Мостовенко Павел Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мостовенко, Павел Николаевич битенән йүнәлтелде)
Павел Николаевич Мостовенко
Павел Николаевич Мостовенко
Флаг
Флаг
Петроград советы ағзаһы
1917 йыл
Флаг
Флаг
Мәскәү Һалдат депутаттары советы рәйесе
октябрь 1917 йыл
Флаг
Флаг
Рогож район думаһы рәйесе
октябрь 1917 йыл
Флаг
Флаг
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы делегаты
28 ноябрь 1917 йыл — 5 ғинуар 1918 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: вазифа бөтөрөлә
Флаг
Флаг
РКП(б)‑ның Өфө губерна комитеты секретары
1919 йыл
Флаг
Флаг
Литвала РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле
1 март 1921 йыл — 9 май 1922 йыл
Алдан килеүсе: Аксельрод Александр Ефремович
Дауамсы: Аралов Семён Иванович
Флаг
Флаг
Чехословакияла РСФСР-ҙың дипломатик вәкиле
9 декабрь 1922 йыл — 14 февраль 1923 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: Юренёв Константин Константинович
Флаг
Флаг
Бөтә союз сәнәғәт академияһы директоры
1925 йыл — 1927 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: Каменский Абрам Захарович
Флаг
Флаг
Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ректоры
1927 йыл — 1930 йыл
Алдан килеүсе: Горбунов Николай Петрович
Дауамсы: Цибарт Адольф Августович
 
Тыуған: 10 май 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Рәсәй империяһы, Пермь губернаһы, Уҫы өйәҙе, Оло Урҙа ауылы
Үлгән: 15 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (56 йәш)
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Мәскәү
Ерләнгән: Бутово-Коммунарка
Супруг: Ревекка Гальперина[d]
Партия: РСДРПРСДРП(б)ВКП(б) (1901-1938)
Белеме: Санкт-Петербург политехник институты
Профессияһы: урмансы, революционер, сәйәсмән, дипломат, юғары мәктәп эшмәкәре

Мостовенко Павел Николаевич (партия псевдонимы — Нижегородец;[1] 10 май 1881 йыл, Пермь губернаһы15 март 1938 йыл, Мәскәү) — марксист, большевик, совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, дипломат. 1927—1930 йылдарҙа Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ректоры. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшлек йылдары. Партия эше башланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Павел Николаевич Мостовенко 1881 йылдың 10 майында Рәсәй империяһы Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе Оло Урҙа (Большая Орда) ауылында урмансы дворян ғаиләһендә тыуған. 1899 йылда Ҡазан ир-егеттәр гимназияһын тамамлай. Артабан Санкт-Петербургта Урман институтында һәм Хәрби-медицина академияларында уҡый, уларҙан революцион эшмәкәрлеге өсөн ҡыуыла. 1916 йылда Император Санкт-Петербург политехник институтын тамамлай[2][3]. По сведениям НКВД высшее образование он не завершил.

1899 йылдан Санкт-Петербургта «Эшсе класын азат итеү өсөн көрәш союзы» («Союз борьбы за освобождение рабочего класса») ағзаһы була. 1901 йылда РСДРП ағзаһы була һәм шул уҡ йылда тәүге тапҡыр ҡулға алына, суд ҡарары буйынса Пермь ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә. РСДРП бүленгәндән һуң большевиктар яғында була[4].

1905—1907 йылдарҙағы Рәсәйҙәге революцияла ҡатнаша.

1903 йылдан 1917 йылға ҡәҙәр Тверь, Түбәнге Новгород, Төньяҡ һәм Мәскәү РСДРП комитеттары ағзаһы була һәм бер нисә тапҡыр ҡулға алына. 1905 йылда Тверь ҡалаһында полиция күҙәтеүе аҫтында һөргөндә була[1], бында Тверь Эшсе депутаттар советын һәм Новинск Кәрәҫтиән депутаттары советын ойоштороуҙың инициаторы һәм уларҙың рәйесе була[1][5].

1905 йылда Мәскәүҙең Благуше-Лефортово революцион райондың яуаплы ойоштороусыһы булып, Тверь партия ойошмаһынан делегат булараҡ Финляндияла РСДРП-ның I Таммерсфор конференцияһында ҡатнаша. 1907 йылда РСДРП-ның V съезына Тверь коммунистарынан делегат була[1].

Хәрби һәм революция осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда Конституцион-демократик партияһынан (кадеттарҙан) Рогож район думаһы гласныйҙарына кандидаттар исемлеге

Беренсе донъя һуғышы осоронда рус армияһына алына һәм 1917 йылға ҡәҙәр хеҙмәт итә[6]. Шулай уҡ ул «бер ҡасан да батша армияһында хеҙмәт итмәгән» тигән раҫлауҙар осрай[5].

1917 йылда РСДРП(б)-ның VI съезында ҡатнаша һәм Румыния фронтынан 6-сы һанлы исемлек (больевиктар) буйынса Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана[2]. Шулай уҡ Петроград советының ағзаһы һәм Румыния фронтында Петроград башҡарма комитеты вәкиле булып китә[6].

1917 йылдың октябрь—декабрендә — Мәскәү Һалдат депутаттары советы рәйесе һәм Рогож район думаһы рәйесе вазифаларын башҡара. Шулай уҡ Мәскәү хәрби-инҡилаби комитеттың киңәйтелгән составына урынбаҫар булараҡ керә[7]: Мәскәүҙә Октябрь ҡораллы ихтилалдың ойоштороусыларының һәм етәкселәренең береһе була[5][6].

