Мәжит
Викидатала элемент тултырылмаған |
Мәжит — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәжит башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, данлы, маҡтаулы[1]; бөйөк, данлыҡлы, билдәле[2] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәжит Ғафури (Абдулғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы; 20 июль 1880 йыл — 28 октябрь 1934 йыл) — яҙыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923).
Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904 йыл — 7 март 1943 йыл) — халыҡ йырсыһы, музыкант.
Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы (3 февраль 1960 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002). Башҡортостандың (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған табибы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
Алкин Мәжит Сәмиғулла улы (15 февраль 1940 йыл) — башҡорт йырсыһы (тенор), педагог. 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1995 йылдарҙа музыка факультеты деканы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2011), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972).
Билалов Мәжит Мәсғүт улы (1885 — 11 декабрь 1933) — башҡорт теле белгесе.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1995—2002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (2000—2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы (19 апрель 1928 йыл — 3 ноябрь 1989 йыл) — башҡорт йырсыһы (баритон). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1975).
Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы (13 апрель 1957 йыл — 21 октябрь 2020 йыл) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог, менеджер, сәйәсәт фәндәре кандидаты. 2019 йылдан Башҡортостан йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге музейы.
Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы (Ғафури паркы) — Өфөләге мәҙәниәт һәм ял паркы.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры.
Мәжит Ғафури урамы Өфө ҡалаһының Киров һәм Ленин райондары сигендә урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
![]() |
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |