Эстәлеккә күсергә

Иҫке Ихсан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Староихсаново битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Ихсан
рус. СтароихсановоИҫке Ихсан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош

Ауыл советы

Бәшир

Координаталар

55°04′29″ с. ш. 55°03′14″ в. д.HGЯO

Халҡы

216[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452207

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 810 006

ОКТМО коды

80 656 410 116

ГКГН номеры

0521125

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ихсан (Рәсәй)
Иҫке Ихсан
Иҫке Ихсан
Иҫке Ихсан (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Ихсан

Иҫке Ихсан (рус. Староихсаново) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 216 кеше[2]. Почта индексы — 452207, ОКАТО коды — 80256810006.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 216 101 115 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (54 %) һәм татарҙар (39 %)[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 29 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Бәшир): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 81 км

Ихсан ауылы тарихы XVII быуат аҙағында башлана, Дыуанай башҡорттары 1717 — 1719 йылдарҙа үҙ ерҙәренә мишәрҙәрҙе индерә[4]. XVII быуат аҙағында Ҡаҙан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәренә индерелгән тәүге күсеп килеүсе Их(ҡ)сан исеме менән яңы ауылға нигеҙ һала. Типтәрҙәрҙең керҙәшлек килешеүе буйынса килеү ваҡыты билдәһеҙ, әммә 1795 йылда улар иҫәпкә алына. 1783 йылғы рәүиз уларҙы теркәмәгән. Тимәк, улар Ихсанға ошо ике ревизия араһында төпләнгән. 1719 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса ауылға - мишәрҙәр, һуңыраҡ — типтәрҙәр, артабан 1795 һәм 1799 йылдарҙа дәүләт крәҫтиәндәре килеп төпләнә. Уларҙың бер өлөшө Тамбов губернаһы Йәнғураз ауылынан килә. Дәүләт крәҫтиәндәре һуңынан типтәрҙәр рәтен тулыландыра[5].

1834 йылғы рәүиз документтарында был ергә беренсе булып килеп төпләнеүсенең аҙашы Ихсан Баязитовтың (1735 — 1819) исеме иҫәпкә алына. Уның улдары һәм ейәндәре: Мөхәмәтрәхим (1758-1822), Мөхәмәткәрим (1769-1820), 1820 йылда 58 йәшендә вафат булған Рәхмәтулла (уның улдары: Фәйрушат, уның улдары Туҡтар, Абдулвәли, Мөхәмәтша) исемдәре лә билдәле[5].

1795 йылда ауылда 58 башҡорт, 10 типтәр, 11 яһаҡлы татар, 9 мишәр йәшәй; 1816 йылғы рәүиз документтарында һандар түбәндәгесә: 62, 21, 118 һәм 20; 1834 йылда — 75, 34, 174 һәм 31; 1859 йылғы рәүиздә ауылда йәшәүселәр һаны дөйөм һан менән күрһәтелә; 1870 йылда 307 башҡорт һәм 49 яһаҡлы татар йәшәй, 1920 йылғы рәүиздә ауыл кешеләренең этник сығышы дөрөҫ күрһәтелмәй. Ғәмәлдә, ауылда башҡорттар һәм татарҙарҙың йәшәүе теркәлергә тейеш була[5].

1834 йылда 75 башҡортҡа 160 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәселә, 32 бот картуф ултыртыла. Ауылда мәсет, унда мәктәп эшләй. Тирмән була. Ауыл халҡы 380 умарта тота[5]..

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мостафин Өлфәт Мансур улы (4.05.1959—29.10.2020), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. 2018—2020 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Техник фәндәр кандидаты (2005).