Эстәлеккә күсергә

Һабантуй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сабантуй битенән йүнәлтелде)
Һабантуй
Төрө
Башланған ваҡыты Башҡорттарҙа һәм башҡа күп кенә халыҡтарҙа
үткәрелеү ваҡыты май
тамамлана июнь
Арналған игенселек

Һабантуй — башҡорттарҙың боронғо байрамы, шулай уҡ башҡа күп халыҡтарҙа үткәрелә. XVII быуат урталарында И. Г. Георги, И. И. Лепехин башҡорттарҙың һабантуйын тасуирлап яҙған. Уларҙың хеҙмәттенән күренеүенсә һабантуй «Ҡарға бутҡаһы»нан һуң яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә.

Һабантуй - башҡорт халҡының йола байрамы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең татар һабантуйына бағышланған татар тикшеренеүсһе Р.К.Уразманова был байрамдың ҡарасәй-балҡарҙарҙа, нуғайҙарҙа байрам ителеүен яҙып үтһә лә, ни өсөндөр шундай уҡ байрамдың туғандаш һәм ут күрше башҡорт халҡында ла булғанын иҫенә төшөрмәй. И.И.Георги, мәҫәлән, башҡорт көнкүрешен һәм әхлағын тасуирлағанда, бер ыңғай шулай тип билдәләгән:

«Пахотный их праздник Сабантуй во всем, кроме молитв, творимых муллою, сходствует с Анга Соареном черемисским. Хотя земледелие у них не в чести, однакож в праздник сей съезжается верхом всякая деревня, не исключая ни жен, ни детей, на свои пашни, слушает приносимое муллою моление о плодородии земли и изобилии в траве, и забавляется по том попойкою, пляскою, песнями, ристаниями взапуски и тому подобными»

.

Башҡорттарҙа Һабантуй байрам ителгәнлеге борондан уҡ яҙмаларҙа билдәләнһә лә, әлегә тиклем боронғо башҡорт байрамын анализлауға бағышланған хеҙмәт юҡ, тип яҙҙы ғалим Әминев З.Ғ. Бының сәбәбе булып, йәнәһе, башҡорттар күсмә тормош алып барған һәм игенселәр ҡоралы - һабанға бағышланған байрамы булыуы мөмкин булмаған тигән ялған фекер торалыр, күрәһең. Бер ни менән дә дәлилләнмәгән был фекер тағы бер ялған раҫлауға - йәнәһе башҡорттар Һабантуй байрамын татарҙарҙан үҙләштергән тип аңлатырға тырышыуҙарға алып килгән. Әминев йыйған факттар бындай нигеҙһеҙ раҫлауҙарҙы кире ҡаға.

Авторҙың материалдары Һабантуйҙы башҡорт халҡы бер кемдән дә үҙләштермәгәнен, ул төптән башҡорт байрамы һәм уның тамырҙары сал боронғолоҡҡа, быуаттар тәрәнлегенә киткәнлеген раҫлай.

Ниңәлер күскенсе саҡтар һәм скифтарҙың һабанлы булғаны ҡабул ителә, әммә малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа был күренеш мөмкин түгел тип һанала. Боронғо грек авторҙары күскенсе саҡтарҙың һәм скифтарҙың һабанға табыныуын билдәләгән.

XIX быуатта Р.Г.Нефедов Табын башҡорттарының Һабантуй байрамы барышында ҡыҙыл баҡырҙан яһалған һабанға шуға оҡшаш табыныуы һәм ҡорбан килтереүен үҙе яҙып алған «Ушкуль» легендаһында билдәләгән. Күскенсе һундарҙың башҡорт Һабантуйына оҡшаған дөйөм ритуал байрамын билдәләүе тураһындағы мәғлүмәт ҡытай сығанаҡтарында (Хань-шу) һаҡланған.

Тәңрегә - Ер-Һыу эйәләренә ҡорбан килтерелгән был байрам май аҙағында – июнь башында билдәләнгән. Байрам барышында шулай уҡ ат һәм дөйә бәйгеләре ойошторолған. Бөтә был факттар Һабантуйҙың тәрән боронғолоҡҡа киткәнлеген һәм беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың мифологик күҙаллауҙары менән аңлатыла, һәм малсылыҡ хужалығы алып барыу – башҡорт халҡының Һабантуй байрамын кире ҡағыу аргументы була алмай[1].

Һабантуйҙы атҡарыу ритуалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һабантуй бәйгеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белеүебеҙсә, Һабантуй байрамына мотлаҡ атҡарыла торған йолалар ҡарай. Уларға: ат сабыштырыу (башҡортса «бәйге»): көрәштең милли төрө – көрәш»; вертикаль оҙон ҡолғаға (башҡортса «Һырғауыл») үрмәләү; бер осо ергә күмелгән һәм икенсе осона бүләккә аҡ тәкә эленеп ҡуйылған һелкенеп торған ҡыя бағана буйлап атлау; күҙҙе бәйләгән килеш көршәк ватыу; аяҡтарға тоҡ кейгән килеш йүгереп ярышыу.

Ғалим Әминев З.Ғ. Һабантуйҙың төп йолалары башҡорт ауыҙ-тел ижады, мифологияһы һәм этнографияһы аша аңлатылырға тейеш ти. Һабантуйҙы уйын (театраллаштырылған башҡарыу лицедейство) тип ҡараһаҡ, башҡорт мифологияһы уның сценарийы булып тора. Йола (ритуал) менән мифтың бәйләнеше элек-электән үк тикшеренеүселәр тарафынан билдәләнә. Йола мифтың инсценировкаһы, ә миф башҡарылған йоланы аңлатыу һәм нигеҙләү булып сығыш яһай. Иң боронғо замандарҙа был байрамдың сценарийы булып «Урал батыр» эпосы йәки уға оҡшаған миф торған әлбиттә.

Башҡорт һабантуйының йолаларын анализлауҙы ат сабыштарынан башлар кәрәк. Һабантуйға йыйылған халыҡ ғәҙәттә түҙемһеҙлек менән ат сабыштарын йәки бәйгене көтә. Ат сабыштарыу тура трасса буйлап түгел, ә түңәрәк әйләнәһе буйлап ойошторола. Ҙур ҡулса әйләнәһенә күк йөҙө буйлап ҡояш әйләнеүен ҡабатлай имитация, шулай уҡ тыуған ерҙе изгеләштереүҙе һәм сакралләштереүҙе аңлата. Беҙҙең ата-бабалар, хаостың ҡара көстәренә ҡаршы көрәшкәндә, башҡорт халҡы өсөн Тәү ер булдырғанда, тәүаталары Урал батырҙың хәрәкәтен ҡабатлап түңәрәкләп хәрәкәт итеп, территорияны ҡулса менән уратып, уны хәүефтәрҙән һаҡлауҙы кәүҙәләндергән. Уларҙың күаллауҙары буйынса, Һабантуй үткәреү урыны ла тормош барлыҡҡа килгән тәүге Ерҙе хәтерләтергә тейеш.

Беҙҙең башҡорт фольклоры һәм этнографияһы ат менән ҡояштың бәйләнешен раҫлаған бай материал бирә. Шулай, айырым алғанда, «Урал батыр» эпосында иң яҡшы аттарҙың аты – «Аҡбузат»ҡа Ҡояш эйә. Был эпоста Урал тауҙары – дейеү (аждаһа, ен, бәрей һ. б.) менән көрәшкән Уралдың үҙенең Аҡбуҙатында үткән юлы тиелә. Башҡорттарҙың бөгөнгө көнгә саҡлы килеп еткән боронғо ышаныуҙары кешегә һәм бөтә тереклеккә зыян килтереүсе көстәр, ниндәйҙер бер сәбәптәр арҡаһында, аттарҙан һәм уның менән бәйле әйберҙәрҙән ҡурҡа. Элекке замандарҙа, башҡорттар, ни сәбәптәндер, өйөнән ситтә, асыҡ һауала, ҡунып ҡалыу уңайһыҙлығы барлыҡҡа килһә, ҡуныу урынын сыбыртҡы, ат саң егеү ҡорамалдары сбруй һәм шуға оҡшаш ат менән бәйле кәрәк-ярағы менән уратып алғандар. Башҡорттар, ошо рәүешле уратылып, түңәрәк эсендә ҡалған кеше һаҡлы була тип һанаған. Был осраҡиа, парциаль магия принцибы буйынса – ат һаҡлауы аҫтында, һәм артабан ул кәүҙәләндергән Ҡояш һағы аҫтында тора тип иҫәпләнелгән.

Бындай «түңәрәк әйләнәһе буйлап йөрөүҙәр», «әйләнеүҙәр», айырым территорияны кәртәләү формаһында «уратып һөрөү сығыуҙар» бер-береһенән ваҡыт һәм арауыҡ буйынса алыҫлашҡан традицияларҙа зафиксированы. Был йола саң выявлены замандар, урын айырмаһына ҡарамай, улар бөтәһе лә бер мәғәнә семантик мәғәнәгә эйә. Батшаның (вариҫтың) территорияны ҡарап йөрөргә сығыуы, Һабантуй уҙғарыла торған ерҙәрҙе ҡарап йөрөү, түңәрәк әйләнәһенә ат сабыштырыу – барыһы ла Ҡояш-Хоҙайҙың Ерҙе «йөрөп сығыу» объезд имитацияһы.

Һабантуйҙың тамашасыны мауыҡтыра һәм юғары ыңғай көсөргәнештә тота торған тағы бер ритуаль күренеше булып милли көрәш тора. Был ритуаль хәрәкәтте башҡорттарҙың «борон-борон заманда», «әлмисаҡта», донъя барлыҡҡа килгәндә ике көстөң: Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡтың, Яңы менән Иҫкенең, Йәшәү һәм Үлемдең үҙ-ара көрәшенең сағылышы тигән боронғо мифологик күҙаллауҙары тип аңлатып була. Был көрәш барышында Яҡшылыҡ көстәре Яуызлыҡты еңә һәм донъяла тәртип («тәртип», «рәт», «ип») урынлаша.

Башҡорт, шулай төрөк мифологияһында Һабантуйҙа аҫҡы йыуан осо ергә тәрән соҡор ҡаҙып күмеп ҡуйылған һәм үрҙәге нәҙек осона бүләктәр эленгән бейек һәм шыма вертикаль бағанаға үрмәләү уйынына аңлатма бирелгән Был ҡолға янында һәр ваҡыт кеше күп була, һәм улар шаярта, ҡысҡырып көлә. Кем ҡолғаның осона барып етә, шул бүләкте үҙенә ала.

Донъяның мифологик моделенең төп концептуаль, конструктив элементы булып, вертикаль буйынса өс донъяны һәм горизонталь буйынса донъяның дүрт яғын тоташтырыусы «Донъя ағасы» тора, йәғни был ағас Донъя үҙәгендә тора. Донъяның үҙәгендә үҫеүсе «Донъя ағасы» тигән төшөнсә ысынында Ер йөҙөндә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың мифологияһында ла бар. Был ағас ярҙамында Ғаләмдең өс ҡаты – ер аҫты (һыу аҫты), ер өҫтө һәм күк тоташа. Миф геройҙары, Донъя ағасы олоно буйлап сәйәхәт иткәндә, ер аҫты (һыу аҫты) донъяһынан ер өҫтөнә күтәрелә, ә һуңынан күккә олғаша.

Һабантуйҙың вертикаль тайғаҡ ҡолғаһы, һабантуйҙа ҡатнашыусылар, ҡомарҙанып ҡолға үренә атлыҡҡанда, башҡорт мифологияһындағы Донъя ағасының аналогы һымаҡ ҡабул ителә, һәм тәүяралғы осорҙа күктең иң үренә, етенсе ҡатына, осоп менгән боронғо тәүбабабыҙ Урал батырҙың эш-ғәмәлдәрен ҡабатлай кеүек. Һабантуйҙа тайғаҡ ҡолғаға, үҙҙәренең йылғырлығын күрһәтеү һәм бүләк алыу маҡсатында, иң ҡыйыуҙар үрмәләй һәм был эпостағы семантик йөкмәткене ҡабатлай. Был тайғаҡ ҡолға тәүосорҙа башҡорттарҙың тәүбабаһы Урал батыр күккә артылған донъя бағанаһын (йәки донъя терәген) кәүҙәләндергән тип фаразлап була.

Ҡыя бағанаға үрмәләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыуан осо менән ерҙе соҡоп урынлаштырылған тирбәлеп торған ҡыя бағананың үрге осонда бүләккә тәғәйенләнгән тәкә эленә, һәм бында һәр саҡ кеше күп була. Ҡыйыу егеттәр ҡыбырлап торған ҡолғаның осона саҡлы атлап барырға һәм бүләк алырға тейеш була. Боронғо башҡорт мифологияһы һәм фольклорынан был күренешкә лә аңлатма бар. Билдәле булыуынса, башҡорттар был донъянан икенсе донъяға һыу аша һалынған күперҙән сыға. Башҡорт ауыҙ тел ижадында донъялар сигендәге күперҙә батырҙар яуыз көстәр: ендәр, дейеүҙәр, аждаһалар менән осраша һәм уларҙы еңә. Башҡорт фольклорында был күперҙән фәҡәт үтә тоғролоҡло батырҙар ғына үтә. Был күперҙе башҡорттар «Сират күпере» тип атай. Был күпер аша хыянатһыҙ батыр аҡ төҫтәге тәкәне үткәрә тип иҫәпләнә. Шуның өсөн Һабантуйҙың тирбәлеп тороусы ҡыя бағананы башҡорттарҙың бер донъянан икенсе донъяға һалынған күпер тураһындағы ышаныуҙарының шаңдауы тип раҫларға мөмкин.

Тоҡ кейеп йүгереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тоҡ кейеп йүгереү Һабантуйҙың иң күңелле ярыштарының береһе булып тора. Был тамашаға ла боронғо башҡорт мифологияһында аңлатма табып була. Башҡорт әкиәттәрендә Йүгерек батыр, бик шәп йүгерә алһа ла, йыш ҡына йә һыңар аяҡлы, йә аяҡтары тышалған, йә тирмән ташы тағылған итеп күрһәтелә. Тоҡ кейеп йүгереүселәрҙең һикерәңдәп йүгергәненә ҡарап ысын күңелдән көлөп тамаша ҡылғанда, беҙ уның тәрән боронғолоғо хаҡында башыбыҙға ла килтермәйбеҙ. Баҡтиһәң, тоҡ кейеп йүгереү Йүгерек батырҙың Мәскәй ҡарсыҡ менән ярышып йүгереүе семантикаһына оҡшаған, йәғни бында, Һабантуйҙа, ике аяҡты ла тоҡ эсенә тығып, шундай көлкө хәлдә йүгерергә маташып, ҡатнашыусылар һыңар аяҡта йүгереүсегә оҡшайҙар. Хәҙерге заманда был көлкөлө тамаша кеүек кенә ҡабул ителһә лә, борон ул бик етди ҡабул ителгән, сөнки боронғоларҙың күҙаллауы аша, күп нәмә – Яңы йыл тыуырмы әллә тыумаҫмы - ошо мәсьәлә лә хәл ителгән. Йәш йүгеректең йүгерек ҡарсыҡты уҙыуы яңы тормош тыуыуын һәм иҫке йылдың китеүен аңлатҡан. Был ҡыш менән йәйҙең (иҫке менән яңының) символик көрәшен, яуыз һәм изгелек көстәренең ҡаршы тороуын күрһәтә.

Һабантуй барышында күҙҙе бәйләп көршәк ватыу кеүек күңелле тамаша башҡорттарҙың исламға тиклемге донъяға ҡарашынан сығып аңлатыа. Этнографик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, балсыҡ көршәктәрҙе ватыу йолаһы киң таралған булған. Һауыттарҙың (көршәктәрҙең) бик йыш ҡына календарь байрамдарға мөнәсәбәте бар, был йоланы төрлө мәҙәниәттәрҙә осратырға мөмкин, көршәк ватыу йолаһы ниндәйҙер дәрәжәлә төрлө халыҡтарҙа, планетаның төрлө яҡтарында төрлө һәм кимәлле мәҙәниәттәрҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, Урта Азия тажиктары һәм үзбәктәре узбеки Науруз байрамында бындай йоланы башҡара. Был йоланың мәғәнәһе – иҫкенән ҡотолмайса, урын бушатмайса, яңыға урын юҡ, шуға яңы көн тыумай. Башҡорттарҙың телендә һаманға саҡлы «Берәү үлмәй – берәү көн күрмәй» тигән әйтем һаҡланған. Бер башҡорт әкиәтендә батыр: «Ҡарттың үлеме – Һабантуйға» тип ҡысҡырып ебәрә. Был һүҙҙәрҙә башҡорт ата-бабаларының ҡарт, йәшәрен йәшәгән кеше иҫке, ҡартайыу кәүҙәләнеше һәм ул китергә, яңы дәүер тыуыу - Һабантуй байрамы тип ҡабул ителгән яңы тормошҡа урын бушатырға тейеш тигән мифологик ҡараш[2].

Таш ырғытыу һабантуй байрамында һуңғы ваҡытта яңы ингән бәйге. Был бәйге 1950 йылдарҙа Бөрйән районы Килдеғол ауылында йәшәгән Рәхимйән Яхин исеме менән бәйле. Ул ҡыҙыҡ күреп юл буйында ятҡан ҙур аҡ ташты эйәрле ат аша алып ташлай. Был таш әлеге көндә Килдеғол мәктәбе музейында һаҡлана. Беренсе тапҡыр таш 1994 йылда Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында бейеклеккә ташлана. Шул ваҡыттан таш ырғытыу бәйгеһе Бөрйән районы һабантуйында йылда ойошторола[3]. Башҡа һабантуйҙарҙа ла был бәйгене күрергә була.

Йомортҡалы ҡалаҡты ауыҙға ҡабып йүгереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һығымта

Шулай итеп, башҡорт Һабантуйының өҫтә һанап киткән ритуаль күренештәрен анализлау был байрамдың тамырҙары быуаттар тәрәнлегендә һәм уның нигеҙендә тәү ата-бабаларҙың мифологик ҡараштары ятҡанын күрһәтә. Тәбиғәт яңырған дәүерҙә, яҙ көнө, Һабантуй байрам итеү аша беҙҙең йыраҡтағы ата-бабалар донъяны яралтҡан һәм яңыртҡан Хоҙайҙың батырлыҡтарын ҡабатлағандар тип әйтергә кәрәк.

Хәҙерге заманда Һабантуйҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәттә Һабантуйҙы бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу—ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һәм башҡа халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.

Байрамда уйын-көлкө, аш-һыу араһында донъя хәлдәре, ил эштәре хакында фекер алышыу ойошторолған, алдынғы тәжрибә маҡтап телгә алынған.

Тарихсы Салауат Ғәлләмов һабантуй курд-иран һүҙе, һаб орлоҡ тигәнде аңлата тип иҫәпләй.

Башҡа һәйбәт миҙгел йолалары кеүек, һабантуй ҙа беҙҙең көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Совет осоронда был йоланы һаҡлап ҡалыу өсөн Совет һәм партия органдары күп көс һалды, дини үҙенсәлектәре алып ташланды. Хәҙер һабантуйҙар тәүҙә ауылдарҙа, шунан район үҙәктәрендә үткәрелә. Унда яҙғы баҫыу эштәренә һәм мал ҡышлатыуға йомғаҡ яһала, алдынғыларҙы бүләкләү ойошторола.

Матур йола булараҡ һабантуй республикабыҙ ҡала һәм райондарынан тыш илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә[4][5], шулай уҡ Санкт-Петербург, Владивосток[6], Нижневартовск ҡалаларында һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән край һәм өлкәләрҙә (Ҡурған өлкәһе[7]), башҡа төбәктәрҙә, шулай уҡ БДБ дәүләттәрендә, ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә үткәрелә. Мәҫәлән, Анкара , Лондон[8], Париж[9], Рим[10], Рига[11], Женева[12] һәм донъяның башҡа ҡалаларында ла үҙенсәлекле һабантуйҙар үтә. Уларҙа милли уйындар, сәнғәт коллективтары концерты, сауҙа ойошторола.

  1. Аминев З. Г. Мифоритуальные основы башкирского праздника «САБАНТУЙ» (Башҡорт байрамы «ҺАБАНТУЙ»ҙың мифологик-ритуал нигеҙҙәре) http://urgaza.ru/library-portal/articles/291/1795/
  2. З.Г.Аминев. Мифоритуальные основы башкирского праздника «САБАНТУЙ» // Актуальные проблемы истории Саяно-Алтая и сопредельных территорий: материалы международной научно-практической конференции, 24-26 октября 2007 г., г.Абакан. Выпуск 3. Часть 1 / Отв. ред. И.А.Чеботарева. – Абакан: Издательство Хакасского государственного университета им. Н.Ф.Катанаева, 2007. – С.175 – 188
  3. Арғыҙмала – муллыҡ байрамы. «Таң» Бөрйән районы гәзите. 30.05.2012. 2013 йыл 25 май архивланған.
  4. МӘСКӘҮҘЕҢ "КОЛОМЕНСКОЕ" ДӘҮЛӘТ ТАРИХИ-АРХИТЕКТУРА ҺӘМ ТӘБИҒИ-ЛАНДШАФТ МУЗЕЙ-ҠУРСАУЛЫҒЫНДА АЛТЫНСЫ ТАПҠЫР ДӨЙӨМ ҠАЛА ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, 2016, 18 июль 2017 йыл 29 сентябрь архивланған.
  5. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Мәскәү яланында тирмә ҡороп. , 2016, 29 июль(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2016)
  6. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Владивостокты биҙәй башҡорт тирмәһе. , 2016, 26 август(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 17 сентябрь 2016)
  7. Ҡурған өлкәһе башҡорттары һабантуй уҙғарҙы. , 2017, 10 июль (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2017)
  8. Пятый по счету сабантуй в Лондоне в очередной раз собрал наших соотечественников. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 23 июль. (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2016)
  9. Париж халҡы һәм ҡунаҡтары һабантуйҙы Эйфель башняһынан ҡараны. , 2017, 29 май (Тикшерелеү көнө: 30 май 2017)
  10. Самый поздний в году татарско-башкирский сабантуй пройдет в Италии. , 2016, 13 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
  11. Ригала халыҡ байрамы — «Һабантуй» ойошторола. , 2017, 14 апрель (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2017)
  12. Женевалағы һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән йырсы Гөлнур Ҡарабулатова сығыш яһаны. , 2017, 6 июнь (Тикшерелеү көнө: 14 июнь 2017)
  • Лепехин И. И. Дневные записки путешествия академика Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства: в 1768, 1769 и 1770 годах. — СПб., 1795—1802;
  • З.Г.Аминев. Мифоритуальные основы башкирского праздника «САБАНТУЙ» // Актуальные проблемы истории Саяно-Алтая и сопредельных территорий: материалы международной научно-практической конференции, 24-26 октября 2007 г., г.Абакан. Выпуск 3. Часть 1 / Отв. ред. И.А.Чеботарева. – Абакан: Издательство Хакасского государственного университета им. Н.Ф.Катанаева, 2007. – С.175 – 188.