Миңлегөл
Миңлегөл — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлегөл — башҡорт теленән «миңле» һәм фарсы теленән үҙләштерелгән «гөл» һүҙҙәрен ҡушып яһалған ҡатын-ҡыҙ исеме. Мәғәнәһе — бәхетле, аҫыл[1].
Баланың тәнендәге айырым билдәләренә,үҙенсәлектәренә ҡарап исемләү ҙә борондан килә.Шул йолаларҙың береһе: тәндә миң булыуға ҡарап,ошо һүҙҙе исемгә ҡушыуҙа сағыла. Миң менән яһалған исемдәр ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла бирелә[2]. |
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы — (9 сентябрь 1929 йыл — 12 февраль 2010 йыл) — төҙөүсе, 1957—1984 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
Хисамова Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы — (1 октябрь 1948 йыл) — мәғариф ветераны, шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем хеҙмәткәре.
Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы — һауынсы, Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ишембай ауыл советына ҡараған Миндеш ауылында тыуған,Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1979, 1981) ордены кавалеры.
Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы (10 май 1946 йыл) — физик, физика‑математика фәндәре докторы (2005), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006).
Тайсина Миңлегөл Мәүлембирҙе ҡыҙы (?) — шағирә, балалар яҙыусыһы, «Аҡбуҙат» журналының яуаплы сәркәтибе.
Хисмәтуллина Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы (24 ноябрь 1927 йыл — 18 февраль 2004 йыл) — башҡорт шағиры һәм прозаигы, 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Ябалаҡлы ауылында тыуған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 59сы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 59-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |