Эстәлеккә күсергә

Иосиф II

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иосиф II
Joseph II
Иосиф II
Флаг
Флаг
Австрия эрцгерцогы,
Изге Рим империяһы,
Венгрия короле,
Богемия короле,
Хорватия һәм Славония короле,
Галиция һәм Лодомерия короле
Флаг
Флаг
18 август, 1765 — 20 февраль, 1790
Алдан килеүсе: Мария Терезия
Дауамсы: Леопольд II
Рим короле
1764 — 1765
Алдан килеүсе: Иосиф I
Дауамсы: Наполеон II
 
Дине: Католик сиркәүе
Тыуған: 13 март 1741({{padleft:1741|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вена
Үлгән: 20 февраль 1790({{padleft:1790|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (48 йәш)
Вена
Ерләнгән: Император төрбәһе
Нәҫел: Габсбург-Лотарингскийҙар династияһы
Атаһы: Франц I Стефан
Әсәһе: Мария Терезия
Ҡатыны: Изабелла Пармская
Мария Йозефа Баварская
Балалары: Мария Терезия Елизавета Австрийская
 
Автограф:
 
Наградалары:
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Мария Терезия хәрби ордены
Мария Терезия хәрби ордены

Иосиф II (нем. Joseph II.; 13 март 1741 йыл, Вена — 20 февраль 1790 йыл, Вена) — дәүләт эшмәкәре, реформатор, мәғрифәтле абсолютизмдың сағыу вәкиле. 1764 йылдың 27 мартынан алып Германия короле, 1765 йылдың 18 авгусында Изге Рим империяһы императоры итеп һайлана, Мария Терезияның өлкән улы, 1780 йылдың ноябрь аҙағына тиклем уның хакимдашы була; 1780 йылдың 29 ноябрендә, әсәһенең вафатынан һуң, Габсбургтар биләмәләрен — Австрия эрцгерцоглығын, Богемия һәм Венгрия короллеген мираҫ итеп ала.

Әсәһенең хакимдашы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы Франц I Лотарингскийҙың вафатынан һуң император итеп һайлана һәм әсәһе тарафынан Австрия биләмәләре менән идара итеүгә ылыҡтырыла. Уларҙың бергә идара иткән дәүере киң үҙгәртеп ҡороу эшмәкәрлеге менән айырылып тора, сөнки Австрияны һәләкәт сигенә ҡуйған Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында реформалар кәрәклеге асык рәүештә беленә, шул уҡ ваҡытта сиктәр аша XVIII быуат француз фәлсәфәһенең мәғрифәтселек идеялары үтеп инә.

«Мәғариф» партияһы (Aufklärungspartei) әҙәбиәттә һәм хатта Австрияның хөкүмәт даирәләрендә, императрицаның консерватив ҡараштарына ҡарамайынса, өҫтөнлөк ала бара, һәм ниһайәт үҙгәрештәр яҡлыларҙың башында Иосиф сығыш яһай. Иосиф ҡатнашлығында Мария Терезия хөкүмәте крәҫтиәндәрҙең хәлен еңеләйтә, дәүләт власын нығыта, клерикаль һәм феодаль элементтарға зыян килтереп, иезуиттарҙың орденын юҡҡа сығара һәм ҡаты язалауҙарҙы бөтөрә. Шулай ҙа Мария Терезияның компромистарға бай сәйәсәте уның улын ҡәнәғәтләндермәй. Әсәһен ныҡ яратыуына ҡарамаҫтан, Иосиф ғүмеренең иң яҡшы йылдарын уның менән йәшерен, ҡайһы бер саҡта байтаҡ киҫкенләшкән (мәҫәлән, дингә тигеҙ ҡарау проблемалары буйынса) көрәштә үткәрә.

Үҙаллы хакимлығы. Иосифтың мәғрифәтле абсолютизмы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тик әсәһенең вафатынан һуң ғына, 1780 йылдан алып, Иосифтың киң үҙгәртеп ҡороу ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлек тыуа. Иосиф II программаһы мәғрифәтселек абсолютизмы системаһының эҙмә-эҙлекле сағылышы булып тора. Ил хакимдары булған философтар Фридрих II Прусский һәм Екатерина II замандашы, Иосиф үҙен дә, башҡаларҙы ла аямаған, ҡаты эш менән йонсотҡан заманының иң эшлекле кешеләренең береһе була. Уның һанһыҙ ил буйлап сәйәхәттәре байрам итеп йөрөү булмай, ә выжданлы ревизорҙың ауыр эше була. Һәр нәмәгә шәхсән инеп, ул Австрияны дәүләт реформалары аша артта ҡалған хәлдән сығара алыуына ысын күңелдән ышана. Бының өсөн, уның фекере буйынса, иң элек дәүләт власының көсәйеүе мөһим. Шул уҡ ваҡытта Иосиф элекке Австрия дәүләтенең эске һәм тышҡы ҡеүәтен нығытыу традицияһына, бюрократик үҙәкләштереү, төрлө ырыулы монархия составын берләштереү, боронғо феодаль сығышлы тыйнаҡһыҙлыҡты юҡҡа сығарыу һәм сиркәүҙең хөкүмәткә буйһоноу традицияларына таяна. Әммә ул, императорҙың сикләнмәгән власына төҙәтмә итеп, матбуғатта көндәлек эштәрҙе асыҡ тикшереүҙе һәм монархтың ғәмәлдәренә асыҡ тәнҡитте рөхсәт итә (1781 йылдың 11 июнендәге матбуғат тураһында Законы).

Уның кеше йәнле эшмәкәрлеге бөтә ҡыйырһытылғандарҙы, ҡыҫырыҡланған крәҫтиәндәрҙән башлап, йәтимдәр, сирлеләр, һаңғырау — телһеҙ, законһыҙ тыуғандарға тиклем, үҙ эсенә ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Иосиф өсөн сентиментализм һәм хис — тойғоға бай XVIII быуаттың бер аҙ ситкә йүнәлтелгән миһырбанлыҡ бөтөнләй сит. Әҙ генә ҡаршылыҡ күрһәтеүгә лә ул ҡаты яуап ҡайтара; тышҡы сәйәсәттә ул үҙенең дәүләтенең мәнфәғәтенән генә сығып, эш итә. Был юҫыҡта ул Мария Терезия дипломатияһына йоғонто яһай һәм Польшаны беренсе тапҡыр бүлешеүҙә Австрияның ҡатнашыуы уның намыҫында. Модала булған яҙыусыларҙан маҡтау һүҙҙәрен ул көтмәй; Францияға күп ғауға тыуҙырған сәйәхәтендә (1777 йыл) Вольтер менән осрашыуы уның теләгенә ярашлы килеп сыҡмай.

1781 йылдың 13 октябрендә ул дингә тигеҙ ҡараш тураһындағы указ сығара һәм халыҡҡа белем таратыу йәки ауырыуҙарҙы ҡарау (20 декабрь) эшенә булышлыҡ итмәгән монастырҙәрҙы һәм рухи ордендарҙы юҡҡа сығара. Чехия менән Моравия территорияларында ғына Иосиф II дини реформаһы һөҙөмтәһендә 1782—1785 йылдарҙа 100-ҙән артыҡ монастырь[1] ябыла.

