Эстәлеккә күсергә

Кампала

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кампала
Рәсем
Этнохороним Kampalan, Kampalais[1] һәм Kampalaise[1]
Дәүләт  Уганда[2]
Административ үҙәге Уганда
Административ-территориаль берәмек Кампала[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Виктория күле
Хөкүмәт башлығы вазифаһы обер-бургомистр[d]
Хөкүмәт башлығы Эриас Лукваго[d]
Халыҡ һаны 1 680 600 кеше (2019)
Административ рәүештә бүленә Makindye Division[d], Rubaga Division[d], Kawempe Division[d] һәм Nakawa Division[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1190 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Кигали[d]
Сиктәш Центральная область[d]
Майҙан 189 000 000 квадрат метр
Рәсми сайт kcca.go.ug
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Тема иҡтисады economy of Kampala[d]
Карта
 Кампала Викимилектә

Кампала (ингл. һәм суахили KampalaKampala) — Уганданың баш ҡалаһы, Виктория күленең төньяҡ яр буйы янында урынлашҡан. Үҙәк өлкәнең һәм Кампала округының административ үҙәге.

Ҡала 1890 йылда британ колонисы Ф. Лугард  тарафынан Кампала убаһында форпост булараҡ  нигеҙләнә. Атамаһы импала (антилопа төрө) һүҙенән барлыҡҡа килгән[3].

2010 йылдың 11 июлендә ҡалала ҙур террористик акт булған. 76 кеше һәләк булған.

Кампала климаты субэкваториаль, диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге бик ҙур булыуы менән йомшара. Ике дымлы һәм ике ҡыҫҡа ҡоро миҙгел бар.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 28,5 29,3 28,7 27,7 27,2 26,9 26,7 27,2 27,9 27,7 27,8 28,0 27,8
Уртаса температура, °C 23,2 23,8 23,5 22,9 22,6 22,3 21,9 22,1 22,6 22,6 22,7 22,9 22,8
Уртаса минимум, °C 17,9 18,3 18,2 18,1 17,9 17,7 17,2 17,0 17,2 17,5 17,5 17,8 17,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 68,4 63,0 131,5 169,3 117,5 69,2 63,1 95,7 108,4 138,0 148,7 91,5 1264,3
Сығанаҡ: [1]

Кампала — тимер һәм шоссе юлдары төйөнө. Халыҡ-ара аэропорт Камапаланан 35 км алыҫлыҡта Энтеббе ҡалаһында урынлашҡан. Ҡалала аҙыҡ-түлек, химия, фармацевтика, күн-аяҡ кейеме, туҡыма, металл һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән.

Илдең төп сәйәси, мәҙәни, сауҙа һәм финанс үҙәге. Ҡала биләмәһендә Милли университет, Уганда музейы (шул иҫәптән уникаль музыка ҡоралдары коллекцияһы), Археологик тикшеренеүҙәр үҙәге, Милли театр, Нельсон Мандела исемендәге милли стадион, нәфис сәнғәт мәктәбе, сәнғәт галереяһы, Изге Павел соборы, Буганда хакимдары кәшәнәһе урынлашҡан.

Ҡалала Угандала иң ҙур мәсет — «Ҡаддафи» мәсете урынлашҡан, ул Мөәмәр Ҡаддафи исемен йөрөтә.

{

  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Кампала // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.