Радиология мемориалы
Радиология мемориалы — рентген нурланышы тәьҫире һөҙөмтәһендә һәләк булғандар хөрмәтенә һәйкәл. Гамбургта Изге Георгий дауаханаһы баҡсаһында ҡуйылған, 1936 йылдың 4 апрелендә асылған. Монументтағы яҙмала былай тиелә: «Һәйкәл бөтә милләт рентгенологтары һәм радиологтарына, үҙҙәренең яҡындарының ауырыуҙарына ҡаршы көрәштә ғүмерен фиҙа ҡылған табиптарға, физиктарға, химиктарға, техниктарға, лаборанттарға, шәфҡәт туташтарына арнала. Улар рентген нурҙарын һәм радийҙы медицинала һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ ҡулланыуға геройҙарса юл һалдылар. Уларҙың даны үлемһеҙ». Һуңыраҡ мемориаль тағы дүрт стела менән тулыландырыла, монументта барлығы 359 исем уйылған, шул иҫәптән беҙҙең 13 ватандаш[1].
Бөтә милләт радиологтарының Почёт китабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китаптың беренсе баҫмаһы 1937 йылда, икенсе баҫмаһы — 1960 йылда, өсөнсө баҫмаһы — 1992 йылда сыға. Китапта күп илдәрҙән — Австралиянан, Австриянан, Бельгиянан, Бөйөк Британиянан, Венгриянан, Германиянан, Грециянан, Даниянан, Израилдән, Һиндостандан, Испаниянан, Италиянан, Нидерландтан, Польшанан, Португалиянан, Рәсәйҙән (Арутюнов А. И., Баумгартен П., Будинов А. Т., Веселый М. Е., Гольдберг С. В., Григорьев С. П., Иванова-Подобед С. В., Либерзон И. Г., Розенблат И.М, .Розенцвейг Б. К., Штерман А. Ю.), АҠШ-тан, Финляндиянан, Франциянан, Чехословакиянан, Швейцариянан, Швециянан, Югославиянан, Япониянан рентген нурланышы тәьҫире арҡаһында һәләк булған кешеләрҙең биографияһы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Власов П. В. Беседы о рентгеновских лучах — М.: Молодая гвардия, 1979