Эстәлеккә күсергә

Крушельницкая Саломея Амвросиевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крушельницкая Саломея Амвросиевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Австро-Венгрия
 Италия короллеге[d]
 СССР
Тыуған көнө 23 сентябрь 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Белявинцы[d], Бучач[d], Королевство Галиции и Лодомерии[d], Цислейтания[d], Австро-Венгрия[5]
Вафат булған көнө 16 ноябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][4][5] (80 йәш)
Вафат булған урыны Львов, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[5]
Ерләнгән урыны Лычаков зыяраты[d][6]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Амвросий Васильевич Крушельницкий[d]
Бер туғандары Антон Амвросиевич Крушельницкий[d], Эмилия Амвросиевна Крушельницкая[d] һәм Анна Амвросиевна Крушельницкая[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, музыка педагогы
Эшмәкәрлек төрө Опера[7] һәм пение[d][7]
Эш урыны Львовская национальная музыкальная академия имени Николая Лысенко[d]
Уҡыу йорто Львовская национальная музыкальная академия имени Николая Лысенко[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Ойошма ағзаһы Q12154918?
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель искусств Украинской ССР
Рәсми сайт salomeamuseum.lviv.ua
 Крушельницкая Саломея Амвросиевна Викимилектә

Саломея (йәки Соломия[8]) Амвросиевна Крушельницкая (укр. Соломія Амвросіївна Крушельницька, 11(23) сентябрь 1872 йыл[8] Белявинцы ауылы, Галиция, Австро-Венгрия, хәҙер Тернополь өлкәһенең Бучачский районы — 16 ноябрь 1952 йыл, Львов, Украина) — украин опера йырсыһы, педагог.

Саломея Крушельницкая 1872 йылдың 11 (23) сентябрендә Галицияла (Австро-Венгрия), Белявинцы ауылында (хәҙер Тернополь өлкәһенең Бугачский районы,Украина) грек католик руханийы ғаиләһендә тыуған. Сығышы боронғо һәм затлы нәҫелдәрҙең береһенән. Олатаһы Григорий Савчинский (1804—1888), украин сиркәү һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы. Һеңлеһе — Анна — шулай уҡ опера йырсыһы.

1873 йылда ғаилә бер нисә тапҡыр күсенә: башта Осовцыға, һуңынан — Иҫке Петликовцыға, ҡайһы ваҡыт Крушельницкийҙар ғаиләһе Көнсығыш Бескид тауҙары итәгендә —Станиславщиналағы Тисов ауылында йәшәй. 1878 йылда улар Тернополь эргәһендәге Белая ауылына күсеп килә, унан инде бер ҡайҙа ла күсенмәйҙәр.

Саломея үҫмер сағынан йырлай башлай. Туранан-тура ауылдаштарынан өйрәнгән йырҙарҙы күп белә. Саломея Крушельницкаяның балалыҡ йылдары тураһында Мария Михайловна Цибульская —Крушельницкийҙарҙың танышы хәтерләй:

Беҙҙә йәш Саломеяны хәтерләйҙәр, кистәрен ул ҡыҙҙар компанияһында ҡайҙалыр баҡсала йәки майҙанда йырлай торғайны. Шул саҡта уҡ уның тауышы көслө, матур ине һәм башҡаларынан бик ныҡ айырылып торҙо.

Тернополь гимназияһында уҡыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыкаль әҙерлек нигеҙҙәрен Саломея Тернополь гимназияһында ала, унда имтихандарҙы экстерн тапшыра. Бында ул гимназистарҙың музыкаль түңәрәгендә йөрөй, түңәрәккә шулай уҡ Денис Сичинский (һуңынан билдәле композитор, Галицияла тәүге музыкант-профессионал) ҡушыла.

1883 йылда Тернополдә Шевченко концертында Саломеяның тәүге сығышы була. Ул «Руська бесида» йәмғиәте хорында йырлай. Был хор концерттарының береһендә 1885 йылдың 2 авгусында Иван Франко ҡатнаша, ул Украина, Рәсәй һәм Болгария студенттары, композитор О. Нижанковский һәм рәссам, шағир К. Устиянович менән бергә ил буйлап сәйәхәт итә.

Львов консерваторияһында уҡыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1891 йылда Саломея Галиция музыка йәмғиәтенең Львов консерваторияһына инә, унда фортепиано һәм опера йыры класында уҡый. ҡыған ваҡытта уның тәүге яңғыҙ сығышы була: 1892 йылдың 13 апрелендә Г. Ф. Генделдең «Мессия» ораторияһында төп партияны башҡара.1893 йылда Саломея Амвросиевна Львов консерваторияһын миҙал менән тамамлай. С. Крушельницкаяның консерватор дипломында былай тип яҙылған:

Был дипломды Саломея Крушильницкая, өлгөлө тырышлығы һәм ғәҙәттән тыш уңыштары арҡаһында көмөш миҙал менән билдәләнгән художество белем алыу дәлиле булараҡ ала…

Д. Пуччиниҙың «Мадам Баттерфляй» операһында Чио-Чио-Сан ролендә Саломея Крушельницкая

1893 йылдың көҙөндә Саломея Миланға (Италия) профессор Фаусте Креспиға уҡырға китә. Киләһе 1894 йылдан ул Львов операһында дебют яһап, тамашасыларҙың һөйөүен яулай.

1890 йылдарҙың икенсе яртыһында донъя театрҙары сәхнәләрендә уның триумфаль сығыштары башлана: 1896 йылдан — Италияла, шулай уҡ Львовта, Краковта, Одессала, 1898—1902 йылдарҙа — Варшавала, 1902 йылда — Европа, Америка һәм Африканың (Испания, Франция, Португалия, Россия, Польша, Австрия, Мысыр, Аргентина һәм Чили) иң яҡшы театрҙарында. Саломея Д. Вердиҙың «Аида» һәм «Трубадур», Ш.Гуноның «Фауст», С.Монюшконың «Зачарованный замок» («Страшный двор»), Д. Мейерберҙың «Африканка», Д. Пуччиниҙың «Манон Леско» һәм «Чио-Чио-сан» («Мадам Баттерфляй») , Ж. Бизеның «Кармен», Р. Штраустың «Электра», П. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» һәм «Пиковая дама» операларында партиялар башҡара.

1896 йылда Крушельницкая Кремонда, Краковта, Триеста гастролдәрҙә була. 1896 йылдан 1897 йылдың мартына тиклем итальян труппаһы составында Одесса опера театрында утыҙ биш сығышта ҡатнаша. Ошо уҡ йылда Көньяҡ Америка, Бергамо, Парма буйлап гастролдәрҙә була. 1902 йылда — Парижда гастролдә. Ә 1908 йылда — Мысырҙа гастролдә, бында ул Пуччини менән бергә йырлай. Италия королеваһы саҡырыуы буйынса йырсы 1925 йылда концертта ҡатнаша, ә һуңыраҡ 1927 йылдан 1928 йылға тиклем Америка Ҡушма Штаттары һәм Канада буйлап ҙур турне башҡара[9]

1910 йылда С. Крушельницкая Италияның билдәле адвокаты, Виареджо мэры Чезаре Риччони менән никахҡа инә. Улар Буэнос-Айрес ҡорамдарының береһендә никахҡа ингән. Чезар һәм Саломея өйләнешкәндән һуң Виареджо ҡалаһында (Италия) төпләнәләр. Бында Саломея вилла һатып ала, уны «Саломе» тип атай[10].

1920 йылда Крушельницкая дан зенитында һуңғы тапҡыр Неаполдә Р. Вагнерҙың «Лоэнгрин» һәм «Лорелея» операларында сығыш яһап, опера сәхнәһен ҡалдыра. Артабанғы ғүмерен Саломея һигеҙ телдә йыр башҡарып, камералы концерт эшмәкәрлегенә бағышлай. Украина, Европа, Америка буйлап турнела ҡатнаша. 1894—1923 йылдарҙа ул йыл һайын тиерлек Львов, Тернополдә, Стры, Бережаныла, Збаражда, Черновцыла һәм Галицияның башҡа ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай. Уны И. Франко, М. Павлик, О. Кобылянская, Н. Лысенко, Д. Сичинский һәм Галицияның, Днепр буйының башҡа бик күп эшмәкәрҙәре менән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләгән.

Йырсының ижади эшмәкәрлегендә Т. Г. Шевченко һәм И. Я. Франко иҫтәлегенә арналған концерттар айырым урын биләй. Был концерттарҙа ҡатнашыу өсөн ул йыш ҡына Көнбайыш Украинаға килә.

1929 йылда Римда С. А. Крушельницкаяның һуңғы гастроле үтә.

1938 йылда Крушельницкаяның ире Чезаре Риччони вафат була. 1939 йылдың авгусында йырсы Галицияға килә һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыу сәбәпле Италияға ҡайта алмай. 1939 йылдың ноябрендә Көнбайыш Украинаның СССР-ға ҡушылыуынан һуң, Львовтағы артистың йорто национализациялана, уға дүрт бүлмәле фатир ҡала, унда йырсы апаһы Анна менән йәшәй. С. Крушельницкая немец баҫып алыуы ваҡытында бик ныҡ мөхтәжлек кисерә, шуға күрә шәхси вокал дәрестәре бирә.

Һуғыштан һуңғы осорҙа С. Крушельницкая Н. В. Лысенко исемендәге Львов дәүләт консерваторияһында эшләй башлай. Әммә уның уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге яңы ғына башланһа ла, саҡ-саҡ тамамланмай ҡала. «Милләтселек элементтарынан кадрҙарҙы таҙартҡанда» ул консерватор дипломының булмауында ғәйепләнә. Һуңынан диплом ҡаланың тарихи музейы фондында табыла.

Советтар Союзында йәшәп һәм уҡытып, Крушельницкая, күп һанлы мөрәжәғәттәренә ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт, Италия подданныйы булып ҡалып, совет гражданлығын ала алмай. Ниһайәт, итальян виллаһын һәм бөтә мөлкәтен совет дәүләтенә тапшырыу тураһында ғариза яҙып, Крушельницкая СССР гражданы исеменә лайыҡ була. Вилланы шунда уҡ һаталар, хужаһына уның хаҡының бик аҙ өлөшөн ҡаплайҙар[11].

1951 йылда Саломея Крушельницкаяға СССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме бирелә, ә 1952 йылдың октябрендә, вафатына бер ай ҡалғас, Крушельницкая профессор исемен ала.

1952 йылдың 16 ноябрендә Саломея Крушельницкая вафат була. Уны Львовта Лычаков зыяратында дуҫы һәм остазы — Иван Франконың ҡәбере янында ерләйҙәр.

«Мадам Баттерфляй»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1904 йылдың 17 февралендә Миландың «Ла Скала» театрында Джакомо Пуччини үҙенең «Мадам Баттерфляй» исемле яңы операһын тәҡдим итә. Йырсылар Розина Сторкио, Джованни Дзенателло, Джузеппе де Луки ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, спектакль уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Шунан һуң Пуччини операны эшкәртә, һәм 29 майҙа Брешиа ҡалаһында «Гранде» театры сәхнәһендә «Мадам Баттерфляй» яңы редакцияһының премьераһы була, төп ролдә Саломея Крушельницкая сығыш яһай. Был юлы бөтөнләй ул башҡаса ҡабул ителә. Тамашасы сәхнәгә артисты һәм композитор ете тапҡыр саҡырып сығара. Пуччини спектаклдән һуң Крушельницаға «Һоҡланғыс һәм һөйкөмлө Баттерфляй» тип яҙылған портретын ебәрә.

  • Бөгөн Львов опера театры, Львов музыка урта мәктәбе, Тернополь музыка училищеһы, Белая ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәп, Киевта («Позняки» торлаҡ массивы), Львовта, Ровно, Тернополдә, Бучачта урамдар С. А. Крушельницаның исемен йөрөтә.
  • Львов опера һәм балет театрының көҙгө залында Саломея Крушельницкаяға бронза һәйкәл ҡуйылған. Тағы бер һәйкәл 2010 йылда Тернопольдә асыла (49°33′05″ с. ш. 25°35′41″ в. д.HGЯO).
  • С. Крушельницкаяның тыуған ауылында — Белявинцы ауылында уның бүлмә-музейы бар.
  • 1995 йылда Тернополь өлкә драма театрында (хәҙерге академия театры) «Саломея Крушельницкая» спектакленең (авторы Б. Мельничук, И. Ляховский) премьераһы була. 1987 йылдан алып Тернополдә Соломия Крушельницкая исемендәге конкурс үткәрелә. Йыл һайын Львовта Крушельницкая исемендәге халыҡ-ара конкурс уҙғарыла; опера сәнғәте фестивалдәре йолаға әүерелгән.
  • 1982 йылда А. Довженко исемендәге киностудияла Саломея Крушельницкаяның тормошона һәм ижадына арналған режиссёр О. Фиалконың «Батерфляйҙың ҡайтыуы» тарихи-биографик фильмы төшөрөлә. Картина йырсының тормош факттарына нигеҙләнгән һәм уның хәтирәләре булараҡ төҙөлгән. Саломея партияларын Гизела Ципола башҡара. Фильмда Саломеи ролен Елена Сафонова башҡара[12]
  • 1997 йылда йырсының тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан Украинаның Милли банкы 2 номиналлы иҫтәлекле гривна сығара[13]. Шул уҡ йылда Украинала С. Крушельницкаяға арналған почта маркаһы сыға.
  • 2006 йылдың 18 мартында С.Крушильницкая исемендәге Львов Милли академия опера һәм балет театры сәхнәһендә йырсының тормошондағы факттарға нигеҙләнгән Мирослав Скориктың (Джако Пуччини музыкаһын файҙаланып) «Батерфляйҙың ҡайтыуы» балетының премьераһы уҙа.

С. Крушельницкаяның музыкаль-мемориаль музейы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Левов. Саломея Крушельницкая 1903 йылдан 1952 йылға тиклем (хәҙерге музыка-мемориаль музейы) йәшәгән йорт һәм уның исеме менән аталған урам (элекке Чернышевский урамы)

Иван Франконың Львов әҙәби-мемориаль музейының бүлеге булараҡ Саломея Крушельницкаяның Музыкаль-мемориаль музейын ойоштороу тураһында ҡарар 1979 йылдың 13 февралендә Львов өлкә халыҡ депутаттары советының башҡарма комитеты менән ҡабул ителә. 1988 йылда Чернышевский урамындағы 23-сө йорттан кешеләр икенсе ҡаттан күсерелә. Биналар ремонтланғандан һәм реставрацияланғандан һуң музей экспозицияһы төҙөлә, ул Иван Франко музейы хеҙмәткәрҙәре төҙөгән һәм билдәле ғалим-музыка белгестәре рецензиялаған тематик-экспозиция планы нигеҙендә төҙөлә. Музейҙы асыу тантанаһы 1989 йылдың 1 октябрендә була, әммә реставрация эштәре йыл ярымға һуҙыла.

С. Крушельницкаяның Львовтағы музыкаль-мемориаль музейы 1991 йылдың яҙында эшләй башлай. Тәүҙә ул Иван Франконың Львов әҙәби-мемориаль музейында бүлек булараҡ асыла, ә 1995 йылда үҙаллы дәүләт учреждениеһына әүерелә.

Музейға С.Крушельницкаяның бер туғаны Одарка Карловна Бандровская нигеҙ һалған. Ул бөтә ғүмерен Саломея Крушельницкаяның иҫтәлеген һаҡлауға һәм данын арттырыуға арнаған. Уның архивы музей экспозицияһының нигеҙенә әйләнде һәм бөтә фонд йыйылышының мөһим өлөшө булып тора. С.Крушельницкая ижадын өйрәнеүселәр Михаил Головащенко һәм Иван Деркач тарафынан музейға тапшырылған экспонаттар ҙур ҡиммәткә эйә.

  1. Record #19863949 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Solomiya Krushelnytska // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 Salomea Kruszelnicka // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. 5,0 5,1 5,2 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  6. Криса Л. Личаківський некрополь (укр.) — 2006. — С. 149. — ISBN 978-966-8955-00-6
  7. 7,0 7,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  8. 8,0 8,1 Крушельницкая 2021 йыл 21 ғинуар архивланған. // Большая российская энциклопедия.
  9. Ігор Шаров. 100 видатних імен України. — К.: АртЕк, 2004. ISBN 966-505-218-7 (укр.)
  10. Соломея Крушельницкая. Terra Woman. Женский журнал. Дата обращения: 1 мая 2011.
  11. Соломея Крушельницкая. Terra Woman. Женский журнал.Дата обращения: 1 мая 2011.
  12. Телеканал «Культура» о фильме «Возвращение Баттерфляй»
  13. Памятная монета «Саломея Крушельницкая»
  • Славетна співачка: Спогади і статті. — Львов, 1956
  • Соломія Крушельницька: Спогади. Матеріали. Листи. — Ч. 1-2. — К., 1978
  • Деркач І. Шлях трояндами стелився // Отчизна. — 1958. — № 9
  • Людкевич С. Геніальна артистка // Советская культура. — 25 сентября 1958.
  • Сбрана Л. Українка рятує «Чіо-Чіо-сан» // Советская культура. — 26 мая 1963.
  • Павлишин С. Замечательная украинская певица //Советская музыка. — 1959. — № 2
  • Зелінський О. Безсмертя співу // Жовтень. — 1973. — № 9
  • Кортопассі Р. «Мадам Батерфляй» — тріумф Соломії Крушельницької // Музыка. — 1973. — № 4
  • Головащенко М. Чарівниця співу // Музика. — 1973. — № 4;
  • Головащенко М. Соломія Крушельницька в «Ла Скала» // Музыка. — 1978. — № 5
  • Герета Й. Музей С.Крушельницкой: Очерк-путеводитель. — Львов, 1978
  • Загайкевич М. Великій артистці // Музыка. — 1980. — № 4
  • Гай А. Судьба, похожая на легенду // Советская культура. — 20 мая 1980.
  • Теплицкий К. Кого выбирает судьба // Советская культура. — 20 сентября 1983.