Малевич Казимир Северинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малевич Казимир Северинович
пол. Kazimierz Malewicz
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Казиміръ Малевичъ[4]
Патронимы йәки матронимы Северинович[d][5]
Тыуған көнө 11 (23) февраль 1879[6]
Тыуған урыны Киев, Рәсәй империяһы[4][7][8][…]
Вафат булған көнө 15 май 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][9][…] (56 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1][10][8][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак простаты[d]
Хәләл ефете Казимира Ивановна Зглейц[d] һәм Софья Михайловна Рафалович[d]
Туған тел поляк теле һәм украин теле
Һөнәр төрө рәссам, скульптор, художник-гравёр, уҡытыусы, сценограф, художник по костюмам, рәссәм, теоретик искусства, дизайнер, деятель изобразительного искусства, искусствовед, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө авангард[d][11], visual art activity[d][11], сәнғәт фәне[11], супрематизм[d][11], Һынлы сәнғәт[d][11] һәм Абстракционизм[11]
Эш урыны Витебское художественное училище[d]
Уҡыусылар Emma Hurovych[d]
Әүҙемлек урыны Витебск[1][8], Берлин[8], Варшава[8], Курск[8], Мәскәү[8] һәм Санкт-Петербург[8]
Ҡатнашыусы Documenta 2[d][12] һәм Documenta 8[d][13]
Сәнғәт йүнәлеше супрематизм[d], Русский авангард[d] һәм конструктивизм[d]
Ойошма ағзаһы Супремус[d]
Жанр сценография[d], Живопись, Абстракционизм[7][14], натюрморт[7][14] һәм фигуративизм[d][7][14]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Центр искусств королевы Софии[d], Миннеаполис сәнғәт институты[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Музей Тиссена-Борнемисы[d], Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[15], Тейт[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Marian Kropyvnytskyi Personal Archive[d][16], Монреальский музей современного искусства[d][17], Print Collection[d][18], Санкт-Петербургский государственный музей театрального и музыкального искусства[d], Городской музей[d][19][20][21][…], Мыстецкий арсенал[d], Государственный музей истории Санкт-Петербурга[d], Дәүләт Третьяков галереяһы[d], Государственный Русский музей[d], Йель университетының художество галереяһы[d], Государственный музей современного искусства[d], Саратовский художественный музей имени А. Н. Радищева[d], Соломон Гуггенхайм музейы, Коллекция Пегги Гуггенхайм[d], Музей художественной культуры Петрограда[d], Музей современного искусства[d], Эрмитаж Дәүләт Музейы[d], Государственный музей современного искусства[d], Музей Людвига[d], Национальная галерея Австралии[d], Тейт Модерн[d], Екатеринбургский музей изобразительных искусств[d], Краснодарский краевой художественный музей имени Ф. А. Коваленко[d], Музей ван Аббе[d][22], Музей современного искусства Сан-Франциско[d][23] һәм Design Museum Den Bosch[d][24]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Reference Library[d]
Каталог-резоне Kasimir Malewicz. Catalogue raisonné[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][25]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Kazimir Malevich
 Малевич Казимир Северинович Викимилектә
Казимир Малевич
Kazimierz Malewicz
Исеме:

Казимир Северинович Малевич

Тыуған:

23 февраль 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Киев, Российская империя

Үлгән:

15 май 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (56 йәш)

Үлгән урыны:

Ленинград, СССР

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Жанр:

живописец
сценограф
теоретик искусства
педагог

Уҡыған урыны:

студия Фёдора Рерберга (Москва).

Стиль:

импрессионизм
экспрессионизм
кубизм
футуризм
кубофутуризм
супрематизм

 Работы

Малевич Казимир Северинович (пол. Kazimierz Malewicz; 11 [23] февраля 1879[26][27], Киев — 15 май 1935 йыл, Ленинград) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың рәссамы-авангардисы, сығышы менән поляк[28], педагог, сәнғәт теоретигы, философ. Абстракционизм йүнәлештәренең береһе супрематизмға нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киев ҡалаһының Изге Александр костелының метрик кенәгәһендәге яҙыуға ярашлы, Казимир Малевич …11 (23) февралдә тыуған, ә 1879 йылдың 13 мартында Киев ҡалаһында суҡындырылған[26][27]. Элек уның тыуған йылы 1878 йыл тип һанала[29][30].

Атаһы Северин Антонович Малевич (1845—1902) (Житомир өйәҙенең Волынь губернаһының ябай поляк крәҫтиәне), сығышы менән Подольск губернаһы Турбов ауылынан, сәнәғәтсе Николай Терещенконың шәкәр заводында идарасы булып эшләй. Әсәһе, Людвига Александровна (1858—1942), ҡыҙ фамилияһы Галиновская, йорт хужабикәһе була. Улар Киевта 1878 йылдың 26 февралендә (10 мартында) никахҡа инә[26][31].

Ата-әсәләре сығыштары буйынса поляк. Казимир тәүге бала булып тыуа. Аҙаҡ ғаиләлә дүрт малай (Антон, Болеслав, Бронислав, Мечислав) һәм дүрт ҡыҙ (Мария, Ванда, Северина, Виктория) тыуа. Ирле-ҡпатынлы Малевичтарҙың барлығы ун дүрт балаһы тыуа, тик уларҙың туғыҙы ғына балиғ булғанға тиклем йәшәй.

Малевичтар — поляк ғаиләһе, өйҙә полякса аралашалар, ә йәмәғәт урындарында — украинса[32]; аҙаҡ Малевич украин телендә сәнғәт буйынса бер нисә мәҡәләр яҙа[33]. Замандаштары уны поляк тип иҫәпләй, Казимир Малевич үҙе лә поляк милләтенән булыуын белдерә[29][34][35][36][37], әммә 1920-се йылдаҙа Совет илендә тамырлаштырыу кампанияһы осоронда Малевич үҙе тураһындағы анкетаға «украин» яҙа[31]. Вафатына тиклем яҙып ҡалдырылған «Рәссам автобиографияһы тураһындағы бүлектәр»ҙә ул үҙе һәм иң яҡын дуҫы Лев Квачевский тураһында: «Беҙ икебеҙ ҙә украиндар инек», тип яҙа. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа рәссамдың атаһының белорус тамырҙарын эҙләү күҙәтелә[38].

Бала сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Казимирҙың бала сағы украин ауылында үтә. 12 йәшкә тиклем Подольск губернаһы Ямполь өйәҙенең Моевка ауылында, һуңынан Пархомовка, Волчок, Белополье ауылдарында йәшәй; артабан 17 йәшенә тиклем Конотопта була. 1895—1896 йылдарҙа Киев Н. И. Мурашко рәсем мәктәпбендә Н. К. Пимоненкола уҡый[33].

1894—1895 йылдарҙа Малевич Конотопта йәшәй. Рәссамдың үҙенең иҫтәлектәре буйынса (инициаторы Николай Харджиев, 1933 йыл) майлы буяу менән һынлы сәнғәт картинаһын яҙыу техникаһын ул тәүге тапҡыр 16 йәшендә ҡуллана (1894 йылда яҙылыуы ихтимал). «Төнгө Ай» тип аталған картинала ярында кәмә торған һәм Ай нурҙарын сағылдырған йылға һүрәтләнә[39]. Малевич эштәр береһенә оҡшаған. Был эше Малевичтың дуҫтарына бик оҡшай. Уларҙың береһе (күрәһең, Конотоптыҡы булғандыр) картинаны һатырға тәҡдим итә һәм, рәссамдан һорап та тормайынса, уны магазинға һатыуға ҡуя, картина тиҙ арала 5 һумға һатыла. Картинаның ҡайҙалығы билдәһеҙ булып ҡалды һәм картина[40].

Казимир Малевич 1900 йылдар тирәһендә

Курскиҙағы тормошо (1896—1907)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1896 йылда Малевич ғаиләһе Курскиға күсенә. Ул бында казимир Мәскәү-Курск тимер юлы идаралығында һыҙмасы булып эшләй; параллель рәүештә һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен яҙыу менән дә шөғөлләнә. Арҡаҙаштары менән бергә Малевич Курскиҙа художество түңәрәген ойоштора. Малевичтың тормошо икегә бүленә: бер яҡта — провинция ҡалаһындағы тимер юл идаралығында әллә ни яратмаған һыҙмасы эше, икенсе яҡта — ижад ҡомарын ҡәнәғәтләндереү менән шөғөлләнеү.

Курскиҙа К. Малевич йәшәгән тип фаразланған йорт. Почта урамы, 17
Курскиҙа Малевич ысынлап йәшәгән йорт. Почта урамы, 13

Малевич үҙенең «Автобиография»һында 1898 йылды «асыҡ күргәҙмәһе башланған йыл» тип атай (документаль түгел, был хаҡта мәғлүмәт таба).

1899 йылда Казимира Ивановна Зглейцҡа (пол. Kazimiera Zglejc) (1881—1942) өйләнә. 1902 йылдың 27 ғинуарында Курск католик ғибәҙәтханаһында никахлашалар[41].

Малевичтар ғаиләһе, йылына 260 һум түләп, биш бүлмәнән торған һәм Почта урамы, 13 адресы буйынса урынлашҡан йортто хужабикәһе Анна Клейндан ҡуртымға ала. Бина беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

1904 йылда Малевич тормошон ҡырҡа үҙгәртеү маҡсаты менән Мәскәүгә күсә. Ә ҡатынан һәм балаларын Курскиҙа ҡалдыра.

1905 йылдың 5 авгусында Малевич беренсе тапҡыр Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм архитектура училищеһына ҡабул итеүҙәрен һорап ғариза бирә. Әммә уны училищеға ҡабул итмәйҙәр. Малевич Курскиға, ҡатыны һәм балалары янына ҡайтырға теләмәй. Ул Лефортоволағы художество коммунаһына урынлаша. Бында, рәссам Курдюмовтың ҙур йортонда утыҙлап «коммунар» йәшәй. Бүлмә өсөн айына 7 һум түләргә тейеш була, Мәскәү өсөн был бик арзан була. Шулай ҙа ярты йылдан һуң, 1906 йылдың яҙында, аҡсаһы бөтөү сәбәпле, Курскиға, ҡатыны һәм балалары янына һәм Мәскәү-Курск тимер юлы идаралығына эшкә кире ҡайтырға мәжбүр була. 1906 йылдың йәйендә ул йәнә Мәскәү училищеһына документтарын тапшыра, әммә уны тағы ла ҡабул итмәйҙәр.

Рәссам Почта урамы, 13 адресы буйынса урынлашҡан йортто хужабикәһе Анна Клейндан ҡуртымға ала[42]. Почта урамы, 13 адресы буйынса урынлашҡан йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[43].

Мәскәүгә күсенеү (1907—1910)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1907 йылда Казимир Малевичтың әсәһе Людвига Александровна әсәһе Мәскәүгә күсенә һәм ашхана мөдире булып эшкө урынлаша. Бер нисә айҙан биш бүлмәле фатирҙы ҡуртымға ала һәм килененә бөтә ғаиләһе менән Мәскәүгә килергә ҡуша. Аҙаҡ Людвига Александровна Тверь урамындағы ашханаһын ҡуртымға бирә. 1908 йылдың раштыуа байрамдары осоронда ашхананы талайҙар. Ғаиләнең бар мөлкәте һатыла, һәм Малевичтар Брюсовй тыҡырығындағы мебелле бүлмәләргә күсенә, ә Людмила Александровна Напрудный тыҡырығында яңынан ашхана аса. Биш бүлмәнең өсәүһен Казимир Малевич ғаиләһе менән (ҡатыны һәм ике балаһы) биләй. Ҡатын менән ғаилә башлығы араһында аңлашылмаусанлыҡ көсәйә бара, һәм Казимира Зглейц, ике балаһын алып, Мещера ауылына күсенә һәм психиатрик дауаханала фельдшер булып эшләй башлай. Артабан Каземира бер табип менән унан китә, ә балаларын дауахана хеҙмәткәрҙәренең береһенә ҡалдыра.

1907 йылдан алып 1910 йылға тиклем Малевич Мәскәүҙә Ф. И. Рерберг студияһында эшләй.

1907 йылда Мәскәү рәссамдар ширҡәтенең XIV күргәҙмәһендә ҡатнаша. М. Ф. Ларионов менән таныша.

Казимир Малевич балаларын алырға тип килә, ә улар хужалыҡ мөдире Михаил Фердинандович Рафаловичта була. Бер аҙҙан Рафаловичтың ҡыҙы, Софья Михайловна Рафалович (пол. Zofia Rafałowicz), Казимир Малевичҡа гражданлыҡ никахы менән кейәүгә сыға, сөнки уның элекке ҡатыны бер нисә йыл буйы айырылышыуға ризалыҡ бирмәй.

1909 йылда Малевич ҡатыны менән айырылыша һәм Софья Михайловна Рафалович(18? — 1925) менән никахҡа инә. Софьяның атаһының Немчиновка ауылындағы йортона Малевич йыш ҡына йәшәргә һәм эшләргә килер була.

1910—1919[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе Бөтә Рәсәй футуристар съезы. Михаил Матюшин, Казимир Малевич, Алексей Кручёных (һулдан уңға) 1913 йылдың 18 июлендә Матюшиндың Уусикиркко ҡалаһы янындағы йәйге йортонда. Кручёныхтың ҡулында «Өсәү» йыйынтығының тышлығы эскизы, унда Малевичтың картинаһы ҡуйылған. Фото авторы Михаил Матюшин.

1910 йылда тәүге «Бубновый валет» күргәҙмәһендә ҡатнаша.

1911 йылдың февралендә үҙ эштәрен «Мәскәү салоны» йәмғиәтенең беренсе күргәҙмәһенә ҡуя. Апрель — майҙа Петербургтың «Йәштәр берлеге» күргәҙмәһендә ҡатнаша, .

1912 йыл. Малевич «Йәштәр берлеге» һәм Мюнхенда «Күк һыбайлы» күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Мәскәүҙә яңы сикләнгәнлек техникаһында яҙылған егерменән ашыу картинаһын «Ишәк ҡойроғо» күргәҙмәһенә ҡуя (рәссам «Ишәк ҡойроғо» төркөмөнә инә). М. В. Матюшин менән таныша.

Малевич 1913 йылда Петербургта «Хәҙерге заман һынлы сәнғәте тураһында бәхәс», шулай уҡ Мәскәүҙә «Рәсәй тапҡыр һүҙ әйтеүселәренең беренсе кисәһендә» ҡатнаша. «Сәп» күргәҙмәһендә ҡатнаша. Бер нисә футуристик баҫманы биҙәй. «Йәштәр берлегенең» һуңғы күргәҙмәһенә лә картиналарын ҡуя.

1913 йылдың декабрендә Петербургтың «Ай-паркында» «Ҡояшты Еңеү» (М. Матюшин музыкаһы, А. Кручёных тексы, В. Хлебников инеше, М. Малевич декорацияһы һәм костюмдар эскиздары) операһының ике тамашаһы ҡуйыла. Рәссамдың хәтирәләре буйынса, операны сәхнәгә ҡуйыуға әҙерләгән мәлдә уға «Ҡара квадрат» картинаһын яҙыу идеяһы килә.

Февралистар («лошкарҙар») Казимир Малевич, Иван Клюн, Алексей Моргунов (һулдан уңға). Мәскәү, 1914 йылдың 1 марты
Ҡара квадрат, 1915

Малевичтың иң билдәле әҫәре — Ҡара квадрат (1915) — супрематизмға үҙенсәлекле манифест булып тора. Тәүге тапҡыр Петроградта 1916 йылдың 1 ғинуарында (иҫке стил буйынса 1915 йылдың 19 декабрендә) «0,10» күргәҙмәһендә ҡуйыла һәм уңышҡа өлгәшә. Картина, рәссамдың фекеренсә, «Ҡара түңәрәк» һәм «Ҡара тәре» менән бергә триптихтың бер өлөшө була. Күргәҙмә үткәрелерҙән өс ай алда Малевичтың оҫтаханаһында И. А. Пуни булып китә, һәм ул Малевичтың «Ҡара квадрат» өҫтөндә эш башлауына тап була. Бәлки, Малевич Пуниҙың уның идеяһын алыр, тип уйлағандыр, шуға ла Михаил Матюшиндан картинаның анонсы менән бәләкәй китапсыҡ сығарыуын үтенә, шулай итеп, ул авторлығын рәсми рәүештә нығытып ҡуя[44].

1916 йыл. Малевич Иван Пуни менән берлектә ойошторған «Супрематистарҙың асыҡ ғилми-популяр лекциялары» кисәһендә «Кубизм — футуризм — супрематизм» доклады менән сығыш яһай. «Магазин» күргәҙмәһендә ҡатнаша. 60 супрематик эшен «Бубновый валет» күргәҙмәһенә ҡуя. «Супремус» йәмғиәтен ойоштора (уға О. В. Розанова, Л. С. Попова, А. А. Экстер, И. В. Клюн, В. Е. Пестель, Надежда Удальцова, Мстислав Юркевич һәм башҡалар инә), ошондай уҡ атамалы журналды нәшер итеүгә әҙерләй. Йәйгеһен Малевич хәрби хеҙмәткә саҡырыла (1917 йылда демобилизациялана).

1917 йылдың майында Малевич һул яҡ федерацияһы (йәш фракция) вәкиле булараҡ Мәскәүҙә Һынлы сәнғәт рәссамдарының һөнәри берлеге советына һайлана. Август айында Мәскәү һалдат депутаттары советының художество секцияһы рәйесе булып китә, мәҙәни ағартыу эштәре менән шөғөлләнә, Халыҡ сәнғәте академияһы проекты өҫтөндә эшләй. Октябрь айында «Бубновый валет» йәмғиәте рәйесе итеп һайлана. 1917 йылдың ноябрендә Мәскәү Хәрби-революцион комитеты Малевичты боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса комиссар һәм Художество ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса комиссия ағзаһы итеп тәғәйенләй, шулай уҡ Кремль ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу ҙа уның бурысы булып тора.

1918 йылда ул «Анархия» гәзитендә мәҡәләләр баҫтырып сығара. Халыҡ мәғарифы комиссариатының ИЗО бүлегенең Художество коллегияһы ағзаһы итеп һайлана. «Рәссам хоҡуҡтары декларацияһын» яҙа. Петроградҡа күсә. В. В. Маяковскийҙың «Мистерия-Буфф» пьесаһы буйынса В. Э. Мейерхольдтың спектакленә декорациялар эшләй һәм костюм эскизтарын яҙа. Художество сәнғәте музейын ойоштороу буйынса комиссия ултырышында ҡатнаша (МХК).

1919 йылда ул Мәскәүгә ҡайта. Ирекле дәүләт художество оҫтаханаларында «Яңы супрематизм сәнғәтен өйрәнеү буйынса оҫтаханаға» етәкселек итә.

1919—1935[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың ноябрь айында рәссам Витебск ҡалаһына күсенә, унда Халыҡ художество училищеһы оҫтаханаһына етәкселек итә башлай, унда Марк Шагал «яңы революция өлгөһө» йүнәлешен етәкләй .

1919 йылда Малевич «Сәнғәттәге яңы системалар тураһында» теоретик эшен баҫтырып сығара. Декабрҙә Мәскәүҙә рәссамдың «Казимир Малевич. Уның импрессионизмдан супрематизмға табан юлы» тип аталған беренсе ретроспектив күргәҙмәһе асыла[45].

1920 йылға тиклем рәссам тирәләй тоғро уҡыусылары төркөмө барлыҡҡа килә — УНОВИС (Яңы Сәнғәтте Раҫлаусылар). Уның ағзалары: Л. Лисицкий, Л. Хидекель, И. Чашник, Н. Коган.

