Эстәлеккә күсергә

Ташуғыҙ вилайәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ташуғыҙ вилайәте
Нигеҙләү датаһы 14 декабрь 1992
Дәүләт  Төркмәнстан
Административ үҙәк Ташуғыҙ
Административ-территориаль берәмек Төркмәнстан
Геомәғлүмәттәр Data:Turkmenistan/Tashauz.map
Сиктәш Ҡарағалпаҡстан Республикаһы, Аһал вилайәте, Балканский велаят[d], Лебапский велаят[d] һәм Хәрәзем өлкәһе
Ҡулланылған тел североузбекский[d]
Майҙан 73 430 км²
Почта индексы 746300
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 22
Номер тамғаһы коды DZ
Карта
 Ташуғыҙ вилайәте Викимилектә

Ташуғыҙ вилайәте ((төркм. Daşoguz welaýaty; рус. Дашогузский велаят), элекке исемдәре Ташҡауыҙ вилайәте, Ташауыҙ өлкәһе ― Төркмәнстандың төньяғында урынлашҡан административ берәмек (вилайәт). Административ үҙәге – Ташуғыҙ (Ташауыҙ) ҡалаһы.

Хәҙерге рәсми версия буйынса, ҡала һәм вилайәт исеме «Даш оғуз» ырыуы исеменән, йәғни «Деде Ҡорҡут» эпосында тасуирланған «тышҡы уғыҙҙар» исеменән алынған. Урта быуаттарҙа боронғо төркмән-уғыҙҙар «Эс оғуз» («Эске уғыҙҙар») һәм «Даш оғуз» («тышҡы уғыҙҙар») ҡанаттарына бүленгән булған.

1992 йылдың 14 декабрендә элекке Ташауыҙ өлкәһе территорияһында ойошторолған. [1].

1999 йылдың 10 июнендә Төрөкмәнстан президенты Сапарморат Ниязов Ташауыҙ вилайәте һәм ҡалаһы исемдәрен үҙгәртеү тураһында Указға ҡул ҡуйған.

«Төркмән халҡының быуаттар буйына нигеҙләнгән боронғо милли традицияларын тергеҙеү маҡсатынан, был ерҙә элек-электән дашогуз тип аталған уғыҙ төркмәндәренең оло төркеме йәшәүен, шулай уҡ был тарихи исемдәрҙең дөрөҫ ҡулланылмауын һәм боҙолоуын иҫәпкә алып, Ватаныбыҙҙың ерҙәре һәм территориялары исемдәрен тулыландырыу, йәш быуында ата-бабаларыбыҙҙың данлы тарихы менән бөйөк ғорурланыу һәм мәхәббәт хистәре тәрбиәләү, уларҙы уғыҙҙарға хас ватансылыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ рухында тәрбиәләү кәрәклеген аҫһыҙыҡлап, ҡарар итәм: Ташауыҙ вилайәте Ташауыҙ ҡалаһының атамаһын Ташуғыҙ виләйәтенең Ташуғыҙ ҡалаһы тип үҙгәртергә һәм бынан һуң шулай атап йөрөтөргә ».

Көньяҡта Аһал, көнбайышта Балҡан һәм көнсығышта Ләбап вилайәттәре, төньяҡта һәм Һарыҡамыш күле аша Үзбәкстан составындағы Ҡарағалпаҡстан Республикаһы һәм Хәрәзем өлкәһе менән сиктәш.

Майҙаны 73,4 мең кв.км тәшкил итә. Халыҡ һаны ― 1,370,400 кеше (2005 йылға).[2] Ҡала халҡы – 33%, ауыл халҡы – 67%. Күпселек халыҡ ― төркмәндәр. Шулай уҡ бында үзбәктәр, урыҫтар, ҡаҙаҡтар, әрмәндәр, әзербайжандар, татарҙар һ. б. милләт вәкилдәре йәшәй. Халыҡ тығыҙлығы уртаса 1 кв. км-ға 19 (18,66) кеше тура килә.

Вилайәт Амударъя йылғаһының түбәнге ағымының һул ярында, Ҡараҡом сүлендә урынлашҡан. Ер өҫтө, нигеҙҙә, тигеҙлектән тора. Вилайәттең төньяғы Амударья йылғаһының иҫке үҙәне һәм дельтаһы, Һарыҡамыш ҡаҙанлығы, Устюрт яйлаһының ситенә тура килә.

Климаты ҡырҡа континенталь. Йәй эҫе һәм ҡоро, ҡыш йылы. Июлдең уртаса температураһы (Ташуғыҙҙа) 29,2°С, ғинуар - 2,2°. Йыллыҡ яуым-төшөм 100-150 мм.

Территорияның күп өлөшө ҡом һәм һоро тупраҡ менән ҡапланған һәм Арал диңгеҙенең экологик афәте арҡаһында тирә-яҡ мөхиттең етди боҙолоуын кисерә. Тупраҡтың тоҙло булыуы меңләгән квадрат километр ауыл хужалығы ерҙәренең әрәм булуына килтергән.

Административ-территориаль бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ташуғыҙ вилайәте Төрөкмәнстан картаһында ҡуйы ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән

Ташуғыҙ вилайәтенә 7 әтрап һәм 9 ҡала инә.[3][4][5]

Ҡалалар
  • Аҡтүбә
  • Булдымһаҙ
  • Ҡобатау (Губадаг)
  • Ҡоруғлы (1992 йылға ҡәҙәр Тахта)
  • Корбансолтан-әжә ис. (2004 йылға ҡәҙәр Йыланлы)
  • Көһнә Үргәнес
  • Шабат (Ниязов)
  • Сәфәрморат Төркмәнбашы ис.
  • Ташуғыҙ (Ташауыҙ)
7 әтрап
  • Аҡтүбә әтрабы ― административ үҙәге Аҡтүбә ҡалаһы
  • Булдымһаҙ әтрабы ― Булдымһаҙ ҡалаһы
  • Ҡоруғлы әтрабы ― Ҡоруғлы ҡалаһы
  • Көһнә Үргәнес әтрабы ― Көһнә Үргәнес ҡалаһы
  • Шабат әтрабы ― Ниязов ҡалаһы
  • Руһубелент әтрабы ― Руһубелент биҫтәһе
  • Сапарморат Төркмәнбашы әтрабы ― Сапарморат Төркмәнбашы ис. ҡала
Ниязов ҡалаһына инеү юлындағы арка

Вилайәт Төркмәнстанда мамыҡсылыҡ һәм мал-тыуар үҫтереүҙең төп өлкәләренең береһе булып тора. Иҡтисадта еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте алдынғы урында. Төп сәнәғәт тармаҡтары: мамыҡ таҙартыу, май әҙерләү, ит-һөт етештереү, металл эшкәртеү (дөйөм алғанда, ремонт предприятиелары), төҙөлөш материалдары етештереү предприятиелары. Ҙур предприятиелар Ташуғыҙҙа урынлашҡан. Бер нисә әтрап (район) үҙәгендә мамыҡ таҙартыу буйынса заводтар, Иҫке Үргәнестә һөт заводы эшләй. Регион электр энергияһын Таҡыяташ йылылыҡ электр станцияһынан (Үзбәкстан) ала.

Сәсеү майҙандарында мамыҡ, күп йыллыҡ үләндәр, иген культуралары (дөгө, арпа, һоло), кунжут, йәшелсә культуралары, картуф игелә. Баҡсасылыҡ (өрек, алма, шафталы, айва, армыт) үҫеш алған, йөҙөм баҡсалары бар.

Малсылыҡ ҡаракүл тире үҫтереүҙә махсуслаша. Оазистарҙа эре мөгөҙлө мал һәм йылҡы малы, һарыҡ (нигеҙҙә ҡаракүл һарыҡтары), кәзә, сүлдә дөйәләр үҫтерелә. Ебәкселек тармағы ғәмәлдә.

Автомобиль юлдарының оҙонлоғо 1000 км. Аэропорты бар.

Ташуғыҙ вилайәтендә музыкаль-драма театры, Иҫке Үргәнес тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы, дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта махсус уҡыу йорттары, клубтар, китапханалар бар.

Ташуғыҙ вилайәтендә ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Көһнә Үргәнес [6] һәм Бутентау археология ҡомартҡыһы урынлашҡан. [7][8]

  1. https://rosreestr.ru/upload/Doc/19-upr/%D0%91%D1%8E%D0%BB%D0%BB%D0%B5%D1%82%D0%B5%D0%BD%D1%8C%20%D0%A1%D0%9D%D0%93.zip 2018 йыл 16 апрель архивланған. Изменения географических названий Туркменистана
  2. Statistical Yearbook of Turkmenistan 2000-2004, National Institute of State Statistics and Information of Turkmenistan, Ashgabat, 2005.
  3. Türkmenistanyş Mejlisiniň Karary. This document is reproduced online at https://wiki.openstreetmap.org/wiki/Districts_in_Turkmenistan.
  4. Административно-территориальное деление Туркменистана по регионам по состоянию на 1 января 2017 года. Дата обращения: 5 ноябрь 2022. Архивировано 8 июль 2018 года. 2018 йыл 8 июль архивланған.
  5. Изменения в административно-территориальном делении Дашогузского велаята (Changes in the Administrative-Territorial Division of Dashoguz Province).
  6. Kunya-Urgench. UNESCO World Heritage Center. UNESCO. Дата обращения: 19 февраль 2011.
  7. Turkmenistan. — Bradt Travel Guides.
  8. «Arkheologicheskii Compleks Butentau».