Дәүләтбаев Рәмис Рәжәп улы
Дәүләтбаев Рәмис Рәжәп улы | |
Тыуған көнө |
25 сентябрь 1962 (62 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
журналист |
Наградалары һәм премиялары |
|
Дәүләтбаев Рәмис Рәжәп улы (25 сентябрь 1962 йыл) — башҡорт радио һәм телевидение журналисы, 2000—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе, Рәсәй телевидениеһы академигы (2010), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаев 1962 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәләүез районының Томансы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт Мәләүез шәкәр заводында машинист булып эшләй. 1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм өсөн курстан һуң уҡыуын М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында дауам итә. Был уҡыу йортон «журналистика» һөнәре буйынса тамамлағас, 1989 йылда «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһында эш башлай.
- 1989—1994 йылдар — «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының радио тапшырыуҙары студияһы Ижтимағи-сәйәси программалары баш редакцияһының хәбәрсеһе, радио тапшырыуҙары студияһы комментаторы, радио тапшырыуҙары студияһының «Даирә» ижад берекмәһе етәксеһе.
- 1994—1999 йылдар — «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары — радио тапшырыуҙар студияһы директоры.
- 1999—2000 йылдар — «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары — телетапшырыуҙар студияһы директоры.
- 2000—2002 йылдар — «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры.
- 2002—2005 йылдар — «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының Федераль дәүләт унитар преприятиеһы (русса — ФГУП ГТРК «Башкортостан») рәйесе.
- 2005—01.2015 йылдар — «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһы — Бөтөн Рәсәй Дәүләт телерадиокомпанияһың филиалы (русса филиала ВГТРК — ГТРК «Башкортостан») директоры.
- 2000—2010 — (бер үк ваҡытта) — «Башҡортостан Республикаһының „Башҡортостан“ телерадиотапшырыуҙар компанияһы» Дәүләт унитар предриятиеһы (русса ГУП «Телерадиовещательная компания „Башкортостан“ РБ») директоры.
- Евразия Телевидение һәм радио академияһының Президиум ағзаһы.
Рәмис Дәүләтбәев етәкселек иткән тиҫтә ярым йыл арауығында Башҡортостандың радио һәм телевидениеһы һиҙелерлек үҫеш һәм алға китеш осорон кисерҙе. Хәҙерге заманда халыҡ өсөн ныҡ кәрәкле һәм мәғлүмәт таратыуҙа төп сараларҙың береһе булған был тармаҡтың төп ҡаҙаныштары тарихта ныҡлы урын аласаҡ. Был, тәү сиратта, Ерҙең яһалма спутниктарын (юлдаштарын) ҡулланып, республика юлдаш телевидение һәм радиотапшырыуҙарын яңы техник ҡаҙаныштар нигеҙендә яйға һалыу. Бөгөн компания составына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» (русса: БСТ — «Башкирское спутниковое телевидение») һәм «Ҡурай» телевизион каналдары, «Спутник ФМ», «Юлдаш» и «Ашҡаҙар» радиостанциялары ҡарай. Һуңғыларын Интернет селтәре ярҙамында донъяның бар өлөшөндә лә тәүлек әйләнәһенә тыңларға була. Бының менән бергә БСТ телеканалының һәм «Спутник ФМ» менән «Юлдаш» радиканалдары сигналдарын тапшырыу һәм ҡабул итеү биләмәлен һиҙелерлек киңәйтергә мөмкинлек биргән ерҙәге эфир ретрансляторҙар селтәре төҙөү ифрат оло әһәмиәткә эйә булды. Шулай уҡ БСТ телеканалының һәм «Юлдаш» радиканалы тапшырыуҙарын тәү сиратта Рәсәйҙең Башҡортостан менән сиктәш төбәктәре — Удмурт һәм Татарстан Республикалары, Силәбе, Ҡурған, Һамар һәм Ырымбур өлкәләре,Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн яҡшы сифатта ҡабул итә алырлыҡ ҙур төҙөлөш һәм монтаж эштәре башҡарылды. БСТ телеканалы эшмәкәрлек күләмен тәүлегенә 18 сәғәткә тиклем еткреү ҙә бығаса күрелмәгән ҡаҙаныш итеп ҡабул ителергә хоҡуҡлы. Телевидение һәм радиотапшырыуҙарҙың сифаты артыуы, уларҙың бер нисә телдә алынып барыуы ла тик маҡтауға лайыҡ. «Башҡортостан» радио һәм телекомпанияһының күп ижади коллективтарының Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге төрлө конкурстарҙа һәм бәйгеләрҙә алдынғы урындар алыуы, билдәләнгән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Мәҫәлән, «Юлдаш» радиоһы Волга буйы Федераль округының иң яҡшы радистанцияһы тип табылды, Рәсәй буйынса ла алдынғылыҡты яуланы. «Башҡортостан» радиотелекомпанияһының биш проекты төрлө йылдарҙа «ТЭФИ-регион» тип аталған арҙаҡлы Бөтөн Рәсәй телевизион премияһына лайыҡ булды. Телевидениеның операторҙары һәм ижади төркөмдәре ил кимәлендәге һәм халыҡ-ара спорт ярыштарын, шул иҫәптән 2014 йылда Сочи ҡалаһында үткән Ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындарын, Ҡазан ҡалаһындағы Универсиаданы, башҡа күп төрлө спорт сараларын яҡтыртыуға йәлеп ителеүе лә ыңғай күрһәткестәрҙең береһе. Бөтә был уңыштарҙа, әлбиттә, етәксенең хеҙмәт өлөшө һиҙелерлек булды. Рәсәй Президентының Рәмис Дәүләтбәевты 2011 йылда II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләү тураһындағы указында «Ватан телерадиотапшырыуҙарын үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн» тип юҡҡа ғына әйтелмәгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы;
- Рәсәй телевидениеһы академигы (2010);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт Академии Российского телевидения(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рамис Давлетбаев — академик российского телевидения(недоступная ссылка);
- Рамис Давлетбаев удостоен медали Ордена «За заслуги перед Отечеством» II степени;
- БСТ Сочиға осто! «Башҡортостан» гәзите, 29 ғинуар 2014 йыл(недоступная ссылка);
- Рәмис Дәүләтбаев «Башҡортостан» ДТРК-һы етәксеһе вазифаһынан китте.
- 25 сентябрҙә тыуғандар
- 1962 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәләүез районында тыуғандар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Шәхестәр:«Башҡортостан» ТРК
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар