Эстәлеккә күсергә

Бржецлав

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Бржецлав
Břeclav
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Чехия

Край

Южноморавский

Район

Бржецлав

Координаталар

48°45′34″ с. ш. 16°52′56″ в. д.HGЯO

Староста

Сватоплук Печек[d]

Элекке исеме

Лунденбург

Ҡала с

1872

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Һанлы танытмалар
Бржецлав (Чехия)
Бржецлав
Бржецлав


«Моравия Поганьско» күргәҙмәһендә төймә-гомбиктар етештереү реконструкцияһы Бржецлав музейындағы һунарсылар өйөндә

Бржецлав (чех Břeclav [ˈbr̝ɛtslaf]), немец телендә Лунденбург (нем. Lundenburg) — Чехияның, көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Броно ҡалаһынан 50 км көньяҡ-көнсығыштараҡ. Дие йылғаһы буйында урынлашҡан. Көньяҡ Моравия крайы Бржецлав районының административ үҙәге булып тора. Туран-тура Австрия сигендә урынлашҡан һәм Словакия сигенә яҡын. Мөһим тимер юл узелы. Тимер юлдары Бржецлавты 10 Европа илдәре менән — Германия, Польша, Белоруссия, Рәсәй, Украина, Словакия, Венгрия, Австрия, Италия, Франция һәм Монако кенәзлеге менән бәйләй.

Поганьскола изге мәжүсиҙәрҙе реконструкциялау

Лана торағында (Lány) күп һанлы славян-авар ҡомартҡыларын тоташтырғыс[1] рун яҙмаһы менән ҡабырға фрагменты табылған. Йыл ваҡыты радиоуглерод ысулы менән ~600 йыл, тип яҙылған. Йәше таушалыу анализ ярҙамында СЭМ-микроскопия менән бергә раҫлана. Һөйәктең фрагменты соҡорҙоң өҫкө өлөшөндә 25 хайуан һөйәктәре һәм Прага төркөмө керамикаһы эргәһендә табылған. Моғайын, был иҙәне емерелгән өй ҡалдығы булғандыр. Рунна һөйәгенең Митохондриаль ДНК- һы эре мөгөҙлө мал һөйәгенең европа линияһына тура килә[2][3].

IX быуатта бөйөк моравия ҡаласығы Поганьскола Бржецлавтан 2 саҡрым көньяҡта Морава һәм Дие йылғаларының ҡушылған болонло-урманлы өлкәләһендә вельможаның нығытылған усадьбаһы — каролинг curtis тибындағы ихата-усадьбаһы булып тора. Ул вельможаның хужалыҡ усадьбаһы менән бәйләнгән һәм имениеһы үҙәге булып торған иртә феодаль резеденцияның береһен күрһәтеп тора.[4]

Тантаналы ерләү йолаһы характеры һәм деталдәре буйынса бура камералы, мәйет көнбайышҡа ҡаратып һалынған. Киевтағы һәм Урта Днепрҙағы иртә христиан ҡомартҡылары менән Бөйөк Моравиялағы Поганьско[5][6] (Бржецлав янында[7]), Иҫке урында (Старое место), Микульчица, Скалица, Стара-Коуржим, Колин һәм Желенка ҡомартҡылары араһында туранан -тура оҡшашлыҡ бар[8] .

Поганьско һарайы (замок) XI быуат башында (cs:Pohansko (zámek)) боронғо славяндар йәшәгән урында чех кенәзе Бржетислав I кенәз тарафынан төҙөлә. Ҡала уның исеме менән йөрөтөлә. XIII быуаттың өсөнсө сирегенән, шул быуаттың беренсе яртыһынан һарай Венгрия Констанцияһы Пржемысл I ҡатынының бирнәһе була. Ул ҙур роман ҡәлғәһе итеп яңынан төҙөлгән.

Һарай хужаларын йыш үҙгәртә, 1426—1434 йылдарҙа ихтилалға күтәрелгән гуситтар ҡулында була. Гуситтарҙың һуғышынан һуң, һарай эргәһендә тораҡ барлыҡҡа килә, Ул XVI быуаттың 20-се йылдарында абруйлы Жеротиндар (ырыу) тарафынан һатып алына һәм һарай ренессанс стилендә үҙгәртелеп ҡорола.

XVII быуат башында Жеротиндарҙың Бржецлав биләмәләре тартып алына, сөнки Ладислав Велен Жеротиндан, ҡала хужаһы, 1618 йылда Габсбургтарға ҡаршы Моравияла башланған ихтилалды хуплай.

Бржецлав Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында тулыһынса емерелә, халҡы 20 %-ҡа кәмей.

1638 йылда Бржецлавты Лихтенштейндар һатып ала. Улар шулай уҡ һарайҙы тулыһынса үҙгәртеп ҡоралар, һәм ул үҙенең хәрби функцияһын юғалта.

1845 йылдағы ташҡын һөҙөмтәһендә (тимер юл өйөмө дөрөҫ проектланмаған була), ҡаланы һыу баҫа. Был хәл артабанғы тимер юл объекттарын проектлауҙа иҫәпкә алына.

1872 йылда император указы тарафынан Бржецлавҡа ҡала статусы бирелә, был XIX быуаттың тәүге сирегендә үткәрелгән тимер юлы ғауғаһына бәйле була. Тиҙҙән ҡала мөһим тимер юл үҙәгенә әйләнә, сәнәғәт үҫешә башлай. Ҡала халҡы йылдам арта: 1872 йылда ҡалала 5 853 кеше йәшәй, ә 1880 йылда — 7 130 кеше иҫәпләнә.

1918 йылдан ҡала Чехословакияның бер өлөшө була. 1920 йылда уға Вальтице ҡалаһы тирәләй булған һәм элек Австрияға ингән ерҙәр ҡушыла.

Мюнхен килешеүе буйынса 1938 йылда ҡала Германияның бер өлөшө булып ҡала, шулай булыуға ҡарамаҫтан, халҡының күпселеге чехтар була. 1930 йыл иҫәбе буйынса ҡалала 13 689 кеше йәшәй, шуларҙың 11 220 чехтар, 1 582 — немецтар, яҡынса 4,3 % — йәһүд милләтенән. 1945 йылдың 15-17 апрелендә ҡала совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә. Ҡаланың немец халҡы Бенеш декретына ярашлы депортациялана, йәһүд общинаһы һуғыш ваҡытында уҡ юғала.

1974 һәм 1976 йылдарҙа ҡалаға Пошторн, Харватск-Нов-Вес ауылдары һәм 2006 йылдан яңынан үҙ аллы тораҡ пунктҡа әйләнгән Ладн ҡушыла. Улар 1920 йылға тиклем Австрия составында була.

Йыл Халыҡ һаны
1869 7316 [9]
1880 10 411 [9]
1880 5681 [10]
1890 12 779 [9]
1900 14 733 [9]
1910 17 782 [9]
1910 8517 [10]
1921 19 225 [9]
Йыл Халыҡ һаны
1930 13 689 [10]
1930 20 633 [9]
1950 11 010 [10]
1950 16 932 [9]
1961 18 457 [9]
1961 11 832 [10]
1970 18 870 [10]
1970 20 167 [9]
Йыл Халыҡ һаны
1980 23 978 [9]
1980 23 978 [10]
1991 26 206 [9]
1991 26 206 [10]
2001 26 713 [9]
2014 24 956 [11]
2016 24 941 [12]
2017 24 881 [13]
Йыл Халыҡ һаны
2018 24 797 [14]
2019 24 704 [15]
2020 24 743 [16]
2021 24 554 [17]
2021 24 318 [18]
2022 23 943 [19]
2023 24 544 [20]
2024 24 863 [21]

2009 йылда 25 664 кешенең ир-егеттәр — 25 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 51,38 % тәшкил итә.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бржецлав замогы XVI быуатта; XIX быуатта неоготик стилдә яңынан төҙөү ;
  • Изге Вацлав сиркәүе, 1944 йылда емерелә, 1995 йылда яңынан төҙөлә.;
  • Изге Кирилл һәм Мефодий капеллаһы, 1853—1856 йылдарҙа Лихтенштейн кенәзенең һауығыу хәтеренә төҙөлә ;
  • Изге Рох капеллаһы;
  • Воскресения капеллаһы (1875 йыл);
  • Поганско ҡаласығы (Поганско Бржецлав ҡалаһы аръяғында) — IX быуаттарҙағы славян ҡаласығы[22]. Эргәһендә 1812 йылда ампир стиле менән төҙөлгән Погансконың һунар замогы урынлашҡан, .

Ҡаланан алыҫ түгел ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған Леднице-Вальтице мәҙәни ландшафты урынлашҡан.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Pohansko near Břeclav
  2. Jiří Macháček[cs] et al. Runes from Lány (Czech Republic) — The oldest inscription among Slavs. A new standard for multidisciplinary analysis of runic bones, 2021
  3. MU archaeologists reveal oldest writing system among Slavs to be Germanic runes, 11 February 2021
  4. Бордживой Достал[cs]. (1975) БРЖЕЦЛАВ—ПОГАНСКО IV. Усадьба великоморавского вельможи. Перевод Т. Б. Цабликовой (Dostál, B. 1975: Břeclav-Pohansko IV. Velkomoravský velmožský dvorec. Brno.)
  5. Petr Dresler, Vít Beran. Zemědělské nástroje raně středověkého obyvatelstva Pohanska u Břeclavi
  6. Vladimir Sladek, Antonin Prichystal, Renáta Přichystalová Švecová, Jiri Machacek, Eliška Schuplerová, Adéla Balcárková, Petr Dresler. Velkomoravská rotunda z Pohanska u Břeclavi = THE GREAT MORAVIAN ROTUNDA AT POHANSKO NEAR BŘECLAV
  7. Sotáková M., 2007: Břeclav-Pohansko, poloha Lesní hrúd. Spracovanie a analýza fragmentov mazanice z výskumu r. 2003 a 2004
  8. Ширинский С. С. Археологические параллели к истории христианства на Руси и в Великой Моравии // Славяне и Русь: Проблемы и идеи: Концепции, рожденные трехвековой полемикой, в хрестоматийном изложении / Сост. А. Г. Кузьмин. 2-е изд., М., 1999. С. 393—394).
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 Historický lexikon obcí České republiky – 1869–2011 (чеш.)ČSÚ, 2015.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 10,7 Historický lexikon obcí České republiky 1869–2005 (чеш.): 1. díl / под ред. J. Růžková, J. ŠkrabalČSÚ, 2006. — 759 с. — ISBN 978-80-250-1310-6
  11. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1.1.2014 (чеш.)Praha: 2014.
  12. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1.1.2016 (чеш.)Praha: 2016.
  13. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1.1.2017 (чеш.)Praha: 2017. — ISBN 978-80-250-2770-7
  14. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1.1.2018 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2018. — ISBN 978-80-250-2843-8
  15. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1.1.2019 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2019. — ISBN 978-80-250-2914-5
  16. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1.1.2020 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2020.
  17. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1.1.2021 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2021.
  18. Český statistický úřad https://www.czso.cz/csu/czso/vysledky-scitani-2021-otevrena-data (чеш.)
  19. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1. 1. 2022 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2022.
  20. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích – k 1. 1. 2023 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2023.
  21. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích – k 1. 1. 2024 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2024.
  22. Алимов Д. Е. «„Африканский способ производства“ в Великой Моравии? (заметки на полях статьи Иво Штефана)» Петербургские славянские и балканские исследования, № 1(11), стр. 183, 2012.
  • B. Dostál 1977/1978: 's Zemnice hradiska Břeclavi valem pod depotem-Pohanska. SPFFBU E22/23, 103-134.
  • B. Dostál 1979: hradiska Břeclavi opevnění K-Pohanska, 24 E SPFFBU, 73-93.
  • B. Dostál 1982: Břeclavi slovanskému osídlení časně K-Pohanska. Praha.
  • B. Dostál 1984: hradiska Pohanska brána Východní, 29 E SPFFBU, 143-166.
  • B. Dostál 1988: let výzkumu Třicet Břeclavi archeologického-Pohanska, 40 moravský v věstník Vlasti ědný, 307-332.
  • B. Dostál 1990: Břeclavi řemeslnického areálu Velkomoravské studny z-Pohanska, 42,376 AR–390.
  • B. Dostál 1993: areál Velkomoravský Břeclavi řemeslnický v-Pohansku, Morava Jižní 29,31–53.