Муллаҡай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Муллаҡай — башҡорт ир-ат исеме. Башка төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллаҡай башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мулла (уҡымышлы кеше) һүҙенә ҡай иркәләү ялғауы ҡушып яһалған[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллаҡай Ибраҡов — Баймаҡ районының Муллаҡай ауылына нигеҙ һалыусы, Бөрйән улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе.
Муллаҡай Бикташев (1781 — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (15 июль 1931 йыл — 4 ноябрь 2000 йыл) — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһының флотаторҙар бригадаһы етәксеһе (1968—1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Муллаҡаев Мирғәли Байғол улы (Мирғәли Байғолов; 1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллаҡай (Баймаҡ районы)(рус. Муллакаево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл.
Муллаҡай (Ҡариҙел районы)(рус. Муллакаево) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.
Муллаҡай (Архангел районы) (рус. Муллакаево) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл..
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллаҡай мәҙрәсәһе — XIX—XX быуаттарҙағы мәҙрәсә, Ырымбур губернаһының, Верхнеурал өйәҙенә ҡараған Муллаҡай ауылындағы урта уҡыу йорто.
Мулла (спектакль) — Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль. Башҡортостан һәм Татарстан театрҙары сәхнәһендә ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |