Тәтер-Арыҫлан
Ауыл | |
Тәтер-Арыҫлан Тәтер-Арыҫлан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тәтер-Арыҫлан (рус. Тятер-Арасланово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 996 кеше[1]. Почта индексы — 453191, ОКАТО коды — 80248855001. ИФНС коды — 0268.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың барлыҡҡа килеүе Ырымбур губерня канцелярияһы тәржемәсеһе Арыҫлан Бикмәтовтың пенсияға сыҡҡандан һуң Ырымбур эргәһендә ятҡан Ҡарғалы ауылында (Сәйет слободаһы) төпләнеүенә бәйле. Арыҫлан Бикмәтов улдары Хәбибулла (3 йәшлек) һәм Сәйфуллаға (6 йәш) биш душ крәҫтиәнде, бөтә мөлкәте менән үҙенең өйөн, Ҡарғалы һәм Тәтер йылғалары буйында ултырған икешәр тирмәнде һәм Тәтер йылғаһы буйында урынлашҡан утарын (бөтә йорттары, ҡаралтылары һәм малдары менән) мираҫ итеп ҡалдырыуы тураһында васыятнамә яҙып ҡуя. Ә Усман улына 15 душ крәҫтиәнде ҡалдыра. Артабан был утар Тәтер-Арыҫлан ауылына әйләнә. 1816 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 4 ихатала 21 кешенең йәшәүе теркәлә[2].
Ауылдың атамаһы был ерҙәргә беренсе булып килеп төпләнгән аҫаба башҡорт Арыҫлан исеме менән бәйле булыуы ла ихтимал. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарына уның улдары Әбдрәхим Арыҫланов (1816 йылғы рәүиз документтарына ярашлы 18 йәштә була), уның ағайҙары — 60 йәшлек Әбдрәҡип Арыҫланов һәм 57 йәшлек Әбдрафиҡ Арыҫланов. Күрше ихатала 80 йәшлек Рафиҡ Таһировтың ғаиләһе йәшәй.
Шул уҡ VIII рәүиз материалдарында Юрматы олоҫо Тәтегәс түбәһенең 22-се йортонда 45 башҡорт-припущинниктың йәшәүе теркәлә. 1850 йылғы рәүиз материалдарында 4 ихатала 57 башҡорттоң (27 душ ир-егет һәм 30 душ ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе билдәләнә. Был рәүиз материалдары буйынса ауыл ир-егеттәре араһында күп ҡатынлылары ла була. Мәҫәлән, 56 йәшлек Ишбулды Рафиҡов Зөләйхә (51 йәштә) һәм Шәмсенисә (30 йәштә) исемле ҡатындары менән көн күрә[2].
1859 йылғы X Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ауылда 167 башҡорт һәм 755 татар йәшәй. Ә 1920 йылда совет осоронда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡалҡаш олоҫо составында Тәтер-Арыҫлан ауылының икегә бүленеп йәшәүен раҫлай: Тәтер-Арыҫлан-1 ауылында 1 675 кеше, Тәтер-Арыҫлан-2 ауылында 108 ихатала 501 башҡорт һәм татар йәшәгән була[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 996 | 465 | 531 | 46,7 | 53,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (86 %) йәшәй[3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлебаш): 26 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 85 км
Ауылдың урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А.Матросов урамы (рус. улица А. Матросова),
- Булғар урамы (рус. улица Болгар),
- Ғөбәй урамы (рус. улица Гобай),
- К.Маркс урамы ((рус. улица К. Маркса),
- М.Йәлил урамы (рус. улица М. Джалиля),
- Мәсәлим урамы (рус. улица Масалима),
- Тәтер урамы (рус. улица Тятер),
- Урал урамы (рус. улица Уральская),
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Ғәли Талха улы (1950) — ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Социология фәндәре докторы (1997). Профессор (2001). Халыҡ-ара информатизация академияһының мөхбир-ағзаһы (1994). 2013—2016 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү институты директоры.
- Юнысов Наил Кәбир улы (рус. Юнусов Наил Кабирович; 10 ғинуар 1928 йыл) — ғалим- инженер-геофизик, геология-минерология фәндәре кандидаты (1969), РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1978), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998), Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1986) ордендары кавалеры.
- Юнысов Зәбир Кәбир улы (1 декабрь 1937 йыл — 28 август 2020 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәтҡәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 193. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/041/000061.html
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |