Кузнецов Николай Иванович (артиллерист)
Кузнецов Николай Иванович (артиллерист) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 29 апрель 1922 |
Тыуған урыны | Пытручей[d], Сельское поселение Андомское[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 11 сентябрь 2008 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Пестово[d], Новгород өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Пестово[d] |
Һөнәр төрө | артиллерист |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кузнецов Николай Иванович (29 апрель 1922 йыл — 11 сентябрь 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, старшина, орудие командиры, Советтар Союзы Геройы, Дан орденының тулы кавалеры. («Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булған Дан орденының дүрт тулы кавалерының береһе).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Иванович Кузнецов Пытручей ауылында, хәҙер Вологда өлкәһенең Вытегорск районы, крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
7-се кластан һуң фабрика-завод уҡыусылыҡ мәктәбен тамамлай. 1936 йылдан Зашеек станцияһында (хәҙер Полярные Зори ҡалаһы составындағы ҡала тибындағы ҡасаба). ФЗУ-нан һуң Мурманск өлкәһендә Кандалакшск электр станцияһын төҙөүҙә ҡатнаша.
1940 йылда Разведка мәктәбендә уҡығандан һуң Кенигсберг ҡалаһында абвер подразделениеһына элемтә офицеры итеп индерелә. Бер операция ваҡытында ҡаты яралана. Разведканан ҡайтҡандан һуң оҙаҡ дауалана, һуңынан артиллерия частарында һуғыша.
1941 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. 369-сы айырым истребителдәр-танкка ҡаршы артиллерия дивизионының (3-сө Белорус фронты, 43-сө армия, 263-сө уҡсылар дивизияһы) орудие командиры өлкән сержант Кузнецов Севастополь һәм Литваны азат иткәндә, Көнсығыш Пруссия территорияһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә айырылып тора. Һуғыш ваҡытында орудие расчеты дошмандың 11 танкыһын юҡ итә. Кенигсберг ҡалаһын штурмлағандаорудие расчеты дошмандың бер нисә ут нөктәһен, взвод самаһы һалдатын юҡ итә.
1944 йылдың 23 апрелендә Севастополь (1965 йылдан — герой-ҡала) ҡалаһынан 10 км көнсығыштараҡ урынлашҡан Мекензия тораҡ пункты янындағы алышта 369-сы айырым истребитель-танкка ҡаршы артиллерия дивизионының 45 миллиметрлы орудие командиры (4-се Украина фронты, 51-се армия, 263-сө уҡсылар дивизияһы) сержант Николай Кузнецов үҙенең расчеты менән дошмандың ике пулеметының өнө тыға һәм уҡсылар подразделениеһының артабанғы хәрәкәтен тәьмин итә. Һуңыраҡ, дошмандың танкыларын асыҡлап, беренсе атыуҙан уҡ уларҙың береһен яндыра.
1944 йылдың 17 майындағы алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Кузнецов Николай Иванович 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1944 йылдың 1 декабрендә икенсе тапҡыр 2-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
1945 йылдың 10 февралендә ҡабаттан 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1945 йылдың 19 апрелендә немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн старшина Николай Иванович Кузнецовҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6264) тапшырыла.
СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 12 марттағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн отставкалағы старшина Николай Иванович Кузнецов 1-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана (№ 2656) һәм дан орденының тулы кавалеры була.
1945 йылдың 24 июнендә Н. И. Кузнецов Ленин мавзолейы алдына трофей байраҡтарҙы ташлаусы йыйылма батальон составында Еңеү парадында ҡатнашада.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Слава солдатская. — Рига, 1970;
- Бундюков А. Т. Солдаты славы не искали. — М.: ДОСААФ, 1981;
- Дриго С. В. За подвигом — подвиг. 2-е изд. — Калининград, 1984;
- Кузнецов В. К. Прямой наводкой: О Герое Советского Союза, полном кавалере ордена Славы Н. И. Кузнецове. — М.: Политиздат, 1984. — 112 с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз.
- Безродный В. Родословная подвига // Кавалеры ордена Славы трех степеней. — М., 1986.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Кавалеры ордена Славы трёх степеней: краткий биографический словарь. — М., 2000;
- Сорокажердьев В. В. Они сражались в Заполярье. — Мурманск, 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Новгородской области чествуют Героя Советского Союза, кавалера трех степеней ордена Славы Николая Ивановича Кузнецова.
- Николай Иванович Кузнецов 2016 йыл 8 март архивланған..
- Вологжане — Герои СССР.
- Школа № 17 города Севастополя названа в честь имени Н. И. Кузнецова https://scool17sv.edusev.ru/ 2020 йыл 22 октябрь архивланған.
- 29 апрелдә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 11 сентябрҙә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Еңеү Парадында ҡатнашыусылар
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Алфавит буйынса шәхестәр