Эстәлеккә күсергә

Рус-төрөк һуғыштары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Русско-турецкие войны битенән йүнәлтелде)
Рус-төрөк һуғыштары
 Рус-төрөк һуғыштары Викимилектә

Рус-төрөк һуғыштары (төр. Osmanlı-Rus SavaşlarıOsmanlı-Rus Savaşları) — XVI—XX быуаттарҙағы Рәсәй һәм Ғосман империялары араһында бер нисә хәрби конфликт[1]

Һуғыштар башта Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйын һәм Төньяҡ Кавказды, һуңыраҡ — Көньяҡ Кавказды контролдә тотоу, ҡара диңгеҙ боғаҙларындағы суднолар хоҡуҡтары, Ғосман империяһы сиктәрендә христиан хоҡуҡтарын һәм урыҫ монархын яҡлау хоҡуғы, ә XIX быуаттың икенсе яртыһында уларҙың ғосман хакимлығынан азат итеү һәм Рәсәй йоғонтоһона индереү өсөн алып барыла (Көнсығыш мәсьәләһе); Беренсе донъя һуғышы барышында урыҫ хөкүмәте тарафынан Константинополь һәм боғаҙҙарҙы үҙләштереү мөмкинлектәре ҡарала[1][2].

Дөйөм алғанда, рус-төрөк һуғыштары үҙ эсенә 351 йыллыҡ осорҙо ала (1568—1918 йылдар). Ошо осор эсендә Рәсәй һәм Төркиә 69 йыл һуғыш хәлендә булалар. Уртаса алғанда, урыҫ-төрөк һуғыштарын бер-береһенән барыһы 25 йыл айырып торған.

Йыл Исеме Еңеүсе
1568-1570 Рус-төрөк һуғышы Рәсәй
1672-1681 Рус-төрөк һуғышы Билдәһеҙ
1686-1700 Рус-төрөк һуғышы Рәсәй
1710-1713 Рус-төрөк һуғышы Төркиә
1735-1739 Рус-төрөк һуғышы Билдәһеҙ
1768-1774 Рус-төрөк һуғышы Рәсәй
1787-1791 Рус-төрөк һуғышы Рәсәй
1806-1812 Рус-төрөк һуғышы Рәсәй
1828-1829 Рус-төрөк һуғышы Рәсәй
1853-1856 Ҡырым һуғышы Төркиә
1877-1878 Рус-төрөк һуғышы Рәсәй
1914-1918 Кавказ фронты (Беренсе донъя һуғышы) Төркиә

Рәсәй менән Төркиә араһында мөнәсәбәттәр Төркиәнең 1475 йылда Ҡырымды (Ҡырым ханлығы һәм Генуя ҡалаһы Кафа) яулап алыуынан башлана. Мнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе Аҙауҙа һәм Кафала төрөктәр яғынан урыҫ сауҙагәрҙәрен ҡыҫырыҡланыуҙан башлана[3]

Артабан, XVI−XVII быуаттарҙа урыҫ-төрөк мөнәсәбәттәре ярайһы уҡ көсөргәнешле була. Төркиәнең ҡырым ханын даими рәүештә яҡлауынан тыш, яңы ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килә: Мәскәү подданныйҙары булып һаналған Дон казактары Аҙау казактарына, нуғайҙарға һөжүм итеп, уларға ҡамасаулыҡ килтерәләр. Нуғайҙарҙы солтан үҙенең подданныйҙары тип һанай. 1637йылда Дон һәм Запорожье казактары Аҙауҙы баҫып алалар һәм 1643 йылға тиклем ҡулдарынан ысҡындырмайҙар.

Урыҫтарҙың төрөктәр менән тәүге ҡораллы бәрелеше 1541 йылға ҡарай, ул ваҡытта ҡырымлылар Сәхиб Гәрәй I етәкселегендә Мәскәүгә табан юлланалар, улар менән бергә төрөктәр ҙә була.

1556 йылда ҡырым ханы Мәскәүгә ҡаршы сыға. Батша уға ҡаршы Матвей Иванович Ржевский (ҡушаматы «Дьяк») ебәрә, Ржевский ҡырымлыларҙы ҡыуыу ғына түгел, Днепрҙың түбәнге ағымына, Очаковҡа тиклем барып етә һәм унда төрөктәрҙе ҡыйрата. Әлеге походта Ржевскийға Запорожье казактары ярҙам итә. 1558 йылда ҡырымлылар менән яңы бәрелештә Днепр тамағына Данило Адашев бара, ул Ҡырымды бөлгөнлөккә төшөрә һәм ике төрөк кораблен үҙенә ала.

1554 йылда Урус батшалығы Әстерхан ханлығына, союздаш Ҡырымға һәм төркиәгә ҡаршы хәрби ғәсмәлдәр башлай. 1556 йылда ханлыҡ яулап алына.

Башҡа эштәр менән мәшғүл булған төрөк солтаны Сөләймән I әлегә бөтә ошо Мәскәү ғәскәрҙәренең яулауҙарын иғтибарһыҙ ҡалдыра. Ниһайәт. 1563 йылда поход ул Әстерханде кире ҡайтарыу ниәте менән походҡа йыйына. Ҡырым хан солтанды был ниәтенән баш тартырға өгөтләп ҡарай, сөнки ул да уның Ҡара диңгеҙҙә позицияларын нығытыуынан ҡурҡа. Ҡырым ханы төрөк походын 1569 йылға тиклем кисектереп торуға өлгәшә.

Сөләймән I 1566 йылда вафат була. Уның вариҫы Сәлим II походты ойоштороуҙы Кафа пашаһы Ҡасимға йөкмәтә.

1569 йылдың йәйендә Әстерханде ҡамау һәм Волга һәм Дон йылғаларын тоташтырыусы каналдың төҙөлөшөн башлар өсөн Ҡасим паша етәкселегендәге 15 мең яңысарҙан, ике мең сипаһтан, бер нисә мең аҙаптан һәм аҡынсыларҙан торған ҙур ғәскәр ебәрелә. Оттоман флоты Аҙау тирәһендә торған саҡта, Әстерханға ҡырым хандың ғәскәре лә килеп етә .

Әммә Әстерханды азат итеү өсөн ебәрелгән кенәз Петр Семенович Серебряный- Оболенский етәкселегендәге ғәскәр һәм гарнизондың көтөлмәгән һөжүме дошман ҡамауын алып ташларға мәжбүр итә[4], 15 мең кешенән торған ғәскәр канал төҙөүселәрен ҡыуып ебәрә һәм төҙөүселәргә ярҙамға ебәрелгән 50 меңлек ҡырым татарҙары ғәскәрен еңә. Ошо уҡ ваҡытта Оттоман флоты ла көслө шторм, шулай уҡ берләшкән Дон һәм украин казактары ғәмәлдәре ярҙамында, юҡҡа сығарыла.

Ғосман империяһының урыҫ-поляҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәрен ҡыҫылырға һәм Уң ярҙағы (Правобережный) Украинаны контролдә тоторға маташыуы һуғыштың башланыуына сәбәпсе була. 1669 йылда Уң ярҙағы Украина гетманы Пётр Дорошенко Ғосман империяһының вассалына әйләнә.

Яңы союзға таянып, Мәхмәт IV солтан 1672 йылда Польша менән һуғыш, һөҙөмтәлә Подолияны үҙ контроле аҫтына ала. төрөктәрҙең уңыштары Мәскәүҙә паника тыуҙыра, унда Мәскәү контроле аҫтында булған һул ярҙағы Украинаға төрөктәрҙең баҫып инеүенән ҡурҡалар Рәсәй хөкүмәте Ғосман империяһына һәм Ҡырым ханлығына һуғыш иғлан итә. Дон казакары Алексей Михайлович ҡушыуы буйынса Дон тамағындағы биләмәләренә һөжүм итәләр.

1673 йылда дума дворянины И. С. Хитрово етәкселегендәге урыҫ отряды Дон казактары менән берлектә көньяҡта төрөк ҡалаһы Аҙауға ҡаршы хәрби ғәмәлдәрен дауам итә. 1673 йылдан алып, төрөктәрҙең баҫып алыуын көтмәй, кенәз ромодановскийҙың һәм һул ярҙағы гетман Иван Самойловичтың командованиеһы аҫтында Уң ярҙағы Украинаға төрө вассалы гетман Дорошенкоға ҡаршы походтар ойоштора башлай. һөҙөмтәлә улар 1676 йылдың сентябрендә Чигирин ҡалаһының бирелеүенә һәм Дорошенконың капитуляцияһына өлгәшәләр

Дорошенко урынына төрөк солтаны гетман Юрий Хмельницкийҙы ҡуя һәм Чигиринға походын башлай

1677 йылда төрөк ғәскәрҙәре бер ниндәй һөҙөмтәһеҙ Чигиринды ҡамап маташалар Бужин аҫтында еңелеп, сигенергә мәжбүр булалар

1678 йылда төрөктәр Чигиринды ҡайтарып алыуға өлгәшәләр, урыҫ ғәскәрҙәре Һул яҡ ярҙағы Украинаға сигенәләр

1679-80 йылдарҙа әүҙем хәрби ғәмәлдәр үткәрелмәй һәм һуғыш 1681 йылдың ғинуарында Баҡсаһарай тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана

1683 йылда Үҙәк Европала Бөйөк төрөк һуғышы. Ян III Собеский етәкселегендәге союздаш поляк-австрия-германия ғәскәрҙәре Вена тирәһендә төрөк армияһын ҡыйратыуға һәм ғосман ҡамауынан ҡотолоуға өлгәшәләр. Киләһе йылда Ғосман империяһына ҡаршы Европа христиан дәүләттәре Изге лигаһы булдырыла. төрөктәргә ҡаршы союзға Изге Рим империяһы (Габсбургтар Австрияһы), Речь Посполитая һәм Венеция республикаһы инәләр[5]

1686 йылда, урыҫ-полчк һуғышына нөктә ҡуйған Мәңгелек солохо төҙөлгәндән һуң, Изге лигаға батша ҡыҙы Софья Алексеевна идаралығындағы урыҫ хөкүмәте ҡушыла.

1687, 1689 йылдарҙа һуғышы барышында урыҫ ғәскәрҙәре Запорожье казактары менән берлектә Голицын Василийкомандованиеһы аҫтында ике тапҡыр Ҡырымға походтар башҡаралар, әммә икеһендә лә нуғай яландарында һыу булмау шарттарында кире боролорға мәжбүр булалар.

Софьяны тәхеттән төшөргәндән һуң тәүге мәлдә йәш батша Петр I ҡырымлыларға ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙе яңыртарға йыйынмай. Тик 1694 йылда ғына көньяҡ походтарын ҡабатлау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әммә был юлы Перекопты түгел, ә Аҙау ҡәлғәһен яулап алырға маҡсат ҡуйыла. 1695 йылдың яҙында башланған беренсе Аҙау походы шул уҡ йылдың сентябрендә флоттың юҡлығы һәм урыҫ армияһы тәьминәт базаларынан алыҫ булыуы арҡаһында уңышһыҙлыҡ менән тамамлана.

1696 йылда икенсе Аҙау походы башлана, уның барышында Алексей шеин етәкселегендәге урыҫ армияһы ҡабаттан Аҙауҙы ҡамай. был юлы диңгеҙ яғынан. Һөжүмде көтөп тормайынса, 1696 йылдың 19 июлендә ҡәлғә бирелә.

Австрия ғәскәрҙәре лә уңышлы эш итә. Һөҙөмтәлә 1699 йылда австриялылар төрөктәр уңайлы Карловица солохон булдыралар. Урыҫ-төрөк һөйләшеүҙәре оҙағыраҡ дауам итә һәм 1700 йылда Константинополь тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Килешеү буйынса Аҙау Рәсәйгә күсә.

Ғосман империяһында Полтава тирәһендә еңелгәндән һуң йәшеренгән швед короле Карл XII, Төркиәләге француз илсеһе Шарль де Феррионың һәм Ҡырым ханының интригалары[6], шулай уҡ Рәсәйҙең Ғосман империяһы сиктәренән швед королен ҡыуып сығарыу буйынса талаптары һуғыш башланыуына сәбәпсе була. 1710 йылдың 20 ноябрендә Төркиә Рәсәйгә һуғыш иғлан итә.

1711 йылдың яҙында Пётр I Урыҫ армияһының Прут походын башлай һәм 1711 йылдың июненә үҙенең ғәскәрҙәрен Яссы тирәһендә туплай. Бөйөк вәзир Балтаджи пашаның ғосман армияһы (120 меңгә яҡын кеше, 440-тан ашыу орудие) 18 июндә Исакчи янында Дунай аша сыға һәм Пруттың һул ярында Ҡырым ханы Дәүләт Гәрәй II-нең 70-меңлек атлылары менән осраша. Петр I 30 июндә төп көстәре менән (38 мең урыҫ, 114 орудие) Пруттың уң яры буйлап китә һәм 7 июлдә Станилештиға барып етә. Ғосмандар Прут аша Фальчи тирәһендә сығалар һәм 8 июлдә Сталинештиҙан көньяҡҡараҡ Урыҫ авангардын һөжүмләйҙәр. Урыҫ ғәскәрҙәре 9 июлдә дошман тарафынан ҡамауға алынған Яңы Станилешти янында нығытылған лагерға сигенәләр. Штурм кире ҡағыла, төрөктәр 8 мең кеше юғалталар, әммә урыҫ ғәскәрҙәренең хәле боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек булмағуы сәбәпле бик киҫкенгә әйләнә. Һөйләшеүҙәр башлана һәм 1711 йылдың 12 июлендә Прут солох килешеүенә ҡул ҡуйыла[7]

Солтан яңы талаптар ҡуйыуы арҡаһында һуғыш хәле 1713 йылға тиклем дауам итә, сөнки Рәсәй талаптар менән риза булмай. Адрианополь солохо килешеүе 1711 йылғы Прут солохо килешеүе шарттарында төҙөлә

1735—1739 йылдарҙағы һуғыш Рәсәй һәм Австрия империяларының Төркиәгә ҡаршы союздашлығында үтә. Әлеге һуғыш поляк мираҫы өсөн һуғыш һөҙөмтәһе буйынса ҡапма-ҡаршылыҡтар артыуы, шулай уҡ көньяҡ урыҫ биләмәләренә ҡырым татарҙарының бер туҡтауһыҙ һөжүмдәре менән бәйле була. Бынан тыш, һуғыш Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙгә сығыу буйынса оҙайлы стратегияһына тура килә. Константинополдәге эске сәйәси конфликт менән файҙаланып, Рәсәй Төркиә менән һуғыш башлай

1736 йылда 62 мең кешенән торған фельдмаршал Бурхард Христофор Миних етәселегендәге Урыҫ Днепр армияһы штурм менән Перекоп тирәһендәге- ғосман нығытмаларын, ә 17 июндә Баҡсаһарайҙы яулай. Әммә аҙыҡ-түлектең етешмәүе, шулай уҡ армияла эпидемиялар йышайыуы Минихты сигенергә мәжбүр итә. Шул уҡ йылдың 28 мең кешенән торған генерал-фельдмаршал Петр Ласси етәкселегендәге Дон армияһы Дон флотилияһы ярҙамында Аҙауҙы ҡамап ала.

1737 году Миних армияһы, Днепр флотилияһының килеп етеүен көтмәйенсә, Очаковты ала. Ласси армияһы был ваҡытҡа 40 меңгә тиклем арта һәм ошо уҡ ваҡытта Ҡырымға бәреп инә, ҡырым ханының армияһына ҙур зыян килтереп, уны Ҡырымды ташлап китергә мәжбүр итә.

Рәсәйҙең еңеүҙәре фонында 1737 йылдың июлендә Австрия Төркиәгә һуғыш иғлан итә, әммә бик тиҙ арала бер нисә тапҡыр еңелә. Шулай итеп, Австрияның һуғышҡа инеүе союздаштар өсөн хәлдәрҙе ҡатмарлаштыра ғына һәм Төркиәнең позицияларын, киреһенсә, нығыта.

Август айында Рәсәй, Австрия һәм Төркиә Немировола солох һөйләшеүҙәрен башлай, әммә улар һөҙөмтәһеҙ була. 1738 йылдың дауамында күҙгә күренерлек хәрби ғәмәлдәр үткәрелмәй, әммә урыҫ армияһына Очаковты һәм Кинбурнды тағун ауырыуы эпидемияһы арҡаһында ҡалдырырға тура килә.

1739 йылда Минихтың армияһы Хотин менән Яссыны яулап ала

1739 йылда Белград солох килешеүе төҙөлә. Килешеүгә ярашлы, Аҙау Рәсәйгә ҡала, әммә ундағы бөтә нығытмаларҙы ла юҡ итергә бурыслы була. Бынан тыш, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә флот булдырыу тыйыла, сауҙа өсөн төрөк суднодары файҙаланырға тейеш була. шулай итеп, Ҡара диңгеҙгә сығыу бурысы үтәлмәй ҡала.

Үҙҙәрен урыҫ отряды тип исемләүсе һәм поляк боласыларын эҙәрлекләүсе Ғосман империяһы территорияһында урынлашҡан Балта ҡалаһына ингән өсөн Мустафа III солтан 1768 йылдың 25 сентябрендә Рәсәйгә һуғыш иғлан итә.

1769 йылда төрөктәр Днестр аша үтәләр, әммә уларҙы генерал Голицындың армияһы кире бора. Урыҫ ғәскәрҙәре, Хотинда баҫыа алып, 1770 йылдың ҡышына Дунайға сығалар.

1770 йылда Урта ер диңгеҙенә Рәсәйҙең граф Алексей Орлов етәкселегендә Балтия флоты эскадраһы килеп етә. Баш күтәргән Пелопоннес гректарына ярҙам күрһәткәндән һуң эскадра Чесма һәм Хиос тирәһендәге бәрелештәрҙә ғосман флотын еңә. Ошо уҡ йылда урыҫ армияһы төрөктәргә Рябая Могила, Ларга һәм Кагула тирәһендә зыян килтерә.

1771 йылда кенәз Василий Долгоруков етәкселегендә урыҫ армияһы Ҡырым ярымутрауын баҫып ала. Ҡырым ханлығы үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә һәм рәсәй империяһы протектораты ҡарамағына күсә.

1772 йыл дауамында һәм 1773 йылдың башы Фокшандарҙа һәм Бухареста солох һөйләшеүҙәре бара, әммә француз илсеһенең ҡотҡоһона бирелеп, Төркиә Ҡырым ханлығының бойондороҡһоҙлоғон танымағанға күрә, 1773 йылдың яҙында һуғыш ҡабаттан яңыра.

1773 йылда урыҫ армияһы Силистрияны һөҙөмтәһеҙ алырға маташа, әммә фон Вейсенштейн төрөктәрҙе Кайнаржи янында ҡыйрата.

Суворов етәкселегендә урыҫ армияһының еңеүенән һуң 1774 йылда Коздуджи янында төрөктәр солох һөйләшеүҙәренә ризалашалар, һәм 21 июлдә Көсөк-Кайнарджа солох килешеүенә ҡул ҡуйыла.

Солох килешеүе буйынса Ҡырым ханлығының Төркиәнән бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Рәсәйгә Оло һәм Кесе Ҡабарҙа , Аҙау, Керчь, Еникале һәм Кинбурн һәм уға яҡын ятҡан Днепр һәм Көньяҡ Буг араһындағы дала эләгә.

1787 йылда Ғосман империяһы Рәсәйгә һуғыш иғлан итә, әммә төрөктәрҙең һуғышҡа әҙерлекһеҙ булыуы һәм ваҡыты ла уңайлы һайланмауы (Рәсәй менән Австрия һуғыш иғлан ителеү алдынан ғына үҙ-ара хәрби союз булдыралар) баштан уҡ һуғыш уңышһыҙлыҡҡа тарыясағы күҙаллана. Банатта австриялыларға ҡаршы төрөктәрҙең еңеүҙәре тиҙ арала Рәсәйгә ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә уңышһыҙлыҡтар менән алмашына. Молдавияла Александр Голицын Хотин менән Яссыларҙы яулағандан һуң фельдмаршал Румянцев-Задунайский төрөк армияһын бер нисә тапҡыр еңә. Фельдмаршал Потемкиндың армияһы бик оҙаҡ ҡамағандан һуң Очаков нығытмаһы бирелә, уның төрөк гарнизоны тулыһынса ҡыйратыла. Был яңылыҡ солтан Абдул-Хәмитте ныҡ тетрәндерә һәм ул апоплексик удар кисереп, дүрт айҙан вафат була.

Очаковты штурмлау. 1791 йыл. А. Берг гравюраһы.

Төрөк генералдары үҙҙәренең булдыҡһыҙлығын күрһәтәләр, армияла болалар башлана. Төрөктәрҙең Бендерыларға һәм Аккерманға походтары уңмай, Белградты ҡапыл ғына австриялылар баҫып ала. Яҡын барырлаҡ булып күренгән Измаил нығытмаһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Суворов яулай, ә Анапыларҙы юғалтыу төрөк уңышһыҙлыҡтары өсөн яңылыҡ булмай.

Төрөк флотының һан яғынан өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, контр-адмирал Н. С. Мордвинов етәкселегендәге Ҡара диңгеҙ флоты уға -Лиманда һәм контр-адмирал М. И. Войнович етәкселеге аҫтында — Фидониси тирәһендәге бәрелештә (1788) бер-бер артлы еңелеүҙәр алып килә. Флот командующийы итеп адмирал Ф. Ф. Ушаков тәғәйенләнеүҙән һуң Тендра тирәһендә (1791) шулай уҡ төрөк флоты еңелә.

Яңы солтан Сәлим III-гә, Рәсәй менән солох килешеүнә ҡул ҡуйыр алдынан, дәүләтенең абруйын күтәреү өсөн бер генә булһа ла еңеү кәрәк бул, әммә төрөк армияһының хәле тотороҡһоҙ була. Һөҙөмтәлә Ғосман империяһы 1791 йылдың декабрендә Яссы солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Килешеү буйынса Очаков һәм Ҡырым Рәсәй артынан ҡала, шулай уҡ ике империя араһындағы сиктәр Днестр йылғаһына тиклем шылдырыла[1][2][8][9].

18061812 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы Рәсәй һәм Ғосман империяһы араһындағы һуғыштарҙың бер сылбыры була.

Рәсми рәүештә һуғыш 1805 һәм 1806 йылдарҙың сиктәрендә башлана, тап ошо ваҡытта Ғосман империяһы Рәсәйгә ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булған Төркиәнең вассалдары Молдавия һәм Валахия господарҙарын вәкәләттәрен алып ташларға мәжбүр итә. баштараҡ, наполеон меннә мөнәсәбәттәр аңлайышһыҙ булғанда, Рәсәй бер ниндәй ҙә хәрби ғәмәлдәр башҡарырға һәм сик буйында ҙур ғәскәрҙәр тупларға йыйынмай, ул араларҙы яйларға өмөтләнә. Әммә француздар рәсәйгә инәсәге билдәле булғас, тиҙ арала көньяҡ сиктәрҙәге проблемаларҙы хәл итергә була. Рәсәй фельдмаршалы Михаил Илларионович Кутузовтың уңышлы хәрби кампанияһы ғосмандарҙы Бессарабиянан Рәсәй файҙаһына баш тартырға этәрә (1812 йылғы Бухарест килешеүе).

1827 йылда Рәсәй, Англия һәм Франция араһында Лондон конвенцияһына ҡул ҡуйыла. Әлеге конвенцияға ярашлы Грецияға автономия бирелә. Ғосман империяһы конвенцияны таныуҙан баш тарта.

Шул уҡ 1827 йылда Рәсәй, Бөйөк Британия һәм Франция берләшкән эскадраһы Наварин бәрелеше барышында төрөк флотын ҡыйрата. 1828 йылдың апрелендә император Николай I Төркиәгә һуғыш иғлан итә, сәбәбе — портаның элекке ике яҡлы килешеүҙәрҙе үтәмәү (1826 йылғы Аккерман конвенцияһы).

Рус армияһының Балкандарҙағы һәм Кавказ аръяғындағы уңышлы ғәмәлдәренән һуң 1829 йылдың сентябрендә ике яҡ араһында Адрианополь солохо төҙөлә, уға ярашлы:

  • Төркиә Грецияға автономия биреү тураһындағы 1827 йылғы Лондон конвенцияһын таный.
  • Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярының күпселек өлөшө (шул иҫәптән Анапа, Суджук-кале, Сухум ҡлалары) һәм Днепр дельтаһы бирелә.
  • Ғосман империяһы Рәсәйҙең Грузияға һәм хәҙерге Әрмәнстандың ҡайһы бер өлөштәренә өҫтөнлөгөн таный.
  • Сербияға автономия бирелә.
  • төрөктәр бик ҙур күләмдәге контрибуцияны түләп бөткәнсә Рәсәйгә Молдавияны һәм Валахияның күпселек өлөшөн биләргә рөхсәт ителә.

Ҡырым һуғышы (1853—1856)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең Британия империяһы, Француз империяһы, Ғосман империяһы һәм Сардиния короллеге коалицияһы менән Ғосман мираҫы, Ҡара диңгеҙ бассейнында, Кавказда һәм Балкандарҙа хакимлыҡ өсөн һуғышы.

Һуғыш башында рус флоты Синоп бухтаһында төрөк флотын еңеүгә өлгәшә. Әммә союздаштар һуғышҡа ингәндән һуң ситуация үҙгәрә. Артабанғы хәрби ғәмәлдәрҙә союздаштар Ҡырымға десант корпусын индереүгә өлгәшәләр һәм Рәсәй армияһының техник яҡтан ҡалышыу арҡаһында һиҙелерлек зыян килтерәләр, бер йыллыҡ ҡамауҙан һуң Ҡара диңгеҙ флотының төп Рәсәй базаһы булған Севастополь ҡалаһын баҫып алалар. Шул уҡ ваҡытта Камчаткалағы союздаштар десанты уңышһыҙлыҡҡа тарый. Кавказ фронтында Рәсәй ғәскәрҙәре төрөктәрҙе бер нисә тапҡыр еңәләр һәм Карс ҡалаһын яулайҙар. Әммә димломатик изоляцияһы арҡаһында Рбаш һалырға тура килә. 1856 йылғы Париж солох килешеү Рәсәйҙән Ғосман империяһына көньяҡ Бессарабиян һәм Дунай йылғаһының тамағын талап итә. Ҡара диңгеҙҙең, Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙарының нейтраллеге һәм ҡоралһыҙландырыуы иғлан ителә[1][2][9][10].

Бер яҡтан, Рәсәй һәм союздаш балкан дәүләттәре араһындағы һәм, икесне яҡтан, Ғосман империяһы менән һуғыш. Сәбәбе — Балкандарҙа милләтселек йүнәлешенең көсәйеүе. Болгариялағы Апрель ихтилалын баҫтырыуҙа күрһәтелгән рәхимһыҙлыҡ Европала һәм бигерәк тә рәсәйҙә Ғосман империяһындағы христиандар хәленә ҡарата теләктәшлек тойғоларын уята. Үҙ-ара килешеп христиандарҙың хәлен яҡшыртыу теләге бойомға ашмай, сөнки төрөктәр Европа менән компромисҡа барырға теләмәй (Константинополь конференцияһы) һәм 1877 йылдың апрелендә Рәсәй төркиәгә һуғыш иғлан итә.

Артабанғы хәрби ғәмәлдәрҙә Рәсәй, төрөктәрҙең пассивлығы менән файҙаланып, Дунайҙы аша сығалар һәм Шипка артылышын баҫып алалар һәм 5 айлыҡ ҡамауҙан һуң иң яҡшы төрөк армияһын — Ғосман паша армияһын — Плевнала баш һалырға мәжбүр итә. Артабанғы Балкандар аша рейдында урыҫ армияһыКонстантинополгә юлды ҡыйған аҙаҡҡы төрөк частарын ҡыйрата һәм Ғосман империяһын еңелеүгә дусар итә.1878 йылдың йәйендә үткәрелгән берлин конгресында Берлин трактатына ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Бессарабияның көньяҡ өлөшө Рәсәйгә кире ҡайтарыла һәм Карс, Ардаган һәм Батум Рәсәйгә ҡушылдырыла. Болгарияның бойондорҡһоҙлоғо тергеҙелә; Сербия, Черногория һәм Румынияның территориялары ҙурая, ә төрөк Боснияһын һәм Герцеговинаһын Австро-Венгрия оккупациялай

Кавказ фронты (Беренсе донъя һуғышы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышы барышында Рәсәй һәм Ғосман империялары ҡампа-ҡаршылыҡлы лагерҙарға эләгәләр. Рәсәй Антантаға инә, Төркиә — Дүртәүле союзына, ошоноң менән дәүләттәр араһында конфликт алдан билдәләнеп ҡуя. 1914 йылдың аҙағында төрөктәр Рәсәй территорияһына һөжүм башлайҙар. Һары ҡамыш районында (хәҙер Төркиә) урыҫ Кавказ армияһы Рәсәй Кавказ аръяғына һөжүм иткән Әнүәр пашаның 3-сө төрөк армияһын ҡамап ала һәм тулыһынса ҡыйрата. төрөктәр 90 меңгә яҡын кешеһен һәм 60-тан ашыу орудиеһын юғалта. Кавказ урыҫ армияһы барыһы 20 мең кеше юғалта (һәләк булғандар, яралылар, ауырыуҙар). Урыҫ армияһының артабанғы һөжүме ваҡытында төрөктәр Эрзурум бәрелешендә ҡыйратыла. Урыҫтар Эрзурум менән Трабзонды алалар. Төрөктәр юғалтылған территорияларҙы ҡайтарыу маҡсатында контрһөжүмгә күсәләр, әммә Эрзинджан тирәһендә еңелеләләр. 1916 йылдың уртаһында урыҫ ғәскәрҙәре Битлис ҡалаһын — төрөктәрҙең үҙәк Төркиә юлындағы аҙаҡҡы оборона пунктын — яулайҙар. бынан һуң хәрби ғәмәлдәр 1918 йылға тиклем тиерлек туҡтап тора.

Көньяҡ Төркиәнән тыш урыҫ һәм ғосман ғәскәрҙәре араһында хәрби ғәмәлдәр Персия территорияһында алып барыла. 1914—1916 йылдарҙағы Персия кампанияһы барышында урыҫ армияһы Төркиәне еңә һәм төрөк ғәскәрҙәрен Персиянан ҡыҫырыҡлап сығара.

1918 йылда Рәсәйҙәге революция һөҙөмтәһендә һәм большевистик хөкүмәтенең еңелеүҙе танығандан һуң фронт ғәмәлдән сығарыла. Карс һәм Батум өлкәләре Төркиәгә ҡушыла, Төркиә һәм союздаш Германия ғәскәрҙәре Кавказ аръяғын баҫып алалар. Беренсе донъя һуғышында үҙәк державаларҙың еңелеүенән һуң Кавказ аръяғын Антанта оккупациялай, ә большевиктар Брест килешеүе ғәмәлдән сығыуы тураһында белдерә. Граждандар һуғышы һәм сит ил хәрби интервенцияһы тамамланғандан һуң 1921 йылда РСФСР һәм төркиә араһында Карс килешеүенә ҡул ҡуйыла. Килешеүгә ярашлы Карс, Ардаган ҡалалары һәм Арарат тауы төркиәгә бирелә.

  • Рәсәй-төрөк мөнәсәбәттәре
  • Рәсәй-төрөк мөнәсәбәттәренең тарихы
  • Рус-ҡырым һуғыштары
  • Рус-фарсы һуғыштары
  • Рус дәүләте территорияһының формалашыуы
  • Рәсәй империяһы территорияһының формалашыуы
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 [ Русско-турецкие войны XVIII—XIX вв.] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. 2,0 2,1 2,2 Русско-турецкие войны — Кругосвет энциклопедияһынан
  3. Василенко Н. П. Турецкие войны России // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Серебряный-Оболенский, кн. Пётр Семёнович // Ҡалып:Книга:Русский биографический словарь
  5. Павел Яновский, Bogumił Szady: Liga Święta (sojusze o charakterze polityczno-wojskowym) — z Cambrai z 1508, z 1511-16, z Cognac z 1526—1529, Encyklopedia Katolicka, Lublin 2004, t. X, kol. 1053—1055.
  6. Sutton Robert. The despatches of sir Robert Sutton, ambassador in Constatinople (1710—1714). Ed. by the Royl Historical Society by A.N. Kurat. London, 1951. P. 28 // Sutton — Dartmuth 20 nov. 1710.
  7. Прутский поход 1711. Проверено 26 апреля 2013. 28 апреля 2013 года.
  8. Петров А. Н. Вторая турецкая война в царствование императрицы Екатерины II − в 2-х тт. — СПб., 1880.
  9. 9,0 9,1 Russo-Turkish wars (Russo-Turkish history) (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
  10. Крымская война 1853-56 // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.