Эстәлеккә күсергә

Перельман Григорий Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перельман Григорий Яковлевич
рус. Григорий Яковлевич Перельман
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Яковлевич[d]
Тыуған көнө 13 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][3][4][…] (58 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1]
Атаһы Перельман, Яков Наумович[d][5]
Әсәһе Штейнгольц, Любовь Лейбовна[d][5]
Бер туғандары Елена Перельман[d]
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө дифференциаль геометрия һәм топология[d], топология, математика, Риман геометрияһы[d] һәм геометрик топология[d]
Эш урыны РФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһе[d][6][7]
Курантовский институт математических наук[d]
Университет штата Нью-Йорк в Стони-Бруке[d]
Калифорнийский университет в Беркли[d]
Уҡыу йорто РФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһе[d]
Санкт-Петербург дәүләт университетының математика-механика факультеты[d][8][9]
239-сы физика-математика лицейы[d]
Ғилми етәксе Александр Данилович Александров[d] һәм Бураго, Юрий Дмитриевич[d]
Кемдә уҡыған Александр Данилович Александров[d]
Ҡатнашыусы Халыҡ-ара математик олимпиада[d] һәм Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй математика олимпиадаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе классик музыка[10]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 3
 Перельман Григорий Яковлевич Викимилектә

Перельман Григорий Яковлевич (13 июнь 1966 йыл, Ленинград) — СССР һәм Рәсәй математигы, Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлаусы[11][12].

Григорий Яковлевич Перельман 1966 йылдың 13 июнендә Ленинград ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Яков Наумович инженер-электрик була (киң таралған хата фекергә ҡарамаҫтан, танылған физик, математик һәм астрономияны популярлаштырыусы Перельман Яков Исидорович Григорий Перельман Яковлевичтың атаһы түгел). Ул 1993 йылда Израилгә эмиграцияға китә. Әсәһе, Любовь Лейбовна Штейнгольц, Санкт-Петербургта ҡала, ПТУ-ла математика уҡытыусыһы булып эшләй. Григорий Перельмандың һеңлеһе Елена шулай уҡ математик, Санкт-Петербург университетын тамамлай (1998). 2003 йылда Реховотта Вейцман Институтында диссертация яҡлай (PhD)[13][14]; 2007 йылдан Стокгольмда программист булып эшләй[15][16][17].

Гриша 6 йәшендә беренсе класҡа уҡырға бара. 8-се класты бөткәнсе Ленинград ситендәге ҡәҙимге урта мәктәптә уҡый. Ата-әсәһе математикаға ҡыҙыҡһыныу уята, әсәһе классик музыкаға ылыҡтыра (Григорий, әсәһе кеүек, скрипкала уйнай). Шулай уҡ ул шахмат һәм өҫтәл теннисы менән мауыға. 8-се кластан һуң 239-сы физика-математика мәктәбенә күсә, унда талап ябай мәктәптәрҙәгегә ҡарағанда бик юғары булыуға ҡарамаҫтан, өлгөлө уҡыусы була. Тик физкультура арҡаһында ғына, ГТО нормаһын тапшыра алмағанлыҡтан, алтын миҙал ала алмай.

Перельман 5-се кластан алып Пионерҙар һарайы янындағы математик үҙәктә, Сергей Рукшин етәкселеге аҫтында (хәҙер РДПУ профессоры, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы[18]) дәрестән тыш ваҡытта математика менән шөғөлләнә. Сергей Рукшиндың уҡыусылары математика олимпиадаларында бик күп бүләктәргә лайыҡ булалар. Григорий Перельман 1982 йылда, совет уҡыусылары командаһы составында, Будапешта Халыҡ-ара математика олимпиадаһында барлыҡ мәсьәләләрҙе яҡшы эшләп, мөмкин булған максималь балл суммаһын йыя һәм алтын миҙалға лайыҡ була[19].

Шул уҡ 1982 йылда Ленинград дәүләт университетының математика-механика факультетына ҡабул ителә (ЛДУ). Венгриялағы еңеүе менән бәйле, уны имтиханһыҙ ҡабул итәләр, был уны шул ваҡыттағы мөмкин булған милли билдәләре буйынса дискриминациянан ҡотҡара[20][21]. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортона стандарт 17 йәш урынына 16 йәштә уҡырға инеүе, Григорийға 1980-се йылдар уртаһы-аҙағында студенттарҙы күпләп армияға саҡырыуға эләкмәҫкә ярҙам итә, сөнки ЛДУ-ла «бронь» ваҡыты уҙыуға ул инде юғары курс студенты була, ә армияға ғәҙәттә 1-2 курстан алалар. Перельман университетта бөтә уҡыу йылдарында тик «бик яҡшы» билдәләренә генә уҡый, факультет, ҡала һәм Бөтә Союз студенттар математик олимпиадаларында еңеп сыға. Уңыштары өсөн Ленин стипендияһы ала.

1987 йылда Ленинград дәүләт университетын бик яҡшы билдәләренә тамамлай[20], СССР Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлеге янындағы аспирантураға уҡырға инә (ғилми етәксеһе — В. А. Александров). (1992 йылға тиклем — ЛОМИ; артабан — ПОМИ). 1990 йылдан һуң «Седловые поверхности в евклидовых пространствах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[22], институтта өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай.

1990-сы йылдар башында АҠШ-ҡа килә, унда төрлө университеттарҙа ғилми хеҙмәткәр булып эшләй[23]. Хеҙмәттәштәрен көнкүрешенең тәҡеүәлеге менән ғәжәпләндерә, яратҡан ризыҡтары һөт, сыр һәм икмәк була. 1995-1996 йылдарҙа Санкт-Петербургҡа ҡайта[24][25], Математика институтының Санкт-Петербург бүлегендә эшләүен дауам итә, унда яңғыҙ Пуанкаре гипотезанһын иҫбатлау өҫтөндә эшләй.

2002—2003 йылдарҙа Интернетта үҙенең киң билдәлелек алған өс мәҡәләһен баҫтыра, унда Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлауҙың үҙенсәлекле ысулын ҡыҫҡаса бәйән итә:

  • Формула энтропии для потока Риччи и её геометрические приложения. (ингл. The entropy formula for the Ricci flow and its geometric applications)
  • Поток Риччи с хирургией на трёхмерных многообразиях. (ингл. Ricci flow with surgery on three-manifolds)
  • Конечное время затухания для решений потока Риччи на некоторых трёхмерных многообразиях. (ингл. Finite extinction time for the solutions to the Ricci flow on certain three-manifolds)

Интернетта Перельмандың Риччи ағымы өсөн энтропия формулаһы тураһында тәүге мәҡәләһенең күренеүе ғилми даирәләрҙә халыҡ-ара сенсация тыуҙыра. 2003 йылда Григорий Перельман бер нисә америка университетына саҡырыуҙы ҡабул итә, унда ул үҙенең Пуанкаре гипотезаһын иҫбат итеү буйынса эше тураһында докладтар серияһы яһай[26]. Америкала Перельман, уның өсөн ойошторолған асыҡ лекцияларҙа, шулай уҡ бер нисә математик менән шәхси осрашыу ваҡытында үҙенең идеяларын һәм алымдарын аңлатып, күп ваҡыт сарыф итә. Рәсәйгә әйләнеп ҡайтҡандан һуң, күп һанлы сит ил коллегаларының һорауҙарына электрон почта аша яуап бирә[27].

2004—2006 йылдарҙа Перельмандың һөҙөмтәләрен тикшереү менән математиктарҙың өс бойондороҡһоҙ төркөмө шөғөлләнә:

  1. Брюс Кляйнер[en], Джон Лотт[en], Мичиган университеты;
  2. Чжу Сипин[en], Сунь Ятсен университеты, Цао Хуайдун[en], Лихай университеты;
  3. Джон Морган[en], Колумбия университеты, Тянь Ган, Массачусетс технология институты.

Бөтә өс төркөм дә Пуанкаре гипотезаһы тулыһынса иҫбатланған тигән һығымтаға килә, әммә Ҡытай математиктары Чжу Сипин һәм Цао Хуайдун уҡытыусылары Яу Шинтун менән бергә, «тулы иҫбатлауҙы» таптыҡ тип белдереп, плагиатлыҡ маташыуы яһайҙар[28]. Артабан улар был белдереүҙәренән баш тарталар[29].

2005 йылдың декабрендә Перельман математик физика лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре вазифаһын китә, Математика институтының Санкт-Петербург бүлегендәге эшенән сыға[30] һәм хеҙмәттәштәре менән бәйләнеште тулыһынса тиерлек өҙә[31]. Үҙенең позицияһын ул ойошторолған математик берләшмә менән килешмәүе, улар ҡабул иткән ҡарарҙарҙың ғәҙел булмауы менән аңлата.

2006 йылда «The New Yorker» америка журналында журналистар Сильвия Назар һәм Дэвид Груберҙың «Многообразная судьба» исемле ҙур мәҡәләһе баҫыла. Улар Санкт-Петербургҡа килеп Григорий Перельман менән шәхсиәт осрашалар. Интервьюла Перельман математик йәмғиәттән китеүенең сәбәбен аңлата:

Фәндә этик стандарттарҙы боҙоусылар сит кеше тип иҫәпләнмәй… Минең кеүек кешеләр — бына кемдәр изоляцияла ҡала… Әлбиттә, бик күп әҙме-күпме намыҫлы математиктар бар. Ләкин улар бөтәһе лә — конформистар. Улар үҙҙәре намыҫлы, тик намыҫлы булмағандарға түҙәләр… Мин билдәле булмағанда, минең һайлау мөмкинлеге бар ине… Йә бөтәһенең дә ныҡ итеп йәненә тейергә (NY — поднять шумиху по поводу нечистоплотных методов в науке), йәки өндәшмәҫкә һәм үҙеңә эткә булған кеүек мөнәсәбәткә түҙергә. Хәҙер, бик билдәле шәхескә әйләнгәс, мин артабан да өндәшмәй ҡала алмайым. Бына ни өсөн мин китергә мәжбүр булдым[32].

2011 йылдың сентябрендә Перельмандың Рәсәй фәндәр академияһы ағзаһы булыу тәҡдименән баш тартыуы билдәле була[33].

Санкт-Петербург ҡалаһында Купчино районында әсәһе менән бергә йәшәй[34]. Матбуғатта 2014 йылдан алып Григорий Швецияла йәшәй тигән хәбәрҙәр күренә[33][35][36], әммә һуңыраҡ уның Швецияла әллә ниҙә бер булыуы билдәле була[37].

— Юрий Дмитриевич Бураго һәм Михаил Леонидович Громов менән аҫтан кәкрелек менән сикләнгән А. Д. Александров арауыҡтары буйынса хеҙмәттең авторҙашы[38].

— 1994 йылда дифференциаль геометрияла душа тураһында гипотезаны иҫбат итә.

— 2002—2003 йылдарҙа Пуанкаре гипотезаһын һәм геометриялаштырыу гипотезаһын иҫбат итә.

1991 йылда Санкт-Петербург математиктар йәмғиәтенең «Пространства Александрова с ограниченной снизу кривизной» эше өсөн «Йәш математикка» премияһына лайыҡ була.

1996 йылда йәш математиктар өсөн Европа математика йәмғиәтенең Премияһын бирергә ҡарар ителә, әммә ул премияны алыуҙан баш тарта[39].

2006 йылда Григорий Перельманға [2] Пуанкаре гипотезаһын хәл иткәне өсөн «Филдс миҙалы» халыҡ- ара премияһы бирелә (бүләкләгәндә рәсми формулировкаһы: «геометрияға индергән өлөшө һәм уның Риччи ағымының геометрик һәм аналитик структураһын өйрәнеүҙә революцион идеялары өсөн»), әммә ул был премиянан да баш тарта[40].

  • 2010 йылдың мартында Клей Математика институты Григорий Перельманға Пуанкаре гипотезаһын иҫбат иткән өсөн бер миллион АҠШ доллары күләмендә премия бирергә ҡарар итә[41]. Был «мең йыллыҡ проблемалар»ҙың береһен хәл иткән өсөн тарихта беренсе премия биреү була. 2010 йылдың июнендә Перельман Парижда математиктар конференцияһын иғтибарһыҙ ҡалдыра, конференцияла Пуанкаре гипотезаһын иҫбат иткән өсөн «Мең йыллыҡ премияһын» тапшырыу планлаштырылған була. 2010 йылдың 1 июлендә Перельман премиянан баш тартыуы тураһында асыҡ белдерә, быны түбәндәгесә аңлатла:
« Мин баш тартам. Белеүегеҙсә, минең был яҡҡа ла, икенсе яҡҡа ла сәбәптәрем бик күп. Шуға ла мин оҙаҡ хәл иттем. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, төп сәбәп — ойошторолған математик берләшмә менән килешмәү. Миңә уларҙың ҡабул иткән ҡарарҙары оҡшамай, мин уларҙы ғәҙел түгел тип иҫәпләйем. Америка математигы Ричард Гамильтондың был мәсьәләне хәл итеүгә индергән өлөшө минекенән һис кәм түгел тип иҫәпләйем[42]. »
Әйтергә кәрәк, Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлаған математик яғынан Ричард Гамильтондың ҡаҙаныштарын асыҡ баһалау фәндә юғары выжданлылыҡ миҫалы булып тора ала, сөнки, Перельмандың үҙенең баһалауы буйынса, Яу Шинтун менән хеҙмәттәшлек иткән Гамильтон, еңеп сыҡҡыһыҙ техник ауырлыҡтарға осрап, үҙенең тикшеренеүҙәрендә һиҙелерлек әкренәйә[43].

2011 йылдың сентябрендә Клэй институты Анри Пуанкаре институты (Париж) менән берлектә йәш математиктар өсөн вазифа булдыра, уларға түләү өсөн аҡса Григорий Перельманға бирелгән, ләкин ҡабул ителмәгән "Мең йыллыҡ премия"нан китә[44].

2011 йылда Ричард Гамильтонға һәм Деметриос Кристодулға математика буйынса $1 000 000 күләмендә Премия Шао бирелә, уны ҡайһы берҙә «Көнсығыш Нобель премияһы» тип атайҙар. Ричард Гамильтон был премияға математик теория төҙөгән өсөн лайыҡ була, уны Григорий Перельман үҙенең Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлау буйынса хеҙмәттәрендә артабан үҫтерә. Билдәле булыуынса, Гамильтон премияны ҡабул итә[45].

Киң мәғлүмәт сараларында һәм мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыш ҡына Григорий Перельман һәм билдәле композитор, уның тиңдәше араһында параллель үткәрәләр. Ул тиҫтә ярым йыл элек, Европа премияһын алғас, шулай уҡ профессиональ мөхитте ташлап сығып китә, күренмәй йәшәй, инде утыҙ йыл «перельманса йәшәү рәүеше» алып бара[46]. Тағы ла бер Петербург кешеһе, Юрий Ханон, шул уҡ сәбәптәр буйынса карьеранан баш тарта һәм 1993 йылда герметик йәшәү рәүешенә күсә[47] Оҡшашлыҡтар шул яҡтан да була, Григорий Перельман да бала саҡта скрипкала уйнарға өйрәнә, әммә ҙур уңыштарға ирешә алмай, шулай ҙа ғүмере буйына классик музыка менән ҡыҙыҡһыныуын һаҡлай.

2006 йылда Science журналы Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлауҙы фәнни «Прорыв года» тип атай[48]. Был математика буйынса бындай исемгә лайыҡ булған беренсе хеҙмәт.

2006 йылда Сильвия Назар һәм Дэвид Грубер «Manifold Destiny» мәҡәләһен баҫтыралар. Унда Григорий Перельман, уның Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлау буйынса хеҙмәте, фәндә һәм математик йәмғиәттә этик принциптар тураһында һөйләнелә, шулай уҡ уның үҙе менән интервью индерелә. Мәҡәләлә үҙенең уҡыусылары менән бергә Григорий Перельман тәҡдим иткән Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлауҙың тулылығын инҡар итергә маташҡан Ҡытай математигы Яу Шинтанды тәнҡитләүгә күп урын бүленә[49].

2006 йылда The New York Times гәзите Денис Овербайҙың (Overbye Dennis) «Scientist at Work: Shing-Tung Yau. The Emperor of Math» исемле мәҡәләһен баҫтыра. Мәҡәлә профессор Яу Шинтандың биографияһына, һәм уның адресына Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлау буйынса Перельмандың индергән өлөшөн кәметеп күрһәтергә тырышыуҙа ғәйепләүҙәр менән бәйле ғауғаға арнала. Мәҡәләлә математика фәнендә бығаса булмаған факт килтерелә — Яу Шинтан үҙенең хаҡлығын яҡлау өсөн адвокат фирмаһын яллаған һәм үҙен тәнҡитләүселәргә суд эҙәрлекләүе менән янаған[50].

2007 йылда Британия гәзите The Daily Telegraph «Әле йәшәүсе йөҙ гений» исемлеген баҫтыра, унда Григорий Перельман 9-сы урынды биләй. Перельмандан тыш, был исемлеккә ни бары 2 Рәсәй кешеһе эләгә — Гарри Каспаров (25-се урын) һәм Михаил Калашников (83-сө урын)[51].

2011 йылда Маша Гессендың Перельмандың яҙмышы тураһында, уның уҡытыусылары, синыфташтары, хеҙмәттәштәре һәм коллегалары менән ойошторолған күп һанлы интервьюларға нигеҙләнгән, «Совершенная строгость. Григорий Перельман: гений и задача тысячелетия» исемле китабы сыға[52][53]. Перельмандың уҡытыусыһы Сергей Рукшин китап тураһында тәнҡитле фекер әйтә[54].

2014 йылда Санкт-Петербургта Александра театрының Яңы сәхнәһендә, «Вспулчесны» Вроцлав театры режиссеры Вера Попованың, поляк драматургы Михаил Пабиандың Григорий Перельман тарихы мотивтары буйынса яҙылған «Затворник» пьесаһы буйынса спектакле алдан күрһәтелә.

2015 йылда Константин Кузнецовтың Григорий Перельман тарихы мотивтары буйынса яҙған «Сингулярность от Артемия» пьесаһы, урыҫ телле драматургияның Халыҡ-ара конкурсы лонг-листы —"Действующие лица 2015"кә инә.

  • (50033) Перельман
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #136216218 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  3. Grigori Perelman // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Grigori Perelman // Munzinger Personen (нем.)
  5. 5,0 5,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  6. О причинах ухода Г. Перельмана из ПОМИ
  7. Биография Григория Перельмана. РИА Новости
  8. J.J. O'Connor and E.F. Robertson. Grigori Yakovlevich Perelman. MacTutor
  9. J. Lublinski. Der weiße Rabe. Deutschlandfunk
  10. Григорий Перельман: многомерная фигура. Naked Science — 2018.
  11. Гипотеза Пуанкаре 2013 йыл 18 октябрь архивланған., Clay Mathematics Institute (инг.)
  12. Найти Перельмана 2018 йыл 4 сентябрь архивланған. // Gazeta.Ru, 17 августа 2006
  13. Mathematics Genealogy Project: Elena Perelman: Тема диссертации — «Quantization of hypersurface orbital varieties in simple Lie algebras of classical types»
  14. Elena Perelman: Weizmann Institute of Science
  15. Elena Perelman на Linkedin(недоступная ссылка)
  16. Detecting differential expression in microarray data: comparison of optimal procedures
  17. George G. Szpiro «Poincare’s Prize: The Hundred-Year Quest to Solve One of Math’s Greatest Puzzles»
  18. Дистанцироваться от дистанта: интервью // Санкт-Петербургские ведомости. — 2020. — 15 июня.
  19. Grigorij Perelman (инг.) на сайте IMO
  20. 20,0 20,1 А. А. Буралков. Феномен Григория Перельмана в свете астрологии. Часть 1. Григорий Перельман в Советском Союзе (1966–1990 гг.). «Астрология», № 3 (2012). Дата обращения: 19 декабрь 2020.
  21. J. Lublinski. Der weiße Rabe (нем.). Deutschlandfunk (11 май 2008). — «Es war am Ende der Breshnew und Andropov-Ära, es gab damals viel Diskriminierung [der Juden]. Aber die Gewinner der Olympiaden durften ohne Prüfung an die Universität». Дата обращения: 19 декабрь 2020.
  22. Перельман Г. Я. Седловые поверхности в евклидовых пространствах. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата физико-математических наук: 01.01.04. ЛГУ. — Л., 1990. — 8 с.
  23. Григорий Перельман в 1990-х годах работал в Курантовском институте математических наук, Университете штата Нью Йорк (SUNY), Университете штата Нью-Йорк в Стоуни-Брук и Калифорнийском университете в Беркли.
  24. Перельман, Григорий Яковлевич. ТАСС. Архивировано 23 июнь 2022 года.
  25. Россиянин отказался от "математического Нобеля". bbcrussian.com (22 август 2006). Архивировано 31 март 2010 года.
  26. 26,0 26,1 Sylvia Nasar, David Gruber. Manifold Destiny (ингл.) (26 август 2006). Дата обращения: 16 февраль 2020.
  27. См. John Morgan, Gang Tian. Ricci Flow and the Poincare Conjecture. American Mathematical Society. Clay Mathematical Institute. Clay Mathematics Monographs. Vol. 3, 2007. Introduction, p.XL.
  28. См. обсуждение в Математическом Форуме Topic: Fields awardee Shing-Tung Yau lied in Chinese media about Poincare conjecture proof’s attribution
