Матур ТВ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Матур ТВ
МАТУР ТВ телеканалы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тапшырыу зонаһы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тапшырыу ваҡыты

24/7

Тапшырыу форматы

Full HD

Эшләй башланған ваҡыт

22 ноябрь 2017 йыл

Киң мәғлүмәт сараларын теркәү танытмаһы

ТВ № 28983. 26 октябрь 2017 йыл

Етәксеһе

Мәмбәтов Артур Зөфәр улы, Мостаев Илшат Әсғәт улы

Сайт

https://matur-tv.ru/

Матур ТВ телеканалы — татар-башҡорт музыкаль-күңел асыу телеканалы, Рәсәй кабель селтәрҙәрендә тәүлегенә 24 сәғәт татар һәм башҡорт телдәрендә тапшырыуҙар алып бара. Эфирҙа башлыса артистар заказы буйынса яҙҙырылған музыкаль клиптар һәм «Матур медиа» операторҙары яҙҙырған башҡорт, татар һәм рус башҡарыусыларының концерттары тапшырыла. Трансляция Өфөнән алып барыла. Офис 450059, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 22-се йортта, ә студия Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 15 адресы буйынса урынлашҡан[1][2].

Канал 2017 йылдың 29 майында теркәлә. Уның ойоштороусыһы — «АРТИКО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Етәксеһе — Мостаев Илшат Әсғәт улы. Телеканал 2018 йылдың мартынан алып трансляция алып бара[3][4].

Беренсе «Матур ТВ Премияһы» 2022 йылдың 27 ноябрендә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында уҙғарыла, унда башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаусы иң яҡшы йырсылар билдәләп үтелә.

Тапшырыу селтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телеканалды «Ростелеком», «Таттелеком», «Уфанет», «Башинформсвязь», «Кристалл», «Йәшел нөктә», Интернет селтәрендә «Дом.ру» операторҙарының кабель телевидениеһы аша ҡарарға мөмкин. һәм Android платформаһы өсөн мобиль ҡушымта аша ҡарарға мөмкин[3].

EPG Service мәғлүмәттәре (аҙна һайын яңыртыла) буйынса, эфирҙың яҡынса 80 процентын башҡорт, татар һәм урыҫ башҡарыусыларының музыкаль клиптары тәшкил итә. 26 проценты — концерттар, 2 проценты — музыка һәм күңел асыу программалары, башҡорт-, татар- һәм Рәсәй эстрадаһы шоу-бизнесы яңылыҡтары[5][6]. Телеканал тәүҙә FullHD форматында ғына трансляциялана[7]. Тапшырыуҙар баштан уҡ юғары сифатлы форматта үтә, шуға күрә телеканал етәкселеге тарафынан башҡорт телендә «Матур» исеме һайлана[3].

Телеканалда «Матур моң илендә» тапшырыуы сыға, ул «Играй, гармонь, любимая!» (Играй, гармонь, любимая) проекттың башҡорт аналогы булып тора. Программала Башҡортостан Республикаһының төрлө райондарының мәҙәни үҙенсәлектәре күрһәтелә, мәҫәлән: диалекттар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, бәйеттар, легендалар, таҡмаҡтар, бейеүҙәр, халыҡ музыкаһы һәм музыка ҡоралдары[8]. Шулай уҡ канал Өфөлә «Brilliant Talents» халыҡ-ара интернет-конкурсын ойоштороусыларҙың береһе булып тора[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. МАТУР ТВ. Справочник компаний онлайн (2021). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 11 июль 2021 года.
  2. Новые телеканалы с 1 июля 2019 года. Казанская городская сеть (19 июнь 2019). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 11 июль 2021 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 Василина Олейник. В Уфе начал вещать телеканал «МАТУР ТВ». ТатарИнформ (7 март 2018). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 11 июль 2021 года.
  4. МАТУР ТВ. Роскомнадзор (2021). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 11 июль 2021 года.
  5. Матур ТВ. Кабельщик (2021). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 11 июль 2021 года.
  6. Константин Дьяков. Новорожденные каналы-2018: все больше бизнеса и меньше личного. Кабельщик (13 февраль 2019). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 11 июль 2021 года.
  7. Вартанова, 2019, с. 72
  8. Телеканал Матур ТВ приглашает на башкортостанский аналог проекта «Играй, гармонь, любимая!» Культурный мир Башкортостана (27 май 2020). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 11 июль 2021 года.
  9. Юных уфимцев приглашают принять участие в Международном интернет-конкурсе «Brilliant Talents». Официальный сайт Администрации ГО г. Уфа РБ (15 ғинуар 2021). Дата обращения: 6 июль 2021. Архивировано 6 март 2021 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]