Вязовый (станция)
Вязовый | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡытаутамаҡ ҡала округы |
Хужаһы | Көньяҡ Урал тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1890[1] |
Киләһе туҡталыш | Минка[d] һәм 1822 км[d] |
Тимер юл һыҙаты | Кропачёво — Бердяуш[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 807903 |
Вязовый Викимилектә |
Вязовый — Көньяҡ Урал тимер юлы Златоуст төбәге тимер юл станцияһы, Ҡытаутамаҡ ҡала округы Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округының Вязовый ҡасабаһында урынлашҡан.
Үҙәк станция булып тора, унан Ҡытау-Ивановск ҡалаһына бер тармаҡ китә. Төп хеҙмәтенең характеры буйынса — участка станцияһы, башҡарылған эштәр күләме буйынса 3-сө класҡа ҡарай[2]. Станцияла локомотив депоһы, юл дистанцияһы, элемтә үҙәге, вагондарҙы техник тикшереү пункты урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станция 1882 йылда Һамарҙан 791 саҡрым алыҫлыҡта, металлургия предприятиеларын хеҙмәтләндереү маҡсатында Һамар-Златоуст тимер юлын[3] төҙөгәндә барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта станцияла бер ҡатлы вокзал бинаһы төҙөлә. Ул бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған һәм XIX быуат архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Проект авторы билдәһеҙ. Диуарҙарҙың тышҡы көпләүе IX быуат ахыры—ХХ бырат башы урыҫ архитектураһының һоҡланғыс өлгөһө тип танылды. Оҙаҡ ҡына ваҡыт дауамында вокзалдың ҙур өлөшөн ресторан биләй, әммә ул 1960-сы йылдар аҙағында ябыла.
2005 йылда вокзалды яңыртыу эштәре тамамлана. Интерьер, көтөү залы, кассалар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн биналар тотош яңыртыла. Бинаның тышҡы ҡиәфәте һәм биҙәү элементтары элек нисек булған, шулай һаҡлана. Вокзал йөҙгә яҡын кешене һыйҙыра. XX быуат башында станцияла локомотив депоһы төҙөлә. 1970-се йылдарҙа станцияла вагондарҙы техник тикшереү пункты, локомотив депоһы, юл дистанцияһы, элемтә үҙәге, дауахана, тауар һәм багаж контораһы була.
Алыҫ араға йөрөүсе поездар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станцияла алыҫ араларға йөрөүсе поездарҙың күпселеге, шулар иҫәбендә Силәбе—Мәскәү № 013/014 «Көньяҡ Урал» поезы, туҡтай.
2020 йылғы график буйынса, станция аша түбәндәге алыҫ араға йөрөүсе поездар үтә:
Поездарҙың йыл әйләнәһенә хәрәкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
11 | Владивосток — Һамар | 12 | Һамар — Владивосток |
13 "Көньяҡ Урал" | Силәбе — Мәскәү | 14 "Көньяҡ Урал" | Мәскәү — Силәбе |
59 | Новокузнецк — Кисловодск | 60 | Кисловодск — Новокузнецк |
83 | Ҡарағанды — Мәскәү | 84 | Мәскәү — Ҡарағанды |
87 | Нижневартовск — Һамар | 88 | Һамар — Нижневартовск |
97 | Тында — Кисловодск | 98 | Кисловодск — Тында |
101 | Нижневартовск — Пенза | 102 | Пенза — Нижневартовск |
127 | Красноярск — Адлер | 128 | Адлер — Красноярск |
129 | Красноярск — Анапа | 130 | Анапа — Красноярск |
133 | Томск — Анапа | 134 | Анапа — Томск |
141 | Екатеринбург — Симферополь | 142 | Симферополь — Екатеринбург |
143 | Нижневартовск — Өфө | 144 | Өфө — Нижневартовск |
147 | Нижневартовск — Әстерхан | 148 | Әстерхан — Нижневартовск |
317 | Ҡарағанды — Барановичи | 318 | Барановичи-Полесские — Ҡарағанды |
331 | Яңы Уренгой — Өфө | 332 | Өфө — Яңы Уренгой |
351 | Приобье — Өфө | 352 | Өфө — Приобье |
373 | Төмән — Махачкала | 374 | Махачкала — Төмән |
391 | Силәбе — Мәскәү | 392 | Мәскәү — Силәбе |
Поездарҙың миҙгелле хәрәкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
205 | Иркутск — Анапа | 206 | Анапа — Иркутск |
229 | Северобайкальск — Анапа | 230 | Анапа — Северобайкальск |
235 | Тында — Анапа | 236 | Анапа — Тында |
243 | Новокузнецк — Анапа | 244 | Анапа — Новокузнецк |
289 | Екатеринбург — Анапа | 290 | Анапа — Екатеринбург |
425 | Силәбе — Калининград | 426 | Калининград — Силәбе |
455 | Силәбе — Новороссийск | 456 | Новороссийск — Силәбе |
457 | Силәбе — Анапа | 458 | Анапа — Силәбе |
477 | Силәбе — Адлер | 478 | Адлер — Силәбе |
Ҡала яны поездары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Златоуст йүнәлешендә көнөнә 4 пар электропоезд, шулар араһында икеһе Силәбегә — көндөҙгө һәм төнгө, Кропачёво йүнәлешендә — көнөнә 6 пар (шуларҙан 3-һө Вязовый — Кропачёво маршруты буйынса).
Билдәле хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Степанович Головин (1912 йылдың 1 ғинуары—1981 йылдың 5 майы) — Калинин фронты 3-сө Удар армияһы 63-сө айырым саңғы батальонының отделение командиры, сержант, Советтар Союзы Геройы. 1939 йылда Вязовый тимер юл станцияһында юлдарҙы йөрөп сығыусы (путеобходчик) булып эшләгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://osm.sbin.ru/esr/esr:807903
- ↑ [chel-portal.ru/?site=encyclopedia&t=vyazovaya&id=5327 Энциклопедия Челябинской области]
- ↑ Инновационный портал Уральского федерального округа. ИА ИНВУР. Новости 2017 йыл 20 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Расписание поездов дальнего следования
- Вязовой — ЮУЖД станцияһы http://chel-portal.ru/enc/vyazovaya Силәбе өлкәһе порталы. Вязовая
- Вязовой картаһы 2021 йыл 17 апрель архивланған.