Сиркәү дәүләткә тығыҙ бәйләнә һәм уның Рим курияһы менән бәйләнеше ныҡ ҡына сикләнә. Халыҡ мәғарифы дәүләт ҡарамағына ҡуйыла, шул уҡ ваҡытта дәүләт башланғыс белем биреү тураһында айырым хәстәр күрә (Австрияла башланғыс алыу белем мәжбүригә әйләнә). Католик сиркәүе хакимлыҡ итеүсе булып ҡала, әммә православие динендәгеләргә, лютерандарға һәм кальвинистарға гражданлыҡ хоҡуҡтары бүләк ителә, ә йәһүдтәрҙең хәле күпкә еңеләйтелә. 1782 йылдан өҫтөнлөк иткән диндән баш тартыу енәйәт булып һаналмай башлай, әммә хөкүмәтдини фанатиктар күп булған илдә намыҫ иреклеген индерергә баҙнат итмәй: динде һайлау хоҡуғы сроктар һәм башҡа кәртәләр менән сикләнә, сектанттарға ҡарата Иосиф ҡайһы бер ҙә хатта үтә ҡаты ла була.

Императорҙың католик сиркәүенән тыш дини йүнәлештәргә ҡарата мөнәсәбәте миҫалы итеп, абрамиттарҙы көсләп католиктарға әйләндерергә тырышыуҙы уның бойороғо менән туҡтатыу тарихын килтерергә мөмкин.

Крәҫтиән реформаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иосиф II Славиковицала ер һөрә (1769)

Урта быуаттарҙың икенсе мираҫы — феодализм менән — шулай уҡ көсөргәнешле көрәш тоҡана. Магнаттарҙың өҫтөнлөктәрен юҡҡа сығарып һәм закон алдында бөтә граждандарҙың да тигеҙлеген урынлаштырып, Иосиф дворянлыҡты тик хеҙмәт итеүсе сословие тип таный һәм чиновниктар араһына разночинецтар инеүенә юл ҡуя. Иосиф Богемияла (1781 йылдың 1 ноябрендә) крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығара, бер аҙҙан башҡа провинцияларҙа ла һәм крәҫтиәндәр бүлеп биргән ерҙе һатып алыуын хуплай. Ауыл халҡының йәшәү кимәлен күтәреү тураһында хәстәрләп, ул 1786 йылдың 20 апрелендә иғлан ителгән патентҡа ярашлы, бер тигеҙ ер һалымын урынлаштырырға ниәтләй, әммә был теләген уға бойомға ашырырға яҙмай.

Уның сәйәсәте дөйөм ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра һәм ҡаршылыҡҡа дусар була. Феодалдар һәм клерикалдар реформалар эшен тотҡарларға тырышалар һәм папа Пий VI Венаға һөҙөмтәһеҙ сәйәхәт ҡылһа ла, императорҙың дәртен һүндереүгә өмөтләнеп, клерикалдарҙың даими ҡаршылыҡ күрһәтеүе һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына ла эҙмә — эҙлекле, ҡаты һәм йыш ҡына әҙәпһеҙ регламент ҡуйыу, тормоштоң бөтә тармаҡтарына ла: ғибәҙәт ҡылыуҙан, ерләүҙән корсет кейеүгә тиклем бюрократик ҡыҫтырылыу оҡшамай. Нәҡ шул йәмғиәт төркөмдәре файҙаһына реакцияға ҡаршы көрәшкән саҡта уларҙың түҙемһеҙлеге күренә, мәҫәлән, Валахия (Румыния) крәҫтиәндәре баш күтәрә (1784). Былар барыһы ла Иосифтың хәлен айырыуса ҡатмарлаштыра. Габсбургтарҙың үҙәкләштереү, немец телен индереү, провинциялар иркен юҡҡа сығарыу, ҡатламлы-вәкәләтле ҡоролош ҡалдыҡтарын Вена бюрократияһы менән алмаштырыуҙан торған традицион сәйәсәтенә ҡаршы сыҡҡан Иосиф II уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Һәйкәл Уничовала (Чехия)

Иосиф эске эштәргә бөтә иғтибарын туплай алмай, сөнки өҙлөкһөҙ халыҡ-ара ҡатмарлылыҡтарға тарый. Үҙенең дәүләтенең сиктәрен киңәйтүе пландары менән ул бер күршеһенә лә тынғылыҡ бирмәй — тәү нәүбәттә, элекке Австрия дошманы, Пруссия короленә. Австрия өсөн Германия империяһынан өҫтөнлөк бирә алырлыҡ Баварияның ҡушылдырылыуы айырмалыҡлы табышты кәүҙәләндерә. Ошо юҫыҡта Мария Терезия дәүерендә уңышһыҙ уҡталыуҙан һуң Иосиф 1780 йылдарҙың икенсе яртыһында Австрия Нидерландтарын ҡайтарыу юлы аша маҡсатҡа ирешергә ниәт ҡыла, әммә уның баҫып алыуҙары һәм ваҡ хужалар менән тупһыҙ мөғәләмәһе Фридрих II етәкселегендәге Германия кенәздәре союзын уға ҡаршы туплай (Fürstenbund). Шулай итеп, башланған эштән баш тартырға тура килә. Шулай уҡ Шельде йылғаһында судносылыҡ өсөн Иосифтың Голландия менән бәрелеше лә уңышһыҙлыҡ менән бөтә.

Төркиәне бүлгеләүгә самалап, Иосиф барыһынан да нығыраҡ Рәсәйҙән союздашлыҡ көтә. Екатерина II шәхсән дуҫы һәм ихлас союздашы булараҡ граф Фалькенштейн исеме аҫтында үҙенең Рәсәйгә икенсе сәйәхәте ваҡытында Иосиф II көтмәгәндә Бөйөк француз революцияһы йоғонтоһо аҫтында башланған һәм үҙен Бельгия ҡушма штаттары тип иғлан иткән Бельгиялағы ихтилал тураһында хәбәр ала (ул ваҡытта Бельгия- Габсбургтар империяһына инә). Брабант революцияһының төп сәбәптәре Австрия императоры тарафынан был биләмәнең тарихи иреккә бәйле хоҡуҡтарын (Joyeuse entrée хартияһы шул иҫәптән) һәм илдәге учреждениеларҙы юҡҡа сығарыуға бәйле. Илде әле яңыраҡ ҡына әйбер һымаҡ икенсе илгә алмаштырырға ниәт иткәндәр, феодалдар һәм сиркәү әһелдәре демократик элементтарҙа үҙҙәренә терәк таба, хәрби көс тә, папа тарафынан өгөт — нәсихәт тә, хөкүмәттең тантаналы ташламалары ла Бельгияны тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй. Ошо уҡ осорҙа,шул уҡ сәбәптәр арҡаһында, Австрия менән берләштереү сәйәсәте Венгрияның тарихи бойондороҡһоҙлоғон һанға һуҡмағанға, халыҡ теләгенә ҡаршы немец телен көсләп индергәнгә Венгрияла эштәр хәүефле йүнәлеш ала, ә магнаттар физиократтар тәҡдим иткән ер һалымын индереүгә ҡабалан әҙерлектән ҡурҡа.

Уңышһыҙ һуғыш һәм вафаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иосиф II дукаты, 1787 йыл

Рәсәй—Төркиә һуғышы башлана (1787—1792). Һуғышта еңеүсе даны менән үҙенең ҡаҡшаған абруйын тергеҙеү өсөн Иосиф Рәсәйҙең ярҙамсы союздашы роле менән сикләнмәй, Австрия—Төркиә һуғышын (1787—1791) башлап, үҙенең барлыҡ көстәрен төрөктәргә ҡаршы йүнәлтә һәм үҙе ғәсҡәр башына тора. Уның өсөн һәләкәтле булған ҡарар- хәрби эште яратыуы һөҙөмтәһе, был тышҡы сәйәсәт менән мауығыуы арыу-талыуҙы белмәгән реформатор шәхесендәге төп ҡапма-ҡаршылыҡ . Баштараҡ Австрия ғәскәре уңышҡа ирешә: фельдмаршал Эрнст Гидеон Лаудонға төрөктәрҙе Банаттан ҡыуып сығарырға һәм Белградты алырға насип була, ә принц Кобургский Валахияны һәм Бухаресты яулап ала.