1923 йылда Малевич Петроград Художество сәнғәте музейы директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, һәм унда үҙе артынан Петроградҡа килгән уҡыусылары менән тикшеренеү һәм уҡытыу эштәре менән шөғөлләнә. 1924 йылда Художество сәнғәте музейының исеме алмаштырыла. 1924 йылдан 1926 йылға тиклем Малевич Ленинград дәүләт художество сәнғәте институтының (Гинхук) директоры була[46]. 10 июндә «Ленинградская правда» ла «Дәүләт тәьминәтендәге монастырь» тип аталған мәҡәлә баҫылып сыға, уның һөҙөмтәһендә институт ябыла. Ғәмәлдә матбуғат хеҙмәте йыйынтыҡ әҙерләү институты менән эш итергә була Малевич «өҫтәлмә индерергә һынлы сәнғәте элементтары теорияһының». 1926 йылдың көҙөндә Дәүләт сәнғәт институты бөтөрөлә, ул Дәүләт сәнғәт тарихы институты составына индерелә, Малевич 1929 йылда эшенән киткәнгә тиклем шунда эшләй.

1927 йылда Киев ҡалаһына күсә, Николай Скрипник тырышлығы менән Малевичҡа ижад итеү өсөн шарттар тыуҙырыла. Киев сәнғәт институтында уҡыта, Кричевский, Бойчук, Пальмов, Богомазов, Татлина уның коллегалары була[45]. Харьковта сыҡҡан «Яңы генерация» (1928—1929) журналында художество темаһына мәҡәләләр баҫтыра.

1927 йылда Казимир Северинович өсөнсө тапҡыр Наталия Андреевна Манченкоға (1902—1990) өйләнә[47].

1927 йылда Малевич сит илгә (Варшаваға) (8-29 март)командировка китә , унда уның шәхси күргәҙмәһе ойошторола, шунан Берлинға (29 март — 5 июнь) юллана, йыл һайын үткәрелә торған Ҙур Берлин художество күргәҙмәһендә уның картиналары өсөн бер зал бүленә (7 май — 30 сентябрь). 1927 йылдың 7 апрелендә Баухаус һәм Дессауҙа була, унда Вальтер Гропиус һәм Ласло Моха-Надем менән таныша. Тыуған иленә ҡайтҡас, Малевич шпионлыҡта ғәйепләнә һәм ҡулға алына. Бер нисә аҙнанан һуң уны төрмәнән сығаралар[48].

1927—1930 йылдарҙа Киев сәнғәт институтында уҡыта, ул ваҡытта уның менән бергә Федор Кричевский, Михаил Бойчук, Виктор Пальмов, Вадим Меллер, Александр Богомазов, Владимир Татлин, Василий Касьян эшләй, А. Архипенко ла шунда эшкә килергә йыйына. Әммә Украинала ҡайһы бер интеллигенция вәкилдәренә ҡаршы репрессия яңынан башланғанға күрә, кире Ленинградҡа ҡайтырға мәжбүр була. Күргәҙмәгә ҡуйылған картиналарын, лекцияларына аңлатма таблицаларын һәм теория буйынса эштәрен ваҡытлыса һаҡлауға архитектор Хугу Херингта (нем. Hugo Häring) ҡалдыра. Картиналары тыуған иленә ҡайтарылмай ҡала, хәҙерге ваҡытта уларҙың хужаһы Амстердам ҡалаһы музейы һәм МоМ (Нью-Йорк хәҙерге заман сәнғәте музейы). Мюнхенда «Мир как беспредметность» тигән китап донъя күрә. Ошо уҡ йылда Малевич эштәре Рус музейында Н. Н. Пунин тарафынан ойошторолған күргәҙмәгә ҡуйыла.

СССР-ҙа сәйәси көрәш көсәйә барыуын күреп, Малевич етди рәүештә оҙаҡ ваҡытҡа Европаға китергә йыйына башлай. Шуға күрә ул 1927 йылдың мартынан алып йыйылған бөтөн архивын үҙе менән алып китә. Хәҙер Малевичтың был архивы Ьерлинда һаҡлана.малевич берлин архивтарында һаҡлана. Тикшеренеүсе һәм К. Малевичтың 5 томлыҡ йыйылма әҫәрҙәр йыйынтығын нәшер иткән А. С. Шацких, Малевич Берлинда үҙенсәлекле «ваҡыт капсулаһы» ҡалдырған, тип иҫәпләй. Ул тиҫтә ярым йыл буйына ҡулъяҙмаларында һәм документтарында тупланған ғүмерен «һандыҡҡа бикләп ҡуя».

1929 йылдың 1 ноябрендә «К. С. Малевичтың һынлы сәнғәттә һәм графикалағы әҫәрҙәре күргәҙмәһе» асыла. Шул уҡ йылда эштәр күргәҙмәгә ҡуйылған Малевич Цюрих ҡалаһында үткәрелгән «Абстракт һәм сюрреалистик һынлы сәнғәт һәм пластика» күргәҙмәһендә үҙенең картиналары менән ҡатнаша. 1929 йылда Малевичты Луначарский «Наркомпрос ИЗО-һының халыҡ комиссары» итеп тәғәйенләй[49].

1930 йылда Рәссамдың әҫәрҙәре Берлинда, Венала үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, Киевта был күргәҙмәнең ҡыҫҡартылған варианты күрһәтелә (февраль — майҙа).

Дәүләт сәнғәт тарихы институтында Малевич етәкләгән бүлек ябыла. Яңы уҡыу йылы алдынан партияһыҙ булғаны өсөн институттан эштән сығарыла[33] [сығанағы юҡ]. 1930 йылдың көҙөндә ОГПУ уның «герман шпионы» булыуынан шикләнеп ҡулға ала. 1930 йылдың декабрендә төрмәнән сығарыла, сөнки тәфтишсе . В. А. Кишкин уны ҡотҡарыуға күп көс һала[50] [<span style="" title="утверждение не найдено в указанном источнике">сығанағы юҡ</span>].

1933 йылда ҡаты сире башлана (енес биҙе яман шеше).

1934 йылда «Социалистик төҙөлөштә ҡатын-ҡыҙ» күргәҙмәһендә ҡатнаша.

1935 йылда Малевичтың һуңғы портреттары Ленинград рәссамдың тәүге күргәҙмәһенә ҡуйыла (1962 йылға тиклем Малевичтың эштәре тыуған илендә күргәҙмәләргә ҡуйылмай).

Вафаты һәи ерләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Казимир Малевич 1935 йылдың 15 майында Ленинградта вафат була.

К. Малевичтың кәүҙәһе ерләнгән урынға ҡуйылған иҫтәлекле билдә, август, 2013 йыл
Казимир Малевичтың ҡәбер ташындағы яҙыу. 2018 июле.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Казимир Малевичҡа арнап сығарылған Украинаның тәүге көнө конверты (2018)

Билдәле картиналары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Черный квадрат
  • Белое на белом
  • Черный круг
  • Красный квадрат
  • Скачет красная конница
  • Супрематическая композиция — продано 3 ноября 2008 года на аукционе Sotheby’s за $60,002,000

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ленинградтың һынлы сәнғәте

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118640836 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. https://www.moma.org/artists/3710 (ингл.)
  4. 4,0 4,1 метрическая книга
  5. http://vocab.getty.edu/page/ulan/500004959
  6. метрическая книга
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 https://www.artnet.com/artists/kazimir-malevich-2/past-auction-results — 1998.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 RKDartists (нидерл.)
  9. Kazimir Severinovich Malevich (нидерл.)
  10. Kazimir Malevich // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Malevyč, Kazymyr, S. // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jn19990210401
  12. https://www.documenta.de/en/retrospective/ii_documenta
  13. https://www.documenta.de/en/retrospective/documenta_8
  14. 14,0 14,1 14,2 http://www.artnet.com/artists/kazimir-malevich-2/
  15. http://www.moma.org/collection/works/9069
  16. http://courage.btk.mta.hu/courage/individual/n8082 (ингл.)
  17. https://www.donneesquebec.ca/recherche/fr/dataset/musee-dart-contemporain-de-montreal-liste-dartistes-de-la-collection-domaine-public — 2015.
  18. http://wallachprintsandphotos.nypl.org/catalog/322740
  19. Pobeda nad Solntsem
  20. Boerenvrouw met emmers
  21. ‘aF’ forma obema (‘aF’ vorm van volume)
  22. 3D interpretatie naar 'Segodnyashnye sooruzheniya (Moderne gebouwen)' van Kazimir Malevich
  23. Artists + Artworks (ингл.)
  24. Kasimir Malevich // zonder titel — 1922.
  25. https://data.performing-arts.ch/a/44ef2044-4092-43c5-9f05-7bf6ad8c5e08 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  26. 26,0 26,1 26,2 Запись о рождении в метрической книге римско-католического костёла св. Александра в Киеве, 1879 год // ЦГИАК Украины, ф. 1268, оп. 1, д. 26, л. 13об—14.
  27. 27,0 27,1 Дмитрий Горбачев. Малевич и Украина. — Киев, 2006. — 456 с. — ISBN 966-96670-0-3.
  28. Encyklopedia PWN
  29. 29,0 29,1 Родословие и предки К. С. Малевича // Малевич о себе. Современники о Малевиче. / Авт.-сост. И. А. Вакар, Т. Н. Михиенко. Т. 1. — М., 2004. — С. 372—385.
  30. Шатских А. С. Казимир Малевич. — М. : Слово, 1996. — 96 с.
  31. 31,0 31,1 Артур Рудзицкий. В некоторых анкетах 1920-х годов в графе «национальность» Казимир Малевич писал: украинец // Украинская правда, 09.04.2009.
  32. А. С. Шатских. Детство, отрочество и юность//А. С. Шатских. Казимир Малевич. — М.: Слово, 1996.
  33. 33,0 33,1 33,2 Myroslav Shkandrij. Reinterpreting Malevich: Biography, Autobiography, Art // Canadian-American Slavic Studies. — Vol. 36. — No. 4 (Winter 2002). — PP. 405—420.
  34. Евгений Шварц. Позвонки минувших дней. — М.: Вагриус, 2008. — ISBN 978-5-9697-0563-0
  35. Борис Грибанов. Картины и жизнь: записки коллекционера. — М.: Права человека, 1999. — 272 с. — ISBN 5-7712-0103-0
  36. Инесса Левкова-Ламм. Лицо квадрата: мистерии Казимира Малевича. — М.: Пинакотека, 2004. — 208 с. — ISBN 588451-069-4
  37. Костёл Святого Александра. Дата обращения: 17 март 2011. Архивировано 22 май 2010 года.
  38. Мастацкае жыцьцё Беларусі пачатку 20 стагодзьдзя: пошук нацыянальнай самасьвядомасьці 2016 йыл 29 март архивланған. // Радыё Свабода. Навіны Беларусі, 2013. (белор.)
  39. Наш Малевич  (рус.), Панорама (12 май 2009). 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  40. Малевич Казимир. Главы из автобиографии художника // Малевич о себе. Современники о Малевиче: Письма. Документы. Воспоминания. Критика: В 2 т. / Авторы-составители И. А. Вакар, Т. Н. Михиенко. — М.: RA, 2004. — Т. 1. — С. 17—45.
  41. Римско-католический костёл в Курске 2014 йыл 14 февраль архивланған.
  42. Юрий Озеров. О «Доме Малевича»
  43. На доме Казимира Малевича в Курске установят памятную доску 2018 йыл 24 февраль архивланған.
  44. Казимир Малевич: Квадрат и другие супремы
  45. 45,0 45,1 Казимир Малевич: биография, картины. SKETCHLINE. Дата обращения: 16 октябрь 2019.
  46. Казимир Малевич
  47. См.: Дмитрий Лихачёв. Сёстры Наталья Андреевна Малевич и Анджелика Андреевна Воробьёва.// Малевич о себе. Современники о Малевиче: В 2-х т. — М.: RA, 2004. Т. 1. С. 286.
  48. Е. Деготь. Советское искусство между Троцким и Сталиным. — Москва: Московский музей современного искусства, 2008. — С. 15. — 300 с.
  49. «Сайт Государственного Эрмитажа, 2009» 2009 йыл 24 ғинуар архивланған. «В 1929 г. А. Луначарский назначил Малевича „народным комиссаром ИЗО НАРКОМПРОСа“, но уже в следующем 1930 г. его выставка в Киеве была запрещена».
  50. «Циклоп» Кишкин — чекист из дворян. Дата обращения: 15 ноябрь 2013. Архивировано 23 август 2013 года. 2013 йыл 23 август архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]