Иҫке Чат
Ауыл | |||||
Иҫке Чат | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Иҫке Чат (Иҫке Сат, Ҡажмаҡты Чат[1]; рус. Старый Чад) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Барҙа ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618150, ОКАТО коды — 57204807003.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 10 км көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 131 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 63 ир һәм 68 ҡатын-ҡыҙ[2].
2005 йылда ауылда 195 кеше йәшәгән[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи сығанаҡтарҙа ауыл Үрге Ҡажмаҡты тип тә исемленә.
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә Иҫке Чат ауылын Барҙы ауылынан сығыусылар нигеҙләгәндәр[4]. Ауылға шулай уҡ башҡа ауылдарҙан да күсеп килеүселәр булған[4]. Мәҫәлән, Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылғы VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып баҫтырған ауылда йәшәүселәр исемлегендә Удик (Елпачиха), Усть-Тунтор , Ҡуян ауылдары вәкилдәре лә бар.
1834 йылғы VIII ревизия мәғлүмәттәрендә ауыл «әҙ йортло» тип билдәләнгән[4]. Ул йылда ауылда 39 ир һәм 26 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4].
1859 йылғы ревизия ваҡытында ауылдың 55 йортонда 118 ир-ат һәм 110 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4].
Шулай уҡ тарихи сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәттәр һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылдың 12 йортонда 20 ат һәм 80 һыйыр иҫәпкә алынған[4]. Ул йылда ауыл халҡы бөтәһе 600 бот икмәк сәскән[4].
1850 йылда ауылда мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда был мәктәптә 20 малай һәм 15 ҡыҙ белем алған[4].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Верхне-Казмакты (Старый Чат) по VIII ревизии 1834 г. |
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.