Украина һәм Башҡортостан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылда Австро-Венгрия һәм Германия оккупацион ғәскәрҙәренә һәм «буржуаз-милләтсел көстәргә» ҡаршылыҡты ойоштороу өсөн Украинаға подполье эшенә ебәрелә[6].

1919 йылдан РКП(б) Үҙәк Комитеты һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Башҡортостан АССР-ындағы ғәҙәттән тыш вәкиле, РКП(б)‑ның Өфө губерна комитеты секретары була[8].

1919 йылдың июнендә РСФСР бәйләнеш юлдары хаклыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы, ә шул уҡ йылдың июлендә — Транспортты ремонтлау буйынса бөтә Рәсәй комиссиляһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 1920 йылдың июленән Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы була[6].

Литва, Чехословакия һәм Германия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921—1922 йылдарҙа дипломатик эштә: Литвала РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, ә 1922 йылдың майынан Чехословакияла РСФСР-ҙың дипломатик вәкиле була. Чехословакияла булғанда бер үк ваҡытта Германияла 1923 йылдың октябрендәге инҡилаби ваҡиғалар осоронда Коминтерн линия буйынса нелегаль эшмәкәрлек менән етәкселек итә[9]. 1924 йылда Берлинда СССР-ҙың Халыҡ хужалығы юғары советы уполномоченныйы булып китә[6].

СССР[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1925 йылдан 1927 йылға тиклем яңы ойошторолған Бөтә союз сәнәғәт академияһы директоры вазифаһын үтәй, бер үк ваҡытта ВКП(б) Үҙәк Комитетының Төньяҡ-Көнбайыш бюроһы ағзаһы була.

1927 йылдан 1930 йылға тиклем Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ректоры вазифаһын башҡара[6].

П. Н. Мостовенко ҡулға алынғандан һуң (1937)

1932—1934 йылдарҙа СССР Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатының Юғары аттестацион комиссия рәйесе вазифаһын биләй. 1934 йылдан 1937 йылдың декабренә тиклем СССР Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатының Юғары академик курстары директоры була[6].

1937 йылдың 10 декабрендә ҡулға алына, «шпионажда һәм антисовет троцкист ойошмаһында ҡатнашыуҙа» ғәйепләнә. 1938 йылдың 15 мартында СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан 58-се статья (6, 7, 10 һәм 11 пункттар[10]) буйынса атыуға хөкөм ителә. Шул уҡ көндө атыла[4] [5].

1955 йылдың 28 майында СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана[10].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тверь өлкәһе Калинин районы Новинки ауылында Крәҫтиән депутаттары советы йорт-музейында Павел Мостовенкоға арналған экспозиция бар[1].

Ғаиләһе[5][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Ревекка Менасьевна Гальперина (1902, Единцы — 1976, Мәскәү) — художестволы әҙәбиәт тәржемәсеһе (Эдгар Аллан Поның «Морг урамында үлтереүҙәр»), яҙыусы Менаше Галперндың ҡыҙы. Ике балаһы:

  • Александр (1921—1942, фронтта һәләк була).
  • Наталья (1925 т.).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Платов В. С., Революционное движение в Тверской губернии (кон. 19 — нач. 20 вв.), Калинин, 1959[1].
  • ГА РФ. Ф. 102 — Департамент полиции Министерства внутренних дел, 7 д/п, 1905, д. 2222, ч. 5; ОО, 1904, д. 1060[2].
  • Расстрельные списки. Москва, 1937—1941. «Коммунарка», Бутово. Книга памяти жертв политических репрессий. М., 2000[2].
  • Советская историческая энциклопедия. Т. 9. М., 1961—1976[2].
  • Коротаева Л. В., П. Н. Мостовенко, в кн.: Революционеры Прикамья, Пермь, 1966[11].
  • Герои Октября, М., 1967[11].
  • Большая советская энциклопедия[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 МОСТОВЕНКО Павел Николаевич. Энциклопедический справочник: Тверская область. region.tverlib.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Мостовенко Павел Николаевич. www.hrono.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  3. Г. Д. Иргалин. Мостовенко. Башкирская энциклопедия.(недоступная ссылка)
  4. 4,0 4,1 Мостовенко Павел Николаевич. Мартиролог: Жертвы политических репрессий, расстрелянные и захороненные в Москве и Московской области в период с 1918 по 1953 год. www.sakharov-center.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Лев Колодный. l Крестный путь Павла, члена РСДРП с 1901 года, и беспартийной Ольги. Московский комсомолец, № 26343 (26 сентябрь 2013).
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Мостовенко Павел Николаевич. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898-1991. www.knowbysight.info. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  7. Агурский С. Х. Борьба за Октябрь в Москве / С. Агурский. — Москва: Моспартиздат, 1933. — С. 65. — 95 с.
  8. Ирғәлин Ғ. Д. Мостовенко Павел Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Григорьевич Владимир. Двойной агент. Записки русского контрразведчика. thelib.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  10. 10,0 10,1 Мостовенко Павел Николаевич. people.bmstu.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  11. 11,0 11,1 Мостовенко Павел Николаевич. www.booksite.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  12. МОСТОВЕНКО ПАВЕЛ НИКОЛАЕВИЧ, БСЭ. 15 октябрь 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]