Эстәлеккә күсергә

Сәлихов Яхъя Шәрәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәлихов Яхъя Мөхәмәтшәриф улы битенән йүнәлтелде)
Яхъя Шәрәф улы Сәлихов
Тыуған көнө

1893({{padleft:1893|4|0}})

Тыуған урыны

Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Туҡ районы) Ҡыҙыл Мәсет ауылы

Вафат булған көнө

27 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Вафат булған урыны

Мәскәү, РСФСР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Яхъя Шәрәф улы Сәлихов (1893—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.

Сәлихов Яхъя Шәрәф (Мөхәмәтшәриф) улы 1893 йылда Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Туҡ районы) Ҡыҙыл Мәсет ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].

Быҙаулыҡ ҡалаһының реаль училищеһын, ә 1916 йылда — Харьков ҡалаһының Новоалександрийский ауыл һәм урман хужалығы институтын тамамлай[2]

1916—1917 йылдарҙа рус армияһы составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Киев ҡалаһындағы прапорщиктар мәктәбен тамамлай һәм прапорщик дәрәжәһен ала. 170-се запас пехота полкында хеҙмәт итә. Аҙаҡ подпоручик званиеһын ала. Демобилизацияланғас, Быҙаулыҡ өйәҙе земствоһында агроном ярҙамсыһы булып эшләй[3].

1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты була. I Бөтә башҡорт ҡоролтайында барышында Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитеты ағзаларының ярҙамсыһы итеп һайлана[4]. Өфөлә үткән II Бөтә башҡорт ҡоролтайында, башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы депутатлығына кандидаттарҙы раҫлау һорауы күтәрелә. Һамар губернаһы буйынса башҡорт-федералисттарының 4-се һанлы исемлеге төҙөлә, бында Харис Йомағолов һәм Яхъя Сәлихов тәҡдим ителә[4]. 1918 йылдың мартында «Башҡурдистан» гәзите: «28 (15) февралендә ҡулға алынған Башҡортостандың хужалыҡ бүлеге мөдире Сәлихов Ырымбурҙан тиҙ генә сығып китеү шарты менән иреккә ебәрелә. Сәлихов Ташкентҡа китә»— тип хәбәр итә[5]. Ырымбур аҡтар ҡулына күскәс, 1918 йылдың июлендә башҡа Милли шура ағзалары менән бергә ҡалаға килә[4].

1918 йылдың авгусынан Башҡорт хөкүмәтенең Урман бүлеге мөдире, ә шул уҡ йылдың 27 сентябренән — Агрономия бүлеге мөдире вазифаларын башҡара[3].

1919 йылдың февралендә Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. 1919 йылдың мартынан Көнсығыш фронттың 1-се армияһы штабында Башревком вәкиле була[2].

1919 йылдың майында Башревком менән Үҙәк мосолман хәрби-революцион комиссариаты араһындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша[6]. 1919 йылдың майынан Башҡорт АССР-ының финанс халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта июнь айына тиклем Башсовнархоз рәйесе вазифаһын үтәй. Артабан ваҡытлыса Башревкомдың социаль тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләй[3]. 1919 йылдың 14 сентябренән Башҡорт АССР-ының ер эштәре халыҡ комиссары вазифаһын башҡара[2].

Петровский ауыл хужалығы академияһында уҡый. 20-се йылдар башында Башҡорт АССР-ының ер эштәре халыҡ комиссариатында ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын үтәй. 1924 йылдың 20 октябрендә Махачҡала ҡалаһына бара, бында ?Дағстан? ер эштәре халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы булып эшләй. 1925 йылдың апрелендә Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты саҡырыуы буйынса, БАССР Госпланына эшкә килә һәм уның Ауыл һәм урман хужалыҡтары секцияһына етәкселек итә. 1926 йылдың мартында, бер үк ваҡытта, Башсельхозкредит идараһында эшләй[3].

Аҙаҡ Мәскәүҙә йәшәй. 30-сы йылдарҙа Ленинградта Степан Разин исемендәге һыра заводында һоло сифаты буйынса күҙәтеүсе инспектор булып эшләй[3].

1937 йылдың 14 авгусында ҡулға алына, шул уҡ йылдың 27 октябрендә атыла. 1991 йылдың 18 октябрендә аҡлана[1].

  1. 1,0 1,1 Салихов Яхья Шарапович. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 4. – Уфа, 2003. – С. 417–418..
  2. 2,0 2,1 2,2 Ярмуллин А. Ш. Сәлихов Яхъя Шәрәф улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — С. 167—168. — 222 с.
  4. 4,0 4,1 4,2 История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 103, 119, 121. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  5. Документы и материалы по истории башкирского народа (1900–1940) / Сост.: М. М. Кульшарипов, М. Н. Фархшатов, Д. Х. Янтурин, Р. З. Алмаев, Р. О. Багаутдинов, Р. Р. Газизов, Р. М. Зиязетдинов, А. Д. Казанчеев, К. К. Каримов, П. Ф. Назыров, Ю. Х. Юлдашбаев, А. З. Ярмуллина. — Уфа, 2012. — С. 190. — 624 с. — ISBN 978-5-916-08093-3.
  6. Документы и материалы по истории башкирского народа (1900–1940) / Сост.: М. М. Кульшарипов, М. Н. Фархшатов, Д. Х. Янтурин, Р. З. Алмаев, Р. О. Багаутдинов, Р. Р. Газизов, Р. М. Зиязетдинов, А. Д. Казанчеев, К. К. Каримов, П. Ф. Назыров, Ю. Х. Юлдашбаев, А. З. Ярмуллина. — Уфа, 2012. — С. 285, 287. — 624 с. — ISBN 978-5-916-08093-3.
  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 53, 151, 226, 240. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 1. — Уфа, 2002. — С. 142, 179.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 2. Ч. 1. — Уфа, 2002. — С. 283, 579.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 4. Ч. 1. — Уфа, 2008. — С. 248, 392.