Монасип (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Монасип (исем) — башҡорт ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монасип башҡорт теленә ғәрәпсәнән ингән, тура килгән, яраҡлы, тиң мәғәнәһен аңлата[1].
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монасипов Рөстәм Әнүәр улы ([[6 июнь]] [[1960 йыл]]) — ғалим-электрон техникаһы инженеры, педагог. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
Монасипов Миңлеғаффан Хәйрулла улы ([[1 декабрь]] [[1929 йыл]] — 21 октябрь 1997 йыл) — СССР-ҙың нефтсе-быраусыһы. Ишембай быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Монасипов Алмаз Закир улы (11 июль 1925 йыл — 22 июль 2008 йыл) — татар композиторы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Татар композиторҙары араһында беренселәрҙән булып заманса музыкала бәйет, мөнәжәт, китап көйө кеүек боронғо музыка ҡатламдарына мөрәжәғәт итә. «Муса Йәлил» симфония-поэмаһы, «Туҡай аһәңдәре» вокаль-симфоник поэмаһы татар музыка классикаһы тип һанала. XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң күренекле татар композиторҙарының береһе.
Фәйруша Монасипов (1788—?) — хәрби эшмәкәр. [[1812 йылғы Ватан һуғышы]]нда һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
w:ru:Монасипов Равил Жакфарович (27 мая 1967 йыл) — ярымһаҡсы сифатындағы совет и Рәсәй футболсыһы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монасип (рус. Мунасипово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 106 кеше. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы]
Иҫке Монасип ауыл Советы (Бөрйән районы) — Башҡортостандың Бөрйән районының [[муниципаль берәмеге]], ауыл биләмәһе статусына эйә.
Яңы Монасип (боронғо атамаһы Мишәр; рус. Новомунасипово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |