Киселёв Иван Александрович (танкист)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Киселёв Иван Александрович (танкист)
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Принадлежность СССР
Тыуған көнө 16 август 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Архангел
Вафат булыу көнө 3 ғинуар 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени медаль «В память 850-летия Москвы» юбилейная медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» медаль «За взятие Берлина» медаль «За боевые заслуги» медаль «За освобождение Варшавы»
Уҡыу йорто Военная академия имени М. В. Фрунзе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Иван Александрович Киселёв (19202008) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се Белорусс фронты 69-сы армияһы 11-се танк корпусы 65-се танк бригадаһы 3-сө танк батальонының танк взводы командиры, Советтар Союзы Геройы, өлкән лейтенант.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Урыҫ.

Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, шунан Белорет ҡалаһындағы (Башҡортостан) ФЗО мәктәбенә уҡырға инә. Белорет металлургия комбинатының ҡорос сымдар заводында эшләй. 1938 йылда Дәүләкән ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә, ике курсын тамамлап өлгөрә.

1940 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла. Хәрби хеҙмәттә сағында кесе лейтенант курстарын, 1943 йылда 2-се Харьков танк хәрби училищеһын тамамлай. 1943 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Висла-Одер һөжүм операцияһы барышында айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 15 ғинуарында уның взводы Юзефув тораҡ пункты районында, Польшаның Зволень ҡалаһынан 5 километр көнбайышҡараҡ, дошмандың сигенеп барған артиллерия колоннаһын һәм две автомашиналар колоннаһын юҡ итә. 1945 йылдың 18 ғинуарында Польшаның Лодзь ҡалаһы өсөн барған һуғышта И. А. Киселёв дошмандың ике танкыһын, дүрт орудияһын һәм бер нисә һалдатын юҡ итә.

Һуғыштан һуң СССР-ҙың Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. 1949 йылда Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһының команда факультетын һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия эргәһендәге академик курстарҙы тамамлай. Полкҡа, дивизияға командалыҡ итә.

19501954 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты.

СССР Министрҙар Советының 1967 йылдың 25 октябрендәге ҡарары менән полковник Киселёв Иван Александровичҡа «генерал-майор» званиеһы бирелә.

Отставкаға китерҙән алдағы йылдарында, 1981 йылда, корпус командиры урынбаҫары вазифаһын биләй. Мәскәүҙә йәшәй.

2008 йылдың 3 ғинуарында вафат була[1]. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә (7-се участка).

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Юғары Советы Президиумының 27 февраля 1945 йылдың 27 февралендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө итеп үтәгәне һәм шул ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» өлкән лейтенант Киселёв Иван Александровичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5157) тапшырыла.

Наградланған:

  • ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән;
  • Александр Невский ордены менән;
  • ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән;
  • «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» III дәрәжәләге орден менән;
  • «Почет билдәһе» ордены менән;
  • миҙалдар менән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2005 йылда И. А. Киселевтың исеме Мәскәү ҡалаһы Хорошёв районыныңа Почет таҡтаһына индерелә.
  • 42-се мәктәп-интернаттың Хорошев районынан сыҡҡан Геройҙар музейында И. А. Киселевтың һуғыш һәм хеҙмәт батырлыҡтары яҡтыртылған стенд бар[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киселёв Иван Александрович (танкист). «Герои страны» сайты.