Ботян Алексей Николаевич
Ботян Алексей Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Польша Республикаһы[d][1] |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 февраль 1917 |
Тыуған урыны | Чертовичи[d], Ошмяны өйәҙе[d], Вильна губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 февраль 2020 (103 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | разведчик, разведчик |
Эшмәкәрлек төрө | спецслужба[d][2] |
Хәрби звание | полковник[d][1] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы, вторжение в Польшу[d] һәм Һалҡын һуғыш |
Ғәскәр төрө | KGB |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ботян Алексей Николаевич Викимилектә |
Ботян Алексей Николаевич (10 февраль 1917 йыл, Чертовичи, Вилен губернаһы, Рәсәй империяһы — 13 февраль 2020 йыл; Мәскәү) — СССР разведчигы, Икенсе донъя һуғышы ветераны, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2007), полковник.
Краков ҡалаһын немец ғәскәрҙәре емереүенән һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Юлиан Семеновтың «Майор Вихрь» романының һәм шул уҡ исемле нәфис фильмының төп геройы прототибының береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Николаевич Ботян Көнбайыш Белоруссия территорияһындағы Минск өлкәһе Воложинский районында йәшәүсе крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1921 йылдың мартында был биләмә Польшаға күскән. Атаһы — балта оҫтаһы.
Мәктәптә уҡығандан һуң, 1935 йылда — педагогия училищеһын тамамлай. 22 йәшендә Польша армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Вильнюс (Вильно) ҡалаһында зенит артиллерияһының 3-сө дивизионы капралы була. 1939 йылдың сентябрендә зенит орудиеһы наводчигы сифатында Германияның Польшаға баҫып инеүенә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Познань эргәһендә уның орудиеһы өс Junkers самолётын[3] бәреп төшөрә.
939 йылдың сентябрендә, Белоруссияның көнбайыш райондарына совет ғәскәрҙәре ингәндән һуң, ул тыуған ауылына ҡайта. СССР гражданлығын ҡабул итә, 1940 йылда педагогик курстар тамамлай, Воложинский районы Ровковичи ауылы башланғыс мәктәбе мөдире булып эшләй. Шулай уҡ, комсомол активисы була. А. Н. Ботяндың үҙенең хәтирәләре буйынса, 1940 йылдан СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты[4]органдарының кадрҙар резервына индерелә.
1941 йылдың майында СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты — НКВД-ға хеҙмәткә алына һәм юғары разведка мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1941 йылдың июлендә СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының 4-се идаралығына (идаралыҡ етәксеһе — Павел Судоплатов) буйһонған Махсус тәғәйенләнештәге Айырым мотоуҡсылар бригадаһы составына яҙыла.
1941 йылдың ноябрендә разведка-диверсия төркөмө командиры сифатында фронт һыҙығы аръяғына күсерелә. Мәскәү оборонаһында ҡатнаша.
1942 йылда дошмандың тәрән тылына, Украинаның көнбайыш райондарына һәм Белоруссияға ебәрелә. Унда ҡайһы саҡта бер үҙе генә, шулай уҡ эре партизан отрядтары составында эш алып бара.
Партизандар берләшмәһе командиры Советтар Союзы Геройы Виктор Карасёвтың разведка буйынса урынбаҫары була.
Уның туранан-тура етәкселегендә Украина ССР-ы Житомир өлкәһе Овруч ҡалаһында урынлашҡан немец гебитскомиссариатын, унда Германиянан инспекция килгән саҡта, шартлатыу операцияһы үткәрелә. 1943 йылдың 9 сентябрендә был операция һөҙөмтәһендә 80 гитлер офицеры юҡ ителә.[5]
1944 йылдың майында Үҙәктең ҡушыуы буйынса 28 кешенән торған төркөм башында Польшаға үтә, уларға дошмандың Краков ҡалаһы районында урынлашыу һәм разведка ойоштороу бурысы ҡуйыла. Поляк телен һәм урындағы халыҡтың мәҙәниәтен яҡшы белеүе, шулай уҡ үҙенең ойоштороу һәләте арҡаһында, Алексей Ботян, Крайова Армияһы һәм Людова Армияһы һәм Хлопский Крәҫтиән батальондары частары кеүек төрлө сәйәси көстәр менән үҙ-ара бәйләнештә һәм берлектә хәрби операция ойоштора. Уның етәкселегендә Людова Армияһы подразделениелары менән берлектә Илжа ҡалаһын яулау операцияһы үткәрелә, һәм уның барышында ҡулға алынған Польша патриоттары төрмәнән азат ителә, күп ҡорал һәм кәрәк-яраҡтар баҫып алына. Хәҙерге ваҡытта Илжа ҡалаһында был һуғыш геройҙарына һәйкәл ҡуйылған һәм был һәйкәлдә поляктар исеме менән бергә Ботян төркөмөндәге совет яугирҙарының исемдәре яҙылған. Алексей Ботян төркөмө Краков районында төпләнеп киң разведка һәм диверсия эшмәкәрлеген йәйелдерә алған. 1944 йылдың аҙағында төркөм яугирҙары инженер-картограф Зигмунд Огаректы ҡулға ала, был этник поляк, гитлер армияһы составына мобилизацияланған һәм вермахтың тыл подразделениеларында хеҙмәт итә. Огарек Новы-Сонч ҡалаһындағы Ягеллон ҡәлғәһенә килтерелгән шартлатҡыс келәте тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт бирә һәм фараздарҙың береһе буйынса, Краков тарихи үҙәген, Рожновский быуаһын һәм Дунаец йылғаһы аша күперҙе юҡ итеү өсөн ҡулланылырға тейеш булған. Алексей Ботянға Краковтан 90 км алыҫлыҡта ятҡан замокка йөк ташыусы сифатында поляк патриотын индереү мөмкин булған. Һәм ул бик яй эшләүсе мина ҡуя.
Ҡыҙыл армияның һөжүме ҡыҙған мәлдә, 1945 йылдың 18 ғинуарында иртән, мина хәрәкәткә килтерелә, дошман келәтенең көлө күккә оса. Икенсе көндә, 19 ғинуарҙа, 1-се Украина фронтының Советтар Союзы Маршалы Иван Степанович Конев командалығында алдынғы өлөшө Краков ҡалаһына инә. Хәрби хәрәкәттәр барышында Краков ҡалаһы ғәмәлдә зыян күрмәй (Висла аша бер нисә күпер генә шартлатыла[6].
Хәҙерге Польшала Краков ҡалаһын һаҡлап алып ҡалыуҙа уның ролен шик аҫтына ҡуялар.[7][8].
Һуғыштың һуңғы айҙарында Алексей Ботяндың төркөмө оккупацияланған Чехословакия территорияһында, дошман тылында, хәрәкәт итә.
1945 йылдан СССР Дәүләт именлеге халыҡ комиссариаты (1946 йылдан — СССР дәүләт именлеге министрлығы, 1954 йылдан — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты) 1-се Идаралығының (тышҡы разведка) оператив составында хеҙмәт итә.
1947 йылдан Алексей Ботян эшсе чех сифатында Чехословакияға ебәрелә, Судет өлкәһе Жатец ҡалаһында заводта слесарь булып эшләй, шунда уҡ Юғары сәнәғәт моторҙарҙар төҙөү мәктәбендә уҡый. Натурализация үткәндән һуң, Яхимовҡа уран рудниктарына күсерелә. Артабан, төрлө Европа илдәрендә ҡатмарлы һәм яуаплы заданиеларҙы үтәү маҡсатында, күп тапҡырҙар сит илгә командировкаға сыға, был турала мәғлүмәт һаман да сер итеп һаҡлана[9].
Махсус тәғәйенләнешле «Вымпел» төркөмө хеҙмәткәрҙәренә консультация үткәреүгә йәлеп ителгән.
1983 йылда полковник дәрәжәһендә йәше буйынса отставкаға ебәрелә. 1989 йылға тиклем СССР Дәүләт именлеге комитетында граждан белгес сифатында эшен дауам итә.
Немец, поляк һәм чех телендә иркен һөйләшә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2007 йылдың 10 майында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙарынан поляк ҡалаһы Краковты азат итеү һәм уның юҡҡа сығыуын булдырмау операцияһы барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн», отставкалағы полковник Алексей Николаевич Ботянға, "Алтын йондоҙ" миҙалы тапшырылып, «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.
Мәскәүҙә йәшәй. 2020 йылдың 13 февралендә вафат була[10]. Рәсәй президенты Владимир Путин[11], вафаты менән бәйле, ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Хәрби хөрмәт күрһәтелеп, 17 февралдә Троекуров зыяратының [12] Геройҙар аллеяһында ерләнде.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Николай Ботян, балта оҫтаһы. Германия һәм Аргентинаға аҡса эшләргә йөрөгән, немец һәм испан телдәрен камил белгән. Улына немец телен өйрәткән.
Ҡатыны — Ботян Галина Владимировна (тыумышы менән Гелен Гинцель), сығышы буйынса чешка. 2013 йылда вафат була.
Ҡыҙы — Ботян Ирина Алексеевна.
Ейәндәре, ике бүләһе[13] бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы Геройы (2007 йылдың 9 майы) — 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙарынан поляк ҡалаһы Краковты азат итеү һәм уның юҡҡа сығыуын булдырмау операцияһы барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн[14],
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2017 йыл)[15][16],
- Батырлыҡ Ордены,
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы,
- I дәрәжә «Ватан һуғышы партизаны» миҙалы,
- СССР һәм РФ миҙалдары,
- Дәүләт именлеге хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре,
- Виртути Милитари ордены (Польша)
- Польша Халыҡ Республикаһы миҙалдары,
- Илжа (Польша) ҡалаһының почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://redstar.ru/zabytyj-nelegal/
- ↑ Botjan, Aleksej Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Бондаренко А. Полковник Ботян остаётся в строю. // «Красная звезда». — 2020, 10 февраля. — С.10.
- ↑ Бондаренко А. Полковник Ботян остаётся в строю. // «Красная звезда». — 2020, 10 февраля. — С.10.
- ↑ Ботян Алексей Николаевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ FORTYCK.PL — Forty CK Twierdzy Kraków (пол.)
- ↑ Czy agent NKWD ocalił Kraków (пол.), Rzeczpospolita (9 февраль 2009). 28 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ Rosja podmienia zbawcę Krakowa, co nigdy nie istniał (пол.), wyborcza.pl (28 февраль 2017). 28 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ Бондаренко А. Забытый нелегал // Красная Звезда. — 2019. — 8 февраля.
- ↑ Умер разведчик Алексей Ботян
- ↑ Соболезнования в связи с кончиной Алексея Ботяна
- ↑ В Москве похоронили легендарного разведчика Алексея Ботяна . ИА Regnum (17 февраль 2020). Дата обращения: 17 февраль 2020.
- ↑ Мемория. Алексей Ботян, ПОЛИТ.РУ (10 февраль 2018). 9 февраль 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ Президент своим Указом присвоил звание Героя Российской Федерации Алексею Ботяну.(недоступная ссылка)УКАЗ Президента России от 09.05.2007 N 614 2007 йыл 23 октябрь архивланған.
- ↑ Поздравления со столетним юбилеем принимает Герой России Алексей Ботян
- ↑ 100-летие легендарного Алексея Ботяна
- 10 февралдә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 13 февралдә вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Батырлыҡ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- II дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- I дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Virtuti Militari ордены кавалерҙары
- Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәрҙәре
- СССР разведчиктары
- Бөйөк Ватан һуғышы партизандары
- Алфавит буйынса шәхестәр