Эстәлеккә күсергә

Киселёв Иван Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киселёв Иван Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 август 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Архангел, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 3 ғинуар 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө танк ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени медаль «В память 850-летия Москвы» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «За безупречную службу»

Киселёв Иван Александрович (16 август 1920 йыл — 3 ғинуар 2008 йыл) — хәрби эшмәкәр, генерал-майор (1967). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан танкист. СССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1950—1954). Советтар Союзы Геройы (1945).

Иван Александрович Киселёв хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Урыҫ.

Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, шунан Белорет ҡалаһындағы ФЗО мәктәбенә уҡырға инә. Белорет металлургия комбинатының ҡорос сымдар заводында эшләй. 1938 йылда Дәүләкән ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә, ике курсын тамамлап өлгөрә.

1940 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Хәрби хеҙмәттә сағында кесе лейтенант курстарын, 1943 йылда 2-се Харьков танк хәрби училищеһын тамамлай. 1943 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Висла-Одер һөжүм операцияһы барышында айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 15 ғинуарында уның взводы Юзефув тораҡ пункты районында, Польшаның Зволень ҡалаһынан 5 километр көнбайышҡараҡ, дошмандың сигенеп барған артиллерия колоннаһын һәм две автомашиналар колоннаһын юҡ итә. 1945 йылдың 18 ғинуарында Польшаның Лодзь ҡалаһы өсөн барған һуғышта И. А. Киселёв дошмандың ике танкыһын, дүрт орудияһын һәм бер нисә һалдатын юҡ итә.

Һуғыштан һуң СССР-ҙың Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. 1949 йылда Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһының команда факультетын һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия эргәһендәге академик курстарҙы тамамлай. Полк, артабан дивизия менән командалыҡ итә.

19501954 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты.

СССР Министрҙар Советының 1967 йылдың 25 октябрендәге ҡарары менән полковник Киселёв Иван Александровичҡа «генерал-майор» званиеһы бирелә.

1981 йылда отставкаға китерҙән алда корпус командиры урынбаҫары вазифаһын биләй. Мәскәүҙә йәшәй.

2008 йылдың 3 ғинуарында вафат була[1]. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә (7-се участка).

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө итеп үтәгәне һәм шул ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» өлкән лейтенант Киселёв Иван Александровичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5157) тапшырыла.

Наградланған:

  • ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән;
  • Александр Невский ордены менән;
  • ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән;
  • «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» III дәрәжәләге орден менән;
  • «Почёт Билдәһе» ордены менән;
  • миҙалдар менән.
  • 2005 йылда И. А. Киселевтың исеме Мәскәү ҡалаһы Хорошёв районыныңа Почёт таҡтаһына индерелә.
  • 42-се мәктәп-интернаттың Хорошев районынан сыҡҡан Геройҙар музейында И. А. Киселевтың һуғыш һәм хеҙмәт батырлыҡтары яҡтыртылған стенд бар[2].
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.