Карр Эдвард Халлетт
Карр Эдвард Халлетт | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Бөйөк Британия |
Тыуған көнө | 28 июнь 1892[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Лондон, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d] |
Вафат булған көнө | 3 ноябрь 1982[3][4][5][…] (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Лондон, Бөйөк Британия |
Хәләл ефете | Бетти Беренс[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Һөнәр төрө | тарихсы, журналист, дипломат, яҙыусы, политолог, профессор, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | история СССР[d], Тарихнамә, теория международных отношений[d], тарих[6], халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[d][6], внешняя политика[d][6], политология[6], әҙәби эшмәкәрлек[d][6], журналистика[6] һәм Дипломатия[6] |
Эш урыны |
Оксфорд университеты Университет Аберистуита[d] |
Уҡыу йорто | Тринити колледжы[d] |
Аспиранттар | Габриэль Городецкий[d] |
Ойошма ағзаһы | Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Эдвард Халлетт «Тэд» Карр (ингл. Edward Hallett «Ted» Carr, 28 июнь 1892 йыл — 3 ноябрь 1982 йыл) — Британия тарихсыһы, политолог, дипломат, журналист һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшереүсе, тарих фәнен өйрәнеүҙә эмпиризмға ҡаршы. Британия империяһы ордены командоры (1920). Башҡортостандың XX быуаттың 1‑се сирегендә сәйәси, социаль-иҡтисади үҫешен, Башҡорт милли хәрәкәте һәм Кесе Башҡортостан тарихын өйрәнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эдуард Халлет Карр 1892 йылдың 28 июнендә Лондонда тыуа. Кембридж университетында Тринити-колледж тамамлай. 1916—1936 йылдарҙа Британияның Форин-офисында хеҙмәт итә. Башта контрабандаға һәм Германияны блокадалауға ҡаршы эш итеү буйынса бүлеккә эләгә, һуңынан Рәсәй менән мөнәсәбәттәр бүлегенә күсерелә. Граждандар һуғышында большевиктар еңеү яуларын аңлап, премьер Ллойд Джордждың интервенция яҡлы Уинстон Черчиллгә ҡарата уртаса позицияһын яҡлай. Париж тыныслыҡ конференцияһы һәм башҡа халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.
1920—1921 йылдарҙа Бөйөк Британияның Франциялағы илселеге хеҙмәткәре, һуңынан сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратына ҡайта. 1925—1929 йылдарҙа Ригала (Латвия) Британия илселегенең икенсе секретары булып эшләй. Параллель рәүештә тарихты өйрәнә, бигерәк тә рус тарихын. 1930—1933 йылдарҙа Милләттәр лигаһы эштәре буйынса кәңәшсе ярҙамсыһы була.
1936 йылда — Аберистуита Уэльс университетында, артабан — Британияның башҡа юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында (1961 йылда Кембридж университетында тревельяновский лекциялары уҡый) халыҡ-ара сәйәсәт уҡыта. Икенсе донъя һуғышы йылдарында мәғлүмәт министрлығының сит ил бүлеге менән етәкселек итә, 197ү41-1946 йылдарҙа 1939 1940 йылдарҙа «Таймс» гәзите баш мөхәррире ярҙамсыһы була, СССР менән альянс һәм социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар яҡлы була.
Фәнгә өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ун дүрт томлыҡ «Совет Рәсәйе тарихы» (1950—1978 йылдарҙа баҫыла) тикшеренеүҙәре менән билдәле ғалим. 1917—1929 йылдарҙағы совет тарихына, тарих буйынса хеҙмәттәргә һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр теорияһына ян-яҡлы баһа бирә (мәҫәлән, егерме йыл «Көрсөктөң 20 йылы: 1919—1939. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүгә инеш», «Тыныслыҡ килешеүҙәре төҙөлгәндән һуң халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» һәм «Британия: Версаль килешеүенән алып һуғышты башланғанға тиклем тышҡы сәйәсәтте тикшереү»), 1961 йылда шулай уҡ «Нимә ул тарих?». тигән китабы донъя күрә.
Башта либерал, марксизмға ҡаршы һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшергәндә сәйәси реализм теорияһы яҡлы була. Совет Рәсәйе тарихын тикшереү барышында һул позицияға (большевистик лидерҙар араһынан уға Лев Троцкий нығыраҡ оҡшай) күсә бара. Быға уның яҡындары, дуҫтары, шул иҫәптән Исаак Дойчер, Карл Маннгейм һәм Гарольд Ласка йоғонто яһай. 1978 йылда «The New Left Review»-та интервьюһында капитализм тураһында һәләкәткә дусар аҡылһыҙ иҡтисади система, тип һөйләй.
Рәсәй тарихындағы күнегеүҙәрен идеялар һәм мәҙәниәт тарихынан башлап («Достоевский (1821—1881): яңы биография» китабы, 1931 йылда — «Ҡыуылған романтиктар» (А. и. Герцен һәм Н. П. Огаревҡа бағышланған очерктар) һәм 1933 йылда «Михаил Бакунин» 1937 йыл), марксистик хәрәкәтте (1934 йылда Карл Маркстың биографияһын яҙа), урыҫ революцияһын һәм совет дәүләтенең барлыҡҡа килеүен өйрәнеүгә күсә. Көнбайыштың советтарҙы өйрәнеүселәренең традицион алымдарынан айырмалы, Октябрь революцияһын ябай түңкәрелеш тип түгел, ә Советтарға берләшкән эшсе һәм һалдат массаларының матдиләшкән ихтыяры сағылышы, революцион процестың объектив ҫеше һөҙөмтәһе тип ҡарай.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Turgenev and Dostoyevsky» pages 156—163 from The Slavonic and East European Review, Volume 8, Issue # 22 June 1929.
- «Was Dostoyevsky an Epileptic?» pages 424—431 from The Slavonic and East European Review, Volume 9, Issue # 26, December 1930.
- Dostoevsky (1821—1881): a New Biography, New York: Houghton Mifflin, 1931.
- The Romantic Exiles: a Nineteenth Century Portrait Gallery, London: Victor Gollancz, 1933 and was also published in paperback by Penguin in 1949 and again in 1968.
- Karl Marx: a Study in Fanaticism, London: Dent, 1934.
- Michael Bakunin, London: Macmillan, 1937.
- International Relations Since the Peace Treaties, London, Macmillan, 1937
- The Twenty Years Crisis, 1919—1939: an Introduction to the Study of International Relations, London: Macmillan, 1939, revised edition, 1946.
- Review of The Communist International by Franz Borkenau pages 444—445 from International Affairs, Volume 18, Issue # 3, May — June 1939.
- Britain : A Study Of Foreign Policy From The Versailles Treaty To The Outbreak Of War, London ; New York : Longmans, Green and Co., 1939.
- Conditions of Peace, London: Macmillan, 1942.
- Review of A Survey of Russian History by B.H. Summer pages 294—295 from International Affairs, Volume 20, Issue # 2, April 1944.
- Nationalism and After, London: Macmillan, 1945.
- Review of Patterns of Peacemaking by David Thomson, Ernst Mayer and Arthur Briggs page 277 from International Affairs, Volume 22, Issue # 2 March 1946.
- Review of Building Lenin’s Russia by Simon Liberman page 303 from International Affairs, Volume 22, Issue # 2, March 1946.
- The Soviet Impact on the Western World, 1946.
- «From Munich to Moscow» pages 3-17 from Soviet Studies, Volume 1, Issue # 1, June, 1949.
- A History of Soviet Russia, Collection of 14 volumes, London: Macmillan, 1950—1978. The first three titles being The Bolshevik Revolution (3 volumes), The Interregnum (1 volume), Socialism In One County (5 volumes) and The Foundations of A Planned Economy (5 volumes).
- История Советской России. Кн. 1: Том 1 и 2. Большевистская революция. 1917—1923. Пер. с англ./ Предисл. Ненарокова А. П. — М.: Прогресс, 1990. — 768 с. ISBN 5-01-002968-5
- The New Society, London: Macmillan, 1951
- German-Soviet Relations Between the Two World Wars, 1919—1939, London, Geoffrey Cumberlege 1952.
- «'Russia and Europe' As A Theme of Russian History» pages 357—393 from Essays Presented to Sir Lewis Namier edited by Richard Pares and A.J.P. Taylor, New York: Books for Libraries Press, 1956, 1971, ISBN 0-8369-2010-4.
- «Some Notes on Soviet Bashkiria» pages 217—235 from Soviet Studies, Volume 8, Issue # 3 January 1957.
- «Pilnyak and the Death of Frunze» pages 162—164 from Soviet Studies, Volume 10, Issue # 2 October 1958.
- What is History?, 1961, revised edition edited by R. W. Davies, Harmondsworth: Penguin, 1986.
- Что такое история Э. Карр, под общ. ред Н. Н. Яковлева — М.: Прогресс, 1988, «Рассылается по специальному списку»
- 1917 Before and After, London: Macmillan, 1969; American edition: The October Revolution Before and After, New York: Knopf, 1969.
- The Russian Revolution: From Lenin to Stalin (1917—1929), London: Macmillan, 1979.
- Русская революция от Ленина до Сталина. 1917—1929: Пер. с англ. Л. А. Черняховской. — М., «Интер — Версо», 1990. — 208 с. ISBN 5-85217-005-4
- From Napoleon to Stalin and Other Essays, New York: St. Martin’s Press, 1980.
- The Twilight of the Comintern, 1930—1935, London: Macmillan, 1982.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #24418 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118668528 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 E.H. Carr // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Edward Hallett Carr // Store norske leksikon (билдәһеҙ) — 1978. — ISSN 2464-1480
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Чешская национальная авторитетная база данных
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нейман А. М. Э. Х. Карр: от «политического реализма» к «новому обществу» // История и историки : Историогр. ежегодник, 1978. — М., 1981. — С. 96—112. [1]
- Карр Эдвард Халлетт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В библиотеке журнала «Скепсис»
- The Vices of Integrity: E H Carr
- E. H. Carr: historian of the future 2008 йыл 16 май архивланған.
- Review of What is History?
- The Two Faces of E.H. Carr by Richard J. Evans
- E.H. Carr Studies in Revolutions
- E. H. Carr and Isaac Deutscher: A Very Special Relationship
- E.H. Carr The Historian As A Marxist Partisan
- Review of The Vices of Integrity
- Эдвард Карр в Making history