Фәйзи
Фәйзи — ғәрәптәрҙән төрки халыҡтарға ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзи — «Фәйез» исеменең ҡыҫҡартылған варианты. «Белемле», «муллыҡ», «йомартлыҡ, рәхимлелек» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзи Әхмәт Сафа улы (ысын фамилияһы — Фәйзуллин) (1903 йыл — 1958 йыл) — татар совет яҙыусыһы, шағир-лирик, либреттолар яҙыусы, драматург, әҙәбиәт белгесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Ғабдулла Туҡай исемендәге ТАССР дәүләт премияһы лауреаты. (1958).
Фәйзи Ғәскәров (21 октябрь 1912 йыл — 18 июнь 1984 йыл) — беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер. БАССР-ҙың (1944) һәм РСФСР-ҙың (1975) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967).
Фәйзи Муллағәли улы Ғүмәров (3 март 1926 йыл — 27 июль 2002 йыл) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1987 йылдарҙа Стәрлебаш район гәзите мөхәррире. 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Стәрлебаш районының Аҡмулла исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1995).
Фәйзи Вәлиев (1892 — 29 ноябрь 1941) — партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, шағир һәм яҙыусы. Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы (25 февраль 1936 йыл) — Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (29 июль 1946 йыл — 27 октябрь 2020 йыл) — педагог, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.
Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (3 август 1904 йыл — 5 сентябрь 1983 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.
Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (16 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2017).
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамбле."Башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индереү һәм пропагандалау өсөн" Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыусы берҙән-бер коллектив.
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзи (пьеса) — Нәжиб Асанбаев пьесаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |