Эстәлеккә күсергә

Сәләх (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сәләх — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Сәләх — «тыныслыҡ», «изгелек», «кәрәклек» тигән мәғәнәләр аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Сәләх әд-Дин — Мысыр һәм Сүриә солтаны, талантлы полководец, XII быуатта мосолмандар башлығы. Әйүбиҙәр династияһына баш һалған, улар заманында Мысырға, Сүриәгә, Ираҡҡа, Хижазға һәм Йәмәнгә идара иткән.

Сәләх Кулибай (2 июль 1910 йыл — 15 октябрь 1976 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1948 йылдан — КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969)

Сәләхов Таһир Теймур улы (әзерб. Tahir Teymur oğlu Salahov; 29 ноябрь 1928 йыл, Баҡы) — СССР һәм Рәсәйҙең театр рәссамы, педагог, профессор. 1979 йылдан СССР Художество академияһы Президиумы ағзаһы, 1997 йылдан Рәсәй Художество академияһы вице-президенты. СССР Художество академияһы академигы (1975; 1966 йылдан мөхбир ағза). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1973). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1989). СССР Дәүләт премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты, 1964 йылдан КПСС ағзаһы.

Сәләхов Ҡасим Сәләх улы 1919 йыл — 22 ноябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.

Сәләхетдинов Камал Ситдиҡ улы театр актёры. 1928—1968 йылдарҙа Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры артисы. РСФСР-ҙың (1957) һәм Татар АССР-ының (1943) халыҡ артисы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