Рәил (исем)
Уҡыу көйләүҙәре
Рәил — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәил исеме ғәрәп теленән нигеҙ ҡороусы тигән мәғәнәлә килә[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузеев Рәил Ғүмәр улы (10 ғинуар 1929 йыл — 2 август 2005 йыл) — этнолог һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының рәйес урынбаҫары. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991)[2], Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фән һәм сәнғәт милли академияһының почётлы академигы (1996). РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1975), һәм Почёт (2000) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
- Камалов Рәил Исмәғил улы (20 февраль 1932 йыл — 24 март 1989 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Фрунзе исемендәге колхоздың шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965). РСФСР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).
- Мөфтиев Рәил Менәүер улы (19 ноябрь 1968 йыл) — спортсы, СССР һәм Рәсәйҙең һөжүмсе-хоккейсыһы һәм тренеры. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). 2006 йылдан «Салауат Юлаев» Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер‑уҡытыусыһы.
- Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (5 декабрь 1938 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почётлы гражданы.
- Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы (25 апрель 1953 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2005—2018 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының 4—6 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1986) мәғариф отличнигы. Рәсәй Федерацияһының II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2014), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.
- Афзалов Рәил Шәриф улы (1955), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2007—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геодезисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Бикйәнов Рәил Садиҡ улы (1936), дәүләт хеҙмәте, комсомол, партия һәм ауыл хужалығы ветераны. 1977 йылдан КПСС-тың Әбйәлил район комитетының икенсе, 1982 йылдан — беренсе секретары; 1991—1996 йылдарҙа Әбйәлил районы буйынса һалым инспекцияһы начальнигы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXVII съезы делегаты (1986). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986)[3].
- Сарбаев Рәил Сәлих улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, С. Юлаев орден кавалеры, 2000—2005 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәте башлығы.
- Рәил Өмөтбаев — йырсы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Кузеев Раиль Гумерович . Российская академия наук. Дата обращения: 17 июнь 2015.
- ↑ Башкирская энциклопедия — БИКЬЯНОВ Раиль Садыкович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |