилаб хәрәкәте етәкселәренең береһе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.

Баһауетдин Әдүтов (рус. Багаутдин Адутов; 1788 йыл — ?) — зауряд-есаул, кантон начальнигы. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Фамилияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (3 ғинуар 1922 йыл — 20 март 2000 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1950—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовар районының «Октябрь» колхозы бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15 ғинуар 1926 йыл — 12 июнь 2018 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980), райондың почётлы гражданы (1999).

Баһауетдинов Мөхтәр Хәйҙәр улы (Хәйретдин улы); 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, полк батареяһы разведчигы, гвардия старшинаһы.

Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы (30 март 1951 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. 1976 йылдан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998).

Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы (рус. Багаутдинов Абдулхак Хайретдинович; 1915 йыл — 12 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы саперҙар взводы командиры.

Баһауетдинов Мансур Баһауетдин улы (1905 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия капитаны. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерия полкының ветеринар хеҙмәте начальнигы, 2-се ранг ветврачы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).

Баһауетдинов Марат Риф улы (рус. Багаутдинов Марат Рифович; 24 июль 1947 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Баһауетдинов Рәшит Ишбулды улы (1 ғинуар 1963 йыл) — Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар. «Рассвет» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры.

Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы (рус. Багаутдинов Гамиль Амирович; 10 март 1951 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Өфө» тәжрибә участкаһы директоры. Өфө районы 260-сы Михайловка һайлау участкаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