  29. В ревизии своей предыдущей статьи в Asian Journal of Mathematics, Цао Хуайдун и Чжу Сипин в названии статьи убрали слова «полное доказательство», а также указали в аннотации, что их работа является самостоятельной и подробной экспозицией (англ. self-contained and detailed account) результатов Гамильтона-Перельмана. См. Huai-Dong Cao, Xi-Ping Zhu. Hamilton-Perelman’s Proof of the Poincaré Conjecture and the Geometrization Conjecture.
  30. О причинах ухода Г. Перельмана из ПОМИ. Интервью с директором ПОМИ С. В. Кисляковым.
  31. Nasar, Sylvia, Gruber, David. Manifold Destiny: A legendary problem and the battle over who solved it., The New Yorker (21 август 2006). 24 август 2006 тикшерелгән.
  32. Григорий Перельман: холодные горные вершины математики и математические призы. «ПОЛИТ.РУ» (31 март 2010). Дата обращения: 16 февраль 2020.
  33. 33,0 33,1 СМИ: Знаменитый математик Г. Перельман уезжает из России 2015 йыл 23 апрель архивланған. // РБК
  34. Перельман: Насчет $ 1 млн я ещё не решил!. LifeNews.Ru
  35. «Комсомолка» узнала, куда исчезает Перельман
  36. Почему Григорий Перельман уехал из России?
  37. Математика Григория Перельмана, уехавшего в Швецию, видели в купчинском супермаркете
  38. Ю. Д. Бураго, М. Л. Громов, Г. Я. Перельман Пространства А. Д. Александрова с ограниченными снизу кривизнами (рус.) // УМН. — 1992. — Т. 47. — № 2(284). — С. 3—51.
  39. О. Орлова Перельман — это замкнутая сфера. Мы не можем в него заглянуть… // Троицкий Вариант. — 2010. — № 52. — С. 5.
  40. Григорий Перельман отказался принять Медаль Филдса, церемония награждения (видео)
  41. Prize for Resolution of the Poincaré Conjecture Awarded to Dr. Grigoriy Perelman 2013 йыл 28 апрель архивланған. (инг.). Пресс-релиз математического института Клэя. 18.03.2010
  42. Последнее «нет» доктора Перельмана.
  43. По мнению Перельмана Ричард Гамильтон не имел существенно новых идей для преодоления сингулярностей в Потоках Риччи начиная уже с 1992 года, а может быть и ранее. См. Manifold Destiny
  44. Миллион долларов Перельмана отдадут на поддержку молодых математиков. Интерфакс (22 сентябрь 2011). Дата обращения: 22 сентябрь 2011.
  45. [1] 2020 йыл 27 ғинуар архивланған.
  46. Дмитрий Быков, программа «Один» на «Эхе Москвы» (от 27 апреля 2018 года)
  47. Феликс Кохрихт. «Отшельники: Творить в одиночестве». — Одесса. Вести. 8 апреля 2019 г.
  48. Dana Mackenzie BREAKTHROUGH OF THE YEAR: The Poincaré Conjecture—Proved (инг.) // Science : journal. — 2006. — Т. 314. — № 5807. — С. 1848—1849. — DOI:10.1126/science.314.5807.1848 (инг.)
  49. Сильвия Насар, Дэвид Грубер «Многообразная судьба: Легендарная задача и битва за приоритет». Перевод статьи «Manifold Destiny».
  50. The Emperor of Math
  51. Top 100 living geniuses (31 ғинуар 2007). Дата обращения: 27 май 2019. 2012 йыл 15 февраль архивланған. (инг.)
  52. Маша Гессен. Совершенная строгость. Григорий Перельман: гений и задача тысячелетия. — АСТ, Corpus, 2011. — 272 с. — ISBN 978-5-271-33232-6.
  53. С. Немалевич Теорема о Перельмане: интервью с Машей Гессен о книге про великого олимпиадника // Theory & Practice. — 12 апреля 2011.
  54. Интервью Сергея Рукшина и комментарий Маши Гессен. 2013 йыл 24 март архивланған.
  • Гессен Мария Александровна. Совершенная строгость. Григорий Перельман. Гений и задача тысячелетия = A Genius and The Mathematical Breakthrough of the Century. / Пер. И. Кригер. — М.: Corpus, Астрель, 2011. — 272 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-271-33232-6.
  • Арсенов Олег Орестович. Григорий Перельман и гипотеза Пуанкаре. — М.: Эксмо, 2010. — (Люди науки). — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-44145-7.
  • George G. Szpiro, Poincare’s Prize: The Hundred-Year Quest to Solve One of Math’s Greatest Puzzles. Dutton Adult [3]; 1st edition (June 21, 2007)