Эстәлеккә күсергә

Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гузаль Рамазановна Ситдыкова битенән йүнәлтелде)
Гүзәл Ситдиҡова
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы
Файл:Guzal Sitdikova 55.jpg
Тыуған көнө:

10 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ шағиры (2022)

Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[1]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында тыуған. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
  • 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.
  • Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылышы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы.
  • 2004—2011 йылдарҙа республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләй.

Гүзәл Ситдиҡова тиҫтәнән ашыу китап авторы.

«Ағинәйҙәр ҡоро» хәрәкәтендә ҡатнаша, Википедияның башҡорт телендәге бүлеге үҫешенә күп көс һала: даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, төҙәтмәләр индерә; Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә Инкубатор проекттарын тулыландыра.

2017 йылда «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан яҙыусының «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[2][3].

Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде[1][4][5].

Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды[6].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[7]

Мемориалдағы тәржемәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөләге «Ҡайғылы әсә» мемориалында уйылған шиғырҙың башҡортсаға тәржемәсеһе. Тәржемә итеүенең тарихын ул «Хәтер тере тотҡан саҡта» тигән мәҡәләһендә бәйән итә[8]:

Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты инем. Бер көн хеҙмәттәшем Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, эске ҡораллы конфликттарҙа, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине. Миңә ҡағыҙ һондо:

— Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.

Мин уңайһыҙланып киттем:

— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит — бик етди ҡомартҡы! Был эште беҙҙең күренекле шағирҙарға тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр…

Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:

— Юҡ, беҙ хәл иттек инде — уны һеҙ тәржемә итергә тейеш! Кисектермәгеҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!:

А нам с тобой не повезло:
К любимым нам не возвратиться.
Но матери всему назло
В толпе все ищут наши лица.
Все ждут, что мы придем домой,
Привычно постоим у двери.
Что мы убитые с тобой —
Они до смерти не поверят.
Вы верьте, мамы, мы живем,
Совсем вы нас не хороните.
Мы в добрых снах домой придем,
Вы только ждите, ждите, ждите…
Придем, обнимем нежно вас.
И слезы радости прольются.
Пускай не сами в этот час,
Пусть души наши к вам вернутся.

Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса «ҡара» хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.

1. Текетек: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1994. — 16 б.
2. Бүрене еңгән бәрәс: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1999. — 24 б.
3. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо — мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. — Өфө: «Виртуал», 2002. — 79 б.
4. Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
5. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
6. Йәш ғаиләгә нәсихәттәр. — Өфө: Полиграфдизайн, 2006. — 11 б.
7. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.
8. Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары: шиғырҙар. — Өфө: РУНМЦ МОРБ, 2010. — 136 б.
9. Машина ниңә «дүрт-дүрт», ти: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010. — 112 б.
10. Гузаль Ситдыкова. Биобиблиографический указатель. — Уфа: Нац. Б-ка им. З. Валиди, 2012 (баш.) (рус.)
11. Йәннәт баҡсаһы. Юлъяҙмалар. Шиғырҙар. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
12. Ҡолонсаҡ — арғымаҡ булыр бер саҡ. Балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2014. — 154 б.
13. Г. Ситдиҡова. Ағып килә мәңгелек: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап. 2019. — 400 бит. ISBN 978-5-295-07217-8
14. Г. Ситдиҡова. Мин донъяны өйрәнәм. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 26 бит. ISBN 978-5-6041457-8-4
15. Г. Ситдиҡова. Ана килә бәпәй. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 26 бит. ISBN 978-5-6041458-0-7
16. Г. Ситдиҡова. Өшөрә менән Айытҡужа әйтеше. Беренсе "Байыҡ сәсән"конкурсы — Өфө: ЯСЙ «Беренсе типография». 2022. — ISBN 978-5-6047572-6-0

Йыйынтыҡтарҙа баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
13. Июль ҡайтҡан; Далаларҙа: (шиғырҙар)// Йәш көстәр: шиғырҙар, хикәйәләр. — Өфө, 1984. — Б. 97—98
14. Шиғырҙар// Ете шишмә: шиғырҙар. — Өфө, 1988. — Б. 31—52
15. Муйылдар (хикәйәләр)//Мөхәббәткә хөкөм юҡ: повестар, хикәйәләр, юморескалар һәм пьесалар. — Өфө, 1997. — Б. 211—250
16. Ай һәм Ҡояш: (шиғырҙар)// Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө, 2001. — Б. 735—736
17. Туған тел: (шиғыр)// Халҡым теле — хаҡлыҡ теле. — Өфө, 2005. — Б. 117
18. Кем мин?: (шиғырҙар)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М., 2008. — С. 498—505
19. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләлә тотҡан урыны.// Статус и роль женщины в современном мире. — Өфө, «Ғилем», 2011—106—110 бб.
20. Соловьиная ива: (стихи)// Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. — Уфа, 2007. — С. 389—390
21. Кто я?: (стихи)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М. — С. 498—505
22. Круговорот. Стихи. — Бельские просторы, 2014. — № 7. — с. 3—9
23. Возрождение традиций (о чаепитии) — Чай — дело тонкое (Автор-составитель В. Баюканский) — М.:ИПО «У Никитских ворот», 2015. — 416 с. — с. 61-68

Башҡортсаға тәржемәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Андерсен Г. Х. Стойкий оловянный солдатик //Книга для чт. для 1 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 41—48.
  • Андерсен Г. Х. Гадкий утенок //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
  • Андерсен Г. Х. Дюймовочка //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
  • Андерсен Г. Х. Снежная королева//Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 33—54.
  • Андерсен Г. Х. Дикие гуси //Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 55—74.
  • Андерсен Г. Х. Сказки и истории (на баш. яз.) пер. Г. Ситдыковой ISBN 978-5-903622-51-1 — Уфа: Инеш, 2015. — 188 страниц
  • Л. Кэрролл. Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары. (Башҡортсаға Г. Ситдиҡова тәржемәһе) — Evertype (Ирландия), 2017. — 129 с. — ISBN-13 978-1-78201-201-6; ISBN-10-1-78201-201-X
  • Ҡыҙыл ләлә булып балҡырмын (ҡалмыҡсанан тәржемә) — М. Хонинов. Стану красным тюльпаном. — Элиста: КалмНЦ РАН,2021. — с.50-55. — ISBN 978-5-906881-76-2

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Туғыҙбаева Ф. «Күк иңләргә тауҙар өйрәтте…» «Башҡортостан» гәзите, 2017, 1 март[12].
  • Баһуманова М. Гүзәлдең әйткәне күңелдә ҡалды. Шағирәнең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китабын уҡығанда тыуған уйҙар. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8[13].
  • Ғилманов Д. Исемдәр есемгә тап килһен! «Башҡортостан» гәзите, 2015, 9 декабрь[14].
  • Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 10 июнь[15].
  • Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары 2018, 10 ғинуар[16]
  • Ҡотоева Г. «Ғүмерем зая үтмәһен тип йәшәйем» Башҡортостан ҡыҙы, 2021, № 2[17].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 Определен лауреат Госпремии Башкортостана имени Хадии Давлетшиной. , 2017, 8 март (Тикшерелеү көнө: 8 март 2017) (рус.)
  2. Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде. , 2017, 17 февраль (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
  3. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Премияға кем лайыҡ булыр? , 2017, 21 февраль(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
  4. 2017 йыл 3 апрель [https://web.archive.org/web/20170403055919/http://bashgazet.ru/main/25588-olonsatan-arymaa.html архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. 2017 йыл 3 апрель архивланған. Дәүләтбәкова Л. Ҡолонсаҡтан — арғымаҡҡа. , 2017, 10 март] 2017 йыл 3 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2017)
  5. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Пресс-служба. Новости. Поздравления. 2017, 28 апреля 2017 йыл 11 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2017)
  6. 6,0 6,1 Башҡорт шағирәһе — Марина Цветаеваның шиғырҙарын тәржемәләү конкурсы еңеүсеһе. , 2017, 30 май (Тикшерелеү көнө: 30 май 2017)
  7. Азат Бадранов: Идея форума писателей — перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ», 27 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2021)
  8. Хәтер тере тотҡан саҡта 2016 йыл 11 июнь архивланған.
  9. 2016 йыл 28 сентябрь [https://web.archive.org/web/20160928202819/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/23583-ul-dyuamal-i-dauyl-ky-dauyldara-baray-yn-yaly.html архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. , 2016, 9 сентябрь] 2016 йыл 28 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2016)
  10. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) , 2015, 10 октябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2016)
  11. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) , 2012, 8 май(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2016)
  12. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Тарих һөйләй әҫәрҙәре. , 2017, 1 март(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
  13. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8 (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2016)
  14. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) , 2015, 9 декабрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2016)
  15. Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой). , 2012, 10 июнь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2017)
  16. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка),2018, 10 ғинуар (недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2018)
  17. Ғүмерем зая үтмәһен тип йәшәйем
  18. Решение Министра образования и науки Республики Башкортостан № 1300 от 07.06.2022 о награждении Г. Р. Ситдыковой Нагрудным знаком «Отличник народного образования»
  19. В Уфе 15-летие Башкирской Википедии отметили форумом волонтеров
  20. [1]
  21. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2017, 28 апреля 2018 йыл 30 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2017)
  22. http://www.bashinform.ru/news/968624-opredelyen-laureat-gospremii-respubliki-imeni-khadii-davletshinoy/
  23. Аралбаева Л. В Башкирии появились новые баиковеды. ИА «Башинформ» (22 июнь 2015). Дата обращения: 5 ғинуар 2016.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Статья в Башкирской энциклопедии, т.5
  • Ситдыкова Гузаль Рамазановна// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005. — стр. 271, 284, 294
  • Ситдыкова Гузаль Рамазановна// По пути созидания. — Уфа, Галигиль, 2005. — стр. 31, 32
  • Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2011. − 40 б.
  • Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2012. — 58 б.
  • Фәүзиә Латипова. Донъяны биҙәй улар — Өфө, 2005. — 57—63, 142—149 б.