Әммә бик тиҙҙән хәрби уңышһыҙлыҡтар һәм походта эләктергән үлемесле биҙгәк сире уны Венаға ҡайтырға мәжбүр итә. Бында хәленең мөшкөллөгөн һиҙгән император,хәүефле эске сыуалыштар барғанын белеп, крәҫтиән реформаһынан һәм дингә тигеҙ ҡараш законынан башҡа бөтә булған бойороҡтарын юҡҡа сығара. Үлем түшәгендә, бик ауыр ғазаптарға ҡарамаҫтан, ул аҙаҡҡы көнгә тиклем дәүләт эштәре менән шөғөлләнә һәм 1790 йылдың 20 февралендә ҙур дәрәжә һәм ныҡлыҡ менән вафат булып ҡала.

Иосиф II-нең тура вариҫтары булмай, шуға ла ҡустыһы Леопольд II тәхеткә ултыра, ә уның ҡыҫҡа батшалығынан һуң — Франц II.

  • Алтын йөн ордены (гроссмейстер 1780 йылдан)
  • Мария Терезия хәрби ордены (гроссмейстер 1780 йылдан)
  • Изге Стефан король венгр ордены (Ҙур тәре кавалеры 1764 йылдан, гроссмейстер 1780 йылдан)[2].

Иосифтың яҡын кешеләре менән хатлашыуы халыҡҡа Arneth’a, Beer'ә, Brunnefa, Geffroy, Wolf' баҫмаларында еткерелә. Урыҫ император тарихи йәмғиәте тарафынан Иосиф II тышҡы сәйәсәте буйынса документтар баҫтырыла.

Монографиялар:

  • Hock. Der Oesterreichische Staatsrath. Вена: 1879;
  • Онкен йыйынтығы. Берлин. Вып. 57, 63, 83;
  • Wendrinsky. Joseph II. Вена, 1880;
  • Ranke. Die Deutschen Mächte und der Fürstenbund;
  • Grosshoffinger. Joseph II. Лейпциг: 1865;
  • проф. Трачевский. Кенәздәр союзы;
  • Соколов. Иосиф II сиркәү реформалары (1893).

Китаптар:

  • Петрова М. А. Екатерина II һәм Иосиф II: Рәсәй — Австрия союзының формалашыуы: 1780—1790. — М.: Наука, 2011. — 419 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-02-036720-3
Изге Рим империяһы императорҙары (Оттон I тиклем — «Көнбайыш императорҙары») (800—1806)
800 814 840 843 855 875 877 881 887 891
   Карл I Людовик I  —  Лотарь I Людовик II Карл II  —  Карл III  —    
891 894 898 899 901 905 915 924 962 973 983
   Гвидо Ламберт Арнульф  —  Людовик III  —  Беренгар I  —  Оттон I Оттон II   
983 996 1002 1014 1024 1027 1039 1046 1056 1084 1105 1111 1125 1133 1137 1155
    —  Оттон III  —  Генрих II  —  Конрад II  —  Генрих III  —  Генрих IV  —  Генрих V  —  Лотарь II  —    
1155 1190 1197 1209 1215 1220 1250 1312 1313 1328 1347 1355 1378 1410
   Фридрих I Генрих VI  —  Оттон IV  —  Фридрих II  —  Генрих VII  —  Людвиг IV  —  Карл IV  —    
1410 1437 1452 1493 1508 1519 1530 1556 1564 1576 1612 1619 1637
   Сигизмунд Фридрих III Максимилиан I Карл V Фердинанд I Максимилиан II Рудольф II Матвей Фердинанд II   
1637 1657 1705 1711 1740 1742 1745 1765 1790 1792 1806
   Фердинанд III Леопольд I Иосиф I Карл VI  —  Карл VII Франц I Стефан Иосиф II Леопольд II Франц II   

Каролингтар — Саксонская династия — Салическая династия — Гогенштауфендар — Виттельсбахтар — Габсбургтар