Сара
Сара — ғәрәп, фарсы, йәһүд сығышлы башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сара — ғәрәпсә — «хәким», «бикә»; фарсыса — «иң шәп», «иң яҡшы», «аҫыл»; йәһүдсә — «ырыу башлығы», «ырыу инәһе» тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан күп халыҡтарҙа ҡыҙ балаға ҡушылған исем[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сара Садыҡова (Сара Гариф кызы Садыйкова; 1 ноябрь 1906 йыл — 7 июнь 1986 йыл) — совет татар композиторы, йырсы һәм актриса. Татар ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге профессиональ композитор. Татар АССР-ының халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1939) артисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984). Татар АССР-ының Ғ. Туҡай исемендәге Татар Дәүләт премияһы лауреаты (1990, үлгәндән һуң).
Сара Бернар (тыуғандағы исеме Генриетт Розин Бернар, 22 октябрь 1844 йыл — 26 март 1923 йыл) — йәһүд сығышлы француз актёры, XX быуатта уны «бөтә тарихтағы иң билдәле актёр» тип атап йөрөткәндәр. Уңышҡа 1870 йылдарҙа Европа сәхнәләрендә өлгәшә. Аҙаҡ триумф менән Америкаға гастролдәргә йөрөй. Күберәген етди драматик ролдәр башҡара, шуның өсөн дә уға «Илаһи Сара» тигән ҡушамат бирәләр.
Сара Леандер (немец әйтелешендә Цара Леандер; швед. Zarah Leander, тыумыштан Сара Стина Һедберг (Zarah Stina Hedberg), 15 март 1907 йыл — 23 июнь 1981 йыл) — Швеция киноактёры, йырсы, башлыса Германияла эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |