Миҙхәт
Миҙхәт — ғәрәптәрҙән ингән мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙхәт — «маҡтаулы», «данлы» булһын теләк менән ир балаға ҡушылған исем[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙхәт Закир улы Шакиров (5 октябрь 1916 йыл — 1 май 2004 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1944 йылдан ВКП(б) (КПСС) ағзаһы. 1969—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин (13 ноябрь 1925 йыл — 15 апрель 2001 йыл) — партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының (1977) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1981) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
Миҙхәт Әхмәт улы Шакиров (3 март 1941 йыл — 21 март 2006 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1993 йылдарҙа төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһы директоры, 1993—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре.
Миҙхәт Ғәлимов (Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы; 23 июль 1932 йыл) — Өфөләге 21-се төҙөлөш тресы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1967).
Миҙхәт Вилдан улы Шәрипов (8 июль 1948 йыл) — журналистика ветераны, «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» республика гәзиттәренең элекке үҙ хәбәрсеһе.
Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов (1 май 1930 йыл) — педагог, шағир, үҙешмәкәр рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (1998).
Миҙхәт Исмәғил улы Ғәбитов (13 ғинуар 1925 йыл — 10 октябрь 2010 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1966 йылдарҙа Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының экскаватор машинисы, экскаватор машинистары звеноһы бригадиры, артабан 1982 йылға тиклем участка механигы, смена начальнигы, тау мастеры, карьер оҫтаһы, электромеханик. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы
Миҙхәт Рәхмәтулла улы Мәүлитов (16 февраль 1928 йыл — 8 декабрь 2000 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1973), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте (1978) һәм Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2000), И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1980) лауреаты. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1976).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |