Эстәлеккә күсергә

Биләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бүләр менән бутамаҫҡа.

Биләр
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Волга буйы Болғары
Административ-территориаль берәмек Татарстан Республикаһы
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Биләр Викимилектә

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 161540963750006 (ЕГРОКН)
объект № 1610073000 (БД Викигида)

Биләр (Бүләр; бор.-урыҫ. Билир, татар. Биләр, Bilär, cыу. Пӳлер) — урта быуат Европаһының иң ҙур ҡалаларының береһе, Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы.

Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙландың яҙмалары буйынса, ҡала Волга буйы Болғары батшаһы Алмыш хакимлыҡ итеү осоронда 922 йылда нигеҙләнгән[1]. Шул уҡ ваҡытта Биләр ҡаласығында табылған тәүге археологик материалдар X быуат менә билдәләнә[1]. Ҡалаға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған тигән мәғлүмәттәр бар[2][3], был турала шәжәрәләрҙә, шулай уҡ Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың «Болғар тәуарихы» тигән әҫәрендә бәйән ителә[4] Шәжәрәләр буйынса, Бүләр йылғаһы буйында «бараж халҡы» (бүләр, йәнәй, юрматы, юрмый һәм башҡа башҡорт ҡәбиләләре составындағы берләшмә) Бүләр/Биләр ҡалаһына нигеҙ һалған. Был ҡалала төп халыҡты бараждар һәм безкыбактар, шулай уҡ ҡалтаҡтар (ҡалбаҡтар, нуғайҙар) тәшкил иткән. Юрматы шәжәрәләре буйынса «Биләрҙең тәүге ханы айыры ҡалбаҡ ырыуы вәкиле Шибан хан булған»[5].

Биләр көнбайыш Кама аръяғының үҙәгендә Бүләр йылғаһы буйында һәм Кесе Сиремшәндең (Волгаға ҡойған Оло Сиремшәндең уң ҡушылдығы) һул ярында (хәҙерге Татарстан Республикаһы Алексеевский районы) урынлашҡан. Ибн Фаҙлан мәғлүмәттәренә ярашлы, 921—922 йылдарҙа башҡорт ерҙәре менә Волга буйы Болғары араһындағы сик Сиремшән йылғаһы буйынса үткән.

Көнсығыш сығанаҡтарҙа ҡала Бүләр тип аталған[6].

Урыҫ тарихи хроникаларҙа «Бөйөк ҡала» атамаһы аҫтында (рус. Великий Город) 1164 йылдан (Лаврентий йылъяҙмаһы) алып телгә алына башлай. XII быуаттан Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы була. 1184 йылда Владимир кенәзе Всеволод башлығында урыҫ кенәздәренең Волга буйы Болғарына яуына бәйле Биләр ҡалаһы урыҫ йылъяҙмаларында икенсе тапҡыр телгә алына: «Приде в землю болгарскую и высед на береге поиде к Великому городу и ста Тухчин городка, и перестав ту два дни поиде на третий день к Великому городу… и перешед Черемисан, в два дни наряды полки». 1220 һәм 1229 йылдарҙа «Бөйөк ҡала» урыҫ кенәздәренең яуҙарын тасуирлағанда телгә алын[7].

1229 йылдың яҙында монгол-татарҙарҙың 30 меңлек ғәскәре Көнбайышҡа йүнәлгән һәм көҙгә ҡарай Яйыҡ һәм Волга буйы далаларына килеп еткән. Бында улар башҡорттар һәм уларҙың союздашы болғарҙарҙың ҡаты ҡаршылығына осрай. 1232 йылда монгол-татарҙар Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Биләрҙе яулап алырға ниәтләй, әммә Оло Сәрәмсән һәм Ҡондорса йылғалары буйҙарындағы төп оборона һыҙығында туҡтатыла[8]. «Бөйөк ҡала» тураһында урыҫ сығанаҡтарында һуңғы тел алыу 1236 йылға ҡарай, был ваҡытта монгол-татарҙар яуы барышында ҡала таланған һәм яндырылған. 1240 йылда ҡаланы Кесе Сиремшәндең уң ярында Балынуғыҙ тауында тергеҙеүгә маташыу (1236–1240) монголдар тарафынан туҡтатылған[1].

Алтын Урҙа осоронда ҡала Кесе Сиремшәндең һул ярында тергеҙелгән. Биләрҙә ҡала исеме яҙылған тәңкәләр һуғылған[1]: мәҫәлән Туда-Менгу хан (1293 йылда) хакимлыҡ итеү осоронда[6].

1390-сы йылдарҙа Аҡһаҡ Тимер яуы барышында ҡала таланыуға дусар була һәм ташланыла. «Дәфтәр-и-Сыңғыҙнамә» башҡорт йылъяҙмаһына ярашлы, Аҡһаҡ Тимер Болғарҙы яулағандан һуң, Биләрҙе ҡамай. Ҡала ханы Самат уны ҡаршылыҡһыҙ тапшырған. Бынан һуң Тимер үлгән бәктәрҙең береһенең тол ҡатынына (Рабиға хажиә) һәм уның ике улдарына (Инсан бәк һәм Ихсан бәк) тулы азатлыҡ бүләк итә. Инсан бәк әсәһе менән бергә «Волганың эске яғына, тау яғына» йәшәргә күсә, ә Ихсан бәк «ата-бабаларының элекке туған еренә» Зәй йылғаһы буйҙарында төпләнә. 1564—1565 йылдарҙа яҙылған башҡорттарҙың юрматы ҡәбиләһенең Тәтегәс бей шәжәрәһе буйынса, юрматылар борон Зәй һәм Шишмә араһында йәшәгәндә Йәнибәк хан һәм Аҡһаҡ Тимер заманында «ҙур һәләкәттәр кисергән». Был ваҡытта ырыу «Амат Хамат ханы йортона» буйһонған һәм хандар араһында үҙ-ара һуғыштар арҡаһында Амат Хамат хандың «йорто емерелгән». Һөҙөмтәлә 1408—1409 йылдарҙа «Олуғ Иҙелдең» икенсе яғына Ҡара йылға буйыҙарына күскән, бер аҙ ваҡыт уҙғас Шәйех Дәрүиш бей осоронда кире «ата-бабаларҙың боронғо йотона» — Зәй һәм Шишмә буйҙарына күсенгәндәр. Был текстарҙа теркәлгән антропонимдар «Самат», «Амат» һәм «Амат Хамат» бер үк кешене — Саматты аңлата. М. Усмановтың фаразы буйынса Самат — Үзбәк хандың кейәүе Иса бәктең (Иса гургандың) улы һәм 1375 йылда урыҫ йылъяҙмаларында «Князь Астроханьский Салчей» булараҡ Аматтың улы — Салчы телгә алынған[5].

1654–1665 йылдарҙа был урында башҡорттарҙан һаҡланыу өсөн Кама аръяғы нығытмалы һыҙығының Биләр бастругы (Билярск) төҙөлә. 1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалдары аяуһыҙ баҫтырылғандан һуң, XVIII быуат уртаһына ҡарай оборона әһәмиәтлелеген юғалта һәм эре ауылға әйләнә. 1930–1963 йылдарҙа Биләр (Билярск) ауылы Татар АССР-ыны район үҙәге булып тора[1].

Биләр мәсетенең харабалары
Хәҙерге реконструкцияһы

Ҡаланың майҙаны 800 га (шул иҫәптән торлаҡ өлөшө — яҡынса 374 га), ул 11 километр оҙонлоғондағы өс рәт вал һәм ур менән уратылған. Ҡала дүрт мөйөш формаға эйә, ул сағыштырмаса тигеҙ урында урынлашҡан һәм ике өлөштән торған: үҙәк (майҙаны яҡынса 20 га, эске вал һәм ур менән кәртәләнгән) һәм тышҡы (ике рәт вал һәм ур менән сикләнгән)[6].

Күп кенә тикшеренеүселәр раҫлауынса, X—XII быуаттарҙа ҡала урынында ҙур асыҡ торама булған, бының тураһында мәҙәни ҡатлам табылдыҡтары дәлилләй. XII быуат уртаһы тирәһендә бында обороналау һыҙыҡтары төҙөлә һәм шулай итеп ҡала-ҡәлғә барлыҡҡа килә[6].

Ҙурлығы, формаһы һәм барлыҡҡа килеү сәбәптәре Биләргә уникаль ҡомартҡы ҡылыҡһырламаһын бирә. Үҙәк өлөшө урта быуаттарҙың ике мөһим элементын — цитаделде һәм шәһристанды берләштергән, ә төп майҙанды кәсеп-сауҙа кешеләренең бина-йорттары биләгән. Үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән ул урта быуат дәүере Көнсығыш Европаның билдәле ҡалаларының береһенә лә оҡшмаған һәм планировканың ҡәтғилеге менән айырылып тора, был уның төҙөүсе-архитекторҙарының юғары оҫталығына шаһит булып тора. Асыҡ тораманы ҡәлғә диуарлы ҡалаға әүрелеүен тарихсылар дәүләттең баш ҡалаһы Биләргә күсерелеүе менән бәйләйҙәр. Хакимдарҙың был ҡарарына Болғар ҡалаһына урыҫ кенәздәренең йәки ябай юлбаҫарҙарҙың (ушкуйниктарҙың) йышланған хәрби яуҙары сәбәп булыуы мөмкин[6].

А. Е. Алекторов Биләр ҡалаһы тураһында ошолай мәғлүмәт бирә:

«…где ныне Билярск, был прежде башкирский город Буламер… в котором имел пребывание один из храбрейших государей… [Там] находится магометанское кладбище… Балынь-гусь… как татары, так и башкирцы уважают это кладбище и почитают его священным…»

Алекторов А. Е. Башкиры: (Этнографический очерк) // Оренбургский листок. — 1885. — № 51.

1769 йылда Н. П. Рычков Биләр харабаларын тикшергәндә бында башҡорттарҙы осратҡан:

«Магометанцы не только здесь живущие, но и башкиры из отдаленных мест съезжаются летом к сим развалинам, признавая их местами священными»

Рычков Н. П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. — СПб., 1770. — С. 21.

Күренеүенсә бында башҡорттар һәм Биләр араһындағы традицион бәйләнештәрҙән тыш, уларҙың ата-бабаларының ҡәберҙәре урынлашҡан ерҙә башҡорттарҙың йәшәгәне тураһында һөйләй[9].

Ҡаланың археологик ҡалдыҡтары — Биләр ҡаласығы хәҙерге Билярск ауылының көньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан. Биләр ҡаласығы 1992 йылда ойошторлған Биләр тарихи-археологик һәм тәбиғәт музей-ҡурсаулығы составына инә.

Археологик тикшеренеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи-археологик ҡомартҡы булараҡ Биләр ҡаласығы үҙенә иғтибарҙы XVIII быуаттан уҡ йәлеп итә башлай[10].

Ҡаласыҡтың тәүге планы һәм уның тасуирламаһы Н. П. Рычков тарафынан төҙөлгән. Ул ҡаланың иң боронғо эпитафиһын 1173 йыл менән билдәләгән. Биләр ҡаласығын һәм яҡын тирәләге археологик ҡомартҡыларҙың иң тулы тикшереүҙе 1881 йылда В. А. Казаринов уҙғарған. Ул харабаларҙы һәм ҡайһы бер ҡомартҡыларҙы тикшергән, башҡа ҡоролмаларҙың харабаларын, айырым райондарҙың урынлашыуын теркәгән. 1915—1916 йылдарҙа эске ҡалала тәүге фәнни ҡаҙыу эштәре П. А. Пономарев менән М. Г. Худяков тарафынан башлана[11], әммә улар тамамланмай ҡала. Артбанғы фәнни ҡаҙыныу эштәрен 1928 йылда А. С. Башкиров башҡарған[12].

Стационар тикшеренеүҙәр 1967 йылда А. Х. Халиҡов етәкселегендәге экспедиция тарафынан башлана.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Биляр в БРЭ
  2. 2,0 2,1 Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт тәуарихы // Ватандаш. — 2006. — № 9. — С. 79. — ISSN 1683-3554.
  3. Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 130. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
  4. Поэма «Кысса-и Йусуф» Кул Гали: проблематика, поэтика, язык произведения // Р. Шакур, М. Х. Надергулов, Г. Б. Хусаинов // БНЦ УрО АН СССР, 1988. — 122 с.
  5. 5,0 5,1 Юсупов Ю. «Народ барач» Восточного Булгара: к этнической истории родов юрматы, юрми и буляр // Ватандаш. — 2007. — № 8. — ISSN 1683-3554.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010, с. 322
  7. Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010, с. 321
  8. Гагин И. А. Политические и культурные связи Волжской Булгарии и Восточной Руси перед татаро-монгольским нашествием. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.
  9. История литературы Урала. Конец XIV—XVIII в. / Глав. ред.: В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М.: Языки славянской культуры, 2012. — 608 с. — С.79. ISBN 978-5-9551-0602-1
  10. Татищев В. Н. История Российская Т.I. М.-Л., 1962.
  11. Пономарев П. А. Краткий отчет о раскопках и разведках в районе Билярска летом 1915 г. ИОАИЭ, т. XXX, вып. I, Казань, 1919; Пономарев П. А. Отчет об археологической экспедиции в Билярск в июле 1916 г. ИОАИЭ, т. XXX, вып. I, Казань, 1919.
  12. Башкиров А. С. Экспедиция по изучению болгаро-татарской культуры летом 1928 года. — МОРРПТ, вып. 3., Казань, 1929.
  • Билярск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Исследования Великого города. — М., «Наука», 1976. — 264 с. [Билярское городище].
  • Кокорина Н. А., Кузьминых С. В. Биляр // Большая российская энциклопедия.
  • Культура Биляра : Булгар. орудия труда и оружие X—XIII вв. / [А. Х. Халиков, Р. Ф. Шарифуллин, С. В. Кузьминых и др.]; Отв. ред. А. Х. Халиков. — М. : Наука, 1985. — 216 с.
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 496 с. — ISBN 978-5-295-05078-7.
  • Рычков Н. П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. — СПб., 1770.


Ҡалып:Волжская Булгария