Эстәлеккә күсергә

Константинов Анатолий Устинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Константинов Анатолий Устинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 22 октябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Маршал ВВС[d]
Командалыҡ иткән Бакинский округ ПВО[d] һәм Московский округ ПВО[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация һәм Войска ПВО-ПРО Российской Федерации[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Александр Невский ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» Жуков миҙалы

Константинов Анатолий Устинович (12 июнь 1923 йыл22 октябрь 2006 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы. КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1981—1986). КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1986—1989). СССР-ҙың 9-11-се саҡырылыш (1974—1989) Юғары Советы депуутаты.

Мәскәү ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Урта мәктәптең 9 класын, аэроклуб тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби хеҙмәткә 1940 йылда Мәскәү ҡалаһының Бауман РВК-һы тарафынан комсомол путевкаһы буйынса Ҡыҙыл армияға саҡырыла. 1941 йылда Тбилиси пилоттарҙың хәрби авиация мәктәбен тамамлай. 1941 йылда Һарытау эргәһендәге 8-се запастағы истребитель аыиация полкына ебәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың авгусынан. Көньяҡ, 1-се Украина, 2-се Украина, 4-се Украина фронттарында һуғыша. Сталинград һуғышында, Ҡырым һөжүм итеү операцияһында, Польша, Румыния, Чехословакия, Венгрия һәм Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. 85-се гвардия истребитель авиация полкында летчик, звено командиры һәм истребитель эскадрильяһы командиры була. Ил-2 штурмовиктарын һауала оҙатып барыу оҫтаһы булып дан ала, уның оҙатыуында бер ваҡытта ла тиерлек дошман авиацияһынан зыян күрмәйҙәр.

Һуғышта А. С. Яковлев истребителдәрендә оса. 1945 йылдың февраленә 294 хәрби осош яһай, 90 һауа һуғышы үткәрә, шәхсән үҙе дошмандың 19 чсаморлетын бәреп төшөрә. Ошо ҡаһарманлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. СССР Юғары Советы Президиумының тейешле Указы бары тик 1946 йылдың 15 майында ғына сығарыла. Ә гвардия капитаны Константинов һуғыштың һуңғы көндәренә тиклем һуғышыуын дауам итә. Еңеү көнөнә тиклем ул 327 хәрби осош яһай, 96 һауа һуғышында ҡатнаша, уларҙа дошмандың 22 самолетын бәреп төшөрә[1]. Бер нисә тапҡыр яралана, бер тапҡыр самолетын мәжбүри ултырта. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

  1. М. Ю. Быков. Все Асы Сталина 1936—1953 гг.. — Научно-популярное издание. — М.: ООО «Яуза-пресс», 2014. — С. 578—579. — 1392 с. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3.